Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Тыныс ҡалығыҙ һәм Йәһүәгә таянығыҙ

Тыныс ҡалығыҙ һәм Йәһүәгә таянығыҙ

2021 ЙЫЛДЫҢ ЙЫЛЛЫҠ АЯТЫ: «Тыныс ҡалып миңә таянһағыҙ, көслө булырһығыҙ» (ИШАҒ. 30:15).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ҡайһы берҙәребеҙ, Дауыт батша һымаҡ, ниндәй һорау бирергә мөмкин?

БЕҘ бөтәбеҙ ҙә тыныс һәм хәсрәтһеҙ йәшәргә теләйбеҙ. Борсолоу бер кемгә лә шатлыҡ килтермәй. Шулай ҙа ҡайһы саҡта борсолоуҙар беҙҙе солғап ала. Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре, Дауыт батша һымаҡ, бындай һорау бирергә мөмкин: «Ҡасанға хәтле мин борсоулы хафа эсендә йәшәрмен һәм күңелем көн һайын көйөнөр?» (Зәб. 13:2).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Борсолоу хисенән тулыһынса арына алмаһаҡ та, беҙ уны кәметә алабыҙ. Был мәҡәләлә беҙ тәүҙә борсолоуҙарҙың ҡайһы бер сәбәптәренә иғтибар итербеҙ, шунан алты файҙалы кәңәште ҡарап сығырбыҙ. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, улар беҙгә тыныс булырға ярҙам итер.

БЕҘ НИМӘ АРҠАҺЫНДА БОРСОЛОРҒА МӨМКИН?

3. Беҙ ниндәй баҫымға дусар булабыҙ, һәм беҙ бөтә борсолоуҙарҙан да һаҡлана алабыҙмы?

3 Беҙҙе күп нәмә борсорға мөмкин, ҡайһы бер стрестарҙан бер нисек тә һаҡланып булмай. Мәҫәлән, беҙ ризыҡ һәм кейемгә хаҡтар артыуына тәьҫир итә алмайбыҙ, йорт-фатир ҙа йыл һайын ҡыйбатая бара. Өҫтәүенә, синыфташтар һәм эштәге хеҙмәттәштәр беҙҙе намыҫһыҙ йә әхлаҡһыҙ эш итергә ҡоторта ала. Һәм уларҙың быны ни тиклем йыш эшләйәсәген беҙ белмәйбеҙ. Беҙ шулай уҡ енәйәтселекте лә бөтөрә алмайбыҙ. Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланмаған кешеләр араһында йәшәгәнгә, беҙгә шундай ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә. Был донъяның илаһы Иблис шуны белә: ҡайһы бер кешеләр, «донъя мәшәҡәттәре» арҡаһында бик ныҡ борсолғанға, Йәһүәгә хеҙмәт итмәй (Матф. 13:22; 1 Яхъя 5:19). Эйе, был донъяның стресс менән тулы булғаны һис тә ғәжәп түгел!

4. Нимә арҡаһында беҙ ныҡ борсолорға мөмкин?

4 Беҙ, проблемаларыбыҙ арҡаһында ныҡ борсолоп, башҡа нәмә тураһында уйлай алмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, беҙ аҡса етмәүе арҡаһында борсола алабыҙ. Йәки, ауырып китеп эшләй алмаҫмын йә бөтөнләй эшемде юғалтырмын, тип ҡайғырыуыбыҙ ихтимал. Беҙ шулай уҡ, ҡотҡоға бирелеп Алла ҡанунын боҙоп ҡуйырмын һәм тоғро булып ҡала алмаҫмын, тип борсолорға мөмкин. Белеүебеҙсә, Шайтандың йоғонтоһо аҫтында булған кешеләр оҙаҡламай Алла халҡына һөжүм итәсәк, шуға күрә беҙ, шул һөжүм ваҡытында үҙебеҙҙе нисек тотасаҡбыҙ, тип ҡайғырырға мөмкин. Бынан тыш, беҙҙең, миндә шундай хистәр булыуы насар түгелме икән, тигән һорау тыуыуы ихтимал.

5. Борсолмағыҙ тип әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?

5 Беҙ Ғайса Мәсихтең үҙ шәкерттәренә, борсолмағыҙ, тип әйткәнен беләбеҙ (Матф. 6:25). Ул беҙҙең бер нәмә хаҡында ла борсолмауыбыҙҙы теләгәнме? Әлбиттә, юҡ. Боронғо ваҡытта ла Йәһүә хеҙмәтселәренең ныҡ көйәләнгән саҡтары булған. Әммә улар шул арҡала Йәһүәнең хуплауын юғалтмаған (1 Бат. 19:4; Зәб. 6:3) *. Ысынында, борсолмағыҙ тип әйткәндә, Ғайса беҙҙе тынысландырырға теләгән. Ул беҙҙең донъя мәшәҡәттәре арҡаһында Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ашҡыныу юғалтыуыбыҙҙы теләмәгән. Борсолоуҙарҙы кәметергә беҙгә нимә ярҙам итер? (« Быны нисек эшләргә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

ТЫНЫС БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН АЛТЫ КӘҢӘШ

(6-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

6. Филиптарға 4:6, 7 буйынса, беҙҙе нимә тынысландыра ала?

6 1. Йыш доға ҡылығыҙ. Нимәлер арҡаһында борсолғанда, беҙ Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылыуҙа еңеллек таба алабыҙ (1 Пет. 5:7). Доғаларыбыҙға яуап итеп Йәһүә беҙгә «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» бирә ала. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Йәһүә үҙенең изге рухы ярҙамында беҙҙе тынысландырыр (Гал. 5:22).

7. Доға тураһында әйткәндә, беҙ нимәне иҫтә тоторға тейеш?

7 Доға ҡылғанда, Йәһүәгә күңелегеҙҙе бушатығыҙ һәм конкрет булығыҙ. Проблеманың нимәлә икәнен Йәһүәгә асыҡ һөйләгеҙ һәм шуның менән бәйле ниндәй хистәр кисергәнегеҙҙе әйтегеҙ. Проблемағыҙ хәл итерлек булһа, Йәһүәнән зирәклек һәм көс һорағыҙ. Ә хәл ителмәҫлек булһа, унан шул хаҡта сиктән тыш борсолмаҫҡа ярҙам итеүен һорағыҙ. Доғала конкрет булыу Йәһүәнең яуабын асығыраҡ күрергә ярҙам итә. Доғаға шунда уҡ яуап алмаһағыҙ, бирешмәгеҙ. Алла беҙҙең конкрет булыуыбыҙҙы ғына түгел, ә шулай уҡ ныҡышмалыҡ менән доға ҡылыуыбыҙҙы теләй (Лука 11:8—10).

8. Беҙ доғала нимәне телгә алырға тейеш?

8 Йәһүәгә борсолоуҙарыбыҙ тураһында доға ҡылғанда, рәхмәттәр ҙә әйтергә онотмайыҡ. Хатта ауырлыҡтарығыҙ күп булһа ла, фатихаларҙы һанап барыу бик мөһим. Әгәр ҡайһы саҡ көслө хистәрегеҙҙе аңлатып бирер өсөн кәрәкле һүҙҙәр таба алмаһағыҙ, шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә, зинһар ярҙам ит, тигән ябай доғаларға ла яуап бирә (2 Йыл. 18:31; Рим. 8:26).

(9-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

9. Ысын хәүефһеҙлекте нисек табып була?

9 2. Үҙегеҙҙең аҡылығыҙға түгел, ә Йәһүәнең зирәклегенә таянығыҙ. Б. э. т. VIII быуатта Йәһүҙә халҡы ассирийҙарҙың һөжүменән ҡурҡҡан. Уның иҙеүе аҫтына эләкмәҫ өсөн, улар Мысыр халҡынан ярҙам һораған (Ишағ. 30:1, 2). Йәһүә үҙенең халҡын, ундай үҙһүҙлелек һәләкәткә килтерәсәк, тип киҫәткән (Ишағ. 30:7, 12, 13). Ишағыя пәйғәмбәр аша Йәһүә ысын хәүефһеҙлекте нисек табып булғаны хаҡында әйткән. Ул былай тигән: «Тыныс ҡалып миңә таянһағыҙ, көслө булырһығыҙ» (Ишағ. 30:15б).

10. Ниндәй осраҡтарҙа һеҙ Йәһүәгә ышаныс күрһәтә алаһығыҙ?

10 Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нисек күрһәтеп була? Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙгә аҡсалыраҡ эш тәҡдим итәләр, ти. Әммә был эш күп ваҡытығыҙҙы аласаҡ һәм рухи эштәр тәртибегеҙҙе боҙасаҡ. Йәки эшегеҙҙә хеҙмәттәшегеҙ һеҙҙе оҡшатып йөрөй, ти. Әммә ул һыуға сумдырылған мәсихсе түгел. Йә ғәзиз кешегеҙ һеҙгә ультиматум ҡуя һәм: «Һайла: мин йә Аллаң», — тип әйтә. Был осраҡтарҙың һәр береһендә ҡарар ҡабул итеүе еңел булмаҫ. Әммә Йәһүә һеҙгә кәрәкле кәңәштәр бирә ала (Матф. 6:33; 10:37; 1 Кор. 7:39). Ләкин һеҙ, Йәһүәгә ышаныс күрһәтеп, уның кәңәштәре буйынса эш итерһегеҙме?

(11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. Изге Яҙмалағы ниндәй миҫалдар беҙгә эҙәрләүҙәр ваҡытында тыныс булып ҡалырға ярҙам итер?

11 3. Яҡшы һәм насар миҫалдарҙан һабаҡ алығыҙ. Тыныс булып ҡалыу һәм Йәһүәгә таяныу бик мөһим икәнен Изге Яҙмалағы күп миҫалдар раҫлай. Был миҫалдарҙы тикшергән саҡта шуға иғтибар итегеҙ: Алланың хеҙмәтселәренә ҡаты эҙәрләүҙәр ваҡытында тыныс булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Мәҫәлән, йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһе илселәргә бүтән вәғәзләмәҫкә бойороҡ биргәндә, улар ҡурҡыуға бирелмәгән. Бының урынына, илселәр ҡыйыулыҡ менән: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тип әйткән (Ғәм. 5:29). Хатта туҡмаһалар ҙа, улар ҡалтырап төшмәгән, сөнки Йәһүәнең үҙҙәре менән булғанын белгән. Йәһүә уларҙы хуплаған, шуға күрә улар һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүен дауам иткән (Ғәм. 5:40—42). Шуның шикелле, шәкерт Стефан үлем менән осрашҡанда үҙен шул тиклем тыныс тойған, хатта уның йөҙө фәрештәнеке кеүек булған (Ғәм. 6:12—15). Ни өсөн? Сөнки Йәһүәнең хуплауына шикләнмәгән.

12. 1 Петр 3:14 һәм 4:14 буйынса, ни өсөн эҙәрләүҙәр ваҡытында беҙ шатлана алабыҙ?

12 Илселәр Йәһүәнең үҙҙәре менән булғанын яҡшы белгән, сөнки ул уларға мөғжизәләр ҡылырға көс биргән (Ғәм. 5:12—16; 6:8). Әммә беҙҙә ундай көс юҡ. Шулай ҙа үҙенең Һүҙе аша Йәһүә беҙҙе шуға ышандыра: ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәк, беҙ шатлана алабыҙ, сөнки ул беҙҙе хуплай һәм уның рухы беҙҙең менән. (1 Петр 3:14; 4:14-те уҡығыҙ.) Шуға күрә киләсәктә буласаҡ ҡаты эҙәрләүҙәр ваҡытында нимә эшләйәсәгебеҙ тураһында борсолоу урынына, Йәһүәнең беҙҙе ҡотҡара алыуына ышанысыбыҙҙы нығытыу мөһим. Беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә Ғайсаның вәғәҙәһенә ышанырға тейеш. Ул былай тигән: «Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ». Ғайса шулай уҡ былай тип әйткән: «Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ» (Лука 21:12—19). Бынан тыш шуны онотмағыҙ: Йәһүә тоғро булып үлгән хеҙмәтселәре хаҡында һәр ентеклекте хәтерендә һаҡлай һәм уларҙы терелтәсәк.

13. Тыныс булып ҡалмаған һәм Йәһүәгә таянмаған кешеләрҙең миҫалдарынан ниндәй һабаҡтар алып була?

13 Тыныс булып ҡалмаған һәм Йәһүәгә таянмаған кешеләрҙең миҫалдарынан да күп һабаҡтар алып була. Ундай миҫалдарҙы өйрәнеү беҙгә уларҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа ярҙам итер. Мәҫәлән, Йәһүҙәгә ҙур ғәскәр һөжүм итергә торғанда, Аса батша Йәһүәгә таянған, һәм Йәһүә уға еңеү биргән (2 Йыл. 14:9—12). Һуңыраҡ Баша исемле Израиль батшаһы Асаға шаҡтай әҙерәк һанлы ғәскәр менән ҡаршы сыҡҡан. Әммә ул ваҡытта Аса Йәһүәнән ҡотолоу эҙләмәгән (2 Йыл. 16:1—3). Бының урынына, ул сүриәлеләрҙән ярҙам һораған. Ғүмеренең аҙағында ҡаты ауырыу менән сирләгәндә лә, ул Йәһүәнән ярҙам эҙләмәгән (2 Йыл. 16:12).

14. Асаның хаталарынан нимәгә өйрәнеп була?

14 Тәүҙә Аса ауырлыҡтар менән осрашҡанда Йәһүәнән ярҙам эҙләгән. Әммә һуңыраҡ ул Аллаға таянмаған, ә ауырлыҡтарҙы үҙенсә хәл итергә тырышҡан. Израилгә ҡаршы торор өсөн ул Сүриәнән ярҙам һораған. Тәү ҡарашҡа уның ҡарары бик яҡшы булып күренгән. Әммә тыныслыҡ Йәһүҙәлә оҙаҡ дауам итмәгән. Йәһүә үҙенең пәйғәмбәре аша уға былай тигән: «Аллаң Йәһүәгә түгел, ә Сүриә батшаһына таянғаның өсөн, Сүриә батшаһының ғәскәре һинең ҡулыңдан ҡотолдо» (2 Йыл. 16:7). Беҙгә, Йәһүәнең Һүҙенән кәңәштәр эҙләмәйенсә, ауырлыҡтарҙы үҙебеҙсә хәл итергә тырышыуҙан һаҡланырға кәрәк. Хатта тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда ла, беҙ Йәһүәгә таянырға тейеш, һәм ул беҙгә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер.

(15-се абзацты ҡарағыҙ.) *

15. Изге Яҙманы уҡығанда, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

15 4. Изге Яҙманан аяттарҙы ятлағыҙ. Изге Яҙманы уҡыған саҡта тыныс булып ҡалыу һәм Йәһүәгә таяныу ни тиклем мөһим икәнен күрһәткән аяттарҙы осратһағыҙ, уларҙы иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. Был аяттарҙы ятлап алыр өсөн, уларҙы ҡысҡырып уҡығыҙ йә, берәй ергә яҙып ҡуйып, күҙ алдында тотоғоҙ. Ешуа зирәклек менән эш итер өсөн Ҡанун китабын әкрен тауыш менән даими уҡырға тейеш булған. Изге Яҙмалағы иҫкә төшөрөүҙәр Ешуаға ҡурҡмаҫҡа һәм Алла халҡын ҡыйыулыҡ менән етәкләргә ярҙам иткән (Еш. 1:8, 9). Изге Яҙмалағы күп аяттар беҙгә борсолоу һәм ҡурҡыу уятҡан ситуацияларҙа тыныс булып ҡалырға ярҙам итә ала (Зәб. 27:1—3; Ғиб. һүҙ. 3:25, 26).

(16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16. Йәһүә нисек йыйылыш аша беҙгә тыныс булып ҡалырға һәм үҙенә таянырға ярҙам итә?

16 5. Алла халҡы менән аралашығыҙ. Йәһүә, беҙгә тыныс булып ҡалырға һәм үҙенә таянырға ярҙам итер өсөн, ҡәрҙәштәребеҙҙе ҡуллана. Йыйылыш осрашыуҙарында яңғыраған телмәрҙәр, комментарийҙар һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыу беҙҙең рухыбыҙҙы күтәрә (Евр. 10:24, 25). Бынан тыш, беҙ йыйылыштағы яҡын дуҫтарыбыҙға күңелебеҙҙе бушата алабыҙ. Дуҫыбыҙҙың яҡшы һүҙе беҙҙе тынысландыра ала (Ғиб. һүҙ. 12:25).

(17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. Еврейҙарға 6:19 буйынса, өмөтөбөҙ беҙгә нисек ауыр шарттарҙа тыныслыҡ бирә ала?

17 6. Өмөтөгөҙ ҡаҡшамаҫ булһын. Батшалыҡҡа өмөт йәнебеҙ өсөн якорь булып тора. Ул беҙгә, ауыр шарттарға һәм борсоулы уйҙарға ҡарамаҫтан, тыныс булып ҡалырға ярҙам итә. (Еврейҙарға 6:19-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүәнең яҡты киләсәк тураһындағы вәғәҙәләре өҫтөндә уйланығыҙ. Ул ваҡыт еткәс, тиҫкәре уйҙар беҙҙе интектермәҫ (Ишағ. 65:17). Үҙегеҙҙе тыныс яңы донъяла күҙ алдына килтерегеҙ (Миҡ. 4:4). Унда стрестар бүтән булмаясаҡ. Һеҙ шулай уҡ вәғәзләп тә өмөтөгөҙҙө ҡаҡшамаҫ итә алаһығыҙ. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләгеҙ. Шул саҡта өмөтөгөҙ ахырға тиклем ҡаҡшамаҫ булып ҡалыр (Евр. 6:11).

18. Киләсәктә беҙҙе ниндәй ауырлыҡтар көтә, һәм беҙ уларҙы нисек еңеп сыға алабыҙ?

18 Был донъя төҙөлөшөнөң ахыры яҡынлашҡан һайын, борсолоуҙар тыуҙырған ауырлыҡтар тағы ла күбәйер. 2021 йылдың йыллыҡ аяты беҙгә был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм үҙ көсөбөҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянып тыныс булырға ярҙам итер. Йәһүә беҙгә: «Тыныс ҡалып миңә таянһағыҙ, көслө булырһығыҙ», — тигән вәғәҙә биргән (Ишағ. 30:15). Әйҙәгеҙ, 2021 йыл дауамында Йәһүәнең был вәғәҙәһенә ышанғаныбыҙҙы эштәр менән күрһәтәйек!

8-СЕ ЙЫР Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ

^ 5 абз. 2021 йылдың йыллыҡ аятында стресс ваҡытында Йәһүәгә таяныу ни тиклем мөһим икәненә баҫым яһала. Был мәҡәләлә шул аятта килтерелгән кәңәште нисек ҡулланып булғаны ҡаралыр.

^ 5 абз. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр артыҡ көслө борсолоуҙан интегә йә хатта паникаға бирелә. Ундай етди ауырыуҙы Ғайса телгә алған борсолоу менән бутарға кәрәкмәй.

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: 1) көн дауамында апай-ҡәрҙәш үҙенең борсолоуҙары тураһында доға ҡыла.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: 2) Эштә төш ваҡытында апай-ҡәрҙәш аҡыллы кәңәштәр табыр өсөн Изге Яҙманы уҡый.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: 3) Ул Изге Яҙмала килтерелгән яҡшы һәм насар миҫалдар тураһында уйлана.

^ 69 абз. РӘСЕМДӘ: 4) Ул, ятлап алырға теләгән аятты ҡағыҙға яҙып, уны һыуытҡысҡа йәбештереп ҡуя.

^ 71 абз. РӘСЕМДӘ: 5) Ул хеҙмәттә апай-ҡәрҙәш менән ихлас аралаша.

^ 73 абз. РӘСЕМДӘ: 6) Ул киләсәк тураһында уйлана һәм шулай итеп өмөтөн нығыта.