Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ»

«Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ»

2022 ЙЫЛДЫҢ АЯТЫ: «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ» (ЗӘБ. 34:10).

4-СЕ ЙЫР «Йәһүә — Көтөүсем минең»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Хатта ауыр шарттарҙа ла Дауыт Йәһүәнең игелегенән мәхрүм булмағанын тойған (1—3-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

1. Дауыт ниндәй ауыр хәлгә эләккән?

 ДАУЫТ ҡасып ҡотола. Израилдең иң дәрәжәле кешеһе, Шаул, уны үлтерергә теләй. Дауыттың ашарына юҡ. Ул, Ноб ҡалаһына килеп, руханиҙан биш икмәк һорай (1 Сам. 21:1, 3). Һуңыраҡ ул үҙенең кешеләре менән бер мәмерйәлә йәшенеп йөрөй (1 Сам. 22:1). Дауыт нисек шундай ауыр хәлгә эләккән?

2. Ни өсөн, Шаул аҡылһыҙ эш иткән, тип әйтеп була? (1 Самуил 23:16, 17).

2 Шаул Дауыттан бик көнләшә, сөнки, Дауыт яҡшы һуғышсы булғанға, халыҡ уны ярата һәм данлай. Бынан тыш, Шаул шуны белә: тыңлауһыҙлығы арҡаһында ул Йәһүәнең хуплауын юғалтҡан һәм уның урынына буласаҡ батша итеп Йәһүә Дауытты һайлаған. (1 Самуил 23:16, 17-не * уҡығыҙ.) Шаул әлегә батша булғанға, уның ҙур ғәскәре һәм күп кешеләре бар. Шуға күрә Дауытҡа ҡурҡыныс янай һәм уға ҡасырға тура килә. Әллә Шаул ысынлап та, Йәһүәгә Дауытты тәхеткә ултыртырға ҡамасаулай алам, тип уйлаған микән? (Ишағ. 55:11). Изге Яҙмала был һорауға яуап юҡ, әммә шуныһы билдәле: Шаул бик аҡылһыҙ эш иткән. Аллаға ҡаршы сыҡҡан кеше, һис шикһеҙ, еңеләсәк!

3. Дауыт үҙенең еңел булмаған шарттарына нисек ҡараған?

3 Дауыт хакимлыҡҡа һәм данға ынтылмаған. Уны Йәһүә үҙе Израилдең батшаһы итеп майлаған (1 Сам. 16:1, 12, 13). Әммә Шаул Дауытты үҙенең дошманы тип һанаған. Шулай ҙа Дауыт бәләләрендә Йәһүәне ғәйепләмәгән һәм аслы-туҡлы ҡасып йөрөргә тура килгәненә зарланмаған. Был мәҡәләнең төп аяты итеп һайланған «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ» тигән һүҙҙәр Дауыттың Йәһүәне данлап яҙған йырынан алынған (Зәб. 34:10). Дауыт был йырҙы, бәлки, тап шул мәмерйәлә йәшенеп ултырғанда яҙғандыр.

4. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн был мөһим?

4 Хәҙерге ваҡытта ла Йәһүәнең хеҙмәтселәре ҡайһы саҡта ҙур мохтажлыҡ кисерә *, ә COVID-19 пандемияһы хәлде тағы ла ауырайтты. «Ҙур афәт» яҡынлашҡан һайын, беҙҙең ауырлыҡтарыбыҙ күбәйер (Матф. 24:21). Быларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, әйҙәгеҙ, бындай дүрт һорауҙы ҡарап сығайыҡ: 1) Дауыт ниндәй мәғәнәлә «бер ниндәй игелектән мәхрүм» булмаған? 2) Ни өсөн беҙгә булғанына ҡәнәғәт булып йәшәргә өйрәнергә кәрәк? 3) Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ни өсөн шикләнмәҫкә була? 4) Беҙ киләсәктәге һынауҙарға нисек әҙерләнә алабыҙ?

«МИН БЕР НӘМӘГӘ МОХТАЖ БУЛМАМ»

5, 6. 23-сө мәҙхиә «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен нисек асыҡлай?

5 «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ» тип әйткәндә, Дауыт нимәне күҙ уңында тотҡан? 23-сө мәҙхиә был һорауға яуап табырға ярҙам итә. (Зәбур 23:1—6-ны * уҡығыҙ.) Дауыт был мәҙхиәне бындай һүҙҙәр менән башлай: «Йәһүә — Көтөүсем минең. Мин бер нәмәгә мохтаж булмам». Изге Яҙманың төп нөсхәһендә «мин бер нәмәгә мохтаж булмам» тигән һүҙбәйләнеш Зәбур 34:10-дағы һүҙҙәргә оҡшаш. 23-сө мәҙхиә ысын мәғәнәлә ҡиммәтле нәмә тураһында — Йәһүәне үҙенең көтөүсеһе итеп һайлаған кешенең мул фатихалы тормошо хаҡында һөйләй. Дауыт, Йәһүә мине «тәҡүәлек юлдарынан йөрөтә» һәм яҡты ваҡыттарҙа ла, ҡараңғы ваҡыттарҙа ла ярҙам итә, тип әйтә. Дауыт Йәһүәгә хеҙмәт итеп йәшәү «үләнле көтөүлектә» ял итеү генә түгел икәнен аңлаған. Шулай уҡ ҡайһы саҡта «дөм ҡараңғылыҡ ҡаплаған үҙәнлектән» барырға тура килерен белгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Дауыт төшөнкөлөккә бирелә алған һәм уның дошмандары була алған. Әммә Йәһүә уның Көтөүсеһе булғанға, ул: «Мин бер ниндәй яуызлыҡтан ҡурҡмайым», — тип әйткән.

6 Хәҙер инде беҙ, Дауыт ниндәй мәғәнәлә «бер ниндәй игелектән мәхрүм» булмаған, тигән һорауға яуап таптыҡ. Дауыт рухи яҡтан бер нәмәгә лә мохтаж булмаған. Бәхетле булыр өсөн уға матди яҡтан күп нәмә кәрәкмәгән. Ул Йәһүә биргән нәмәләр менән ҡәнәғәт булған. Ә бына Йәһүәнең хуплауы һәм яҡлауы Дауыт өсөн иң мөһиме булған.

7. Беренсе быуатта Йәһүҙәилә йәшәгән мәсихселәргә ниндәй һынау аша үтергә тура килгән? (Лука 21:20—24).

7 Дауыттың Зәбур 23:1-ҙә яҙылған һүҙҙәре беҙҙе матди нәмәләргә ҡарашыбыҙҙы тикшерергә дәртләндерә. Мөлкәттең булыуы насар түгел, ә уның тормошобоҙҙа беренсе урында тороуы насар. Беренсе быуатта Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәргә шундай һынау аша үтергә тура килгән. (Лука 21:20—24-те уҡығыҙ.) Ғайса уларға, бер көндө «Иерусалим ғәскәр менән ҡамап» алынасаҡ, тип әйткән. Шул саҡта уларға тауҙарға ҡасырға кәрәк булған. Шулай итеп улар үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала алған, әммә бының өсөн күп нәмәнән баш тартырға тура килгән. Бер нисә йыл элек «Күҙәтеү манараһында» былай тип әйтелгән ине: «Улар баҫыуҙарын, өйҙәрен ҡалдырған, хатта өйҙә булған әйберҙәрен дә алмаған. Улар Йәһүәнең яҡлауына һәм нығытыуына ышанған, шуға күрә Аллаға табыныуҙы мөһим булып күренгән нәмәләрҙән өҫтөн ҡуйған» *.

8. Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәрҙең осрағы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

8 Беренсе быуаттағы мәсихселәр менән булған хәл беҙҙең өсөн һабаҡ булып тора. Шул «Күҙәтеү манараһында» бындай һығымта яһалған ине: «Бәлки, беҙҙең матди нәмәләргә ҡарашыбыҙ киләсәктә һыналыр. Беҙҙең өсөн нимә мөһимерәк булыр: матди әйберҙәрме йә Алланан килгән ҡотолоумы? Эйе, беҙҙең ҡасыуыбыҙ ауырлыҡтар һәм юғалтыуҙар менән бәйле булырға мөмкин. Беренсе быуатта Йәһүҙиәнән Переяға ҡасҡан мәсихселәр һымаҡ, беҙ ҙә төрлө ҡорбандарға барырға әҙер булырға тейеш».

9. Павелдың Еврейҙарға 13:5, 6-ла яҙылған һүҙҙәре нимәгә ышаныс өҫтәй?

9 Әлбиттә, шундай мәсихселәргә, бар мөлкәтен тиерлек ҡалдырып, яңы урында тормош башлау еңел булмаған. Уларға Йәһүәнең ҡайғыртасағына тулыһынса ышанырға кәрәк булған. Йәһүә уларҙы был һынауҙарға алдан әҙерләгән. Римдарҙың Иерусалимды ҡамап алыуҙарынан биш йыл алдараҡ Йәһүә илсе Павел аша мәсихселәргә бындай кәңәш биргән: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: „Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам“, — тип әйткән. Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: „Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?“ — тип әйтә алабыҙ» (Евр. 13:5, 6). Һис шикһеҙ, илсе Павелдың бындай кәңәшенә ҡолаҡ һалған мәсихселәргә Переялағы ябайыраҡ тормошҡа эйәләшеү еңелерәк булған. Улар Йәһүәнең кәрәкле нәмәләр бирәсәгенә шикләнмәгән. Павелдың һүҙҙәре беҙгә лә ышаныс өҫтәй.

«БУЛҒАНЫНА ҠӘНӘҒӘТ БУЛАЙЫҠ»

10. Павел беҙгә ниндәй сер асҡан?

10 Павел оҡшаш кәңәште Тимофейға, ә, асылда, беҙгә лә биргән: «Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек» (1 Тим. 6:8). Павел нимәне күҙ уңында тотҡан? Әлбиттә, был һыу менән икмәк кенә ашау, емерелергә торған өйҙә йәшәү һәм алама кейемдә йөрөү тигәнде аңлатмай. Ҡәнәғәт булыу — уңышлы булыуҙың сере. Был серҙе Павел үҙе лә белгән, беҙгә лә асҡан (Флп. 4:12). Ниндәй генә байлыҡҡа эйә булһаҡ та, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙан ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ (Аб. 3:17, 18).

40 йыл буйы сүлдә йөрөгән Израиль халҡы бер нәмәгә лә мохтаж булмаған. Ә һеҙ үҙегеҙҙә булғаны менән ҡәнәғәтме? (11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. Нисек Мусаның һүҙҙәре беҙҙе ҡәнәғәт булырға өйрәтә?

11 Беҙҙең матди нәмәләргә ҡарашыбыҙ Йәһүәнекенән айырылып торорға мөмкин. Израиль халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң 40 йыл үткәс, Муса уларға былай тигән: «Аллағыҙ Йәһүә һеҙҙе бөтөн эштәрегеҙҙә фатихаланы. Ул һеҙҙең был бөйөк сүл буйлап нисек йөрөгәнегеҙҙе яҡшы белә. 40 йыл буйы Аллағыҙ Йәһүә һеҙҙең менән булды, һәм һеҙ бер нәмәгә лә мохтаж булманығыҙ» (Ҡан. 2:7). Бөтә был ваҡыт дауамында Йәһүә Израиль халҡын манна менән туҡландырған һәм уларҙың Мысырҙан сыҡҡанда кейгән кейемдәре туҙмаған (Ҡан. 8:3, 4). Әлбиттә, израилдәрҙең ҡайһы берҙәре бының менән ҡәнәғәт булмаған, әммә Муса әйткәнсә, улар «бер нәмәгә лә мохтажлыҡ» кисермәгән. Әгәр беҙ ҡәнәғәт булырға өйрәнһәк һәм Йәһүәнең хатта бәләкәй бүләктәре өсөн дә рәхмәтле булһаҡ, беҙ уны шатландырырбыҙ.

ШИКЛӘНМӘГЕҘ, ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕҢ ХАҠТА ҠАЙҒЫРТАСАҠ

12. Беҙ Дауыттың үҙенә түгел, ә Йәһүәгә таянғанын ҡайҙан беләбеҙ?

12 Дауыт шуға ышанған: Йәһүә үҙен яратҡандарға тоғро һәм улар хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. 34-се мәҙхиәне яҙғанда, Дауыттың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булһа ла, ул иман күҙҙәре менән фәрештәнең «Алланы тәрән хөрмәт итеүселәр тирәләй лагерь» ҡорғанын күргән (Зәб. 34:7). Дауыт яланда лагерь ҡорған һуғышсыларҙың дошманға һәр саҡ ҡаршы торорға әҙер булғанын яҡшы белгән. Бәлки, шуға күрә ул шундай сағыштырыу килтергәндер. Дауыт үҙенә таяна алған, сөнки ул күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан, оҫта таш ата белгән, ҡылыс менән яҡшы ҡулланған. Бынан тыш, Йәһүә уны батша тәхетенә ултыртырға вәғәҙә иткән (1 Сам. 16:13; 24:12). Әммә ул Йәһүәгә таянған һәм «Йәһүә фәрештәһенең Алланы тәрән хөрмәт итеүселәрҙе» ҡотҡарасағына шикләнмәгән. Әлбиттә, бөгөн Йәһүәнең беҙҙе мөғжизәле рәүештә ҡотҡарыуын көтмәйбеҙ. Беҙ шуға ышанабыҙ: Йәһүәгә таяныусыларға бер кем дә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтермәҫ.

«Ҙур афәт» ваҡытында Магог еренән Гогтың ғәскәрҙәре, бәлки, беҙҙең өйҙәргә бәреп инер. Әммә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ: Ғайса һәм уның фәрештәләре барыһын да күреп торасаҡ һәм Алла хеҙмәтселәрен яҡлаясаҡ. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Магог еренән Гог беҙгә һөжүм иткәндә, ни өсөн беҙ яҡлауһыҙ булып күренергә мөмкин һәм борсолмаҫҡа ниндәй сәбәптәребеҙ бар? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

13 Яҡын киләсәктә Йәһүәнең беҙҙе яҡлай алыуына иманыбыҙ етди һыналыр. Магог еренән Гог, йәғни халыҡтар берләшмәһе Алла хеҙмәтселәренә һөжүм иткәндә, улар беҙҙе үлтерер һымаҡ тойолорға мөмкин. Шул ваҡытта беҙгә Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡара алыуына һәм быны мотлаҡ эшләйәсәгенә ныҡ иман кәрәк булыр. Дошмандар өсөн беҙ яҡлауһыҙ булып күренергә мөмкин (Йәз. 38:10—12). Бөжәкте еңел генә үлтереп булған һымаҡ, улар беҙҙе лә еңел генә үлтереп була тип уйлар, беҙ бит ҡоралһыҙ һәм һуғыша белмәйбеҙ. Беҙ иман күҙҙәре менән яҡларға әҙер булған фәрештәләрҙең Алла халҡы тирәләй торғанын күрәбеҙ. Башҡа халыҡтар быны күрә алмай, сөнки уларҙың беҙҙеке һымаҡ иман күҙҙәре юҡ бит. Күк ғәскәре беҙҙе яҡлағанын күреп, улар бик ныҡ ғәжәпләнер (Асыл. 19:11, 14, 15).

ИНДЕ ХӘҘЕРҘӘН ҮК КИЛӘСӘКТӘГЕ ВАҠИҒАЛАРҒА ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

14. Киләсәктәге ваҡиғаларға әҙерләнер өсөн инде хәҙер нимә эшләргә кәрәк?

14 Беҙ киләсәктәге һынауҙарға нисек әҙерләнә алабыҙ? Беренсе сиратта, беҙгә матди нәмәләргә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә кәрәк. Бынан тыш, һәр беребеҙгә ҡасандыр мөлкәтебеҙҙе юғалтырға тура килерен аңлау мөһим. Өҫтәүенә, беҙгә үҙебеҙҙә булғаны менән ҡәнәғәт булырға һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы барыһынан да нығыраҡ ҡәҙерләргә кәрәк. Йәһүәне яҡшыраҡ белгән һайын, беҙҙең уға иманыбыҙ ҙа көслөрәк була барыр. Шул саҡта Магог еренән Гог һөжүм иткәндә, Йәһүәнең беҙҙе яҡлай аласағына шикләнмәҫбеҙ.

15. Ни өсөн Дауыт Йәһүәгә һәр ваҡыт таянып булғанына шикләнмәгән?

15 Беҙгә киләсәктәге һынауҙарға әҙерләнергә тағы нимә ярҙам итә ала? Дауыт былай тип әйткән: «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ, Аллала һыйыныу тапҡан кеше бәхетле» (Зәб. 34:8). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Дауыт Йәһүәнең ярҙамына һәр ваҡыт таянып булғанын аңлаған. Ул Йәһүәгә йыш таянған, һәм Алла уны бер ҡасан да ҡалдырмаған. Мәҫәлән, ул йәш саҡта әзмәүер Ғәлиәфкә ҡаршы һуғышырға сыҡҡанда былай тигән: «Бөгөн, был көндө, Йәһүә һине минең ҡулыма тапшырасаҡ» (1 Сам. 17:46). Һуңыраҡ Дауыт Шаул батшаға хеҙмәт иткән, ә тегеһе уны күп тапҡыр үлтерергә маташҡан, әммә Йәһүә Дауыт менән булған (1 Сам. 18:12). Йәш саҡта Йәһүәнең ярҙамын күп тапҡыр күргәнгә, Дауыт уға киләсәктә лә таянып булғанын белгән.

16. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ Йәһүәнең игелеген күрә алабыҙ?

16 Бөгөн Йәһүәгә таянырға өйрәнгән мәсихсегә иртәгә уға таяныуы еңелерәк булыр. Мәҫәлән, беҙгә йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаҫ өсөн һәм вәғәздә күберәк ҡатнашыр өсөн эш графигын үҙгәртергә йә конгресҡа һорап китергә кәрәк булырға мөмкин. Беҙ, Йәһүәгә таянып, эш биреүсе менән һөйләшә алырбыҙмы? Әйтәйек, эш биреүсе беҙҙең менән ризалашмай һәм беҙгә эштән китергә тура килә, ти. Шул ваҡытта Йәһүәнең ихтыяждарыбыҙ тураһында ҡайғыртасағына һәм уның беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышанырбыҙмы? (Евр. 13:5). Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәрҙән Йәһүә уларҙы нисек итеп фатихалағаны тураһында һорашығыҙ. Улар һеҙгә Йәһүәнең иң кәрәк саҡта нисек ярҙам иткәне хаҡында һөйләр. Эйе, Йәһүә беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп торасаҡ.

17. 2022 йылға ниндәй аят һайланған һәм ни өсөн?

17 Йәһүә беҙҙең менән, шуға күрә беҙгә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Әгәр Йәһүә тормошобоҙҙа беренсе урында булһа, ул беҙҙе бер ваҡытта ла ҡалдырмаясаҡ. Беҙ был турала онотмаһын өсөн һәм киләсәктәге һынауҙарға әҙерләнә алһын өсөн, Етәксе кәңәшмә 2022 йылға йыллыҡ аят итеп Зәбур 34:10-ды һайлаған: «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ».

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

^ Зәбур 34:10-дағы: «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән мәхрүм булмаҫ», — тигән һүҙҙәр 2022 йылдың йыллыҡ аяты итеп һайланған. Әммә Алланың күп кенә хеҙмәтселәре бик ябай йәшәй. Шуға күрә был һүҙҙәрҙә ҡапма-ҡаршылыҡ юҡмы? Йыллыҡ аят беҙгә киләсәктәге һынауҙарға әҙер булырға нисек ярҙам итер?

^ 1 Самуил 23:16, 17: «Шаулдың улы Йонафан Хорешҡа Дауыт янына килде һәм уның Йәһүәгә ышанысын нығытты. 17 Ул Дауытҡа: „Ҡурҡма, сөнки атайым Шаул һине таба алмаҫ. Һин Израилдә батша булырһың, ә мин һинән һуң икенсе булырмын. Атайым да быны белә“, — тине».

^ «Күҙәтеү манараһы» 2014 йыл 15 сентябрь сығарылышындағы (тат.) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ Зәбур 23:1—6: «Йәһүә — Көтөүсем минең. Мин бер нәмәгә мохтаж булмам. 2 Үләнле көтөүлектә ул мине ял иттерә, мул һыулы тыныс урындарға алып бара. 3 Ул минең йәнемде яңырта, үҙенең исеме хаҡына мине тәҡүәлек юлдарынан йөрөтә. 4 Дөм ҡараңғылыҡ ҡаплаған үҙәнлектән барһам да, мин бер ниндәй яуызлыҡтан ҡурҡмайым, сөнки һин минең менән. Көтөүсе таяғың миңә ышаныс бирә. 5 Һин дошмандарым алдында миңә табын әҙерләйһең, башымды май менән майлайһың, минең касам мөлдөрәмә тулы. 6 Һис шикһеҙ, яҡшылыҡ һәм тоғро мөхәббәт ғүмеремдең бар көндәрендә мине оҙатып йөрөйәсәк, һәм мин бар көндәремдә Йәһүә йортонда йәшәйәсәкмен».

^ Был һәм киләһе абзацта «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 1999 йыл 1 май сығарылышының 19-сы битенән алынған мәғлүмәт килтерелә.

^ РӘСЕМДӘ: мәмерйәләрҙә Шаулдан йәшенеп йөрөгән саҡта, Дауыт Йәһүә биргән һәр нәмә өсөн рәхмәтле булған.

^ РӘСЕМДӘ: Израиль халҡы Мысырҙан сыҡҡас, Йәһүә улар хаҡында ҡайғыртып торған: уларҙың ашарҙарына манна булған, ә кейемдәре туҙмаған.