Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Кисәнең ябай итеп үткәрелеүе Батшабыҙ тураһында нимә асыҡлай?

Кисәнең ябай итеп үткәрелеүе Батшабыҙ тураһында нимә асыҡлай?

«Был — Минең тәнем... [...] Был... күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул — Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан» (МАТФ. 26:26—28).

16-СЫ ЙЫР Йәһте Улын майлағаны өсөн ололағыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ни өсөн Ғайсаның Кисәне ябай итеп үткәрергә ҡушҡаны һис тә ғәжәп түгел? б) Беҙ Ғайсаның ниндәй сифаттарын ҡарап сығырбыҙ?

ҒАЙСАНЫҢ үлемен иҫкә алыу кисәһенең нисек үткәрелгәнен тасуирлап бирә алаһығыҙмы? Шик тә юҡ, күбебеҙ быны еңел генә эшләй алыр, сөнки был байрамды үткәреү тәртибе һис тә ҡатмарлы түгел. Шулай ҙа был ваҡиға ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Улайһа, ни өсөн ул шул тиклем ябай итеп үткәрелә?

2 Ерҙә хеҙмәт иткән сағында Ғайса Мәсих мөһим хәҡиҡәттәрҙе ябай һәм аныҡ итеп аңлатыуы менән билдәле булған (Матф. 7:28, 29). Үҙенең үлемен хөрмәтләп иҫкә алырға ҡушҡанда ла, Ғайса ябай, әммә тәрән мәғәнәгә эйә булған күрһәтмәләр биргән. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның шул ваҡытта нимә әйткәнен һәм эшләгәнен ентекләберәк ҡарап сығайыҡ. Беҙ Ғайсаның ни тиклем баҫалҡы, ҡыйыу булғанын һәм беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын яҡшыраҡ аңларбыҙ, шулай уҡ был йәһәттән унан нисек өлгө алып булғанын белербеҙ.

ҒАЙСАНЫҢ БАҪАЛҠЫЛЫҒЫ

Кисәлә ҡулланылған икмәк менән шарап Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа үлгәнен һәм әлеге ваҡытта күктә Батша булып идара итеүен иҫебеҙгә төшөрә (3—5 абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3. Матфей 26:26—28-ҙән күренеүенсә, Ғайса үткәргән Кисә ни тиклем ябай булған, һәм ул ҡулланған икмәк менән шарап нимәне аңлатҡан?

3 Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндә, Ғайса үҙенең 11 тоғро илсеһе менән булған. Ул Ҡотҡарылыу байрамы ашынан ҡалған аҙыҡты алған да ябай байрамды ғәмәлгә индергән. (Матфей 26:26—28-ҙе уҡығыҙ.) Ғайса өҫтәлдә булған сөсө икмәк менән шарапты ғына ҡулланған. Ул үҙенең шәкерттәренә, был ике символ тиҙҙән һеҙҙең хаҡҡа биреләсәк камил тәнемде һәм ҡанымды аңлата, тигән. Илселәр, күрәһең, был мөһим яңы байрамдың шундай ябай итеп үткәрелеүенә бер ҙә ғәжәпләнмәгән. Ни өсөн?

4. Ғайсаның Марфаға биргән кәңәше уның ни өсөн Кисәне ябай итеп үткәргәнен аңларға нисек ярҙам итә?

4 Ерҙәге хеҙмәтенең өсөнсө йылында, үлеменә тиклем бер нисә ай ҡалғас, Ғайса үҙенең яҡын дуҫтарында — Лазарь, Марфа һәм Мәрйәмдә ҡунаҡта булған. Аралашҡан ваҡытта Ғайса рухи нәмәләр тураһында һөйләй башлаған. Марфа иһә хөрмәтле ҡунаҡ өсөн мул һый әҙерләү менән мәшғүл булған. Быны күреп, Ғайса, ҡайһы бер осраҡтарҙа күп ашамлыҡ кәрәк түгел икәнен аңлатып, Марфаны йомшаҡ ҡына төҙәткән (Лука 10:40—42). Һуңыраҡ, үлеменә тиклем бер нисә сәғәт кенә ҡалғас, Ғайса үҙе шул кәңәш буйынса эш иткән. Ул Иҫкә алыу кисәһен ябай итеп үткәргән. Был Ғайса тураһында нимә асыҡлай?

5. Кисәнең ябай итеп үткәрелеүе Ғайса тураһында нимә асыҡлай, һәм был Филиптарға 2:5—8-ҙәге һүҙҙәргә нисек тура килә?

5 Ғайсаның һәр һүҙендә лә, эшендә лә баҫалҡылыҡ сағылған. Шунлыҡтан уның ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә иҫ киткес баҫалҡылыҡ сағылдырғаны ғәжәп түгел (Матф. 11:29). Ул шуны белгән: тиҙҙән ул кешелек тарихында иң бөйөк ҡорбан килтерәсәк һәм Йәһүә, уны терелтеп, күктә данлыҡлы дәрәжә бирәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенә урынһыҙ иғтибар йәлеп итергә теләмәгән һәм үлемен иҫкә алғанда ҡатмарлы, тантаналы байрам үткәреүҙе талап итмәгән. Бының урынына, ул шәкерттәренә йылына бер тапҡыр үлемен иҫкә алғанда ябай символдар ҡулланырға ҡушҡан (Яхъя 13:15; 1 Кор. 11:23—25). Кисәне ябай, әммә лайыҡлы итеп үткәреүе Ғайсаның ғорур булмағанын күрһәтә. Күктәге Батшабыҙҙың шундай баҫалҡы икәнен белеү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә. (Филиптарға 2:5—8-ҙе уҡығыҙ.)

6. Һынауҙарҙа беҙ нисек, Ғайса һымаҡ, баҫалҡылыҡ сағылдыра алабыҙ?

6 Беҙ нисек, Ғайса һымаҡ, баҫалҡылыҡ сағылдыра алабыҙ? Мәҫәлән, башҡаларҙың ихтыяждарын үҙебеҙҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйыу мөһим (Флп. 2:3, 4). Ғайсаның ерҙә үткәргән һуңғы төнөн иҫкә төшөрәйек. Тиҙҙән ғазапланып үләсәген белһә лә, ул тоғро илселәре хаҡында тәрән борсолған. Ул уларҙың бик ныҡ ҡайғырасағын белгән, шунлыҡтан төнө буйы уларҙы өйрәткән, нығытҡан һәм рухландырған (Яхъя 14:25—31). Ғайса, баҫалҡылыҡ сағылдырып, үҙе тураһында түгел, ә башҡалар хаҡында уйлаған. Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы үрнәк!

ҒАЙСАНЫҢ ҠЫЙЫУЛЫҒЫ

7. Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндән һуң, Ғайса нисек ҡыйыулыҡ сағылдырған?

7 Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндән һуң, Ғайса ифрат ҙур ҡыйыулыҡ сағылдырған. Нисек итеп? Атаһының ихтыярына буйһоноп, ул ҡот осҡос енәйәтсе, йәғни Алланы хурлаусы булараҡ ғәйепләнергә һәм үлем язаһын ҡабул итергә ризалашҡан (Матф. 26:65, 66; Лука 22:41, 42). Камил тоғролоҡ һаҡлап, Ғайса Йәһүәнең исеменә дан килтергән, уның хакимлығын яҡлаған һәм гонаһтарынан тәүбә иткән кешеләргә мәңгелек тормошҡа юл асҡан. Шул уҡ ваҡытта Ғайса үҙенең шәкерттәрен киләсәктәге һынауҙарға әҙерләгән.

8. а) Ғайса үҙенең тоғро илселәренә нимә әйткән? б) Ғайсаның үлеменән һуң күп йылдар үткәс тә, мәсихселәр нисек, Ғайса кеүек, ҡыйыулыҡ сағылдырған?

8 Ғайса иғтибарын үҙенең борсолоуҙарына түгел, ә илселәренең ихтыяждарына туплап та ҡыйыулыҡ сағылдырған. Йәһүҙә сығып киткәндән һуң индерелгән ябай байрам майланған мәсихселәргә Ғайсаның түгелгән ҡаны һәм яңы килешеү ниндәй фатихалар килтергәнен иҫтәренә төшөрөргә тейеш булған (1 Кор. 10:16, 17). Шәкерттәренә тоғро булып ҡалырға һәм күктәге бүләккә эйә булырға ярҙам итер өсөн, Ғайса Атаһының һәм үҙенең уларҙан нимә көткәнен аңлатҡан (Яхъя 15:12—15). Өҫтәүенә, Ғайса уларҙы киләсәктәге һынауҙар тураһында киҫәткән. Шунан ул уларҙы, үҙенән үрнәк алырға рухландырып, «ҡыйыу булығыҙ» тип өндәгән (Яхъя 16:1—4а, 33). Күп йылдар үткәс тә, мәсихселәр, унан өлгө алып, фиҙаҡәрлек һәм ҡыйыулыҡ сағылдырған. Улар, хатта үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, төрлө һынауҙарҙа бер-береһен нығытҡан (Евр. 10:33, 34).

9. Ҡыйыулыҡ сағылдырыуҙа Ғайсанан нисек өлгө алып була?

9 Шуның шикелле, беҙ ҙә, Ғайсанан өлгө алып, ҡыйыулыҡ сағылдырабыҙ. Мәҫәлән, был сифат иман хаҡына эҙәрләнгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн талап ителә. Ҡайһы бер илдәрҙә уларҙы нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә ултырталар. Шундай саҡтарҙа беҙ уларға ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ, мәҫәлән, улар өсөн доға ҡылабыҙ, хөкүмәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итәбеҙ һәм хатта судта уларҙы яҡлар өсөн сығыш яһайбыҙ (Флп. 1:14; Евр. 13:19). Ҡыйыулыҡ сағылдырыр өсөн тағы бер ысул — артабан да «тәүәккәллек менән» вәғәзләү (Ғәм. 14:3). Беҙ, Ғайса һымаҡ, ҡаршылыҡтарға һәм эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләйбеҙ. Әммә ҡайһы саҡта беҙгә ҡыйыулыҡ етмәй. Беҙгә нимә ярҙам итер?

10. Кисә алдынан бер нисә аҙна дауамында нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

10 Ҡыйыуыраҡ булыр өсөн, Мәсихтең йолом ҡорбанына нигеҙләнгән өмөт тураһында уйланырға кәрәк (Яхъя 3:16; Ефес. 1:7). Иҫкә алыу кисәһе алдынан бер нисә аҙна дауамында йолом өсөн рәхмәт тойғобоҙҙо тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтергә була. Мәҫәлән, Изге Яҙманы ошо махсус осор өсөн тәғәйенләнгән график буйынса уҡырға һәм Ғайсаның үлеменә бәйле ваҡиғалар тураһында уйланып доға ҡылырға мөмкин. Шул саҡта беҙ Кисәлә ҡулланылған икмәк менән шараптың нимә аңлатҡанына тәрәнерәк төшөнөрбөҙ һәм Мәсих ҡорбанының ни тиклем ҡиммәтле булғанын яҡшыраҡ аңларбыҙ. Йәһүә менән Мәсихтең беҙҙең өсөн башҡарған эштәрен ҡәҙерләһәк һәм бының беҙгә лә, яҡындарыбыҙға ла күпме файҙа килтергәнен аңлаһаҡ, өмөтөбөҙҙә тағы ла нығынасаҡбыҙ, шулай уҡ ахырға тиклем ҡыйыу һәм сыҙам булып ҡала аласаҡбыҙ (Евр. 12:3).

11, 12. Иҫкә алыу кисәһе нимәне иҫебеҙгә төшөрә?

11 Күренеүенсә, Иҫкә алыу кисәһе Ғайсаның ҡиммәтле йолом ҡорбанын ғына түгел, ә шулай уҡ уның баҫалҡылығын һәм ҡыйыулығын да иҫебеҙгә төшөрә. Ғайса, Баш рухани булараҡ, именлегебеҙ хаҡына Аллаға ялбарып, был сифаттарҙы сағылдырыуын дауам итә. Беҙ быға бик шат! (Евр. 7:24, 25). Рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн беҙгә, Ғайса ҡушҡанса, уның үлемен йыл һайын иҫкә алырға кәрәк (Лука 22:19, 20). Беҙ быны 14 нисанға тура килгән көндө — беҙҙең өсөн йылдың иң мөһим көнөндә эшләйбеҙ.

12 Кисәнең ябай итеп үткәрелеүенән Ғайсаның тағы бер сифатын күреп була. Был сифат уны беҙҙең хаҡҡа ғүмерен бирергә дәртләндергән. Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса ошо сифатты сағылдырыуы менән билдәле булған. Нимә тураһында һүҙ бара?

ҒАЙСАНЫҢ ЯРАТЫУЫ

13. Яхъя 15:9 һәм 1 Яхъя 4:8—10-дағы һүҙҙәр Йәһүә менән Ғайсаның яратыуын нисек тасуирлай, һәм уларҙың мөхәббәте кемгә файҙа килтерә?

13 Ғайса Йәһүәнең көслө мөхәббәтен һәр эшендә камил рәүештә сағылдырған. (Яхъя 15:9; 1 Яхъя 4:8—10-ды уҡығыҙ.) Ул ғүмерен беҙҙең хаҡҡа теләп биргән. Майланған мәсихселәр ҙә, «бүтән һарыҡтар» ҙа Йәһүә менән Мәсихтең мөхәббәтенән һәм улар биргән ҡорбандан ҙур фатихалар ала (Яхъя 10:16; 1 Яхъя 2:2). Шулай уҡ Кисәлә ҡулланылған икмәк менән шарап тураһында уйлағыҙ. Улар Ғайсаның үҙ шәкерттәре хаҡында ҡайғыртыуын күрһәтә.

Ғайса Кисәнең ябай итеп үткәрелеүен хәстәрләгәнгә, мәсихселәр уны күп быуаттар дауамында һәм төрлө шарттарҙа үткәрә алған (14—16 абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

14. Ғайса үҙенең шәкерттәренә нисек яратыу сағылдырған?

14 Ғайса, ҡатмарлы ритуал түгел, ә ябай байрам индереп, майланған шәкерттәренә яратыу күрһәткән. Уларға бит Кисәне йыл һайын төрлө шарттарҙа, хатта төрмәлә лә үткәрергә кәрәк булған (Асыл. 2:10). Һәм улар быны эшләй алған.

15, 16. Ҡайһы бер мәсихселәрҙең ауыр шарттарҙа Кисәне нисек үткәргәнен һөйләп бирегеҙ.

15 Беренсе быуаттан алып беҙҙең көндәргә тиклем ысын мәсихселәр Кисәне үткәрер өсөн күп тырышлыҡтар һалған. Ҡайһы ваҡыт шарттар бик ауыр булһа ла, улар Кисәне Ғайса күрһәткән тәртип буйынса үткәрер өсөн көстәренән килгәндең барыһын да эшләгән. Бер осраҡты ҡарап сығайыҡ. Ҡытайҙа бер кешелек камерала ултырғанда, Харольд Кинг ҡәрҙәшкә Кисәне үткәрер өсөн тапҡырлыҡ кәрәк булған. Ул йәшерен генә ҡул аҫтында булған ризыҡтан символдар әҙерләгән. Харольд ҡәрҙәш шулай уҡ Кисәне байрам итеү көнөн мөмкин тиклем теүәлерәк иҫәпләп сығарырға тырышҡан. Байрам итеү ваҡыты килеп еткәс, ул йыр йырлаған, доға ҡылған һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнеп телмәр һөйләгән.

16 Ә бына тағы бер миҫал. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында концлагерҙа ултырған бер нисә апай-ҡәрҙәш Иҫкә алыу кисәһен үткәрер өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Символдар ябай булғанлыҡтан, улар Кисәне башҡаларға һиҙҙермәйенсә генә үткәрә алған. Улар былай тип һөйләгән: «Беҙ аҡ туҡыма йәйелгән бәләкәй ултырғыс тирәләй торҙоҡ. Был ултырғыста символдар тора ине. Электр яҡтыһында һаҡсылар беҙҙе күреп ҡалмаһын өсөн, шәм генә тоҡандырҙыҡ. [...] Беҙ ҡабат Атабыҙға, изге исемеңде аҡлар өсөн бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ, тип ант иттек». Ниндәй көслө иман! Эйе, Ғайса, Кисәне хатта ауыр шарттарҙа ла үткәрерлек итеп ойоштороп, ҙур мөхәббәт күрһәткән!

17. Ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр ине?

17 Кисә яҡынлашып килгән арала үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирергә була: мин, Ғайсанан үрнәк алып, нисек башҡаларға ҡарата күберәк мөхәббәт сағылдыра алам? Ҡәрҙәштәремдең ихтыяждарын үҙемдекенән өҫтөнөрәк ҡуяммы? Мин ҡәрҙәштәргә ҡарата талапсанмы йә уларҙың мөмкинлектәре сикле икәнен аңлайыммы? Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт, Ғайсанан өлгө алып, башҡаларға ҡарата «шәфҡәтле» булайыҡ (1 Пет. 3:8).

ҒАЙСАНЫҢ СИФАТТАРЫН ИҪТӘ ТОТОҒОҘ

18, 19. а) Алла халҡының нимәне онотмаясағына шикләнмәҫкә була? б) Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

18 Киләсәктә беҙ Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһен үткәрмәҫбеҙ. Ғайса Мәсих, ҙур афәт ваҡытында «килгә[с]», үҙе менән күктә идара итеү өсөн һайланғандарҙың һуңғыларын йыясаҡ. Унан һуң Кисә бүтән үткәрелмәйәсәк (1 Кор. 11:26; Матф. 24:31).

19 Кисә ғәмәлдән сыҡҡандан һуң да, Алла халҡы Ғайсаның иҫ киткес баҫалҡылығын, ҡыйыулығын һәм мөхәббәтен сағылдырған был ябай байрамды йылылыҡ менән иҫкә алыр. Ул ваҡытта Кисәне үткәргән Алла хеҙмәтселәре, һис шикһеҙ, башҡаларға был байрам тураһында һөйләр. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, баҫалҡылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм мөхәббәт сағылдырыуҙа Ғайсанан өлгө алайыҡ. Шулай эшләһәк, Йәһүәнең беҙҙе бүләкләренә һис тә шикләнмәҫкә була (2 Пет. 1:10, 11).

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

^ 5 абз. Тиҙҙән Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе үтәсәк. Кисәнең ябай итеп үткәрелеүе Ғайсаның баҫалҡылығы, ҡыйыулығы һәм мөхәббәте тураһында күпте аса. Был мәҡәләлә беҙ ошо йәһәттән Ғайсанан нисек өлгө алып булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 55 абз. РӘСЕМДӘ: I быуатта, XIX быуаттың аҙағында, нацистарҙың концлагерында, шулай уҡ беҙҙең көндәрҙә Көньяҡ Американың йылы климатлы бер илендә Батшалыҡ залында Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре Кисәне үткәрә.