Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ни өсөн беҙ Иҫкә алыу кисәһенә киләбеҙ?

Ни өсөн беҙ Иҫкә алыу кисәһенә киләбеҙ?

«Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (ЛУКА 22:19).

20-СЕ ЙЫР Ҡәҙерле Улыңды бирҙең

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ниндәй ваҡытта беҙ үлгән яҡындарыбыҙ тураһында күберәк уйлайбыҙ? б) Ғайса тормошоноң һуңғы көнөндә ниндәй йола ғәмәлгә индергән?

 БЕҘ үлгән яҡыныбыҙҙы, күпме генә ваҡыт үтһә лә, онота алмайбыҙ. Ә үлгән көнө килеп етһә, беҙ уның тураһында тағы ла күберәк уйлайбыҙ.

2 Йыл һайын беҙ бөтә донъя буйынса миллионлаған ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә ҡәҙерле дуҫыбыҙ Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алабыҙ (1 Пет. 1:8). Беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, Ғайса үҙ ғүмерен биргән (Матф. 20:28). Ул мәсихселәргә үҙенең үлемен иҫкә алырға ҡушҡан. Тормошоноң һуңғы көнөндә илселәре менән киске аш ашағанда, Ғайса: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ», — тип әйтеп, бер махсус йола ғәмәлгә индергән (Лука 22:19).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә килгәндәрҙең әҙе генә күктә йәшәргә өмөтләнә. Әммә уларҙан тыш, был ваҡиғаға ерҙә йәшәргә өмөтләнгән миллионлаған кеше килә. Был мәҡәләнән беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: ни өсөн был ике төркөм йыл һайын Иҫкә алыу кисәһенә килә һәм был осрашыу уларҙың тормоштарын нисек байыта? Ә иң тәүҙә, әйҙәгеҙ, майланған мәсихселәрҙең ни өсөн Иҫкә алыу кисәһенә килгәнен беләйек.

НИ ӨСӨН МАЙЛАНҒАНДАР КИСӘГӘ КИЛӘ?

4. Ни өсөн майланғандар Иҫкә алыу кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итә?

4 Йыл һайын майланған мәсихселәр Иҫкә алыу кисәһенә килә һәм икмәк менән шараптан ауыҙ итә. Әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең ерҙәге тормошоноң һуңғы кисендә нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Ул үҙенең илселәре менән Ҡотҡарылыу байрамын үткәргәндән һуң Хужаның киске ашын ғәмәлгә индерә. Ул үҙенең 11 тоғро илсеһенә икмәк менән шарап бирә һәм ашап-эсеүҙәрен һорай. Шулай уҡ Ғайса уларға яңы килешеү һәм Батшалыҡ тураһында килешеү хаҡында һөйләй * (Лука 22:19, 20, 28—30). Был ике махсус килешеү илселәргә һәм майланғандарға күктә батшалар һәм руханиҙар булырға мөмкинлек бирә (Асыл. 5:10; 14:1). Шуға күрә майланғандарҙың ерҙә ҡалған өлөшө, йәғни был ике килешеүҙә торғандар ғына Иҫкә алыу кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итә.

5. Майланған мәсихселәр нимәне яҡшы белә?

5 Шулай уҡ Кисәгә килеп, майланған мәсихселәр Йәһүәнең уларға ниндәй киләсәк әҙерләгәне тураһында уйлана. Шул хаҡта уйлап ҡына ҡарағыҙ: был 144 000 мәсихсе серемәҫ тән һәм үлемһеҙлек аласаҡ. Улар данланған Ғайса Мәсих менән хеҙмәт итәсәк һәм хатта Йәһүәнең үҙен күрәсәк! (1 Кор. 15:51—53; 1 Яхъя 3:2). Майланғандар шундай хөрмәткә эйә булғандарын яҡшы белә. Әммә күктәге бүләкте алыр өсөн улар үҙҙәренең үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро ҡалырға тейеш (2 Тим. 4:7, 8). Киләсәктә нимә көткәне тураһында уйланыу майланғандарға шатлыҡ килтерә (Тит. 2:13). Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ни өсөн Кисәгә «бүтән һарыҡтар» ҙа килә икәнен ҡарап сығайыҡ (Яхъя 10:16).

НИ ӨСӨН «БҮТӘН ҺАРЫҠТАР» КИСӘГӘ КИЛӘ?

6. Ни өсөн «бүтән һарыҡтар» Кисәгә килә?

6 «Бүтән һарыҡтар» Иҫкә алыу кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итмәй. Улар был осрашыуға ҡунаҡ һымаҡ килә. 1938 йылда был мәсихселәр Кисәгә беренсе тапҡыр махсус саҡырыу алған. «Күҙәтеү манараһының» 1938 йылдың 1 март сығарылышында (ингл.) бына нимә тиелгән ине: «„Бүтән һарыҡтарҙың“ был байрамға килеүе һәм уны күҙәтеүе бик дөрөҫ һәм урынлы. Был уларға ҙур шатлыҡ килтерергә тейеш һәм килтерә лә». Мәҫәлән, туйҙа ҡунаҡтар яңы өйләнешкән пар өсөн шатлана һәм уларҙы ҡотлар өсөн килә. Шуның шикелле, «бүтән һарыҡтар» ҙа Кисәлә ҡунаҡ булырға шат.

7. Ни өсөн «бүтән һарыҡтарға» Кисәлә яңғыраған телмәрҙе тыңларға оҡшай?

7 Иҫкә алыу кисәһендә «бүтән һарыҡтар» һәм майланған мәсихселәр Йәһүәнең ниндәй киләсәк әҙерләгәне тураһында уйлана. Мәҫәлән, унда Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәр яңғырай. Күбеһенсә был телмәрҙә Мәсих һәм уның 144 000 хакимдашы Меңйыллыҡ идара ваҡытында «бүтән һарыҡтар» өсөн нимә эшләйәсәге тураһында әйтелә. Батшабыҙ Ғайса Мәсихтең етәкселеге аҫтында был хакимдаштар Аллаға тыңлаусан кешеләргә ерҙе ожмахҡа әйләндерергә һәм камиллыҡҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк. Иҫкә алыу кисәһенә килгән миллионлаған кешеләр Изге Яҙмала, мәҫәлән, Ишағыя 35:5, 6; 65:21—23-тә һәм Асылыш 21:3, 4-тә яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе хаҡында уйлана. Үҙҙәрен һәм яҡындарын яңы донъяла күҙ алдына килтереп, улар үҙ өмөттәрен һәм Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләктәрен нығыта (Матф. 24:13; Гал. 6:9).

8. Тағы ни өсөн «бүтән һарыҡтар» Кисәгә килә?

8 «Бүтән һарыҡтарҙың» Кисәгә килеүенә тағы бер сәбәп бар. Улар, шулай эшләп, майланғандарға яратыуҙарын һәм терәк булырға теләгәндәрен күрһәтә. Алла Һүҙендә, майланғандар һәм ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәр араһында тығыҙ бәйләнештәр булыр, тип әйтелгән. Әйҙәгеҙ, был турала бер нисә пәйғәмбәрлек ҡарап сығайыҡ.

9. Зәкәриә 8:23-тә «бүтән һарыҡтарҙың» майланған ҡәрҙәштәргә ҡарата тоғролоғо нисек һүрәтләнә?

9 Зәкәриә 8:23-тө * уҡығыҙ. Был пәйғәмбәрлектә «бүтән һарыҡтарҙың» майланған ҡәрҙәштәренә ҡарата тоғролоғо матур итеп һүрәтләнә. Төрлө телдәрҙә һөйләшкән «барлыҡ халыҡтарҙан булған ун кеше» — ул «бүтән һарыҡтар». Улар: «Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ», — тип әйткәндә, «йәһүдкә», йәғни майланған мәсихселәргә өндәшә (Рим. 2:28, 29). Һеҙ иғтибар иттегеҙме: был ике төркөмдөң берҙәмлеге нисек һүрәтләнә? Пәйғәмбәр әйткәнсә, ун кеше «йәһүдтең кейеменә килеп» тотона. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар майланғандарға булышлыҡ күрһәтә һәм улар менән бергә Йәһүәгә табына. Эйе, «бүтән һарыҡтар» майланған ҡәрҙәштәренә бик яҡын, шуға күрә уларҙың Кисәлә бергә булыуы ғәжәп түгел.

10. Йәзәкил 37:15—19, 24, 25-тә яҙылған пәйғәмбәрлекте Йәһүә нисек үтәгән?

10 Йәзәкил 37:15—19, 24, 25-те * уҡығыҙ. Был пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән? Майланғандар һәм «бүтән һарыҡтар» Йәһүәнең ярҙамы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был пәйғәмбәрлектә ике таяҡ тураһында әйтелә. «Йәһүҙә таяғы» күктән идара итәсәк мәсихселәрҙе символлаштыра, сөнки Израилдә батшалар тап шул ҡәбиләнән булған. Ә «Эфраим таяғы» ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙе символлаштыра. Йәһүә былай ти: «Мин уларҙы бер таяҡ итермен». Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул был ике төркөмдө берләштерер һәм улар Батшабыҙ Ғайса Мәсихтең етәкселеге аҫтында иңгә-иң Аллаға хеҙмәт итер *. Шуға күрә йыл һайын майланғандар һәм «бүтән һарыҡтар» Кисәгә айырым түгел, ә бергә йыйыла. Улар «бер көтөүсенең» ҡайғыртыуы аҫтында булған «бер көтөү» һымаҡ (Яхъя 10:16).

11. Ғайсаның ҡиссаһындағы һарыҡтар Мәсихтең ҡәрҙәштәренә нисек итеп булышлыҡ күрһәтә?

11 Матфей 25:31—36, 40-ты уҡығыҙ. Был ҡиссалағы һарыҡтар кем улар? Һуңғы көндәрҙә йәшәгән һәм ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән тәҡүә кешеләр, йәғни «бүтән һарыҡтар». Улар Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәренә булышлыҡ күрһәтә. Нисек итеп? Тәү сиратта иң мөһим эштә — бөтә донъя буйынса вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ярҙам итә (Матф. 24:14; 28:19, 20).

12, 13. «Бүтән һарыҡтар» Мәсихтең ҡәрҙәштәренә тағы нисек ярҙам итә?

12 Йыл һайын, Кисәгә тиклем бер нисә аҙна ҡалғанда, бөтә донъя буйынса был мөһим ваҡиғаға саҡырыу кампанияһы үткәрелә. «Бүтән һарыҡтар» был кампанияла ысын күңелдән ҡатнаша һәм шулай итеп Мәсихтең ҡәрҙәштәренә ярҙам итә. ( «Һеҙ Иҫкә алыу кисәһенә әҙерләнә башланығыҙмы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Күпселек урындарҙа Кисәгә килгәндәрҙең береһе лә икмәк менән шараптан ауыҙ итмәй. Шулай булһа ла, «бүтән һарыҡтар» Иҫкә алыу кисәһе һәр йыйылышта үтһен өсөн барыһын әҙерләй. Улар Мәсихтең ҡәрҙәштәренә үҙ ярҙамын шатланып тәҡдим итә. Ғайсаның «минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ» тигән һүҙҙәре уларҙың күңелен йылыта (Матф. 25:37—40).

13 Өмөттәре ниндәй генә булһа ла, бөтә мәсихселәрҙең Кисәгә килергә тағы ниндәй сәбәптәре бар?

НИ ӨСӨН БЕҘ БӨТӘБЕҘ ҘӘ КИСӘГӘ КИЛӘБЕҘ?

14. Йәһүә менән Ғайса беҙҙе бик яратҡандарын нисек күрһәткән?

14 Беҙ Йәһүә менән Ғайсаға беҙҙе яратҡандары өсөн бик рәхмәтле. Йәһүәнең беҙҙе яратҡанына күп дәлилдәр бар, әммә дәлилдәрҙең береһе башҡаларына ҡарағанда бөйөгөрәк. Беҙҙең хаҡҡа Алла ҙур ҡорбанға барған. Беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, ул үҙенең ҡәҙерле Улын биргән (Яхъя 3:16). Яфа сигеп үлергә әҙер булыуы менән Ғайса ла беҙҙе бик яратҡанын күрһәткән (Яхъя 15:13). Нимә генә эшләһәк тә, беҙ бер ҡасан да Йәһүә менән Ғайсаның яратыуҙары өсөн түләп бөтә алмаясаҡбыҙ. Әммә уларға рәхмәтле булыуыбыҙҙы тормошобоҙҙоң һәр көнө менән күрһәтә алабыҙ (Кол. 3:15). Кисәгә килеп, беҙ уларҙың мөхәббәтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе һәм үҙебеҙ ҙә уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

15. Ни өсөн майланғандар ҙа, «бүтән һарыҡтар» ҙа йолом өсөн рәхмәтле?

15 Беҙ йолом өсөн рәхмәтле (Матф. 20:28). Йолом ярҙамында майланғандарҙың иҫ киткес өмөттәре бар, шуға күрә улар йолом бүләген бик ҡәҙерләй. Ғайса Мәсихтең ҡорбанына иман итеү нигеҙендә Йәһүә уларҙы тәҡүә тип иғлан итә һәм үҙенең балалары тип һанай (Рим. 5:1; 8:15—17, 23). «Бүтән һарыҡтар» ҙа йолом өсөн рәхмәтле. Ғайса Мәсихтең ҡорбанына иман итеү уларға Аллаға дуҫ булырға һәм изге хеҙмәт башҡарырға мөмкинлек аса, шулай уҡ «ҙур афәт» ваҡытында иҫән ҡалырға өмөт бирә (Асыл. 7:13—15). Майланғандар ҙа, «бүтән һарыҡтар» ҙа йыл һайын Кисәгә килеп рәхмәттәрен белдерә ала.

16. Тағы ни өсөн беҙ Кисәгә киләбеҙ?

16 Бынан тыш, Кисәгә килеп, беҙ Ғайсаға тыңлаусан булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ғайса Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндә: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ», — тип әйткән (1 Кор. 11:23, 24). Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — беҙ был әмерҙе үҙебеҙгә ҡарата ҡулланабыҙ.

КИСӘГӘ КИЛЕҮ ТОРМОШОБОҘҘО НИСЕК БАЙЫТА?

17. Иҫкә алыу кисәһе беҙгә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға нисек ярҙам итә?

17 Иҫкә алыу кисәһе Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә (Яҡ. 4:8). Иҫкә алыу кисәһе беҙгә Йәһүәнең яратыуы һәм ул биргән өмөт тураһында уйланырға мөмкинлек бирә (Ирем. 29:11; 1 Яхъя 4:8—10). Ҡаҡшамаҫ өмөтөбөҙ һәм Йәһүәнең һүрелмәҫ мөхәббәте тураһында уйланғанда, беҙ уны тағы ла нығыраҡ ярата башлайбыҙ һәм уның менән дуҫлығыбыҙ нығый бара (Рим. 8:38, 39).

18. Ғайсаның өлгөһө хаҡында уйланыу беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

18 Иҫкә алыу кисәһе беҙҙе Ғайсанан өлгө алырға дәртләндерә (1 Пет. 2:21). Кисә алдынан Изге Яҙманы уҡығанда, беҙ Ғайсаның ерҙәге һуңғы көндәре, үлеме һәм терелеүе тураһында уйланабыҙ. Ә шулай уҡ телмәрҙе тыңлағанда, беҙ уның яратыуы һәм фиҙаҡәрлеге хаҡында уйлайбыҙ (Ефес. 5:2; 1 Яхъя 3:16). Йыл һайын Кисәгә килеп, беҙ Ғайса тураһында күберәк беләбеҙ һәм уның һымаҡ йәшәргә теләгебеҙ үҫә бара (1 Яхъя 2:6).

19. Алланың һөйөүендә ҡалыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

19 Иҫкә алыу кисәһе «Алла һөйөүендә» ҡалырға теләгебеҙҙе нығыта (Йәһ. 20, 21). Йәһүә беҙҙе яратһын өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып уның йөрәген һөйөндөрөргә, исемен изгеләндерергә һәм әмерҙәрен үтәргә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 27:1; Матф. 6:9, 1 Яхъя 5:3). Кисәлә булыу беҙҙе көн һайын Йәһүәнең яратыуына лайыҡ булып йәшәргә дәртләндерә.

20. Иҫкә алыу кисәһенә килергә беҙҙең ниндәй сәбәптәребеҙ бар?

20 Был мәҡәләнән күреүебеҙсә, һәр мәсихсенең Кисәлә булырға етди сәбәптәре бар. Йыл һайын беҙ был мөһим көндә ҡәҙерле дуҫыбыҙ Ғайса Мәсихте иҫкә алыр өсөн бергә йыйылабыҙ. Әммә иң мөһиме, шулай эшләп, беҙ Йәһүәгә үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул бит, беҙҙең өсөн үҙенең Улын ҡорбан итеп биреп, бөйөк мөхәббәтен күрһәткән. 2022 йылда Иҫкә алыу кисәһе 15 апрель, йома көнө үтәсәк. Беҙ Йәһүәне һәм уның Улын яратабыҙ, шуға күрә, бөтә эштәребеҙҙе ҡалдырып, Ғайса Мәсихтең иҫкә алыу кисәһенә килербеҙ.

16-СЫ ЙЫР Йәһте Улын майлағаны өсөн ололағыҙ!

^ Өмөтөбөҙ ниндәй генә булһа ла — күктә йәшәргә йә ерҙәме — беҙ йыл һайын Иҫкә алыу кисәһен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ни өсөн Кисәгә килергә кәрәк һәм беҙ унан ниндәй фатихалар алабыҙ? Изге Яҙмала быға ҡағылышлы бер нисә сәбәп килтерелә. Әйҙәгеҙ, уларҙы ҡарап сығайыҡ.

^ Яңы килешеү һәм Батшалыҡ тураһындағы килешеү хаҡында күберәк мәғлүмәтте «Күҙәтеү манараһының» 2014 йылдың 15 октябрь сығарылышының 15—17-се биттәрендә «Һеҙ „руханиҙар Батшалығы“ булырһығыҙ» тигән мәҡәләлә (тат.) табып була.

^ Зәкәриә 8:23: «Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә былай ти: „Ул көндәрҙә төрлө телдәрҙә һөйләшкән барлыҡ халыҡтарҙан булған ун кеше бер йәһүдтең кейеменә килеп тотонасаҡ, ныҡлап тотонасаҡ та: „Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек“, — тип әйтәсәк“».

^ Йәзәкил 37:15—19, 24, 25: «Йәһүә миңә тағы былай тине: 16 „Һин, әҙәм улы, бер таяҡ ал да таяҡҡа: „Йәһүҙәгә һәм уның менән берҙәмлектә торған Израиль халҡына“, — тип яҙ. Унан һуң башҡа бер таяҡ ал да шул таяҡҡа: „Эфраим таяғы. Йософҡа һәм уның менән берҙәмлектә торған бөтә Израиль халҡына“, — тип яҙ. 17 Унан һуң был таяҡтар ҡулыңда бер таяҡ булып китһен өсөн, уларҙы бер-береһенә ялға. 18 Халҡың һинән: „Бының барыһы нимә аңлата, әйтмәҫһеңме?“ — тип һорағас, 19 уларға әйт: „Аллаһы Тәғәлә Йәһүә былай ти: „Мин Эфраим ҡулындағы Йософ таяғын һәм уның менән берҙәмлектә торған Израиль ҡәбиләләрен алырмын һәм уларҙы Йәһүҙә таяғына ялғармын. Мин уларҙы бер таяҡ итермен, һәм улар ҡулымда бер таяҡ булыр“. 24 Хеҙмәтсем Дауыт уларҙың батшаһы булыр. Уларҙың барыһын бер көтөүсе көтөр. Улар хөкөм ҡарарҙарым буйынса йәшәр һәм ҡағиҙәләремде ентекләп үтәр. 25 Улар хеҙмәтсем Яҡубҡа үҙем биргән ерҙә — ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә йәшәр. Улар үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла унда мәңге йәшәр. Хеҙмәтсем Дауыт мәңгегә уларҙың башлығы булыр“».

^ Йәзәкил китабының 37-се бүлегендә килтерелгән ике таяҡ тураһындағы пәйғәмбәрлек ентекләберәк «Саф ғибәҙәт торғоҙолған!» тигән китаптың (тат.) 130—135-се биттәрендә 3—17-се абзацтарҙа ҡарала.