2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Ғайсаның ҡустыһынан өйрәнегеҙ
«Алланың һәм... Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!» (ЯҠ. 1:1).
88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Яҡубтың ғаиләһен һүрәтләп бирегеҙ.
ҒАЙСАНЫҢ ҡустыһы Яҡуб * Алла хеҙмәтселәренең ғаиләһендә үҫкән. Уның ата-әсәһе, Йософ менән Мәрйәм, Йәһүәне ныҡ яратҡан. Бынан тыш, уның ағаһы Ғайса вәғәҙә ителгән Мәсих булып китергә тейеш булған. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Яҡубҡа ниндәй ғаиләлә тыуып үҫеү бәхете тейгән.
2. Ни өсөн Яҡуб үҙ ағаһы менән һоҡлана алған?
2 Яҡубтың үҙ ағаһы менән һоҡланырлыҡ сәбәптәре бик күп булған (Матф. 13:55). Мәҫәлән, Ғайса 12 йәшендә үк Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән, хатта белемдәре менән ҡанун уҡытыусыларын хайран ҡалдырған (Лука 2:46, 47). Яҡуб, моғайын, Ғайса менән бергә балта эше менән шөғөлләнгәндер. Шулай итеп бергә эшләгәндә, Яҡуб Ғайсаны тағы ла яҡшыраҡ белә алған. Нейтан Норр * ҡәрҙәш әйтмешләй, кешене яҡшы белергә теләһәң, уның менән бергә эшләп ҡара. Лука 2:52-лә былай тип әйтелә: «Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған». Әлбиттә, Яҡуб бының барыһын да күргән. Шуға күрә Яҡуб Ғайсаның беренсе шәкерттәренең береһе була алған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай булмаған.
3. Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә, Яҡуб уға нисек ҡараған?
3 Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә, Яҡуб уға ышанмаған (Яхъя 7:3—5). Бәлки, туғандары Ғайсаны аҡылдан яҙған тип һанағанда, Яҡуб уларҙың араһында булғандыр (Марк 3:21). Һәм Ғайса язалап үлтерелгәндә, әсәһе Мәрйәм менән бергә Яҡуб та булған тип, Изге Яҙманың бер ерендә лә әйтелмәй (Яхъя 19:25—27).
4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
4 Һуңыраҡ Яҡуб Ғайсаға иман итә башлаған һәм хатта хөрмәтле өлкән булып киткән. Был мәҡәләлә Яҡубтың миҫалынан ниндәй ике һабаҡ алып булғанын ҡарап сығырбыҙ: 1) Нисек баҫалҡы булырға? 2) Нисек яҡшы уҡытыусы булырға?
ЯҠУБ ҺЫМАҠ, БАҪАЛҠЫ БУЛЫҒЫҘ
5. Терелгән Ғайса менән осрашыу Яҡубҡа нисек тәьҫир иткән?
5 Яҡуб ҡасан Ғайсаның шәкерте булып киткән? Ғайса терелеп, «Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә» күренгәндән һуң (1 Кор. 15:7). Был осрашыу Яҡубтың тормошон ныҡ үҙгәрткән. Илселәр Иерусалимда «өҫкө ҡаттағы бүлмәлә» изге рухтың төшөүен көткән саҡта, Яҡуб та улар менән бергә булған (Ғәм. 1:13, 14). Һуңыраҡ Яҡуб беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булып хеҙмәт иткән (Ғәм. 15:6, 13—22; Гал. 2:9). Шулай уҡ б. э. 62 йылынан алдараҡ изге рух уны майланған мәсихселәргә хат яҙырға дәртләндергән. Беҙ күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, был хат беҙҙең өсөн дә файҙалы (Яҡ. 1:1). Иосиф Флавийҙың әйтеүе буйынса, Яҡубты йәһүдтәрҙең баш руханийы Кесе Ананияның бойороғо буйынса язалап үлтергәндәр. Яҡуб үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро булған.
6. Яҡуб дин етәкселәренән нимә менән айырылып торған?
6 Яҡуб баҫалҡы булған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Яҡуб та, дин етәкселәре лә Ғайсаның Алла Улы булғанына күп дәлилдәр күргән. Яҡуб нисек эш иткән? Ул яңылышҡанын баҫалҡылыҡ менән таныған һәм Ғайсаға ышанған. Бының менән ул дин етәкселәренән ныҡ айырылып торған. Мәҫәлән, улар Ғайсаның Лазарҙы терелткәнен яҡшы белгән, әммә Ғайсаны Йәһүә ебәргәнен таныр урынына, улар Лазарҙы ла, Ғайсаны ла үлтерергә һөйләшкән (Яхъя 11:53; 12:9—11). Ә һуңыраҡ, Ғайса терелгәс, был хәлде кешеләрҙән йәшерер өсөн улар бар көстәрен һалған (Матф. 28:11—15). Ғорурлыҡ арҡаһында дин етәкселәре Мәсихте ҡабул итмәгән.
7. Ни өсөн беҙгә ғорур булырға ярамай?
7 Һабаҡ: ғорур булмағыҙ, Йәһүәнән өйрәнегеҙ. Ҡайһы бер йөрәк ауырыуҙары арҡаһында ҡан тамырҙары ҡата һәм йөрәккә яҡшы эшләргә ҡамасаулай. Шуның шикелле, беҙҙең символик йөрәгебеҙ ҙә ғорурлыҡ арҡаһында тупаҫланып китергә һәм Алланың күрһәтмәләрен кире ҡаға башларға мөмкин. Фарисейҙарҙың йөрәктәре шул тиклем ҡатҡан булған, хатта Ғайсаның Мәсих икәненә ҡаҡшамаҫ дәлилдәр булһа ла, улар «бер ни ҙә күрергә» теләмәгән (Яхъя 12:37—40). Ғорурлыҡ арҡаһында улар үҙҙәрен мәңгелек тормоштан мәхрүм иткән (Матф. 23:13, 33). Уларҙың миҫалынан күренеүенсә, шулай эш итеүе аҡылһыҙ. Әйҙәгеҙ, Алла Һүҙенә беҙҙе үҙгәртергә һәм уйҙарыбыҙ менән эштәребеҙгә тәьҫир итергә ҡамасауламайыҡ (Яҡ. 3:17). Баҫалҡы булғанға, Яҡуб Йәһүәнән өйрәнергә әҙер булған. Шулай уҡ баҫалҡылыҡ уға яҡшы уҡытыусы булып китергә ярҙам иткән.
ЯҠУБ ҺЫМАҠ, ОҪТА УҠЫТЫУСЫЛАР БУЛЫҒЫҘ
8. Беҙгә яҡшы уҡытыусылар булып китергә нимә ярҙам итер?
8 Яҡубтың махсус белемдәре булған, тип әйтеп булмай. Дин етәкселәре Петр менән Яхъяны «белемдәре аҙ» ябай кешеләр тип һанаған (Ғәм. 4:13). Моғайын, улар Яҡубҡа ла шулай уҡ ҡарағандыр. Ләкин Яҡубтың хатын уҡығанда, уның ни тиклем оҫта уҡытыусы булып киткәнен күрәбеҙ. Бәлки, беҙҙең дә Яҡубтыҡы һымаҡ махсус белемдәребеҙ юҡтыр, әммә беҙ яҡшы уҡытыусылар булып китә алабыҙ. Беҙгә был яҡтан Йәһүәнең изге рухы һәм ойошмаһы биргән өйрәтеү ярҙам итә. Яҡуб уҡытыу яғынан беҙгә ниндәй өлгө ҡалдырған? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.
9. Кешеләрҙе өйрәткәндә, беҙ Яҡубтан ниндәй өлгө ала алабыҙ?
9 Яҡуб сиктән тыш аҡыллы һүҙҙәр һәм ҡатмарлы аңлатмалар ҡулланмаған. Яҡубтың хатын уҡыған кешеләр нимә һәм нисек эшләргә кәрәк икәнен яҡшы аңлай. Мәҫәлән, Яҡуб, мәсихселәр ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда ҡаты бәғерле булып китергә тейеш түгел, тип өйрәткән. Иғтибар итегеҙ, ниндәй ябай һүҙҙәр менән ул был фекерҙе кешеләргә еткергән: «Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле» (Яҡ. 5:11). Өйрәткәндә, Яҡуб Алла Һүҙенә таянған. Ул, Әйүптең миҫалын килтереп, Йәһүә үҙенә тоғро булғандарҙы һәр ваҡыт фатихалай икәнен күрһәткән. Яҡуб фекерҙәрҙе аңлайышлы һәм ябай итеп еткергән. Шулай итеп ул кешеләрҙең иғтибарын үҙенә түгел, ә Йәһүәгә йүнәлткән.
10. Беҙгә Яҡубтың ниндәй өйрәтеү ысулына өйрәнергә кәрәк?
10 Һабаҡ: ябай итеп һөйләгеҙ һәм Алла Һүҙенә нигеҙләнеп өйрәтегеҙ. Беҙҙең кешеләрҙе күп белемдәребеҙ менән һоҡландырырға маҡсатыбыҙ юҡ. Киреһенсә, беҙ Йәһүәнең ни тиклем зирәк Алла икәнен һәм кешеләр хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡанын күрһәтергә теләйбеҙ (Рим. 11:33). Шуға күрә беҙгә кешеләр менән һөйләшкәндә, Изге Яҙманы ҡулланырға кәрәк. Әйтәйек, өйрәнеүсе һеҙҙән кәңәш һорай, ти. Үҙегеҙҙең нисек эш итерегеҙ тураһында әйтер урынына, уны Изге Яҙмалағы миҫалдар өҫтөндә уйланырға һәм Йәһүәнең хистәрен иҫәпкә алырға өйрәтегеҙ. Шул саҡта өйрәнеүсегеҙ һеҙҙе түгел, ә Йәһүәне шатландырырға теләр.
11. Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең ниндәй етешһеҙлектәре булған һәм Яҡуб уларға ниндәй кәңәш биргән? (Яҡуб 5:13—15).
11 Яҡуб ауырлыҡтарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Яҡубтың хатынан күренеүенсә, ул ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәре тураһында белгән. Уларға нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен ул асыҡ итеп әйткән. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр белгәндәрен ҡулланырға ашыҡмаған (Яҡ. 1:22). Башҡалар байҙар менән ярлыларға бер тигеҙ ҡарамаған (Яҡ. 2:1—3). Ә кемдер телен тыя белмәгән (Яҡ. 3:8—10). Был ауырлыҡтар етди булһа ла, Яҡуб ҡәрҙәштәрен булдыҡһыҙ тип һанамаған. Ул уларға игелек менән тура кәңәш биргән һәм рухи яҡтан көсһөҙләнгәндәрҙе өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә дәртләндергән. (Яҡуб 5:13—15-те уҡығыҙ.)
12. Өйрәнеүсегә ярҙам иткәндә, нисек ыңғай ҡараш һаҡларға?
12 Һабаҡ: айыҡ ҡараш һаҡлағыҙ, шул уҡ ваҡытта яҡшыға өмөтләнегеҙ. Күпселек өйрәнеүселәргә белгәндәрен ҡулланыуы еңел түгел (Яҡ. 4:1—4). Тиҙ арала насар ғәҙәттәрҙән арынып һәм мәсихселәргә хас сифаттарҙы үҫтереп булмай. Кешегә нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен тура әйтер өсөн беҙгә, Яҡубҡа һымаҡ, ҡыйыулыҡ кәрәк. Әммә шул уҡ ваҡытта ыңғай ҡараш һаҡлауы бик мөһим: Йәһүә баҫалҡы кешеләрҙе үҙенә йәлеп итер һәм уларға яҡшы яҡҡа үҙгәрергә көс бирер (Яҡ. 4:10).
13. Яҡуб нимәне таныған? (Яҡуб 3:2).
13 Үҙе тураһында кәрәгенән артыҡ уйламаған. Ғайсаның ҡустыһы булғанға һәм йыйылышта яуаплы вазифалар үтәгәнгә, ул үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя ала тип уйламаған. Киреһенсә, Яҡуб уларға йылы итеп «ҡәҙерле имандаштарым» тип өндәшкән (Яҡ. 1:16, 19; 2:5). Шулай уҡ үҙен башҡалар алдында камил кеше һымаҡ тотмаған. «Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ», — тип әйткәндә, ул үҙен дә күҙ уңында тотҡан. (Яҡуб 3:2-не уҡығыҙ.)
14. Ни өсөн беҙгә хаталарыбыҙҙы танырға кәрәк?
14 Һабаҡ: беҙ барыбыҙ ҙа күп хаталар яһайбыҙ. Беҙ үҙебеҙҙе өйрәнеүсебеҙҙән яҡшыраҡ тип һанарға тейеш түгел. Әгәр өйрәнеүсебеҙ беҙҙең турала, улар бер ваҡытта ла хаталанмай, тип уйлаһа, был нимәгә килтерер? Шул саҡта ул, мин бер ҡасан да Алланың принциптары буйынса йәшәй алмаҫмын, тип уйларға мөмкин. Шуға күрә өйрәнеүсегеҙгә һеҙҙең үҙегеҙгә лә ҡайһы саҡта Изге Яҙманың принциптары буйынса эш итеүе еңел булмағаны тураһында әйтегеҙ. Һәм Йәһүә етешһеҙлектәрегеҙ менән көрәшергә нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләгеҙ. Шул саҡта ул да Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китә алғанына шикләнмәҫ.
15. Яҡуб килтергән миҫалдарҙың ниндәй яҡшы яғы бар? (Яҡуб 3:2—6, 10—12).
15 Яҡуб яҡшы тура килгән миҫалдар ҡулланған. Әлбиттә, уға был яҡтан изге рух ярҙам иткән. Шулай уҡ ул, моғайын, үҙ ағаһынан күпкә өйрәнгәндер, сөнки уның ағаһы бик яҡшы уҡытыусы булған. Яҡуб үҙенең хатында кәрәкмәгән нескәлектәр килтермәй, шуға күрә ундағы һабаҡтарҙы нисек ҡулланып булғанын аңлауы еңел. (Яҡуб 3:2—6, 10—12-не уҡығыҙ.)
16. Ни өсөн яҡшы миҫалдар килтерергә кәрәк?
16 Һабаҡ: яҡшы миҫалдар килтерегеҙ. Әгәр һеҙ нимәнелер һүҙҙәр менән яҡшы һүрәтләп бирһәгеҙ, һеҙҙе тыңлаған кешеләр был һүрәтте күргән һымаҡ була. Һеҙ һөйләгәнде улар күҙ алдына килтерә ала. Шундай миҫалдар өйрәнеүселәргә Изге Яҙмалағы мөһим хәҡиҡәттәрҙе хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итер. Ғайса миҫалдарҙы бик оҫта итеп килтергән һәм уның ҡустыһы Яҡуб та был яҡтан уңышҡа өлгәшкән. Әйҙәгеҙ, Яҡубтың хатында килтерелгән бер миҫалды ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
17. Ни өсөн Яҡуб 1:22—25-тә килтерелгән миҫалды уңышлы тип атап була?
17 Яҡуб 1:22—25-те уҡығыҙ. Көҙгө тураһындағы миҫалды бик уңышлы тип атап була. Яҡуб Изге Яҙманы уҡыған кешеләргә ниндәй фекер еткерергә теләгәнен яҡшы аңлаған. Алла Һүҙе тормошобоҙға тәьҫир итә алһын өсөн, уны уҡыу ғына әҙ — белгәндәрҙе ҡулланырға кәрәк. Яҡуб килтергән миҫал барыһына ла таныш булған: һәр кеше көҙгөгә ҡарай. Улай булғас, миҫалдың мәғәнәһе нимәлә? Әгәр беҙ, көҙгөлә сәсебеҙҙең ялбырап киткәнен күреп, уны тарамаһаҡ, был аҡылһыҙ булыр ине. Шуның шикелле, Изге Яҙма ярҙамында үҙебеҙҙең етешһеҙлектәребеҙҙе күреп, уларҙы төҙәтмәһәк, был аҡылһыҙ булыр.
18. Миҫалдар килтергәндә, ниндәй өс яҡты иҫәпкә алырға кәрәк?
18 Күреүебеҙсә, яҡшы миҫал килтерер өсөн өс яҡты иҫәпкә алырға кәрәк: 1) миҫал беҙ аңлатҡан фекергә тура килергә тейеш; 2) ул тыңлаусыларға аңлайышлы булырға тейеш; 3) алған һабаҡты нисек ҡулланып булғанын аңлатыу мөһим. Әгәр һеҙгә яҡшы миҫалдар уйлап сығарыуы ауыр булһа, «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексында» (урыҫ) «Миҫалдар» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшағанын һайлағыҙ. Шул уҡ ваҡытта бына нимәне иҫәпкә алыу мөһим: миҫалдар — улар микрофон һымаҡ һәм уларҙың ярҙамында һеҙ әйтергә теләгән фекерҙәр көслөрәк яңғырай. Ә был тик төп фекерҙәргә генә ҡағыла. Әлбиттә, беҙ яҡшы миҫалдарҙы маҡтаныр өсөн түгел, ә мөмкин тиклем күберәк кешеләргә Йәһүәнең бәхетле ғаиләһенә ҡушылырға ярҙам итер өсөн ҡулланабыҙ.
19. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ нимәлә күренер?
19 Яҡубтан айырмалы булараҡ, беребеҙҙең дә камил ағайыбыҙ юҡ. Шулай ҙа беҙ ҡәрҙәштәр менән бергә ҙур ғаиләлә Йәһүәгә хеҙмәт итә алабыҙ. Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе бик яратабыҙ, шуға күрә улар менән бергә ваҡыт үткәрәбеҙ, уларҙан өйрәнәбеҙ, вәғәздә һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә иңгә-иң хеҙмәт итәбеҙ. Яҡубтың үҙ-үҙенә нисек ҡарауы, башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүе, тәртибе һәм өйрәтеүе беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Әгәр уға оҡшарға тырышһаҡ, беҙ Йәһүәне данларбыҙ һәм эскерһеҙ кешеләргә күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итербеҙ.
114-СЕ ЙЫР «Сабыр булығыҙ»
^ Яҡуб Ғайса менән бер ғаиләлә үҫкән. Ул Алланың камил Улын үҙенең күпселек замандаштарынан яҡшыраҡ белгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, Яҡуб йыйылыштар өсөн терәк булып киткән. Был мәҡәләлә беҙ Яҡубтың нисек йәшәгәнен, нимәгә өйрәткәнен белербеҙ һәм унан нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.
^ Аңларға еңелерәк булһын өсөн, беҙ Яҡубты Ғайсаның ҡустыһы тип атайбыҙ. Ысынында улар бер туған булмаған. Уларҙың әсәләре генә бер булған. Күрәһең, Инжилдәге «Яҡубтың хаты» тип аталған китапты тап ул яҙған.
^ Нейтан Норр Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән. Уның ерҙәге тормошо 1977 йылда тамамланған.
^ РӘСЕМДӘ: телде тыя белергә кәрәк икәнен аңлатыр өсөн Яҡуб уны ут менән сағыштырған.