Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Осрашыуҙарға йөрөүебеҙ беҙҙең турала нимә асыҡлай?

Осрашыуҙарға йөрөүебеҙ беҙҙең турала нимә асыҡлай?

«Һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ» (1 КОР. 11:26).

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Миллионлаған кеше Кисәгә йыйылғанда, Йәһүә нимә күрә? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

БӨТӘ донъя буйынса миллионлаған кеше Иҫкә алыу кисәһенә йыйылғанда, Йәһүә күп һанлы халыҡты түгел, ә һәр айырым кешене күрә. Мәҫәлән, ул Кисәгә йыл һайын килгән кешеләрҙе күреп шатлана. Ҡайһы берәүҙәр Кисәгә ҡаты эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан килә. Башҡалар, аҙна һайын үткән осрашыуҙарға йөрөмәһә лә, Кисәгә килеүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай. Бынан тыш, беренсе тапҡыр килгәндәр ҙә, шул иҫәптән ҡыҙыҡ булғанға ғына килгән кешеләр ҙә Йәһүәнең иғтибарынан ситтә ҡалмай.

2 Әлбиттә, Йәһүә Кисәгә шул тиклем күп кеше килеүен күреп бик ҡыуана (Лука 22:19). Әммә ул килеүселәрҙең һанына ҡарағанда күберәк уларҙың Кисәгә ни өсөн килгәне менән ҡыҙыҡһына. Эйе, Йәһүә өсөн кешеләрҙең этәргес теләктәре мөһим. Был мәҡәләлә бындай мөһим һорау ҡарала: ни өсөн беҙ йыл һайын үткән Иҫкә алыу кисәһенә генә түгел, ә шулай уҡ аҙна һайын үткән йыйылыш осрашыуҙарына ла йөрөйбөҙ?

(1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

БЕҘҘЕ БАҪАЛҠЫЛЫҠ ДӘРТЛӘНДЕРӘ

3, 4. а) Ни өсөн беҙ осрашыуҙарға йөрөйбөҙ? б) Осрашыуҙарға йөрөүебеҙ беҙҙең турала нимә асыҡлай? в) 1 Коринфтарға 11:23—26-ла әйтелгәнсә, ни өсөн беҙ йыл һайын Кисәгә барабыҙ?

3 Осрашыуҙарға йөрөүебеҙҙең төп сәбәбе: улар — ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Бынан тыш, унда Йәһүә беҙҙе өйрәтә. Ғорур кешеләр берәй кемдең үҙҙәрен өйрәтеүен теләмәй (3 Яхъя 9). Уларҙан айырмалы рәүештә, беҙ Йәһүәнән һәм уның ойошмаһынан күрһәтмәләр алырға бик теләйбеҙ (Ишағ. 30:20; Яхъя 6:45).

4 Осрашыуҙарға йөрөп, беҙ үҙебеҙҙең баҫалҡы булыуыбыҙҙы, йәғни өйрәнергә теләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Беҙ Иҫкә алыу кисәһенә үҙебеҙҙе унда барырға бурыслы тойғанға ғына түгел, ә шулай уҡ Ғайсаның әмерен үтәргә теләгәнгә барабыҙ. Ғайса бит бындай әмер биргән: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». (1 Коринфтарға 11:23—26-ны уҡығыҙ.) Был махсус осрашыу киләсәккә өмөтөбөҙҙө нығыта һәм Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын иҫебеҙгә төшөрә. Әммә Йәһүә беҙҙең йылына бер тапҡыр ғына түгел, ә күпкә йышыраҡ рухландырыуға мохтаж булыуыбыҙҙы белә. Шунлыҡтан Йәһүә осрашыуҙарҙың аҙна һайын үткәрелеүен хәстәрләгән, һәм ул беҙҙе был осрашыуҙарға даими йөрөргә саҡыра. Баҫалҡылыҡ беҙҙе уның саҡырыуына ҡолаҡ һалырға дәртләндерә. Беҙ аҙна һайын осрашыуҙарға әҙерләнеүгә һәм уларға йөрөүгә күп ваҡыт сарыф итергә әҙер.

5. Ни өсөн баҫалҡы кешеләр Йәһүәнең саҡырыуын ҡабул итә?

5 Йәһүә кешеләрҙе үҙенән өйрәнергә саҡыра, һәм йыл һайын күп баҫалҡы кешеләр уның саҡырыуын ҡабул итә (Ишағ. 50:4). Ҡайһы берәүҙәр тәүҙә Иҫкә алыу кисәһенә килә, ә һуңынан башҡа осрашыуҙарға йөрөй башлай (Зәк. 8:20—23). Улар менән бергә беҙ шатланып Ярҙамсыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Йәһүәнән кәңәштәр һәм күрһәтмәләр алабыҙ (Зәб. 40:17). Ысындан да, Йәһүәнән һәм уның яратҡан Улынан өйрәнеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! (Матф. 17:5; 18:20; 28:20).

6. Баҫалҡылыҡ нисек бер иргә Кисәгә килергә ярҙам иткән?

6 Һәр йыл беҙ Кисәгә мөмкин тиклем күберәк кешене саҡырыр өсөн күп көс һалабыҙ. Күп баҫалҡы кешеләр саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп ҙур файҙа ала. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Бер нисә йыл элек бер ир Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыу ҡағыҙы алған, әммә ул ағай-ҡәрҙәшкә килә алмаясағы хаҡында әйткән. Шулай ҙа ул Кисәгә килгән, ағай-ҡәрҙәш уны күреп бик ғәжәпләнгән. Ҡәрҙәштәр был ирҙе шул тиклем йылы итеп ҡабул иткән, ул хатта аҙна һайын йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Йыл дауамында ул өс тапҡыр ғына осрашыуға килә алмаған. Ни өсөн был ир осрашыуҙарҙы шул тиклем ҡәҙерләй башлаған? Бик йыуаш булғанға, ул пландарын үҙгәртеп Кисәгә килгән. Был ирҙе саҡырған ҡәрҙәш һуңыраҡ уның хаҡында, ул бик баҫалҡы кеше, тигән. Шик тә юҡ, Йәһүә уны үҙенә йәлеп иткән, һәм хәҙер ул һыуға сумдырылған ҡәрҙәшебеҙ (2 Сам. 22:28; Яхъя 6:44).

7. Осрашыуҙарҙа яңғыраған һәм Изге Яҙмала яҙылған фекерҙәр нисек беҙгә баҫалҡы булырға ярҙам итә?

7 Осрашыуҙарҙа яңғыраған һәм Изге Яҙмала яҙылған фекерҙәр беҙгә баҫалҡы булырға ярҙам итә. Кисә алдынан бер нисә аҙна дауамында осрашыуҙарыбыҙҙа Мәсихтең үрнәгенә һәм уның беҙҙең хаҡҡа ғүмерен биреп күрһәткән баҫалҡылығына ҙур иғтибар бирелә. Ә Кисәгә тиклем бер нисә көн ҡалғас, беҙ Изге Яҙманан Ғайсаның үлеменә һәм терелтелеүенә бәйле өҙөктәрҙе уҡырға тырышабыҙ. Быларҙың барыһы беҙгә Ғайсаның ҡорбанын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итә. Рәхмәтлелек беҙҙе Ғайса кеүек баҫалҡы булырға һәм, хатта ауыр булғанда ла, Йәһүәнең ихтыярын үтәргә дәртләндерә (Лука 22:41, 42).

БЕҘГӘ ҠЫЙЫУЛЫҠ ЯРҘАМ ИТӘ

8. Ғайса нисек ҡыйыулыҡ сағылдырған?

8 Беҙ шулай уҡ Ғайса кеүек ҡыйыу булырға тырышабыҙ. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның үҙ үлеме алдынан күрһәткән ҡыйыулығы тураһында уйланып алайыҡ. Ғайса шуны яҡшы белгән: тиҙҙән дошмандары уны кәмһетәсәк, туҡмаясаҡ һәм язалап үлтерәсәк (Матф. 20:17—19). Шулай ҙа ул быларҙың барыһын да кисереп сығырға әҙер булған. Ваҡыт килеп еткәс, ул Гефсимания баҡсаһында үҙенең тоғро илселәренә: «Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә», — тигән (Матф. 26:36, 46). Ә ҡоралланған төркөм Ғайсаны ҡулға алырға килгәс, ул алға сығып үҙен танытҡан да ғәскәриҙәрҙән илселәрҙе ебәреүҙәрен һораған (Яхъя 18:3—8). Ниндәй иҫ киткес ҡыйыулыҡ! Бөгөн майланған мәсихселәр һәм бүтән һарыҡтар, Ғайсанан өлгө алып, ҡыйыулыҡ сағылдырырға тырыша. Нисек итеп?

Ҡыйыулыҡ сағылдырып осрашыуҙарға йөрөүебеҙ башҡаларҙы рухландыра (9-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

9. а) Ни өсөн осрашыуҙарға даими йөрөр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булырға мөмкин? б) Беҙҙең тоғролоҡ иман хаҡына төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәргә нисек тәьҫир итә ала?

9 Осрашыуҙарға даими йөрөр өсөн, ҡайһы саҡта ҡыйыулыҡ кәрәк булырға мөмкин. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, күңел төшөнкөлөгө, ҡайғы йә насар һаулыҡҡа ҡарамаҫтан, осрашыуҙарға йөрөй. Башҡалар, ғаиләләре йә хөкүмәт вәкилдәре ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмай. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: беҙҙең тоғролоҡ иман хаҡына төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәргә ни тиклем ныҡ тәьҫир итә! (Евр. 13:3). Һынауҙарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итеүебеҙ хаҡында ишеткәндә, улар иманда, ҡыйыулыҡта һәм тоғролоҡта нығына. Илсе Павел оҡшаш хәлдә булған. Римда хаҡ аҫтында булғанда, ул, ҡәрҙәштәренең Аллаға тоғро хеҙмәт итеүе тураһында ишетеп, бик шатланған (Флп. 1:3—5, 12—14). Азат ителеү алдынан йә азат ителгәндән һуң, Павел еврейҙарға хат яҙған. Шул хатында ул тоғро мәсихселәрҙе артабан да бер-береһен «туғандарса яраты[рға]» һәм йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаҫҡа өндәгән (Евр. 10:24, 25; 13:1).

10, 11. а) Кисәгә кемде саҡырырға кәрәк? б) Ефестарға 1:7 буйынса, ни өсөн беҙ кешеләрҙе Кисәгә саҡырабыҙ?

10 Кисәгә туғандарҙы, күршеләрҙе һәм эштәге хеҙмәттәштәрҙе саҡырыр өсөн дә ҡыйыулыҡ кәрәк. Ни өсөн беҙ уларҙы саҡырабыҙ? Сөнки Йәһүәгә һәм Ғайсаға бик рәхмәтлебеҙ. Беҙ башҡаларҙың да Йәһүәнең йолом аша сағылған «мәрхәмәтен», йәғни йомарт игелеген татыуын теләйбеҙ. (Ефестарға 1:7-не уҡығыҙ; Асыл. 22:17.)

11 Осрашыуҙарға йөрөп, беҙ Йәһүәгә һәм уның Улына хас тағы бер мөһим сифатты сағылдырабыҙ.

БЕҘҘЕ МӨХӘББӘТ ДӘРТЛӘНДЕРӘ

12. а) Осрашыуҙар нисек Йәһүә менән Ғайсаға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе көсәйтә? б) 2 Коринфтарға 5:14, 15 буйынса, беҙ нисек Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ?

12 Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә беҙҙе Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата мөхәббәт дәртләндерә. Ә осрашыуҙарҙа бирелгән белемдәр уларға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ көсәйтә. Осрашыуҙарҙа беҙ уларҙың беҙҙең хаҡҡа башҡарған эштәре тураһында ҡат-ҡат ишетәбеҙ (Рим. 5:8). Иҫкә алыу кисәһе уларҙың мөхәббәте бик көслө икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Улар бөтә кешеләрҙе, хатта йоломдоң ни тиклем ҡиммәтле булғанын әле аңламаған кешеләрҙе лә бик ярата. Рәхмәтлелек беҙҙе көн һайын Ғайсаның үрнәгенә эйәрергә дәртләндерә. (2 Коринфтарға 5:14, 15-те уҡығыҙ.) Бынан тыш, беҙ Йәһүәне йолом биргәне өсөн данларға теләйбеҙ. Ә осрашыуҙарҙа бының өсөн яҡшы мөмкинлек тыуа: унда беҙ фекер алышыуҙа ҡатнашып Алланы ысын күңелдән маҡтай алабыҙ.

13. Йәһүәгә һәм уның Улына ҡарата мөхәббәтебеҙҙең тәрәнлеген нисек күрһәтеп була? Аңлатығыҙ.

13 Йәһүә һәм уның Улы өсөн ҡорбандарға барып та, беҙ уларҙы ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөр өсөн йыш ҡына нимәнәндер баш тартырға кәрәк. Күп йыйылыштар осрашыуҙарҙың береһен эш көнөнөң аҙағында үткәрә, ә был ваҡытта күбебеҙ инде арыған була. Ә икенсе осрашыу башҡа кешеләр ял иткән ваҡытта — шәмбе йә йәкшәмбе көндәрендә үтә. Йәһүә беҙҙең, арығанлыҡҡа ҡарамаҫтан, осрашыуға килер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы күрәме? Әлбиттә, күрә! Ысынында, беҙ күберәк тырышлыҡтар һалған һайын, Йәһүә мөхәббәтебеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй (Марк 12:41—44).

14. Ғайса фиҙаҡәр мөхәббәт сағылдырыуҙа ниндәй үрнәк ҡалдырған?

14 Ғайса фиҙаҡәр мөхәббәт сағылдырыуҙа камил үрнәк ҡалдырған. Ул шәкерттәре өсөн үлергә генә түгел, ә шулай уҡ көн һайын уларҙың ихтыяждарын үҙенекенән өҫтөн ҡуйып йәшәргә лә әҙер булған. Мәҫәлән, бер тапҡыр Ғайса физик һәм эмоциональ яҡтан бик ныҡ арыған, әммә шундай саҡта ла ул шәкерттәренә ваҡыт бүлгән (Лука 22:39—46). Ул иғтибарын башҡаларҙан нимә ала алғанына түгел, ә уларға нимә бирә алғанына туплаған (Матф. 20:28). Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәрҙе Ғайса кеүек ныҡ яратһаҡ, беҙ Иҫкә алыу кисәһенә барыр өсөн һәм йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләрбеҙ.

15. Беҙ айырыуса кемгә ярҙам күрһәтергә теләйбеҙ?

15 Беҙ ысын мәсихселәр ҡәрҙәшлегенең өлөшө булыуыбыҙға бик шатбыҙ! Һәм башҡаларҙы ла был ҡәрҙәшлеккә ҡушылырға саҡырыр өсөн ваҡытыбыҙҙы йәлләмәйбеҙ. Әммә беҙ бигерәк тә актив булмаған имандаштарға ярҙам итергә теләйбеҙ (Гал. 6:10). Уларҙы осрашыуҙарға йөрөргә һәм айырыуса Кисәгә килергә дәртләндереп, беҙ яратыу сағылдырабыҙ. Актив булмаған мәсихсе ҡайғыртыусан Атабыҙ һәм Көтөүсебеҙ Йәһүәгә ҡайтҡанда, беҙ бик шатланабыҙ! Йәһүә менән Ғайса ла сикһеҙ шатлана (Матф. 18:14).

16. а) Беҙ бер-беребеҙҙе нисек дәртләндерә алабыҙ, һәм осрашыуҙар беҙгә ниндәй файҙа килтерә? б) Ни өсөн хәҙерге осорҙа Ғайсаның Яхъя 3:16-лағы һүҙҙәрен иҫкә алыу бик тә урынлы?

16 Әйҙәгеҙ, киләһе аҙналарҙа 2019 йылдың 19 апрелендә үтәсәк Кисәгә мөмкин тиклем күберәк кешене саҡырайыҡ. (« Башҡаларҙы саҡырырһығыҙмы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Ә йыл дауамында бер-беребеҙҙе бөтә осрашыуҙарға ла йөрөргә дәртләндерәйек. Был донъяның ахыры яҡынлашып килгән арала осрашыуҙарға йөрөү айырыуса мөһим, сөнки улар беҙгә баҫалҡылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм мөхәббәт сағылдырырға ярҙам итә (1 Фес. 5:8—11). Йәһүә һәм Ғайса беҙҙе бик ярата. Әйҙәгеҙ, уларға ысын күңелдән рәхмәт белдерәйек! (Яхъя 3:16-ны уҡығыҙ.)

126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!

^ 5 абз. Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе — йылдың иң мөһим ваҡиғаһы. 2019 йылда ул 19 апрелдә үтәсәк. Был осрашыуға барырға беҙҙе нимә дәртләндерә? Һис шикһеҙ, беҙ Йәһүәне ҡыуандырырға теләйбеҙ. Был мәҡәләлә беҙ шуны ҡарап сығырбыҙ: Кисәгә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүебеҙ беҙҙең турала нимә асыҡлай?

^ 50 абз. ТЫШЛЫҠТАҒЫ РӘСЕМ. Бөтә донъя буйынса миллионлаған кеше Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә килә.

^ 52 абз. РӘСЕМДӘ: иман хаҡына төрмәлә ултырған ағай-ҡәрҙәш ғаиләһенән рухландырғыс хат ала. Ғаиләһенең уны онотмауын һәм, тынысһыҙ ваҡыттарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлауын белеп, ағай-ҡәрҙәш бик шатлана