Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ

Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ

«Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек» (ЗӘК. 8:23).

26-СЫ ЙЫР Уларға эшләнгән — миңә эшләнә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Бүтән һарыҡтар («ун кеше») майланған мәсихселәр («йәһүд») менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт итеү мөмкинлеген бик ҡәҙерләй (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

1. Йәһүә беҙҙең көндәр тураһында нимә әйткән?

ЙӘҺҮӘ беҙҙең көндәр тураһында бындай пәйғәмбәрлек әйткән: «Төрлө телдәрҙә һөйләшкән, барлыҡ халыҡтарҙан булған ун кеше бер йәһүдтең кейеменә килеп тотонасаҡ, ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек“, — тип әйтәсәк» (Зәк. 8:23). Бында «йәһүд» изге рух менән майланған мәсихселәрҙе символлаштыра. Улар шулай уҡ «Алланың Израиль халҡы» тип атала (Гал. 6:16). Ә пәйғәмбәрлектәге «ун кеше» — ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән кешеләр. Был кешеләр Йәһүәнең майланған мәсихселәрҙе фатихалағанын белә һәм улар менән бергә ғибәҙәт ҡылыу мөмкинлеген хөрмәт тип һанай.

2. Ниндәй мәғәнәлә «ун кеше» майланғандар менән бергә «бара»?

2 Бөгөн ерҙә йәшәгән һәр майланған мәсихсенең исемен белеү мөмкин булмаһа ла *, ерҙә йәшәргә өмөтләнгән кешеләр улар менән «бара» ала. Нисек итеп? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «ун кеше» «йәһүдтең кейеменә... ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек“, — тип әйтәсәк». Бында бер генә йәһүд телгә алына. Әммә «һеҙҙең» тигән һүҙ был аятта төркөм тураһында әйтелгәнен күрһәтә. Тимәк, был йәһүд бер генә кешене түгел, ә майланғандарҙың төркөмөн символлаштыра. Майланмаған мәсихселәр улар менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт итә. Ләкин улар майланғандарҙы етәкселәр тип һанамай, сөнки Етәксебеҙ — Ғайса Мәсих икәнен аңлай (Матф. 23:10, ЯДТ).

3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡарала?

3 Майланған мәсихселәр әле лә ерҙә йәшәгәнгә, беҙҙең бындай һорауҙар тыуырға мөмкин: 1) Майланғандар үҙ-үҙҙәренә нисек ҡарарға тейеш? 2) Иҫкә алыу кисәһендә символдарҙан ауыҙ иткән, йәғни икмәк ашаған һәм шарап эскән кешеләргә нисек ҡарарға кәрәк? 3) Ундай мәсихселәрҙең һаны артыуы арҡаһында борсолорға кәрәкме? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелә.

МАЙЛАНҒАНДАР ҮҘ-ҮҘҘӘРЕНӘ НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?

4. Майланған мәсихселәр 1 Коринфтарға 11:27—29-ҙа яҙылған ниндәй киҫәтеү тураһында етди уйланырға тейеш һәм ни өсөн?

4 Майланған мәсихселәргә 1 Коринфтарға 11:27—29-ҙа (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәр өҫтөндә етди уйланырға кәрәк. Мәсихсе нисек Иҫкә алыу кисәһендә «лайыҡһыҙ рәүештә» икмәк ашарға һәм шарап эсергә мөмкин? Мәҫәлән, ул Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса йәшәмәһә, шулай килеп сыға алыр ине (Евр. 6:4—6; 10:26—29). Майланған мәсихселәр шуны аңлай: Алла вәғәҙә иткән «бүләкте» алырға теләһәләр, улар тоғро булып ҡалырға тейеш (Флп. 3:13—16).

5. Майланған мәсихселәр үҙ-үҙҙәренә нисек ҡарарға тейеш?

5 Изге рух Йәһүәнең хеҙмәтселәренә ғорурлыҡтан һаҡланырға һәм баҫалҡы булырға ярҙам итә (Ефес. 4:1—3; Кол. 3:10, 12). Шунлыҡтан майланған мәсихселәр үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн күрмәй. Улар, Йәһүә башҡа хеҙмәтселәренә ҡарағанда беҙгә күберәк изге рух бирә, тип һанамай. Улар шулай уҡ, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе тәрәнерәк аңлайбыҙ, тип тә уйламай. Бынан тыш, майланғандар берәйһен, һин дә изге рух менән майланғанһың һәм Кисәлә символдарҙан ауыҙ итергә тейешһең, тип өгөтләмәй. Бының урынына, улар баҫалҡылыҡ менән шуны таный: Йәһүә генә кешеләрҙе күккә барырға саҡыра ала.

6. 1 Коринфтарға 4:7, 8 буйынса, майланған мәсихселәр үҙҙәрен нисек тоторға тейеш?

6 Күккә саҡырылыуҙың ҙур хөрмәт икәнен аңлаһалар ҙа, майланғандар үҙҙәренә ҡарата айырыуса ихтирамлы мөнәсәбәт көтмәй (Флп. 2:2, 3). Улар шулай уҡ Йәһүәнең, берәйһен изге рух менән майлағанда, быны башҡаларға белдереп эшләмәгәнен белә. Шуға күрә кемдер уларҙың изге рух менән майланғанына шунда уҡ ышанмаһа, улар быға аптырамай. Киреһенсә, майланған мәсихсе шуны аңлай: берәй кем үҙенең Алла тарафынан махсус йөкләмә өсөн һайланғанын раҫлағанда, Изге Яҙма тиҙ ышанып бармаҫҡа кәңәш итә (Асыл. 2:2). Үҙенә артыҡ иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн, майланған мәсихсе һәр кешегә үҙенең майланған булыуы тураһында әйтеп йөрөмәҫ. Һәм, әлбиттә, башҡалар алдында үҙенең күккә саҡырылғаны менән маҡтанмаҫ. (1 Коринфтарға 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.)

7. Майланған мәсихселәр нимә эшләмәҫ һәм ни өсөн?

7 Майланған мәсихселәр, ваҡытты тик башҡа майланғандар менән генә үткәрергә кәрәк, тип уйламай һәм үҙҙәрен элита тип һанамай. Улар, күктәге өмөттәре тураһында һөйләшер өсөн йә Изге Яҙманы тикшереү буйынса айырым төркөмдәр булдырыр өсөн, бүтән майланған мәсихселәрҙе эҙләмәй (Гал. 1:15—17). Сөнки бының менән улар йыйылышта бүленештәр тыуҙырыр ине һәм Алла халҡында тыныслыҡ менән берҙәмлек булдырған изге рухҡа ҡаршы килер ине (Рим. 16:17, 18).

БАШҠАЛАР МАЙЛАНҒАНДАРҒА НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?

Беҙ майланған мәсихселәргә йә арабыҙҙа етәкселек алған башҡа ҡәрҙәштәргә атаҡлы кешеләргә ҡарағандай ҡарарға тейеш түгел (8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. Ни өсөн, Кисәлә символдарҙан ауыҙ итеүселәр менән мөғәмәлә иткәндә, дөрөҫ ҡараш һаҡлау мөһим? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

8 Беҙ изге рух менән майланған ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға тейеш? Кеше менән сиктән тыш ныҡ һоҡланыу, хатта ул Мәсихтең майланған ҡәрҙәше булһа ла, дөрөҫ түгел (Матф. 23:8—12). Өлкәндәр тураһында әйткәндә, Изге Яҙма беҙҙе уларҙың «имандарын үрнәк итеп» алырға дәртләндерә, әммә ул беҙҙе ниндәйҙер кешегә етәксегә ҡарағандай ҡарауҙан киҫәтә (Евр. 13:7, ЯДТ). Эйе, Алла Һүҙе беҙҙе ҡайһы бер мәсихселәрҙең хеҙмәтен «икеләтә» баһаларға өндәй, ләкин беҙ быны улар майланған булғанға түгел, ә үҙ вазифаларын яҡшы үтәгәнгә һәм «һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш» башҡарғанға эшләйбеҙ (1 Тим. 5:17). Майланған мәсихселәрҙе сиктән тыш күп маҡтаһаҡ йә уларға бик күп иғтибар бирһәк, беҙ уларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйырға мөмкин *. Йә, унан да насарыраҡ, уларҙы ғорур булып китергә этәреүебеҙ ихтимал (Рим. 12:3). Беребеҙ ҙә Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәрен етди хата яһарға этәрергә теләмәй! (Лука 17:2).

9. Беҙ нисек майланған ҡәрҙәштәргә хөрмәт күрһәтә алабыҙ?

9 Майланған ҡәрҙәштәргә нисек хөрмәт күрһәтеп була? Мәҫәлән, беҙ уларҙан нисек итеп майланғандары тураһында һорамаҫбыҙ. Был шәхси һорау, һәм беҙҙең шул турала белергә хаҡыбыҙ юҡ (1 Фес. 4:11; 2 Фес. 3:11). Беҙ шулай уҡ, майланған мәсихсенең тормош иптәше, ата-әсәһе йә башҡа туғандары ла майланғандыр, тип фараз итмәҫбеҙ. Изге рух менән майланыу нәҫел буйынса күсмәй. Күктәге тормошҡа өмөт Алла тарафынан бирелә (1 Фес. 2:12). Бынан тыш, беҙ башҡаларҙы рәнйетә алған һорауҙар бирергә тейеш түгел. Мәҫәлән, беҙ майланған ағай-ҡәрҙәштең ҡатынынан: «Ирең күккә киткәс, ожмахта унһыҙ йәшәйәсәгеңде белеү һиндә ниндәй хистәр тыуҙыра?» — тип һорамаҫбыҙ. Яңы донъяла Йәһүәнең «һәр тере йәндең теләген» ҡәнәғәтләндерәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була (Зәб. 145:16).

10. Кешеләр менән сиктән тыш ныҡ һоҡланмаһаҡ, үҙебеҙҙе нимәнән һаҡларбыҙ?

10 Майланғандарҙы башҡаларҙан өҫтөн күрмәһәк, үҙебеҙҙе етди ҡурҡыныстан һаҡларбыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ҡайһы бер майланған мәсихселәр тоғро булып ҡалмаҫҡа мөмкин (Матф. 25:10—12; 2 Пет. 2:20, 21). Кешеләр менән сиктән тыш ныҡ һоҡланмаһаҡ, беҙ бер ҡасан да ниндәй ҙә булһа кешегә эйәрмәҫбеҙ. Мәҫәлән, изге рух менән майланған, күптәргә билдәле булған йә Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән мәсихсе артынан китмәҫбеҙ. Улар ҡапыл тоғролоҡһоҙ булып китһә йә йыйылышты ҡалдырһа, иманыбыҙ ҡаҡшамаҫ һәм беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаҫбыҙ.

СИМВОЛДАРҘАН АУЫҘ ИТЕҮСЕЛӘРҘЕҢ ҺАНЫ АРТҠАНҒА, БОРСОЛОРҒА КӘРӘКМЕ?

11. Кисәлә символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙең һаны нисек үҙгәрә барған?

11 Күп йылдар дауамында Кисәлә символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙең һаны кәмей барҙы, әммә һунғы йылдарҙа уларҙың һаны артҡандан-арта бара. Беҙгә шул арҡала борсолорға кәрәкме? Юҡ. Әйҙәгеҙ, быға бәйле ҡайһы бер фекерҙәрҙе ҡарап сығайыҡ.

12. Ни өсөн символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙең һаны артыуы арҡаһында борсолорға кәрәкмәй?

12 «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» (2 Тим. 2:19). Йәһүәнән айырмалы рәүештә, символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙе һанаған ҡәрҙәштәр кемдең ысындан да майланған булыуын белмәй. Шуға күрә улар үҙен майланған тип һанаған, әммә ысынында майланғандар һанына кермәгән мәсихселәрҙе лә иҫәпләй. Мәҫәлән, шундай мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәре ваҡыт үтеү менән символдарҙан ауыҙ итмәй башлай. Башҡалар иһә психик йә эмоциональ проблемалар арҡаһында күктә Мәсих менән идара итәсәгенә ышанырға мөмкин. Шуға күрә ерҙә күпме майланған мәсихсе ҡалғанын теүәл әйтеп булмай.

13. Изге Яҙмала ҙур афәт башланған ваҡытҡа ерҙә ҡалған майланғандарҙың һаны күпме буласағы хаҡында әйтеләме?

13 Ғайса Мәсих майланғандарҙы күккә алыр өсөн килгәндә, улар ер шарының төрлө урындарында йәшәр (Матф. 24:31). Изге Яҙманан күренеүенсә, һуңғы көндәр ваҡытында ерҙә йәшәгән майланғандарҙың һаны ҙур булмаҫ (Асыл. 12:17). Әммә унда ҙур афәт башланған ваҡытҡа уларҙың ҡайҙа йәшәйәсәге йә күпме ҡаласағы тураһында әйтелмәй.

Берәйһе Кисәлә символдарҙан ауыҙ итһә, быға нисек ҡарарға кәрәк? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. 2 Тимофейға 1:9-ҙан күренеүенсә, майланғандарҙы һайлау тураһында әйткәндә, нимәне аңларға кәрәк?

14 Йәһүә кешеләрҙе ҡасан майларға икәнен үҙе хәл итә (Рим. 8:28—30). Алла майланғандарҙы Ғайса Мәсихтең терелеүенән һуң һайлай башлаған. Күрәһең, беренсе быуатта бөтә мәсихселәр ҙә майланған булған. Артабанғы быуаттарҙа үҙен мәсихсе тип атаған күпселек кеше ысынында Мәсих артынан бармаған. Әммә шул осорҙа ла Йәһүә ысын мәсихсе булған кешеләрҙе изге рухы менән майлаған. Улар ҡый үләне араһында үҫкән бойҙай кеүек булған (Матф. 13:24—30). Һуңғы йылдарҙа Йәһүә 144 000 һанына керәсәк мәсихселәрҙе һайлауын дауам итә *. Шуға күрә, әгәр Алла ҡайһы бер майланғандарҙы был донъяның ахыры алдынан һайларға ҡарар иткән икән, беҙ уның зирәклеген шик аҫтына ҡуя алабыҙмы ни? (2 Тимофейға 1:9-ҙы уҡығыҙ.) * Беҙ Ғайсаның бер ҡиссаһында тасуирланған ҡәнәғәтһеҙ эшселәр кеүек булырға теләмәйбеҙ. Улар хужаның барыһына ла, шул иҫәптән бер генә сәғәт эшләгән эшселәргә лә бер үк хаҡ түләгәненә зарланған (Матф. 20:8—15).

15. Бөтә майланған мәсихселәр ҙә Матфей 24:45—47-лә тасуирланған «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» тәшкил итәме? Аңлатығыҙ.

15 Күктә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙең барыһы ла «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» тәшкил итмәй. (Матфей 24:45—47-не уҡығыҙ.) Беренсе быуаттағы һымаҡ, бөгөн Йәһүә менән Ғайса Мәсих бер нисә кеше аша күптәрҙе туҡландыра, йәғни өйрәтә. Беренсе быуатта майланған мәсихселәрҙең бер нисәһе генә Грек Яҙмаларын яҙыуҙа ҡатнашҡан. Бөгөн дә бер нисә генә майланған мәсихсе Алла халҡына «ризыҡты үҙ ваҡытында» биреү өсөн яуаплы.

16. Был мәҡәләнән һеҙ нимә белдегеҙ?

16 Был мәҡәләнән беҙ нимә белдек? Йәһүә үҙенең күпселек хеҙмәтселәренә ерҙә мәңгелек тормош бирергә вәғәҙә итә, ә ҡайһы берәүҙәрен күктә Мәсих менән бергә идара итергә саҡыра. Йәһүә бөтә хеҙмәтселәрен дә — символик «йәһүдте» һәм образлы «ун кешене» фатихалай. Һәм ул уларҙан, бер үк ҡанундарға буйһонорҙар һәм тоғро булып ҡалырҙар, тип көтә. Беҙ барыбыҙ ҙа баҫалҡы булырға, йыйылыштағы татыулыҡҡа өлөш индерергә, бергә хеҙмәт итергә һәм берҙәмлек һаҡларға тейеш. Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итәйек һәм, «бер көтөү» булараҡ, Ғайса Мәсих артынан барайыҡ (Яхъя 10:16).

^ 5 абз. Быйыл Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе 7 апрель, шишәмбе көнө үтәсәк. Шул кисте символдарҙан ауыҙ иткән кешеләргә беҙ нисек ҡарарға тейеш? Уларҙың һаны артыуы арҡаһында борсолорға кәрәкме? Ошо мәҡәләлә был һорауҙарға яуап бирелер. Был материал 2016 йылдың ғинуар айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның бер мәҡәләһенә нигеҙләнгән.

^ 2 абз. Зәбур 87:5, 6 буйынса, бәлки, киләсәктә Алла Ғайса менән бергә идара иткән бөтә майланғандарҙың исемдәрен асыр (Рим. 8:19).

^ 8 абз. 2016 йылдың ғинуар айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның 27-се битендә «Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 14 абз. Ғәмәлдәр 2:33-тә, изге рухты Ғайса Мәсих биргән, тип әйтелһә лә, күктәге тормошҡа кемде саҡырырға икәнен Йәһүә генә хәл итә.

^ 14 абз. Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, 2007 йыл 1 май һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

34-СЕ ЙЫР Сафлыҡ юлында йөрөү

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: конгреста ҡәрҙәштәрҙең, баш идаралығыбыҙҙың вәкилен һәм уның ҡатынын уратып алып, фотоға төшөрөүҙәрен күҙ алдына килтерегеҙ. Был ниндәй ихтирамһыҙлыҡ булыр ине!