3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йөрәгебеҙҙе нисек һаҡларға?
«Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла» (ҒИБ. ҺҮҘ. 4:23).
36-СЫ ЙЫР Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1—3. а) Ни өсөн Йәһүә Сөләймәнде яратҡан, һәм ул уны нисек фатихалаған? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?
СӨЛӘЙМӘН бик йәш сағында Израилдең батшаһы булып киткән. Ул идара итә башлағас, Йәһүә уға төшөндә күренгән дә былай тигән: «Һора, һиңә нимә бирәйем?» Сөләймән: «Мин бик йәш һәм тәжрибәһеҙ... Халҡыңды хөкөм итер өсөн... хеҙмәтсеңә тыңлаусан йөрәк бир», — тип яуаплаған (1 Бат. 3:5—10). Ниндәй баҫалҡы үтенес! Йәһүәнең Сөләймәнде яратыуы һис тә ғәжәп түгел (2 Сам. 12:24). Уның үтенесе Аллаға бик оҡшаған, шуға күрә ул уға «зирәк һәм төшөнөүсән йөрәк» биргән (1 Бат. 3:12).
2 Аллаға тоғро булған сағында Сөләймән күп фатихаларға кинәнгән. Ул «Израиль Аллаһы Йәһүә исеме хөрмәтенә йорт төҙөгән» (1 Бат. 8:20). Шулай уҡ Алланан алған зирәклеге менән дан ҡаҙанған. Сөләймәндең Алла тарафынан рухландырылып әйткән һүҙҙәре Изге Яҙманың өс китабында яҙылған. Уларҙың береһе — Ғибрәтле һүҙҙәр китабы.
3 Был китапта «йөрәк» тигән һүҙ яҡынса 50 тапҡыр осрай. Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тә: «Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла», — тиелгән. Был аятта «йөрәк» тигән һүҙ нимәне аңлата? Яуапты был мәҡәләнән белербеҙ. Беҙ шулай уҡ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Иблис нисек йөрәгебеҙҙе баҫып алырға тырыша? Беҙ йөрәгебеҙҙе нисек һаҡлай алабыҙ? Аллаға тоғро булып ҡалырға теләһәк, был мөһим һорауҙарға яуап алырға кәрәк.
«ЙӨРӘК» НИМӘ УЛ?
4, 5. а) Зәбур 51:6-лағы һүҙҙәр нисек «йөрәк» тигән һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам итә? б) Физик һаулыҡ менән миҫал нисек символик йөрәк хаҡында ҡайғыртырға кәрәклеген күрһәтә?
4 Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тә «йөрәк» тигән һүҙ кешенең эске булмышын йә «күңел төпкөлөн» аңлата. (Зәбур 51:6-ны уҡығыҙ *.) Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, «йөрәк» — ул беҙҙең йәшерен уйҙар, хистәр, этәргес ниәттәр һәм теләктәр. Ул тыштан ниндәй булып күренгәнебеҙҙе түгел, ә эстән ниндәй булғаныбыҙҙы аңлата.
5 Эске булмышыбыҙҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлар өсөн, уны физик һаулыҡ менән сағыштырайыҡ. Беренсенән, һаулығыбыҙ яҡшы булһын өсөн, файҙалы ризыҡ ашарға һәм даими күнегеүҙәр яһарға кәрәк. Шуның шикелле, рухилығыбыҙҙы яҡшы хәлдә һаҡлар өсөн, сифатлы рухи аҙыҡ менән туҡланыу һәм иманыбыҙҙы эштәрҙә даими сағылдырыу мөһим. Мәҫәлән, белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға һәм иманыбыҙ хаҡында башҡаларға һөйләргә кәрәк (Рим. 10:8—10; Яҡ. 2:26). Икенсенән, ҡайһы бер ауырыуҙар кешенең тышҡы ҡиәфәтенә тәьҫир итмәй, шунлыҡтан кеше, ауырыһа ла, һаумын, тип уйларға мөмкин. Шуның шикелле, бәлки, беҙ: «Рухи эштәр менән даими шөғөлләнәм, тимәк, иманым көслө», — тип уйлайбыҙҙыр, әммә йөрәгебеҙҙә насар теләктәр тамыр йәйергә мөмкин (1 Кор. 10:12; Яҡ. 1:14, 15). Шуны иҫтә тотоу мөһим: Иблис беҙгә үҙ ҡараштарын тағырға теләй. Ул быны нисек эшләй? Һәм беҙ үҙебеҙҙе нисек яҡлай алабыҙ?
ИБЛИС НИСЕК ҮҘ ҠАРАШТАРЫН ТАҒА?
6. Шайтандың маҡсаты ниндәй, һәм ул быға нисек өлгәшергә тырыша?
6 Иблис беҙҙең үҙе кеүек булыуыбыҙҙы теләй, шунлыҡтан беҙҙе үҙҙәрен генә уйлаған һәм Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаған фетнәселәргә әйләндерергә тырыша. Әммә ул беҙҙе үҙе кеүек фекер йөрөтөргә һәм эш итергә мәжбүр итә алмай. Шуға күрә ул маҡсатына өлгәшер өсөн башҡа ысулдар ҡуллана, мәҫәлән, беҙҙе инде насар йоғонтоға бирелгән кешеләр менән уратып алырға тырыша (1 Яхъя 5:19). Ул шуға өмөтләнә: бәлки, беҙ, шундай кешеләр менән аралашыу фекерҙәребеҙгә һәм эштәребеҙгә насар йоғонто яһауын аңлаһаҡ та, улар менән ваҡыт үткәрербеҙ (1 Кор. 15:33). Сөләймән батша осрағында был ысул уңышҡа килтергән. Ул үҙенә мәжүси халыҡтарҙан күп ҡатындар алған, һәм ахыр сиктә улар уға «көслө йоғонто яһаған» һәм «яйлап уның күңелен аҙҙырған» (1 Бат. 11:3, төшөрмә).
7. Иблис үҙенең ҡараштарын тағы нисек тарата, һәм ни өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк?
7 Иблис шулай уҡ үҙенең ҡараштарын фильмдар һәм телетапшырыуҙар аша тарата. Ул шуны белә: кешеләрҙең тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр, күңелебеҙҙе асыуҙан тыш, шулай уҡ беҙҙең уйҙарға, хистәргә һәм эштәргә йоғонто яһай. Ғайса өйрәтеүҙең был ысулын уңышлы ҡулланған. Мәҫәлән, игелекле Самария кешеһе һәм өйҙән китеп мираҫын туҙҙырған ул хаҡындағы ҡиссаларҙы иҫкә төшөрөргә була (Матф. 13:34; Лука 10:29—37; 15:11—32). Ләкин Шайтандың боҙоҡ йоғонтоһона бирелгән кешеләр ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе күңелебеҙҙе аҙҙырыр өсөн ҡулланырға мөмкин. Әлбиттә, зыян килтермәйенсә, күңелебеҙҙе асҡан йә яҡшы һабаҡтар биргән фильмдар һәм телетапшырыуҙар бар. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк. Күңел асыу һайлағанда, үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Был фильм йә телетапшырыу, гонаһлы теләктәргә бирелеүҙең бер ниндәй насарлығы юҡ, тигән ҡараш сағылдырмаймы?» (Гал. 5:19—21; Ефес. 2:1—3). «Сағылдыра» тип яуап бирһәгеҙ, уларҙан йоғошло ауырыуҙан ҡасҡандай ҡасығыҙ, сөнки улар аша һеҙгә Иблис йоғонто яһарға мөмкин.
8. Ата-әсәләр балаларына үҙ йөрәктәрен һаҡларға нисек ярҙам итә ала?
8 Ата-әсәләр, һеҙ балаларығыҙҙы Иблистең йоғонтоһонан һаҡлау өсөн айырыуса яуаплы. Шик тә юҡ, һеҙ балаларығыҙҙы физик ауырыуҙарҙан һаҡлар өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләйһегеҙ: йортоғоҙҙо таҙалыҡта тотаһығыҙ һәм үҙегеҙҙең йә балаларығыҙҙың һаулығына зыян килтерә алған һәр нәмәне ташлап тораһығыҙ. Шуның шикелле, һеҙгә балаларығыҙҙы Иблистең ҡараштарын Ғиб. һүҙ. 1:8; Ефес. 6:1, 4). Шуға күрә ғаиләгеҙҙә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡағиҙәләр урынлаштырырға ҡурҡмағыҙ. Балаларығыҙ бәләкәй булһа, уларға нимә ҡарарға ярай, ә нимәне ҡарарға ярамағанын әйтегеҙ һәм ни өсөн шулай икәнен аңлатығыҙ (Матф. 5:37). Балаларығыҙ үҫһә, уларҙы Йәһүәнең нормалары ярҙамында яҡшыны насарҙан айырырға өйрәтегеҙ (Евр. 5:14). Һәм онотмағыҙ: һүҙҙәрегеҙ балаларығыҙға көслө йоғонто яһаһа ла, эштәрегеҙ уларға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә (Ҡан. 6:6, 7; Рим. 2:21).
һеңдерә алған фильмдар, телетапшырыуҙар, электрон уйындар һәм сайттарҙан һаҡларға кәрәк. Йәһүә һеҙгә балаларығыҙҙың рухи һаулығы хаҡында ҡайғыртыр өсөн хакимлыҡ биргән (9. Шайтан таратҡан ҡараштарҙың береһе ниндәй, һәм был ҡараш нимәһе менән ҡурҡыныс?
9 Бынан тыш, Иблис күңелебеҙгә, кешеләрҙең зирәклеге Йәһүәнекенән яҡшыраҡ, тигән уйҙы һеңдерергә теләй (Кол. 2:8). Мәҫәлән, Иблис беҙҙе тормоштоң төп маҡсаты — байыу тип ышандырырға тырыша. Шулай уйлаған кешеләр был маҡсатҡа өлгәшергә лә, өлгәшмәҫкә лә мөмкин. Нисек кенә булһа ла, улар ҡурҡыныс юлдан бара. Ни өсөн? Сөнки улар, аҡса эшләү менән мауығып китеп, үҙҙәренең һаулығын, ғаиләһен һәм хатта Алла менән дуҫлығын ҡорбан итергә мөмкин (1 Тим. 6:10). Беҙ күктәге зирәк Атабыҙға аҡсаға дөрөҫ ҡарашта торорға ярҙам иткәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ (Вәғ. 7:12; Лука 12:15).
ЙӨРӘКТЕ НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?
10, 11. а) Үҙебеҙҙе яҡлар өсөн нимә эшләй белергә кәрәк? б) Боронғо заманда һаҡсы ниндәй эш башҡарған, һәм беҙҙең выждан нимә менән шундай һаҡсыға оҡшаш?
10 Йөрәгебеҙҙе һаҡлар өсөн, беҙгә төрлө ҡурҡыныстарҙы абайлай һәм тиҙ арала эш итә белергә кәрәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тә «һаҡлау» тип тәржемә ителгән һүҙ һаҡсы башҡарған эште иҫкә төшөрә. Сөләймән батша көндәрендә һаҡсы, ғәҙәттә, ҡала стенаһында торған һәм, яҡынлашып килгән дошманды күрһә, тауыш күтәргән. Был миҫал беҙгә Иблискә йөрәгебеҙҙе баҫып алырға рөхсәт итмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңларға ярҙам итә.
11 Боронғо ваҡытта һаҡсы ҡапҡа ҡарауылсылары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән (2 Сам. 18:24—26). Бергә эш итеп, улар дошман яҡынлашып килгәндә ҡала ҡапҡаларының ябыҡ булыуын хәстәрләгән (Ниҡ. 7:1—3). Шундай һаҡсы һымаҡ, Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выждан * беҙҙе киҫәтергә мөмкин. Шайтан йөрәгебеҙҙе баҫып алырға, йәғни беҙҙең уйҙар, хистәр, этәргес ниәттәр йә теләктәргә тәьҫир итергә тырышҡанда, выжданыбыҙ тауыш күтәрә. Шундай саҡтарҙа беҙгә уға ҡолаҡ һалырға һәм, образлы итеп әйткәндә, ҡапҡаларҙы ябып ҡуйырға кәрәк.
12, 13. Беҙҙең ниндәй теләк тыуырға мөмкин, әммә беҙгә нисек эш итергә кәрәк?
12 Әйҙәгеҙ, Шайтандың йоғонтоһона нисек ҡаршы тороп булғанын күрһәткән бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Йәһүә беҙҙе: «Аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ... тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел», — тип өйрәтә (Ефес. 5:3). Әммә эштә йә мәктәптә башҡалар әхлаҡһыҙ темаларға һөйләшә башлаһа, нимә эшләргә? Беҙ «аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе» кире ҡағырға кәрәк икәнен беләбеҙ (Тит. 2:12). Һаҡсыбыҙ, йәғни выжданыбыҙ йөрәгебеҙгә янаған ҡурҡыныс хаҡында киҫәтергә мөмкин (Рим. 2:15). Беҙ уға ҡолаҡ һалырбыҙмы? Бәлки, беҙҙең хеҙмәттәштәр йә синыфташтарҙың һөйләшеүен тыңларға йәки улар күрһәткән әхлаҡһыҙ фотоларҙы ҡарарға теләгебеҙ тыуыр. Ундай осраҡта, һөйләшеүҙе башҡа яҡҡа бороп йә уларҙың араһынан китеп, йөрәгебеҙҙең ҡапҡаларын ябып ҡуйырға кәрәк.
13 Беҙҙе насар уйҙарға йә эштәргә этәргән кешеләрҙең баҫымына бирешмәҫ өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. Һис шикһеҙ, Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы күрә, ул беҙгә Иблистең йоғонтоһона ҡаршы торор өсөн көс һәм зирәклек бирәсәк (2 Йыл. 16:9; Ишағ. 40:29; Яҡ. 1:5). Йөрәгебеҙҙе һаҡлар өсөн тағы нимә эшләп була?
ҺАҠТА ТОРОҒОҘ
14, 15. а) Йөрәгебеҙҙе нимә өсөн асыҡ тоторға кәрәк, һәм быны нисек эшләп була? б) Ғибрәтле һүҙҙәр 4:20—22-ләге һүҙҙәр беҙгә нисек Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алырға ярҙам итә? (« Нимә тураһында уйланып була?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
14 Йөрәгебеҙҙе һаҡлар өсөн, уны насар йоғонтонан ябыуҙан тыш, яҡшы йоғонто өсөн асыҡ тотоу ҙа мөһим. Ҡапҡалар миҫалына ҡайтайыҡ. Ҡапҡа ҡарауылсыһы, дошмандарҙы ҡалаға индермәҫ өсөн, ҡапҡаларҙы япҡан, әммә башҡа ваҡытта, ризыҡ йә төрлө кәрәк-яраҡтарҙы керетер өсөн, уларҙы асҡан. Ҡапҡалар бер ҡасан да асылмаһа, ҡалала аслыҡ башланыр ине. Шуның шикелле, беҙгә йөрәгебеҙҙе Алла фекерҙәре өсөн асыҡ тоторға кәрәк.
15 Изге Яҙмала Йәһүәнең фекерҙәре яҙылған, шуға күрә уны уҡыған һайын, беҙ Йәһүәнең фекерҙәренә беҙҙең уйҙарға, хистәргә һәм эштәргә тәьҫир итергә бирәбеҙ. Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн нимә эшләп була? Доға ҡылыу үтә мөһим. Бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Изге Яҙманы уҡыр алдынан, мин доға ҡылам һәм Йәһүәнән уның Һүҙендәге „ғәжәйеп нәмәләрҙе яҡшы күрергә“ ярҙам итеүен һорайым» (Зәб. 119:18). Бынан тыш, Изге Яҙманан уҡығандарыбыҙ тураһында уйланыу бик мөһим. Беҙ доға ҡылғанда, уҡығанда һәм уйланғанда, Алла Һүҙе «йөрәк түребеҙгә» үтеп инә, һәм беҙ Йәһүәнең фекерҙәрен ярата башлайбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:20—22-не уҡығыҙ *; Зәб. 119:97.)
16. Интернет-телевидениебыҙ беҙгә ниндәй файҙа килтерә?
16 Алланың фекерҙәрен йөрәгебеҙгә һеңдерер өсөн тағы бер ысул — интернет-телевидениебыҙҙы ҡарау. Бер пар былай ти: «Һәр ай сыҡҡан тапшырыуҙар — доғаларыбыҙға яуап! Беҙ бойоҡҡанда йә үҙебеҙҙе яңғыҙ тойғанда, улар беҙгә көс өҫтәй һәм рухландыра. Телевидениебыҙҙағы йырҙар өйөбөҙҙә һәр ваҡыт яңғырай. Ризыҡ бешергәндә, өй йыйыштырғанда йә былай ғына сәй эсергә ултырғанда, беҙ уларҙы тыңларға яратабыҙ». Был программалар йөрәгебеҙҙе һаҡларға ярҙам итә. Улар беҙҙе Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә һәм Иблистең боҙоҡ йоғонтоһона ҡаршы торорға өйрәтә.
17, 18. а) 1 Батшалар 8:61 буйынса, Алла Һүҙенән белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланыу ниндәй емештәр килтерә? б) Езекия батшаның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? в) Дауыттың Зәбур 139:23, 24-тә яҙылған доғаһы буйынса, беҙ нимә тураһында доға ҡыла алабыҙ?
17 Дөрөҫ эш итеүҙең файҙаһын күргән һайын, иманыбыҙ нығый бара (Яҡ. 1:2, 3). Йәһүә ғорурлыҡ менән беҙҙе үҙ балалары тип атай, һәм беҙҙең уны ҡыуандырырға теләгебеҙ көсәйә (Ғиб. һүҙ. 27:11). Һәр һынау ҡайғыртыусан Атабыҙға «бүленгән йөрәк» менән түгел, ә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итеүебеҙҙе күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлек бирә (Зәб. 119:113). Беҙ уны яратыуыбыҙҙы, шулай уҡ уның ҡанундарына буйһонорға һәм ихтыярын үтәргә ихлас теләүебеҙҙе иҫбатлайбыҙ. (1 Батшалар 8:61-ҙе уҡығыҙ *.)
18 Камил булмағанға, беҙ барыбер хаталанасаҡбыҙ. Абынһағыҙ, Езекия батшаның миҫалын иҫкә төшөрөгөҙ. Ул хаталанған, әммә тәүбә итеп артабан да Йәһүәгә «бер бөтөн йөрәк менән» хеҙмәт иткән (Ишағ. 38:3—6; 2 Йыл. 29:1, 2; 32:25, 26). Әйҙәгеҙ, Шайтанға беҙгә үҙ ҡараштарын тағырға рөхсәт итмәйек һәм Йәһүәгә «тыңлаусан йөрәк» һорап доға ҡылайыҡ (1 Бат. 3:9; Зәбур 139:23, 24-те уҡығыҙ *). Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға теләйбеҙ икән, барыһынан да бигерәк йөрәгебеҙҙе һаҡларға кәрәк.
54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»
^ 5 абз. Беҙ Йәһүәгә тоғро булып ҡалырбыҙмы йәки, Шайтандың тоҙағына эләгеп, Алланан ситләшербеҙме? Был һорауға яуап һынауҙарҙың ни тиклем көслө булыуына түгел, ә йөрәгебеҙҙе ни тиклем яҡшы һаҡлауыбыҙға бәйле. Был мәҡәләлә беҙ бындай мөһим һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: «йөрәк» тигән һүҙ нимәне аңлата? Шайтан Иблис нисек йөрәгебеҙҙе баҫып алырға тырыша? Беҙ йөрәгебеҙҙе нисек һаҡлай алабыҙ?
^ 4 абз. Зәбур 51:6: «Бына, һин кеше күңелендәге хәҡиҡәтте хуш күрәһең. Эй Алла, иң тәрән күңел төпкөлөмдө ысын зирәклеккә өйрәт».
^ 11 абз. АҢЛАТМА. Йәһүә беҙгә үҙебеҙҙең уйҙарҙы, хистәрҙе һәм эштәрҙе тикшереү һәләте биргән. Был һәләт ярҙамында беҙ үҙ-үҙебеҙҙе хөкөм итә алабыҙ. Алла Һүҙендә ул выждан тип атала (Рим. 2:15; 9:1). Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выждан, Йәһүәнең нормаларына нигеҙләнеп, уйҙарыбыҙ, эштәребеҙ һәм һүҙҙәребеҙ дөрөҫмө, юҡмы икәнен баһалай.
^ 15 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:20—22: «Улым, һүҙҙәремә иғтибар ит, әйткәндәремә ҡолаҡ һал. Уларҙы күҙҙән ысҡындырма, йөрәк түреңдә һаҡла. Сөнки уларҙы тапҡан кеше тормошҡа эйә булыр, бөтөн тәненә сихәт алыр».
^ 17 абз. 1 Батшалар 8:61: «Шуға күрә йөрәктәрегеҙ тулыһынса Аллабыҙ Йәһүәгә тоғро булһын: бөгөнгө көндәге кеүек, артабан да уның күрһәтмәләре буйынса йөрөп, әмерҙәрен үтәп йәшәгеҙ».
^ 18 абз. Зәбур 139:23, 24: «Эй Алла, мине һынап, күңелемде бел; тикшереп, борсоулы уйҙарымды бел; ҡара, миндә берәй насар ынтылыш юҡмы икән, мине мәңгелек тормош юлынан алып бар».
^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш телевизор ҡарай, һәм телевизорҙа әхлаҡһыҙлыҡ күрһәтә башлайҙар. Ул нимә эшләйәсәген ҡарар итергә тейеш.
^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: һаҡсы ҡалаға дошман яҡынлашып килеүен күреп ҡала һәм был хаҡта ҡапҡа ҡарауылсыларына хәбәр итә. Улар шунда уҡ ҡапҡаларҙы яба һәм эстән бикләп ҡуя.