Һеҙ белә инегеҙме?
Боронғо яҙыу нисек Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн иҫбатлай?
ИЕРУСАЛИМДА, Изге Яҙмала телгә алынған илдәр музейында бер таш табличка һаҡлана. Яҡынса б. э. т. 700—600 йылдар менән даталанған был табличка Израилдәге Хеврондан алыҫ булмаған бер ҡәбер мәмерйәһендә табылған. Табличкала бындай һүҙҙәр уйып яҙылған: «Яхве Саваоф Хагав улы Хагафты ҡәһәрләһен». Был табличкала Алла исеме ЙХВХ тип уҡылған дүрт еврей хәрефе менән яҙылған. Был яҙыу Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн нисек күрһәтә? Ул шуны дәлилләй: боронғо заманда Алла исеме барыһына билдәле булған һәм көндәлек тормошта ҡулланылған. Башҡа ҡәбер мәмерйәләрендә лә шундайыраҡ яҙыуҙар табылған. Улар шуны күрһәтә: мәмерйәләрҙе осрашыу йә йәшенеү урыны итеп ҡулланған кешеләр йыш ҡына Алла исемен һәм кеше исемдәрен стеналарҙа яҙған. Кеше исемдәренең ҡайһы берҙәре үҙ эсенә Алла исемен алған.
Джорджия (АҠШ) университетының Рейчел Набулси исемле тел белгесе был яҙыуҙар тураһында бына нимә ти: «ЙХВХ исеменең ҡат-ҡат ҡулланылыуы бик мөһим. [...] Яҙыуҙарҙан һәм [Изге Яҙманың] текстарынан күренеүенсә, был исемде йөрөткән Шәхес Израилдең һәм Йәһүҙәнең тормошонда мөһим роль уйнаған». Ысынлап та, Изге Яҙманың төп нөсхәһендә Алланың исеме меңәрләгән тапҡыр осрай. Йыш ҡына кешеләрҙең исемдәре үҙ эсенә Алла исемен алған.
Таш табличкалағы «Яхве Саваоф» тигән һүҙҙәр «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» тигәнде аңлата. Күрәһең, боронғо заманда Алла исеме генә түгел, ә шулай уҡ «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» тигән титул да киң ҡулланылған. Был да Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн раҫлай, сөнки Еврей Яҙмаларында «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» тигән титул 283 тапҡыр осрай, бигерәк тә Ишағыя, Иремия һәм Зәкәриә китаптарында.