Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

Йәһүә һеҙгә ауыр ваҡыттарҙы йырып сығырға ярҙам итер

Йәһүә һеҙгә ауыр ваҡыттарҙы йырып сығырға ярҙам итер

«Алла [һеҙҙе] ...ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк» (1 ПЕТ. 5:10).

ТӨП ФЕКЕР

Ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәнән ярҙам алыр өсөн нимә эшләп була?

1, 2. Йәһүәнең хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

 ФАЖИҒӘЛЕ хәл кешенең тормошон күҙ асып йомғансы үҙгәртергә мөмкин. Мәҫәлән, Луи́с a ҡәрҙәштә һирәк осрай торған яман шеш тапҡандар. Табиптың әйтеүенсә, уға бер нисә ай ғына йәшәргә ҡалған. Мо́ника ире менән ашҡынып хеҙмәт иткән. Бер ваҡыт ул өлкән булып хеҙмәт иткән иренең күп йылдар дауамында уға хыянат итеп йөрөгәнен белеп ҡалған. Кейәүҙә булмаған Оли́вияға ашығыс рәүештә өйөнән китергә кәрәк булған, сөнки улар йәшәгән ерҙә тәбиғәт афәте башланған. Ул әйләнеп ҡайтҡас, өйөнөң урынында тик емереклектәр генә ҡалған. Луис, Моника һәм Оливия ҡәрҙәштәрҙең тормошо бер мәлдә үҙгәргән. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙо аҫтын-өҫкә әйләндергән хәл булдымы?

2 Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итһәк тә, беҙ башҡа кешеләр кеүек ауырлыҡтар кисерәбеҙ һәм ауырыйбыҙ. Бынан тыш, Алла халҡын нәфрәт иткән кешеләрҙең ҡаршы килеүҙәре һәм эҙәрләүҙәре менән осрашабыҙ. Йәһүә беҙҙе ундай ауырлыҡтарҙан яҡлап тормаһа ла, беҙгә ярҙам итергә әҙер (Ишағ. 41:10). Уның ярҙамы менән беҙ шатлыҡлы булып ҡалабыҙ, яҡшы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ һәм хатта иң ауыр осраҡтарҙа уға тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Был мәҡәләлә Йәһүәнең беҙгә ярҙам итер өсөн ниндәй дүрт ысул ҡулланғанын ҡарап сығырбыҙ һәм ярҙам алыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк икәнен белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ ЯҠЛАЯСАҠ

3. Ҡайғы-хәсрәт менән осрашҡанда беҙ үҙебеҙҙе нисек хис итәбеҙ?

3 Ауырлыҡ. Тормошобоҙҙа ҡайғы-хәсрәт булғанда беҙ үҙебеҙҙе юғалып киткәндәй тоябыҙ. Беҙгә аныҡ фекер йөрөтөүе һәм ҡарарҙар ҡабул итеүе бик ауыр. Ни өсөн? Сөнки йөрәк әрнеүгә түҙә алмай, ә хис-тойғолар уйҙарыбыҙҙы томалай. Юғарыла иҫкә алынған ике ҡәрҙәшебеҙ үҙ хистәрен бына нисек һүрәтләй. Оливия былай ти: «Тәбиғәт афәтендә өйөм емерелгәс, мин бушлыҡ тойҙом һәм нимә эшләргә лә белмәнем». Ире хыянат иткән Моника былай тип бүлешә: «Минең менән шундай хәл булыр тип, бер ҙә уйламағайным. Нимә хис иткәнемде һүҙҙәр менән әйтеп биргеһеҙ. Мин үҙемде иҙелгәндәй тойҙом һәм йөрәгем селпәрәмә килгәндәй булды. Хатта көндәлек эштәрҙе эшләргә лә хәлем юҡ ине». Хис-тойғолар биләп алғанда, Йәһүә ниндәй ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә?

4. Филиптарға 4:6, 7-лә әйтелгәнсә, Йәһүә беҙгә нимә бирергә вәғәҙә итә?

4 Йәһүә нимә эшләй? Йәһүә беҙгә үҙенең «именлеген», йәғни тыныслығын, бирергә вәғәҙә итә. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Ундай тыныслыҡҡа Йәһүәнең яҡын дуҫтары ғына эйә. Ул «һәр аҡылдан юғарыраҡ», йәғни беҙ күҙ алдына килтерә алған нәмәләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Һеҙҙең берәй ҡасан ҡайнар доға ҡылғандан һуң иҫ киткес тыныслыҡ тойғанығыҙ булдымы? Был — тап Йәһүә биргән «Алла именлеге».

5. «Алла именлеге» нисек уй-фекерҙәребеҙҙе һәм йөрәктәребеҙҙе һаҡлай?

5 Шул уҡ аятта «Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар» тип әйтелә. Грек телендә «һаҡлау» тигән һүҙ хәрби терминологиянан алынған. Был һүҙ боронғо ваҡытта нығытылған ҡалаларҙы һаҡлаған һалдаттар отрядына ҡарата ҡулланылған. Ул ҡалала йәшәүселәр, һалдаттарҙың ҡаланы һаҡлауын белеп, тыныс йоҡлай алған. Шуның шикелле, беҙ Алла именлегенә эйә булғанда, йөрәгебеҙҙә һәм аҡылыбыҙҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә (Зәб. 4:8). Хәлебеҙ шунда уҡ үҙгәрмәһә лә, беҙ йән тыныслығы тоябыҙ. Самуил пәйғәмбәрҙең әсәһе Анна ла үҙен шулай хис иткән (1 Сам. 1:16—18). Ә тыныс ҡалғанда беҙ аныҡ фекер йөрөтәбеҙ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ.

«Алла именлеге» йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе тынысландырғансы доға ҡылығыҙ. (4—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


6. «Алла именлеген» тойор өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

6 Беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Нимәлер борсоғанда, образлы әйткәндә, һаҡсыларҙы саҡыртығыҙ. Быны нисек эшләп була? Тынысланғансы доға ҡылығыҙ (Лука 11:9; 1 Фес. 5:17). Луисҡа бер нисә ай йәшәргә ҡалғаны тураһында ишеткәс, улар ҡатыны А́нэ менән нисек эш иткән? Луис ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Шундай ваҡыттарҙа дауаланыуға ҡағылышлы һәм башҡа ҡарарҙар ҡабул итеү еңел түгел. Ләкин төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн, беҙ һәр ваҡыт доға ҡылдыҡ». Луис ҡатыны менән, уй-фекерҙәрен һәм йөрәктәрен тынысландырыуын һорап, Йәһүәгә доға ҡылған. Улар ҡат-ҡат ялбарып доға ҡылыуҙарына Йәһүәнең нисек яуап ҡайтарғанын күргән. Әгәр һеҙ хәҙер шундай көсөргәнешле хәлдә булһағыҙ, өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Шул саҡта йөрәгегеҙҙе һәм уй-фекерегеҙҙе яҡлаған «Алла именлеген» тойорһоғоҙ (Рим. 12:12).

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ ҠАҠШАМАҪЛЫҠ ИТӘСӘК

7. Етди һынауҙар беҙҙе нисек ҡаҡшатырға мөмкин?

7 Ауырлыҡ. Көслө дауыл ваҡытында тулҡындар карапты бер яҡтан икенсе яҡҡа ырғытҡан кеүек, етди һынауҙар ҙа беҙҙе бер яҡтан икенсе яҡҡа ырғытырға мөмкин. Беҙ төрлө хис-тойғоларға биреләбеҙ. Иренең үлеменән һуң Анэ ҡәрҙәш тә төрлө хистәр тойған. Ул былай тип бүлешә: «Бушлыҡ хисе баҫылғандан һуң мин үҙемде йәлләй башланым. Иремдең янымда булмағанына мин ныҡ асыуландым». Анэ үҙен яңғыҙ тойған. Элек уның ире хәл иткән һорауҙар хәҙер уның елкәһенә төшкән. Уның хистәре ҡайһы саҡта ҡоторонған дингеҙ кеүек булған. Шундай хистәр өҫтөбөҙгә ябырылғанда, Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә?

8. 1 Петр 5:10-да ниндәй ышандырыу табабыҙ?

8 Йәһүә нимә эшләй? 1 Петр 5:10-да әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙе ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. (1 Петр 5:10-ды уҡығыҙ.) Дауыл ваҡытында карап ныҡ сайҡала башлай. Түңкәрелмәһен өсөн караптың ике яғында, һыу аҫтында, махсус ҡанаттары бар. Был ҡанаттар карапты сайҡалыуҙан һаҡлай, шуға күрә пассажирҙар ҡурҡмай һәм рәхәтләнеп сәйәхәт итә. Шуныһы ҡыҙыҡ: карап йөҙөп барғанда был ҡанаттар яҡшыраҡ эшләй. Шуның шикелле, ауыр ваҡыттарҙа тоғро хеҙмәтебеҙҙе дауам итһәк, Йәһүә беҙҙе ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.

Күңел тыныслығы табыр өсөн Изге Яҙманы өйрәнеү ҡоралдарын ҡулланығыҙ. (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


9. Изге Яҙманы тикшереү өсөн ҡоралдар һеҙгә нисек күңел тыныслығы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Хистәр тулҡыны ябырылғанда, нимә ярҙам итер? Доға ҡылыуығыҙҙы, осрашыуҙарға йөрөүегеҙҙе, вәғәзләүегеҙҙе дауам итегеҙ. Әлбиттә, һеҙ элекке кеүек күпте башҡара алмаҫһығыҙ, һәм Йәһүә һеҙҙән быны көтмәй ҙә. (Лука 21:1—4 менән сағыштырығыҙ.) Шәхси өйрәнеү һәм уйланыу өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Ни өсөн был бик мөһим? Алла һеҙгә күңел тыныслығы һаҡлап ҡалыр өсөн үҙ ойошмаһы аша иҫ киткес мәҡәләләр һәм видеояҙмалар бирә. Уларҙы табыр өсөн, JW Library® ҡушымтаһы, «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы» (урыҫ) һәм «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» (урыҫ) тигән ҡоралдарҙы ҡулланығыҙ. Хистәре ҡоторонғанда Моника тап шулай эш иткән дә. Мәҫәлән, ул «асыу», «хыянат», «тоғролоҡ» тигән һүҙҙәр буйынса тикшеренеүҙәр үткәргән. Шунан ул тапҡан мәҡәләләрҙе тынысланғансы уҡыған. Ул былай тип бүлешә: «Эҙләү юлына кәрәкле һүҙҙе индергәндә мин үҙемде борсолған итеп хис итә торғайным. Ә һуңынан Йәһүәнең йылы ҡосаҡлауын һиҙә торғайным. Уҡығанда Йәһүәнең мине һәм хистәремде яҡшы белгәнен һәм ярҙам иткәнен күрә инем». Алланың шундай нығытыуы һеҙгә лә күңел тыныслығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер (Зәб. 119:143, 144).

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ ТАЯНЫСЫБЫҘ

10. Көсөргәнешле хәл беҙҙе нисек йонсоторға мөмкин?

10 Ауырлыҡ. Көсөргәнешле хәл беҙҙе физик яҡтан да, эмоциональ яҡтан да йонсота. Беҙ аяғын ауырттырған спортсыға оҡшашбыҙ. Ул ҡасандыр шәп йүгерә алған, ә хәҙер аҡһай-аҡһай саҡ атлап йөрөй. Элек еңел генә эшләй алған эште хәҙер саҡ башҡарабыҙ һәм элек шатлыҡ килтергән эш инде беҙҙе шатландырмай. Бәлки, беҙҙең Ильяс пәйғәмбәрҙеке кеүек торорға ла хәлебеҙ юҡтыр, тик йоҡобоҙ килеп кенә торалыр (1 Бат. 19:5—7). Беҙ көсһөҙләнгәндә, Йәһүә беҙҙең өсөн нимә эшләргә вәғәҙә итә?

11. Зәбур 94:18-ҙә әйтелгәнсә, Йәһүәнең ярҙамы нимәлә сағыла?

11 Йәһүә нимә эшләй? Ул беҙҙең таянысыбыҙ булырға вәғәҙә итә. (Зәбур 94:18-ҙе уҡығыҙ.) Аяғын ауырттырған спортсыны иҫкә төшөрәйек. Ярҙамсыһы булмаһа, ул үҙе атлап йөрөй алмай. Шуның шикелле, беҙ ҙә, таянысыбыҙ булмаһа, Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итә алмайбыҙ. Шундай саҡтарҙа ҡайғыртыусан Атайыбыҙ: «Мин, Аллаң Йәһүә, һине уң ҡулыңдан тотоп торам, һиңә: „Ҡурҡма. Мин һиңә ярҙам итермен“», — тип беҙҙе ышандыра (Ишағ. 41:13). Дауыт батша быны үҙе татыған. Тормошоноң ауыр сағында, дошмандары уны эҙәрләгәндә, ул Йәһүәгә: «Уң ҡулың миңә ярҙам итә», — тигән (Зәб. 18:35). Ләкин Йәһүә беҙҙе нисек нығыта һуң?

Ғаиләгеҙҙең, дуҫтарығыҙҙың һәм өлкәндәрҙең ярҙамын ҡабул итегеҙ. (11—13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


12. Беҙ көсһөҙләнгәндә, Йәһүә нисек ярҙам итә ала?

12 Йәһүә йыш ҡына беҙгә башҡа кешеләр аша ярҙам итә. Мәҫәлән, Дауыт көсһөҙләнгәндә, дуҫы Йонафан уның өсөн таяныс булған. Ул Дауыт янына килгән һәм игелекле һүҙҙәре менән уны рухландырған (1 Сам. 23:16, 17). Ә Ильяс пәйғәмбәргә ярҙам итер өсөн, Йәһүә Елисейҙы һайлаған (1 Бат. 19:16, 21; 2 Бат. 2:2). Бөгөн Йәһүә беҙҙе ғаилә, дуҫтар йә йыйылыш өлкәндәре аша нығыта ала. Күңел һыҙланғанда, беҙ бер кемде лә күрергә теләмәйбеҙ һәм башҡаларҙан ситләшәбеҙ. Әлбиттә, шундай хистәр тәбиғи. Шулай ҙа беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк. Уны нисек алып була?

13. Йәһүә беҙгә ярҙам итә алһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Ауыр булһа ла, башҡаларҙан ситләшмәгеҙ. Башҡаларҙан ситләшкән кеше йыш ҡына иғтибарын үҙенә һәм үҙенең проблемаларына туплай, ә был уға аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасаулай (Ғиб. һүҙ. 18:1). Әлбиттә, бөтәбеҙгә ваҡыт-ваҡыт, айырыуса ҡайғы кисергәндә, яңғыҙ ҡалырға кәрәк. Әммә оҙаҡ ваҡыт дауамында башҡаларҙан ситләшһәк, беҙ асылда Йәһүәнән ситләшәбеҙ һәм уға үҙебеҙгә ярҙам итергә мөмкинлек бирмәйбеҙ. Шуға күрә нисек кенә ауыр булмаһын, ғаиләгеҙҙең, дуҫтарығыҙҙың һәм йыйылыш өлкәндәренең ярҙамынан баш тартмағыҙ. Онотмағыҙ, Йәһүә йыш ҡына улар аша эш итә (Ғиб. һүҙ. 17:17; Ишағ. 32:1, 2).

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ ЙЫУАТАСАҠ

14. Нимә арҡаһында беҙҙең ҡотобоҙ алына?

14 Ауырлыҡ. Изге Яҙмала Алланың тоғро хеҙмәтселәренең һүҙҙәре яҙылған. Дошмандары уларҙы эҙәрләгәндә, улар ҡурҡыуға төшкән һәм ҡалтыраған, тип әйтелә (Зәб. 18:4; 55:1, 5). Ҡайһы саҡта ниндәйҙер ваҡиғалар арҡаһында беҙҙең дә ҡотобоҙ оса. Беҙ ҙә ғаиләлә, мәктәптә, эштә ҡаршылыҡтар менән йәиһә хөкүмәт яғынан эҙәрләүҙәр менән осрашабыҙ. Йә булмаһа, беҙҙең етди ауырып китеүебеҙ бар. Шундай ваҡыттарҙа беҙ үҙебеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалған сабый кеүек тоябыҙ. Йәһүә шул саҡтарҙа нисек эш итә?

15. Зәбур 94:19 буйынса, Йәһүә нимә вәғәҙә итә?

15 Йәһүә нимә эшләй? Ул беҙҙе йыуата һәм тынысландыра. (Зәбур 94:19-ҙы уҡығыҙ.) Күк күкрәүенән ҡурҡып йоҡлай алмаған бәләкәй ҡыҙыҡайҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Атаһы уның янына килеп, уны ҡулына ала ла ҡыҙы йоҡлап киткәнсе бәүелтә. Тышта ел-ямғыр туҡтамаһа ла, ҡыҙға атаһының ҡосағында йылы һәм рәхәт. Ныҡ ҡурҡҡанда беҙҙең дә күктәге Атабыҙҙың йылы ҡосағында булғыбыҙ килә. Йәһүә беҙҙе йыуатһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Күктәге Атағыҙға Изге Яҙма аша үҙегеҙҙе йыуатырға мөмкинлек бирегеҙ. (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


16. Йәһүә беҙҙе йыуатһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Йәһүә менән ваҡыт үткәрегеҙ. Уға йыш доға ҡылығыҙ һәм уның Һүҙен уҡығыҙ (Зәб. 77:1, 12—14). Әгәр һеҙҙең шундай ғәҙәтегеҙ булһа, стресс кисергәндә һеҙ иң тәүҙә ярҙам һорап уға доға ҡылырһығыҙ. Йәһүәгә бөтә борсолоуҙарығыҙ һәм ҡурҡыуҙарығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Ә шунан һуң уның Изге Яҙма аша һеҙгә нимә әйткәнен тыңлағыҙ. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙе уның ҡосағында кеүек тойорһоғоҙ (Зәб. 119:28). Моғайын, Изге Яҙманың өҙөктәре айырыуса ҡурҡыныс булғанда һеҙҙе йыуатыр. Күптәрҙе Ғибрәтле һүҙҙәр, Зәбур, Әйүп китаптары, шулай уҡ Матфай китабының 6-сы бүлеге йыуата. Йәһүәгә доға ҡылғанда һәм уның Һүҙен уҡығанда һеҙ уға үҙегеҙҙе йыуатырға мөмкинлек бирәһегеҙ.

17. Беҙ нимәгә ышана алабыҙ?

17 Тормошобоҙҙоң иң фажиғәле саҡтарында Йәһүә беҙҙең менән булыр, ул беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаҫ (Зәб. 23:4; 94:14). Йәһүә беҙҙе яҡларға, беҙгә күңел тыныслығы бирергә, нығытырға һәм йыуатырға вәғәҙә итә. Ишағыя 26:3-тә Йәһүә тураһында: «Һин үҙеңә таянған кешеләрҙе яҡларһың. Уларға бөтмәҫ тыныслыҡ бирерһең, сөнки улар һиңә өмөтләнә», — тип әйтелә. Шуға күрә Йәһүәгә ышанығыҙ, ул ярҙам ҡулы һуҙғанда уны кире ҡаҡмағыҙ, уның менән бергә һеҙ иң ауыр саҡтарҙы йырып сыға алырһығыҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ҡасан беҙ Йәһүәнең нығытыуына айырыуса мохтаж?

  • Ауыр ваҡыттарҙа беҙгә ярҙам итер өсөн Йәһүә ниндәй дүрт ысул ҡуллана?

  • Йәһүә беҙгә ярҙам итә алһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

12-СЕ ЙЫР Йәһүә — бөйөк Алла

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.