Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ»

«Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ»

«Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ» (ЕФЕС. 5:15, 16).

8-СЕ ЙЫР Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Беҙ Йәһүә менән нисек ваҡыт үткәрә алабыҙ?

 БЕҘ яҡындарыбыҙ менән ваҡыт үткәрергә яратабыҙ. Ирле-ҡатынлылар өсөн эштән һуң бергә булыу шатлыҡ килтерә. Йәштәргә дуҫтары менән осрашырға бик оҡшай. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа ҡәрҙәштәр менән бергә йыйылырға яратабыҙ. Әммә барыһынан да бигерәк беҙгә Йәһүә менән ваҡыт үткәрергә оҡшай. Бәлки, һеҙ: «Нисек инде Алла менән ваҡыт үткәреп була?» — тип һорарһығыҙ. Йәһүәгә доға ҡылғанда, уның Һүҙен уҡығанда, уның сифаттары һәм вәғәҙәләре тураһында уйланғанда, беҙ үҙебеҙҙе уның янында һымаҡ тоябыҙ. Йәһүә менән үткәргән ваҡытыбыҙҙың һәр минуты бик ҡәҙерле! (Зәб. 139:17).

2. Беҙ ниндәй ауырлыҡ менән осрашабыҙ?

2 Шул уҡ ваҡытта бер ауырлыҡ бар. Ҡайһы саҡта эштәребеҙ шул тиклем күп, хатта рухи эштәргә етерлек ваҡыт бүлә алмайбыҙ. Донъяуи эш, ғаилә вазифалары һәм башҡа мәшәҡәттәр арҡаһында беҙҙең доға ҡылырға, Изге Яҙманы уҡырға һәм уйланырға ваҡытыбыҙ юҡ һымаҡ күренергә мөмкин.

3. Тағы нимә беҙҙең ваҡытыбыҙҙы урлай ала?

3 Тағы бер нәмә беҙҙең ваҡытыбыҙҙы йәшерен генә урлай ала. Ҡайһы саҡта кеше, үҙе лә абайламайынса, әллә ни мөһим булмаған эштәргә башы менән сумып китә. Әлбиттә, бөтәбеҙгә лә ваҡыт-ваҡыт ял итеп алырға кәрәк. Беҙ һайлаған күңел асыуҙар, бәлки, насар түгелдер, әммә улар самаһыҙ булһа, рухи эштәргә ваҡытыбыҙ ҡалмаҫҡа мөмкин. «Уйынға — сәғәт, эшкә — ваҡыт» тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр (Ғиб. һүҙ. 25:27; 1 Тим. 4:8)

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Был мәҡәләлә беҙ ни өсөн тормошта иң мөһим нәмәләрҙе билдәләргә кәрәк икәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ Йәһүә менән үткәргән ваҡытты нисек мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланып булғанын һәм был беҙҙең тормошобоҙҙо нисек байыта алғанын белербеҙ.

ТОРМОШОҒОҘҘО АҠЫЛЛЫ ИТЕП ҠУЛЛАНЫҒЫҘ ҺӘМ ИҢ МӨҺИМ НӘМӘЛӘРҘЕ ДӨРӨҪ БИЛДӘЛӘГЕҘ

5. Ефестарға 5:15—17-лә яҙылған һүҙҙәр йәштәргә тормошта иң яҡшы юлды һайларға нисек ярҙам итә ала?

5 Тормошта иң яҡшы юлды һайлағыҙ. Күп кенә йәштәр ниндәй тормош юлы менән барырға белмәй, шуға күрә улар юл сатында торған һымаҡ. Бер яҡтан, уҡытыусылар һәм Йәһүә шаһиты булмаған туғандары уларҙы юғары белем алырға һәм уңышлы карьера төҙөргә өндәй. Әлбиттә, бының өсөн күп ваҡыт сарыф итергә кәрәк булыр. Икенсе яҡтан, ата-әсәләре һәм йыйылыштағы дуҫтары уларҙы тормоштарын Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бағышларға дәртләндерергә мөмкин. Йәһүәне яратҡан йәштәргә иң яҡшы һайлау яһарға нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, Ефестарға 5:15—17-не уҡыйыҡ һәм был аяттар өҫтөндә уйланайыҡ (уҡығыҙ). Йәш ҡәрҙәштәр, үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Йәһүәнең ихтыяры нимәлә? Ниндәй ҡарарым уны шатландырыр? Ниндәй тормош юлын һайлап, мин ваҡытымды аҡыллы итеп ҡуллана алырмын?» Онотмағыҙ: беҙ «яман заманда йәшәйбеҙ», һәм Шайтан идара иткән донъя оҙаҡламай үҙ ахырына етәсәк. Шуға күрә Йәһүәне шатландырған юлды һайлау иң яҡшы ҡарар булыр ине.

6. Мәрйәм нимә һайлаған һәм ни өсөн был яҡшыраҡ булған?

6 Тормоштағы мөһим нәмәләрҙе билдәләгеҙ. Ҡайһы саҡта Ефестарға 5:15—17-лә яҙылған кәңәш буйынса эш итер өсөн, яҡшы менән яҡшыраҡ нәмә араһында һайлау яһарға кәрәк. Был фекерҙе аңлатыр өсөн, әйҙәгеҙ, Ғайсаның Мәрйәм менән Марфаға ҡунаҡҡа килгәндә булған осраҡты иҫебеҙгә төшөрәйек. Ҡунаҡсыл Марфа ҡәҙерле ҡунаҡҡа шул тиклем шат булған, хатта уның өсөн мәжлес ойошторорға теләгән. Ә Мәрйәм ул ваҡытта нимә эшләгән? «Ул, ...Ғайсаның аяҡ осона ултырып, уның һүҙҙәрен тыңлаған». Әлбиттә, Марфаның ниәттәре яҡшы булған, әммә Мәрйәм яҡшырағын һайлаған (Лука 10:38—42). Моғайын, Мәрйәм ул көндө нимә ашағанын онотҡандыр, әммә Ғайсаның өйрәткәндәрен ул ғүмер буйы иҫендә тотҡан. Мәрйәм Ғайса уларҙа ҡунаҡта булған ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләгән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Йәһүә менән үткәргән ваҡытты шулай уҡ ҡәҙерләйек. Беҙгә был ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға нимә ярҙам итер?

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ВАҠЫТТЫ МӨМКИН ТИКЛЕМ ЯҠШЫРАҠ ҮТКӘРЕГЕҘ

7. Ни өсөн доға ҡылыуға, өйрәнеүгә һәм уйланыуға ваҡыт бүлеп ҡуйыу үтә мөһим?

7 Шуны иҫтә тотоғоҙ: доға ҡылыу, өйрәнеү һәм уйланыу — Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Доға ҡылғанда, беҙ күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙ менән аралашабыҙ (Зәб. 5:7). Изге Яҙманы өйрәнгәндә, бөтә зирәклектең сығанағы Алла тураһында белем алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:1—5). Уҡығандарыбыҙ өҫтөндә уйланғанда, беҙ Йәһүәнең күркәм сифаттары менән яҡшыраҡ танышабыҙ, шулай уҡ уның бөтә кешелеккә, шул иҫәптән беҙгә нимә эшләргә йыйынғаны тураһында яҡшыраҡ беләбеҙ. Ризалашырһығыҙ: шулай ваҡыт үткәреү — иң яҡшыһы. Ул ваҡытты нисек сифатлыраҡ үткәрергә?

Шәхси өйрәнеүҙе ниндәй шарттарҙа үткәреүе яҡшыраҡ? (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Ғайсаның сүлдә булыуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

8 Мөмкинлек булһа, тыныс урын табығыҙ. Ғайсаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ерҙәге хеҙмәтен башлар алдынан ул 40 көн сүлдә үткәргән (Лука 4:1, 2). Ғайса унда тыныс шарттарҙа Атаһына доға ҡылған һәм уның ихтыярында үҙенең роле тураһында уйланған. Шулай итеп Алланың Улы буласаҡ һынауҙарға яҡшы әҙерләнгән. Уның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? Әгәр ғаиләгеҙ ҙур булһа, өйҙә тыныс урын табыуы еңел түгелдер. Франциянан булған Жюли исемле апай-ҡәрҙәштең шарттары шуға оҡшаш. Улар ире менән бәләкәй генә фатирҙа йәшәй. Өҫтәүенә, уларҙың күршеләре — бик шаулы кешеләр. Шундай шарттарҙа ул Йәһүәгә доға ҡылыр өсөн нисек тыныс урын таба? Жюли былай тип аңлата: «Мин көн һайын паркка йөрөйөм. Унда миңә бер кем дә ҡамасауламай, һәм мин Йәһүә менән эстәлекле итеп аралаша алам».

9. Ғайсаның Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләгәне нимәнән күренә?

9 Ғайсаның буш ваҡыты бөтөнләй булмаған. Ул ҡайҙа ғына барһа ла, уның артынан халыҡ төркөмө эйәреп йөрөгән. Һәм бөтәһенә лә унан нимәлер кәрәк булған. Бер тапҡыр ул туҡталған өй алдында «бөтөн ҡала халҡы» йыйылған. Килгән һәр кешегә иғтибар бүлергә кәрәк булған. Шулай ҙа эше күп булыуына ҡарамаҫтан, Ғайса Атаһы менән бергә ваҡыт үткәрер өсөн мөмкинлек тапҡан. «Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Марк 1:32—35).

10, 11. Ғайса Гефсимания баҡсаһында шәкерттәренә ниндәй кәңәш биргән һәм артабан нимә булған? (Матфей 26:40, 41).

10 Ерҙәге тормошоноң һуңғы көнөндә Ғайса уйланыр өсөн һәм доға ҡылыр өсөн тыныс урын табырға тырышҡан. Шуға күрә ул Гефсимания тип аталған баҡсаға барған (Матф. 26:36). Шундай яуаплы ваҡытта, хеҙмәтенең һуңғы осоронда, Ғайса үҙ шәкерттәренә доға ҡылыу тураһында етди кәңәш биргән.

11 Унда нимә булғанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Ғайса үҙ шәкерттәре менән Гефсимания баҡсаһына барғанда ваҡыт инде һуң булған, бәлки, төн уртаһы булғандыр. Ул шәкерттәрен уяу булырға өндәй, ә үҙе ситкәрәк китеп доға ҡыла (Матф. 26:37—39). «Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине», — тиелә Изге Яҙмала. Шул саҡ ул уларға тағы бер тапҡыр: «Уяу булығыҙ, ...доға ҡылығыҙ», — тип әйтә. (Матфей 26:40, 41-ҙе уҡығыҙ.) Ғайса уларҙың шул кисен стресс кисергәнен һәм ныҡ арығанын яҡшы белә. Уларҙың хәлен аңлап, Ғайса: «Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!» — тип әйтә. Ул тағы ике тапҡыр шәкерттәрен уяу булырға һәм доға ҡылырға өндәй. Әммә әйләнеп килгән һайын, уларҙы йоҡлаған хәлдә күрә (Матф. 26:42—45).

Ниндәй ваҡытта доға ҡылыу яҡшыраҡ? (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Арыған һәм көсһөҙләнгән саҡта доға ҡылырға нимә ярҙам итер?

12 Доға ҡылыр өсөн иң яҡшы ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. Ҡайһы ваҡыт беҙ шул тиклем ныҡ арыйбыҙ, хатта доға ҡылырға хәлебеҙ ҡалмай. Әгәр һеҙҙең менән дә шулай булһа, һеҙ яңғыҙ түгел. Шул саҡта нимә ярҙам итер? Мәҫәлән, һеҙ, ғәҙәттә, йоҡлар алдынан доға ҡылһағыҙ, ниңә быны әҙ генә алдараҡ, әле ныҡ арымаған саҡта эшләмәҫкә? Доға ҡылыуҙың тағы бер мөһим яғы бар. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр әйтеүенсә, уларға ятып түгел, ә ултырып йә тубыҡланып доға ҡылғанда, иғтибарлы булыуы еңелерәк. Әгәр эмоциональ яҡтан көсһөҙләнгән булһаҡ һәм нимә әйтергә белмәһәк, нимә эшләргә? Был турала Йәһүәгә асыҡ итеп һөйләп бирегеҙ. Шикләнмәгеҙ: мәрхәмәтле Атабыҙ һеҙҙе аңлар (Зәб. 139:4).

Йыйылыш осрашыуы ваҡытында телефон аша яҙышып ултырмаҫ өсөн нимә эшләргә була? (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13. Электрон яйланмалар нисек Йәһүә менән аралашырға ҡамасаулай ала?

13 Өйрәнеү ваҡытында бер нәмәгә лә ҡамасауларға бирмәгеҙ. Беҙ доға ҡылғанда ғына түгел, ә шулай уҡ Алланың Һүҙен өйрәнгәндә һәм йыйылыш осрашыуҙарында булғанда ла, Йәһүә менән ваҡыт үткәрәбеҙ, тип әйтеп була. Был ваҡытты нисек яҡшыраҡ ҡулланырға? Беҙ үҙебеҙҙән: «Миңә йыйылыш осрашыуҙарында йә шәхси өйрәнеү ваҡытында бер нәмә лә ҡамасауламаймы?» — тип һорай алабыҙ. Был беҙҙең телефоныбыҙға йә башҡа электрон яйланмабыҙға килгән шылтыратыуҙар, СМС-хәбәрҙәр йә электрон хаттар булырға мөмкин. Бөгөн миллиардлаған кешегә электрон яйланмалар күп файҙа килтерә, әммә тикшереүселәр әйтеүенсә, яныбыҙҙа ятҡан телефон һүндерелгән булһа ла, ул иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтә һәм уйлау һәләттәребеҙҙе кәметә. Конгрестың программаһы башланыр алдынан электрон яйланмаларыбыҙ башҡаларға ҡамасауламаһын өсөн, ҡәрҙәштәр уларҙы тауышһыҙ режимға күсереүебеҙҙе һорай. Ә беҙ Йәһүә менән аралашҡан ваҡытта электрон яйланмалар беҙгә ҡамасауламаһын өсөн шулай уҡ эшләй алабыҙмы?

14. Филиптарға 4:6, 7 буйынса, Йәһүә беҙгә иғтибарлы булырға нисек ярҙам итә ала?

14 Иғтибарлы булыр өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Өйрәнеү йә йыйылыш осрашыуҙары ваҡытында башҡа уйҙар ҡамасаулаһа, Йәһүәнән ярҙам итеүен һорағыҙ. Борсолоуҙар биләп алғанда, иғтибарҙы рухи нәмәләргә туплау еңел булмаҫҡа мөмкин, әммә быны эшләү үтә мөһим. Йәһүәнән тыныслыҡ һорағыҙ. Ул һеҙҙең йөрәгегеҙҙе генә түгел, ә шулай уҡ уй-фекерҙәрегеҙҙе лә һаҡлар. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.)

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ҮТКӘРГӘН ВАҠЫТ БИК ҠӘҘЕРЛЕ!

15. Йәһүә менән ваҡыт үткәреү беҙгә ниндәй фатихалар килтерә?

15 Йәһүә менән аралашыу, уны тыңлау һәм уның тураһында уйланыу беҙгә шатлыҡ ҡына түгел, ә шулай уҡ файҙа килтерә. Беренсенән, ҡарарҙарыбыҙ аҡыллы булыр. Был хаҡта Изге Яҙмала былай тиелгән: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр» (Ғиб. һүҙ. 13:20). Тимәк, әгәр беҙ Ғаләмдәге иң зирәк шәхес менән ваҡыт үткәрһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә зирәгерәк булырбыҙ. Сөнки ниндәй ҡарарҙарыбыҙ уны һөйөндөрә, ә ниндәйҙәре күңелһеҙләндерә икәнен белербеҙ.

16. Ни өсөн Йәһүә менән аралашыу яҡшы уҡытыусы булырға ярҙам итә?

16 Икенсенән, уҡытыу һәләттәребеҙ яҡшырыр. Кеше менән Изге Яҙманы өйрәнгәндә, төп маҡсатыбыҙ — уға Йәһүә менән дуҫлашырға ярҙам итеү. Йәһүә менән күберәк ваҡыт үткәргән һайын, беҙ уны нығыраҡ яратабыҙ. Әгәр һүҙҙәребеҙҙә Йәһүәгә ҡарата яратыу сағылһа, өйрәнеүсебеҙгә Йәһүәне ярата башларға ярҙам итә алырбыҙ. Был йәһәттән Ғайса яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ғайса үҙенең Атаһы тураһында бик йылы һәм наҙлы итеп һөйләгән, һәм был уның шәкерттәренә Йәһүәне яратырға ярҙам иткән (Яхъя 17:25, 26).

17. Ни өсөн доға һәм шәхси өйрәнеү иманыбыҙҙы нығыта?

17 Өсөнсөнән, иманыбыҙ нығыныр. Йәһүә беҙҙең күрһәтмәләр, йыуатыу һәм нығытыу һорап ҡылған доғаларыбыҙға яуап биргән һайын, уға ҡарата иманыбыҙ үҫә бара (1 Яхъя 5:15). Иманыбыҙҙы нығытырға тағы нимә ярҙам итә? Шәхси өйрәнеү. Изге Яҙмала: «Иман... ишетеү аша килә», — тип бушҡа ғына яҙылмаған бит (Рим. 10:17). Әммә иманды нығытыр өсөн белем туплау ғына әҙ, беҙгә тағы нимәлер эшләргә кәрәк.

18. Уйланыуҙың мөһимлеген күрһәткән миҫал килтерегеҙ.

18 Беҙгә шулай уҡ белгәндәребеҙ өҫтөндә уйланырға кәрәк. 77-се мәҙхиәнең яҙыусыһы шулай эшләгән дә. Бер мәл ул, Йәһүә уны һәм Израиль халҡын ҡалдырып киткән, тип уйлай башлаған һәм был уйҙарҙан үҙенә урын тапмаған. Мәҙхиә йырлаусы шул тиклем борсолған, хатта йоҡоһон юғалтҡан (2—8 аяттар). Ул нимә эшләргә булған? Ул Йәһүәгә: «Мин һинең бар эштәрең тураһында уйланырмын, уйҙарым эш-ғәмәлдәрең хаҡында булыр», — тип әйткән (12 аят). Әлбиттә, мәҙхиә йырлаусы быуаттар дауамында Йәһүәнең үҙ халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында белгән. Шулай ҙа ул аптырап былай тигән: «Әллә Алла илтифат итергә онотҡанмы? Йә инде ярһыуы арҡаһында шәфҡәтен күрһәтмәҫкә булғанмы?» (9 аят). Шуға күрә мәҙхиә йырлаусы Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙ халҡына нисек мәрхәмәт һәм ҡыҙғаныу күрһәткәнен иҫенә төшөрә башлаған (11 аят). Бынан һуң ул ниндәй һығымтаға килгән? Йәһүә боронғо ваҡытта үҙ халҡын ҡалдырмаған һәм киләсәктә лә ҡалдырмаясаҡ (15 аят). Алланың үҙ халҡы өсөн нимә башҡарғаны һәм шәхсән беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланыу иманыбыҙҙы нығыта.

19. Йәһүә менән ваҡыт үткәреү тағы ниндәй фатиха килтерә?

19 Дүртенсенән, Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ тәрәнәйер, ә был сәбәптәрҙең иң мөһиме. Мөхәббәт беҙҙе Йәһүәгә тыңлаусан булырға, уның өсөн ҡорбандарға барырға һәм төрлө һынауҙарҙа тоғро булып ҡалырға дәртләндерә (Матф. 22:37—39; 1 Кор. 13:4, 7; 1 Яхъя 5:3). Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙан ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ! (Зәб. 63:1—8).

20. Йәһүә менән мөмкин тиклем күберәк ваҡыт үткәрер өсөн, һеҙ нимә эшләргә теләйһегеҙ?

20 Әйҙәгеҙ, онотмайыҡ: доға, өйрәнеү һәм уйланыу — ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Ғайса кеүек, Йәһүә менән ваҡытығыҙҙы тыныс урында үткәрергә тырышығыҙ. Бер нәмәгә лә үҙегеҙгә ҡамасауларға бирмәгеҙ. Рухи эштәр менән шөғөлләнгәндә, иғтибарлы булыр өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Әгәр беҙ ваҡытыбыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланһаҡ, Йәһүә беҙгә киләсәктә яңы донъяла мәңгелек тормош бүләк итәсәк! (Марк 4:24).

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

^ Йәһүә — беҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙ. Беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы ҡәҙерләйбеҙ һәм уға тағы ла яҡыныраҡ булырға теләйбеҙ. Берәй кем менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн ваҡыт кәрәк. Йәһүә менән дуҫлашыр өсөн дә шулай уҡ. Ләкин, ғәҙәттә, беҙҙең буш бер минутыбыҙ ҙа юҡ. Улай булғас, Йәһүәне яҡшыраҡ белер өсөн ҡайҙан ваҡыт табырға һәм ни өсөн был бик мөһим?