Мин ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата Йәһүәнең ҡарашын сағылдыраммы?
ҠӘҘЕРЛЕ ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт итеү — ҙур хөрмәт! Улар ышаныслы, эшсән. Беҙ уларҙың һәр береһен яратабыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ. Шуға күрә ир ҡәрҙәштәргә уларҙы үпкәләтмәҫ өсөн улар менән игелекле мөғәмәлә итергә кәрәк. Ләкин бер кем дә камил түгел, шуға был ауыр бирелә. Ә ҡайһы бер ир ҡәрҙәштәргә ҡатындарҙы хөрмәт итеү айырыуса ауыр.
Ҡайһы бер илдәрҙә ҡатындарға кәмһетеп ҡарайҙар. Боливияла район хеҙмәтендә ҡатнашҡан Ханс исемле өлкән былай ти: «Ҡайһы бер малайҙарҙы бала саҡтан, ҡатындар менән тупаҫ һәм ғорур мөғәмәлә итеү ысын ир булғаныңды күрһәтә, тип өйрәтәләр». Тайвандә йәшәгән Шэн Сянь исемле йыйылыш өлкәне былай тип бүлешә: «Беҙҙең мәҙәниәттә ҡатындар ирҙәр эшенә ҡыҫылырға һәм үҙ фекере менән бүлешергә тейеш түгел тип һанала. Ҡатын-ҡыҙҙың кәңәшен тыңлаған ир кеше үҙ дуҫтарының хөрмәтен юғалта». Ә ҡайһы бер кире ҡараштар, мәҫәлән, ҡатындарҙан мыҫҡыллап көлөү, улай уҡ ап-асыҡ күренмәй.
Бәхеткә ҡаршы, ир кеше ниндәй генә мәҙәниәттә үҫһә лә, нимәгә генә өйрәтелһә лә, үҙгәрә ала. Һеҙ йәшәгән ерҙә ир ҡатындан юғарыраҡ тип һаналһа ла, һеҙ ҙә шундай ҡарашта торорға тейеш тигәнде аңлатмай (Ефес. 4:22—24). Үҙгәрер өсөн Йәһүәнән өлгө алырға кәрәк. Был мәҡәләлә ошондай өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: Йәһүә ҡатындарға нисек ҡарай? Ир ҡәрҙәштәргә ҡатындар менән Йәһүә кеүек мөғәмәлә итергә нимә ярҙам итер? Йыйылыш өлкәндәре ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итеүҙә нисек өлгө күрһәтә ала?
ЙӘҺҮӘ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА НИСЕК ҠАРАЙ?
Йәһүә — ҡатын-ҡыҙҙар менән мөғәмәлә итеүҙең камил үрнәге. Ул бик иғтибарлы һәм бөтә балаларын да ярата (Яхъя 3:16). Ә беҙҙең ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ — уның яратҡан ҡыҙҙары, тип әйтергә лә була. Йәһүәнең ҡатын-ҡыҙҙарға ихтирамы нимәлә сағыла? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.
Ул кешеләргә бер тигеҙ ҡарай. Йәһүә ирҙе лә, ҡатынды ла үҙенә оҡшатып барлыҡҡа Баш. 1:27). Ул ирҙәрҙе аҡыллыраҡ, һәләтлерәк йәиһә ҡатындарҙан яҡшыраҡ итеп барлыҡҡа килтермәгән (2 Йыл. 19:7). Алла бөтәһенә лә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе аңларға һәм уның иҫ киткес сифаттарын сағылдырырға бер төрлө мөмкинлектәр биргән. Шулай уҡ Йәһүә ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да имандарын фатихалай. Ул быларына ла, тегеләренә лә ерҙә мәңге йәшәргә һәм күктә Ғайса менән идара итергә өмөт бүләк иткән (2 Пет. 1:1). Күреүебеҙсә, Йәһүә ҡатындарҙы бик хөрмәт итә!
килтергән (Ул уларҙы тыңлай. Йәһүә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хистәренә һәм борсолоуҙарына битараф түгел. Беҙ быны Рәхилә һәм Аннаның доғаларын тыңлауынан һәм уларҙың үтенестәрен үтәүенән беләбеҙ (Баш. 30:22; 1 Сам. 1:10, 11, 19, 20). Шулай уҡ Алла Изге Яҙмаға ҡатын-ҡыҙҙарҙың һүҙҙәрен тыңлаған ирҙәр тураһында яҙҙыртҡан. Мәҫәлән, Ибраһим, Йәһүәне тыңлап, ҡатынының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған (Баш. 21:12—14). Дауыт батша Әбиғиәне тыңлаған. Ул хатта, Йәһүә һине минең менән һөйләшергә ебәрҙе, тип әйткән (1 Сам. 25:32—35). Һәр ваҡытта Атаһы кеүек эш иткән Ғайса ла әсәһен иғтибар менән тыңлаған (Яхъя 2:3—10). Был миҫалдар шуны күрһәтә: Йәһүә, ҡатындарҙы тыңлап, уларға хөрмәт күрһәтә.
Ул уларға ышана. Мәҫәлән, Йәһүә Әҙәм менән Һауаға ергә хужа булырға ҡушҡан (Баш. 1:28). Һауаны иренә ярҙамсы итеп барлыҡҡа килтереп, Йәһүә уларҙың икеһенә лә бер тигеҙ ҡарағанын күрһәткән. Йәһүә Дебора һәм Хулдаға ла етди йөкләмәләр тапшырған: ул уларҙы пәйғәмбәр ҡатындар итеп билдәләгән. Улар менән хатта бер хөкөмсө һәм бер батша кәңәшләшкән (Хөк. 4:4—9; 2 Бат. 22:14—20). Бөгөн дә Йәһүә ҡатын-ҡыҙҙарға күп йөкләмәләр ышанып тапшыра. Ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе тарата, пионерҙар һәм миссионерҙар булып хеҙмәт итә. Улар Батшалыҡ залдарын һәм Вефиль биналарын проектлаштыра, төҙөй һәм хеҙмәтләндерә. Ҡайһы берәүҙәр — Вефилдә, ә икенселәре тәржемә итеү офистарында хеҙмәт итә. Был ҡәрҙәштәр, ҙур ғәскәр һымаҡ, иңгә-иң Йәһүәнең ихтыярын үтәй (Зәб. 68:11). Ысынлап та, Йәһүә уларҙы булдыҡһыҙ йә көсһөҙ тип һанамай.
ИР ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ҠАТЫНДАРҒА ЙӘҺҮӘ ҺЫМАҠ ҠАРАРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ?
Ир ҡәрҙәштәр, беҙ имандаш ҡыҙҙарға Йәһүә һымаҡ ҡарайбыҙмы? Бының өсөн беҙгә уйҙарыбыҙҙы һәм эштәребеҙҙе намыҫлы итеп тикшереү мөһим. Был йәһәттән беҙгә ярҙам кәрәк. Рентген аппараты йөрәк ауырыуҙарын асыҡлай алған кеүек, ышаныслы дуҫыбыҙ һәм Изге Яҙма йөрәгебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата кире хистәр бармы-юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итә. Ундай ярҙамды нисек алып була?
Дуҫыңдың фекерен бел (Ғиб. һүҙ. 18:17). Игелекле, аҡыллы дуҫың булһа, унан: «Мин ҡыҙ ҡәрҙәштәр менән үҙемде нисек тотам? Улар минең хөрмәт итеүемде тоямы? Миңә уларға ҡарата ҡараштарымды үҙгәртергә кәрәкме?» — тип һора. Әгәр дуҫың кәңәш бирһә, аҡланма, ә үҙеңде үҙгәртер өсөн бөтә көсөңдө һал.
Үҙеңде Изге Яҙма нигеҙендә тикшер. Изге Яҙма — ҡыҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе тикшерер өсөн иң яҡшы ҡорал (Евр. 4:12). Беҙ унда төрлө ир кешеләр тураһында уҡый алабыҙ. Уларҙың ҡай берҙәре — ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы, ә икенселәре насар мөғәмәлә иткән. Алла Һүҙен өйрәнгәндә беҙ уларҙың эштәрен үҙебеҙҙеке менән сағыштыра алабыҙ. Бынан тыш, бөтә Изге Яҙмала нимә әйтелгәненә иғтибар итеү мөһим. Шул саҡта беҙ, айырым аятҡа нигеҙләнеп, ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы хаталы ҡарашыбыҙҙы аҡламаҫбыҙ. Мәҫәлән, 1 Петр 3:7-лә ҡатын-ҡыҙҙар тураһында «көсһөҙ зат» тип әйтелә a. Был уларҙың ир-аттарға ҡарағанда аҡылға һайыраҡ һәм һәләтһеҙерәк булыуын аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Петрҙың һүҙҙәрен Галаттарға 3:26—29-ҙа яҙылған һүҙҙәр менән сағыштырығыҙ. Унда әйтелгәнсә, Йәһүә Ғайсаның буласаҡ хакимдаштарын ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһынан һайлай. Әгәр беҙ Алла Һүҙен өйрәнһәк һәм яҡшы дуҫ менән кәңәшләшһәк (ә ул ҡатын йә ир булырға мөмкин), беҙ ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙгә тейешле хөрмәт күрһәтергә өйрәнербеҙ.
ЙЫЙЫЛЫШ ӨЛКӘНДӘРЕ ҠЫҘ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ НИСЕК ХӨРМӘТ КҮРҺӘТӘ?
Ҡайғыртыусан өлкәндәр, йыйылыштағы апай-һеңлеләрҙе хөрмәт итеп, башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтә. Ҡыҙ ҡәрҙәштәр үҙҙәрен хөрмәтле итеп тойһон өсөн йыйылыш өлкәндәре нимә эшләй ала?
Улар ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе маҡтай. Илсе Павел йыйылыш өлкәндәренә был яҡтан яҡшы үрнәк ҡалдырған. Римдарға яҙған хатында ул бер нисә ҡыҙ ҡәрҙәште маҡтай (Рим. 16:12). Йыйылышта шул хат уҡылғанда, уларҙың шатлығын күҙ алдына ғына килтерегеҙ. Шуның шикелле, йыйылыш өлкәндәре лә игелекле һүҙҙәргә йомарт. Улар ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе яҡшы сифаттары һәм Йәһүәгә эшләгән яҡшы эштәре өсөн маҡтай. Шул саҡта ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ уларҙың яратыуын һәм хөрмәт итеүен тойор. Өлкәндәрҙең йылы һүҙҙәре ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам итергә рухландырып ебәрә (Ғиб. һүҙ. 15:23).
Йыйылыш өлкәндәре апай-һеңлеләрҙе ысын күңелдән һәм конкрет нәмәләр өсөн маҡтарға тырыша. Ни өсөн? Дже́ссика бына нимә ти: «Ир ҡәрҙәштәрҙең: „Афарин!“ тип әйтеүе шатландыра. Ләкин улар беҙҙе билдәле берәй нәмә өсөн маҡтаһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Мәҫәлән, балаларын осрашыуҙа тыныс ултырырға өйрәткәне өсөн йә өйрәнеүсене Батшалыҡ залына машина менән алып килтергәне өсөн». Эйе, ир ҡәрҙәштәр маҡтағанда дөйөм һүҙҙәр генә әйтмәһә, ҡыҙ ҡәрҙәштәр үҙҙәрен кәрәкле һәм ҡәҙерле итеп тоя.
Улар ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе тыңлай. Кеселекле өлкәндәр бөтә яҡшы идеяларға эйә була
алмағандарын аңлай. Шуға күрә улар ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе үҙ тәҡдимдәре менән бүлешергә дәртләндерә. Шунан һуң уларҙы иғтибар менән тыңлай. Шулай итеп өлкәндәр уларҙы рухландыра һәм уларҙан өйрәнә. Вефилдә хеҙмәт иткән Гера́рдо исемле өлкән бына нимәгә иғтибар иткән: «Мин ҡыҙ ҡәрҙәштәр менән кәңәшләшкәндә үҙ йөкләмәләремде яҡшыраҡ башҡара алам. Йыш ҡына уларҙың ниндәйҙер эштә ир ҡәрҙәштәргә ҡарағанда тәжрибәләре күберәк». Ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙең күбеһе пионер булып хеҙмәт итә. Шуға улар урындағы кешеләрҙе яҡшы белә. Бра́йан исемле йыйылыш өлкәне былай ти: «Апай-һеңлеләребеҙҙең ойошмаға кәрәк булған иҫ киткес сифаттары һәм һәләттәре бар. Шуға күрә был тырыш эшселәрҙе ҡәҙерләгеҙ!»Ҡыҙ ҡәрҙәштәр нимәлер тәҡдим иткәндә, зирәк өлкәндәр уларҙың тәҡдимдәрен кире ҡағырға ашыҡмай. Ни өсөн? Э́двард исемле йыйылыш өлкәне былай ти: «Имандаш ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡарашы һәм тәжрибәһе беҙгә тыуған хәлгә төрлө яҡтан ҡарарға һәм башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алырға ярҙам итә» (Ғиб. һүҙ. 1:5). Йыйылыш өлкәне ҡыҙ ҡәрҙәш тәҡдим иткәнде ҡуллана алмаһа ла, ул уны иғтибарлы булыуы өсөн маҡтай.
Улар ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе өйрәтә. Алдан күреүсән өлкәндәр ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе өйрәтер өсөн мөмкинлектәр эҙләй. Мәҫәлән, улар вәғәз осрашыуын нисек үткәреп булғанын аңлата. Шул саҡта осрашыуҙа һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәштәр булмаһа, ҡыҙ ҡәрҙәштәр нимә эшләргә кәрәк икәнен белер. Шулай уҡ өлкәндәр уларҙы төрлө ҡоралдар һәм техника менән ҡулланырға өйрәтә. Шулай итеп ҡыҙ ҡәрҙәштәр теократик төҙөлөштәрҙә һәм ойошмабыҙҙың биналарын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша ала. Вефилдә яуаплы ир ҡәрҙәштәр уларҙы төрлө эштәрҙе башҡарырға өйрәтә. Мәҫәлән, техник хеҙмәтләндереү, тәьмин итеү, бухгалтерия эшен алып барыу, компьютер программаһын төҙөү. Ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙе өйрәтеп, йыйылыш өлкәндәре уларҙың оҫта һәм ышаныслы булыуҙарын күрһәтә.
Ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ алған белемдәрен башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡуллана. Мәҫәлән, улар төҙөлөш эштәрендә алған оҫталыҡтарын тәбиғәт афәтенән һуң емерелгән йорттарҙы торғоҙор өсөн ҡуллана. Ә башҡалары йәмғиәт урындарҙа вәғәзләргә өйрәнгән. Хәҙер улар башҡаларҙы ла быға өйрәтә. Ҡыҙ ҡәрҙәштәр үҙҙәрен өйрәткән өлкәндәр тураһында нимә әйтә? Дже́ннифер ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин бер Батшалыҡ залының төҙөлөшөндә ҡатнашҡанымды хәтерләйем. Ундағы проект өсөн яуаплы булған ир ҡәрҙәш мине өйрәтер өсөн ваҡытын йәлләмәне. Ул минең эшемә иғтибар итте һәм һәр ваҡыт маҡтаны. Миңә уның менән хеҙмәттәшлек итеү бик оҡшаны. Мине ҡәҙерләгәндәрен һәм миңә ышанғандарын тойҙом».
НИ ӨСӨН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ЙӘҺҮӘ КЕҮЕК ҠАРАУ БИК МӨҺИМ?
Беҙ ҡәҙерле ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ. Улар — беҙҙең ғаиләбеҙ, һәм беҙ уларға Йәһүә кеүек ҡарарға теләйбеҙ (1 Тим. 5:1, 2). Беҙ уларҙы бик ҡәҙерләйбеҙ һәм улар менән бергә Аллаға хеҙмәт иткәнебеҙгә шатбыҙ. Улар яратыуыбыҙҙы һәм нығытыуыбыҙҙы тойғанда беҙ бик бәхетле. Ване́сса ҡәрҙәш былай ти: «Мин Йәһүәгә уның ойошмаһында булғаным өсөн бик рәхмәтле! Унда минең өсөн йылы һүҙ тапҡан ир ҡәрҙәштәр бик күп». Ә Тайвандә йәшәгән башҡа бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай тип бүлешә: «Йәһүәнең һәм уның ойошмаһының ҡатын-ҡыҙҙарҙы юғары баһалағанын һәм уларҙың хистәрен ҡәҙерләгәнен күреү бик күңелле. Был иманымды нығыта, Алла халҡы араһында булыуымды тыға ла нығыраҡ ҡәҙерләйем».
Ир ҡәрҙәштәр, Йәһүә һеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт иткәнегеҙҙе күрә һәм һеҙҙең менән ғорурлана! (Ғиб. һүҙ. 27:11). Шотландиянан Бе́нджамин исемле өлкән былай ти: «Был донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итмәйҙәр. Шуға күрә Батшалыҡ залына килгәс, улар беҙҙең яратыуыбыҙҙы тойһон ине». Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә Йәһүәнән үрнәк алайыҡ һәм ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙгә мөхәббәт һәм хөрмәт күрһәтәйек. Улар быға лайыҡ (Рим. 12:10).
a «Көсһөҙ зат» тигән һүҙбәйләнеш «Күҙәтеү манараһы» 2006 йылдың 15 май сығарылышында «Ценность „более слабого сосуда“» (урыҫ) һәм «Күҙәтеү манараһы» 2005 йылдың 1 май сығарылышында «Ирле-ҡатынлылар өсөн аҡыллы етәкселек» (тат.) тигән мәҡәләләрҙә ҡаралды.