4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
Йәһүә һеҙҙе наҙлы итеп ярата
«Раббы ғәйәт шәфҡәтле [«наҙлы», ЯДТ]» (ЯҠ. 5:11).
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүәнең яратыуы беҙҙе уға яҡынлаштыра, яҡлау тойғоһо бирә һәм көс өҫтәй.
1. Һеҙ Йәһүәне нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
ЙӘҺҮӘ тураһында уйлағанда һәм уға доға ҡылғанда һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Беҙ Алланы күрмәһәк тә, Изге Яҙманан уның тураһында күпте белә алабыҙ. Мәҫәлән, унда «Йәһүә Алла — беҙҙең ҡояшыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ», шулай уҡ «яндырып юҡ итә торған ут» тип әйтелә (Зәб. 84:11; Евр. 12:29). Йәзәкил пәйғәмбәр күренештә Алланың «сапфир ташынан» яһалған тәхеттә ултырыуын, «уны бар яҡтан балҡыш солғап» алыуын һәм «шул балҡыш ямғырлы көндә болоттарҙа хасил булған йәйғорға оҡшаш» булыуын күргән (Йәз. 1:26—28). Йәһүәнең шулай итеп һүрәтләнеүе беҙҙә ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт уятырға мөмкин.
2. Нимә арҡаһында ҡайһы берәүҙәргә Йәһүә менән дуҫлыҡ булдырыуы ауыр?
2 Йәһүәне күрмәгәнгә уның яратыуына ышаныуы ауыр булырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен Йәһүәнең мөхәббәтенә лайыҡ түгел тип уйлай, сөнки улар бер кемдең дә, хатта яҡындарының да яратыуын тоймаған. Йәһүә шундай хистәрҙе яҡшы аңлай һәм ундай хистәрҙең беҙгә нисек тәьҫир иткәнен яҡшы белә. Ләкин Йәһүә беҙҙең үҙе менән яҡын дуҫтар булыуыбыҙҙы теләй. Шуға күрә Изге Яҙма аша ул үҙенең ни тиклем игелекле һәм наҙлы булыуын аса.
3. Ни өсөн Йәһүәнең яратыуы тураһында күберәк белергә кәрәк?
3 Йәһүәне иң яҡшы һүрәтләгән һүҙ — мөхәббәт (1 Яхъя 4:8). Йәһүәнең яратыуы бөтә эштәрендә сағыла. Уның мөхәббәте шул тиклем мул, ул уны хатта үҙен яратмағандарға ла күрһәтә (Матф. 5:44, 45). Был мәҡәләлә беҙ Йәһүә һәм уның мөхәббәте тураһында күберәк һөйләшербеҙ. Алла тураһында күберәк белгән һайын, уны тағы ла нығыраҡ яратырбыҙ.
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ БИК НЫҠ ЯРАТА
4. Йәһүәнең наҙлы яратыуы тураһында уйланыу һеҙҙә ниндәй хистәр уята? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
4 Йәһүә һеҙҙе наҙлы итеп ярата (Яҡ. 5:11). Изге Яҙмала Алла үҙен ҡайғыртыусан әсәй менән сағыштыра (Ишағ. 66:12, 13). Күҙ алдына килтерегеҙ: әсәй кеше үҙ балаһын ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫа һәм уның менән тыныс ҡына итеп һөйләшә. Бала илай башлаһа, әсәй кеше шунда уҡ уның янына йүгереп килә. Борсолғанда, беҙ ҙә Йәһүәнең яратыуына ышана алабыҙ. Мәҙхиә йырлаусы: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең», — тигән (Зәб. 94:19).
5. Йәһүәнең тоғро мөхәббәтен һеҙ ни өсөн ҡәҙерләйһегеҙ?
5 Йәһүә «тоғро мөхәббәткә бай» (Зәб. 103:8). Беҙ хатта абынһаҡ та, ул беҙҙән йөҙөн бормай. Израилдәр Йәһүәне күп тапҡыр әрнеткән. Ләкин улар тәүбә иткәс һәм уға кире ҡайтҡас, ул уларҙы яратыуына ышандырған. Ул үҙ хистәрен бына ниндәй һүҙҙәр менән белдергән: «Һин минең өсөн ҡиммәтле булып киттең, мин һине хөрмәткә лайыҡ тип һананым һәм яраттым» (Ишағ. 43:4, 5). Йәһүә үҙгәрмәгән. Уның мөхәббәте бер ҡасан да бөтмәй ҙә, һыуынмай ҙа. Хатта беҙ етди гонаһтар ҡылһаҡ та, Йәһүә беҙҙе кире ҡаҡмай. Әгәр беҙ тәүбә итһәк һәм уға кире ҡайтһаҡ, уның беҙгә ҡарата яратыуы һаман да көслө икәнен күрербеҙ. Ул, мин һеҙҙе ихластан кисерермен, тип вәғәҙә итә (Ишағ. 55:7). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә кисергәндә, беҙҙең өсөн «йыуаныслы замандар» килә (Ғәм. 3:19, 20).
6. Зәкәриә 2:8-ҙән Йәһүә тураһында нимә беләбеҙ?
6 Зәкәриә 2:8-ҙе уҡығыҙ. Йәһүә беҙҙе ярата. Шуға күрә ул хистәребеҙгә бик иғтибарлы һәм һәр ваҡытта ла беҙҙе яҡларға әҙер. Беҙ ғазап сиккәндә, ул да ғазап сигә. Тимәк, беҙ уға: «Күҙең ҡараһылай һаҡла мине», — тип доға ҡыла алабыҙ (Зәб. 17:8). Ул беҙҙең доғабыҙға мотлаҡ яуап бирәсәк. Күҙ — тәндең иң һиҙгер ағзаһы. Шуға күрә Йәһүә беҙҙе күҙенең ҡараһы менән сағыштырғанда, асылда: «Һеҙгә зыян килтергән кеше миңә лә зыян килтерә», — тип әйтә кеүек.
7. Ни өсөн беҙгә Йәһүәнең яратыуына ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк?
7 Йәһүә уның яратыуына ышаныуыбыҙҙы теләй. Ләкин тормошобоҙҙағы ваҡиғалар арҡаһында быға ышаныуы ауыр булырға мөмкин. Йәиһә беҙ әле ниндәйҙер һынау аша үтәбеҙ, шуға күрә Йәһүәнең яратыуына шикләнәбеҙҙер. Быға нисек юл ҡуймаҫҡа? Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Ғайсаға, майланған мәсихселәргә һәм беҙҙең һәр беребеҙгә нисек яратыу сағылдырғанын беләйек.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫН КҮРҺӘТКӘН ДӘЛИЛДӘР
8. Ни өсөн Ғайса Атаһының яратыуына инанған булған?
8 Йәһүә менән Ғайса бихисап күп йылдар бергә булған. Шул ваҡыт дауамында улар араһында йылы мөнәсәбәттәр үҫкән. Ғаләмдә ундай яҡын мөнәсәбәттәр бер кемдә лә юҡ. Йәһүә Ғайсаға үҙенең яратыуы тураһында асыҡ әйткән. Был хаҡта беҙ Матфай 17:5-тә уҡыйбыҙ. Йәһүә: «Мин уны хуплайым», — тип кенә әйтә алыр ине. Ләкин ул Ғайсаны ни тиклем ныҡ яратҡанын белеүебеҙҙе теләгән. Шуға күрә ул: «Был минең яратҡан Улым», — тигән. Йәһүә Ғайса менән ғорурланған һәм киләсәктә уның ышанысын аҡлаясағын белгән (Ефес. 1:7). Ғайса Атаһының яратыуына бер ҙә шикләнмәгән, шуға ла ул был хаҡта йыш һөйләгән (Яхъя 3:35; 10:17; 17:24).
9. Ниндәй һүҙбәйләнеш Йәһүәнең майланғандарға ҡарата яратыуын һүрәтләй? Аңлатығыҙ (Римдарға 5:5).
9 Йәһүә шулай уҡ майланғандарға ҡарата ла яратыуын аса. (Римдарға 5:5-те уҡығыҙ.) «Мөхәббәтен... мул итеп яуҙырған» тигән һүҙбәйләнешкә иғтибар итегеҙ. Был һүҙбәйләнеш бер белешмәлә бына нисек аңлатыла: майланғандарҙың йөрәктәренә Йәһүәнең мөхәббәте «ташҡын һымаҡ аға». Йәһүәнең майланғандарҙы яратҡанына ниндәй көслө дәлил! Улар Алланың яратыуына шикләнмәй (Йәһ. 1). Илсе Яхъя майланғандарҙың уртаҡ хистәрен бына нисек белдергән: «Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе „Алла балалары“ тип атайҙар!» (1 Яхъя 3:1). Йәһүә тик майланғандарҙы ғына яратамы? Юҡ. Уның беҙҙең бөтәбеҙҙе лә яратҡанына дәлилдәр бик күп.
10. Йәһүәнең бөйөк яратыуы нимәлә сағылған булған?
10 Йәһүәнең бөйөк яратыуы нимәлә сағылған? Йәһүә беҙҙең өсөн йолом ҡорбаны биргән. Әллә тағы ла ҡәҙерлерәк берәй нәмә бармы? (Яхъя 3:16; Рим. 5:8). Беҙҙе гонаһтарҙан азат итер өсөн һәм беҙ уның дуҫтары булып китә алһын өсөн, Йәһүә үҙенең ҡәҙерле Улын биргән (1 Яхъя 4:10). Йәһүә һәм Ғайсаның ниндәй ҡорбандарға барғандары тураһында уйланған һайын, беҙ уларҙың яратыуҙарын тағы ла яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ (Гал. 2:20). Йолом ниндәйҙер юридик ҡағиҙәләрҙе үтәр өсөн генә түләнмәгән. Был — күктәге Атабыҙҙың иҫ киткес бүләге. Йәһүә үҙендә булғандың иң ҡәҙерлеһен биреп, үҙенең яратыуын иҫбатлаған. Ул Улының беҙҙең өсөн ғазап сигеүенә һәм үлеүенә юл ҡуйған.
11. Иремия 31:3-тән беҙ нимә беләбеҙ?
11 Йәһүә беҙгә ҡарата яратыуын йәшермәй. Ул үҙ хистәрен асыҡ белдерә. (Иремия 31:3-тө уҡығыҙ.) Ул яратҡанға күрә беҙҙе үҙенә йәлеп иткән. (Ҡанун 7:7, 8 менән сағыштырығыҙ.) Бер нәмә лә, бер кем дә беҙҙе уның яратыуынан мәхрүм итә алмай (Рим. 8:38, 39). Алланың яратыуы һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра? 23-сө мәҙхиәне уҡып сығығыҙ һәм Йәһүәнең ҡайғыртыуы Дауыттың йөрәгендә ниндәй хистәр уятҡанына иғтибар итегеҙ. Йәһүә менән йылы мөнәсәбәттәр һеҙҙә лә шундай уҡ хистәр уята ала.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫ ҺЕҘҘӘ НИНДӘЙ ХИСТӘР УЯТА?
12. 23-сө мәҙхиәлә нимә тураһында һүҙ бара?
12 Зәбур 23:1—6-ны уҡығыҙ. 23-сө мәҙхиәлә Дауыт Йәһүәнең яратыуына һәм наҙлы ҡайғыртыуына ышанысын белдергән. Был мәҙхиәлә Йәһүәне Көтөүсем тип атап, ул улар араһында булған көслө дуҫлыҡ тураһында әйтә. Дауыт Йәһүәгә ышанғанға уның юлынан бара. Был юлдан барып, ул үҙен хәүефһеҙлектә тоя. Дауыт Йәһүәнең тоғро мөхәббәте уны «ғүмеренең бар көндәрендә оҙатып» йөрөйәсәген белгән. Ни өсөн ул быға шул тиклем ышанған?
13. Ни өсөн Дауыт Йәһүәнең уның хаҡында ҡайғыртып торасағына ышанған?
13 «Мин бер нәмәгә мохтаж булмам». Дауыт Йәһүәнең уның хаҡында яҡшы ҡайғыртҡанын һәм көн һайын уға кәрәклеһен биреп торғанын күргән. Ул Йәһүәнең дуҫы булған һәм үҙ тормошо менән уны шатландырған. Бына ни өсөн ул Йәһүәнең һәр хәлдә лә уның хаҡында ҡайғыртып торасағына бер ҙә шикләнмәгән. Дауыттың Йәһүәнең наҙлы яратыуына инанған булыуы бөтә ҡурҡыуҙарынан да көслөрәк булған. Шуға күрә ул үҙен бәхетле һәм ҡәнәғәт хис иткән (Зәб. 16:11).
14. Йәһүә беҙгә ҡарата наҙлы яратыуын нисек күрһәтә?
14 Тормошобоҙҙа, айырыуса фәжиғәле осраҡтар булғанда, Йәһүә беҙҙең хаҡта ла наҙлы итеп ҡайғырта. 20 йылдан ашыу Вефилдә хеҙмәт иткән Клэр a ҡыҙ ҡәрҙәш, яҡындарының өҫтөнә бер-бер артлы бәләләр ябырылғас, нимә эшләргә лә белмәгән. Атаһын инсульт һуҡҡан. Һеңлеһен йыйылыштан сығарғандар. Ғаиләһе бәләкәй бизнестарын, ә шунан өйҙәрен юғалтҡан. Йәһүә Клэр ҡәрҙәшебеҙҙең ғаиләһе хаҡында нисек наҙлы итеп ҡайғыртҡан? Клэр ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүә туғандарыма көн һайын кәрәклеһенән дә күберәк биреп торҙо. Мин Йәһүәнең шул ауыр ваҡыттарҙа беҙҙе нисек нығытҡаны тураһында йыш уйланам. Был хәтирәләрҙе бик ҡәҙерләйем. Улар миңә көс өҫтәп тора. Тормошомда яңы ауырлыҡтар тыуһа, мин бирешмәйем һәм Йәһүәгә артабан да шатлыҡ менән хеҙмәт итәм».
15. Дауыт: «Ул минең йәнемде яңырта», — тип әйтеп, нимәне күҙ уңында тотҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
15 «Ул минең йәнемде яңырта». Ҡайһы саҡта Дауыттың өҫтөнә ябырылған ауырлыҡтар уны хафаға һалған (Зәб. 18:4—6). Ләкин Йәһүәнең наҙлы яратыуы уны рухландырған. Алла үҙенең йонсоған дуҫын «үләнле көтөүлектә» ял иттергән һәм «һыулы тыныс урындарға алып» барған. Был Дауытҡа көс йыйырға һәм хеҙмәтен дауам итергә мөмкинлек биргән (Зәб. 18:28—32).
16. Йәһүәнең яратыуы һеҙҙе нисек нығытты?
16 Беҙҙең дә тормошобоҙҙа беҙҙе ҡаҡшатҡан шарттар була. Ләкин Йәһүә беҙгә «юҡҡа» сығырға бирмәй (Ирем. ил. 3:22; Кол. 1:11). Бына Ре́йчел исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалы. COVID-19 пандемияһы ваҡытында ире уны ла, Йәһүәне лә ташлап киткән. Был хәл Рейчелды бик ныҡ ҡаҡшатҡан. Йәһүә уны нисек нығытҡан? Рейчел былай тип бүлешә: «Мин Йәһүәнең наҙлы яратыуын тойҙом. Минең янымда һәр ваҡыт дуҫтарым булды. Улар миңә ризыҡ әҙерләне, игелекле һүҙҙәр һәм Изге Яҙмалағы фекерҙәр яҙып, смс-хәбәрҙәр ебәрҙе. Уларҙың яҡты йөҙҙәре мине йылытып торҙо һәм Йәһүәнең яратыуына ышандырҙы. Мин Йәһүәгә шундай ҙур һәм татыу ғаилә биргәне өсөн өҙлөкһөҙ рәхмәтлемен».
17. Ни өсөн Дауыт: «Мин бер ниндәй яуызлыҡтан ҡурҡмайым», — тип әйтә алған?
17 «Мин бер ниндәй яуызлыҡтан ҡурҡмайым, сөнки һин минең менән». Дауыттың ғүмере йыш ҡына ҡыл өҫтөндә булған. Уға көслө дошмандары һөжүм иткән. Әммә Йәһүәнең яратыуы арҡаһында ул үҙен яҡлаулы тойған. Дауыт һәр осраҡта Йәһүәнең уның янында булыуын белгән, һәм был уны борсолоуҙарынан яҡлаған. Ул: «[Йәһүә] бөтә ҡурҡыуҙарымдан арындырҙы», — тип йырлаған (Зәб. 34:4). Дауыттың ҡурҡырға етди сәбәптәре булһа ла, Йәһүәнең көслө мөхәббәте уларҙы юҡҡа сығарған.
18. Йәһүәнең яратыуына ышаныс нисек ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.
18 Беҙҙең тормошобоҙҙа ла аяныс хәлдәр булырға мөмкин. Ләкин Йәһүәнең яратыуын тойоу беҙҙе яҡлай. Нисек итеп? Бына пионер булып хеҙмәт иткән Сью́зи ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалы. Улы үҙенә ҡул һалғас, улар ире менән нимә хис иткәндәре тураһында Сьюзи былай тип һөйләй: «Ҡайғы беҙҙе аяҡтан йыҡты. Бик ҡурҡыныс. Әйтерһең дә, алда тик насарлыҡ ҡына көтә. Ләкин Йәһүә беҙҙе үҙенең наҙлы яратыуы менән солғап алды, һәм беҙ үҙебеҙҙе уның ҡосағында кеүек тойҙоҡ». Иренең хыянаты менән осрашҡан Рейчел былай ти: «Бер тапҡыр төндә миңә бик ауыр булды. Йөрәгем әрнене, һәм мине ҡурҡыу биләп алды. Мин ҡысҡырып илай башланым һәм Йәһүәгә доға ҡылдым. Тиҙҙән күңел тыныслығы тойҙом. Әсәһенең ҡулындағы сабый кеүек мин дә тынысландым һәм йоҡлап киттем. Мин быны бер ҡасан да онотмаясаҡмын». Йыйылыш өлкәне булып хеҙмәт иткән Та́сос ҡәрҙәш хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн дүрт йыл төрмәлә ултырған. Ул Йәһүәнең яратыуын һәм ҡайғыртыуын нисек күргән? Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Минең бөтә нәмәм, хатта артығы менән булды. Был минең Йәһүәгә ҡарата ышанысымды нығытты. Алла шулай уҡ миңә изге рух бирҙе һәм ауыр шарттарға ҡарамаҫтан мин шатлыҡлы булып ҡалдым. Мин шуға ышандым: Йәһүәгә яҡыныраҡ булған һайын, мин уның бүләктәрен яҡшыраҡ күрәм. Шуға күрә әле төрмәлә булған саҡта уҡ мин даими пионер хеҙмәтен башланым».
МӨХӘББӘТКӘ БАЙ АЛЛАҒА ЯҠЫНЛАШЫҒЫҘ
19. а) Йәһүәнең яратыуына ышаныу доғаларыбыҙға нисек тәьҫир итер? б) Йәһүәнең мөхәббәтен һүрәтләгән ниндәй һүҙҙәр һеҙгә айырыуса оҡшай? ( «Йәһүәнең мөхәббәт һүҙҙәре» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
19 Беҙ ҡарап сыҡҡан осраҡтар мөхәббәт Аллаһы — Йәһүәнең беҙҙең менән булғанын иҫбатлай (2 Кор. 13:11). Ул һәр беребеҙ менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһына. Ул беҙҙе «тоғро мөхәббәте» менән солғап ала (Зәб. 32:10). Йәһүәнең беҙгә мөхәббәтен нисек күрһәткәне тураһында уйланған һайын, беҙ уның ҡайғыртыуын асығыраҡ күрә башлайбыҙ һәм уға яҡыныраҡ булып китәбеҙ. Беҙ уға иркен доға ҡыла алабыҙ һәм уның мөхәббәтенә ни тиклем мохтаж икәнебеҙҙе әйтә алабыҙ. Беҙ уға бөтә борсолоуҙарыбыҙҙы һөйләй алабыҙ, сөнки ул беҙҙе аңлай һәм ярҙам итергә теләй (Зәб. 145:18, 19).
20. Йәһүәнең яратыуы беҙҙе нисек уға йәлеп итә?
20 Һыуыҡ көндө усаҡ йылыһына тартылғандай, беҙгә үҙ мөхәббәте менән йылытҡан Йәһүәгә яҡынлашырға бик күңелле. Уның мөхәббәте бик көслө, шул уҡ ваҡытта наҙлы. Йәһүәнең яратыуын тойоу — ысын бәхет! Әйҙәгеҙ, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Мин Йәһүәне яратам!» — тип әйтәйек (Зәб. 116:1).
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
-
Йәһүәнең мөхәббәтен нисек һүрәтләр инегеҙ?
-
Йәһүә һеҙҙе яратҡанын нисек иҫбатлаған?
-
Йәһүәнең һеҙҙе яратҡанын белеү һеҙҙә ниндәй хистәр уята?
108-СЕ ЙЫР Алланың тоғро мөхәббәте
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.