Һеҙ белә инегеҙме?
Филипп вәғәзләгән хәбәш кешеһе ниндәй арбала сәйәхәт иткән?
«АРБА» тип тәржемә ителгән грек һүҙе төрлө арбаларҙы аңлатырға мөмкин (Ғәм. 8:28, 29, 38). Ләкин хәбәш кешеһе барған арба хәрби йә ярыш арбаға ҡарағанда ҙурыраҡ булған. Ни өсөн шулай тип әйтә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, бер нисә сәбәп ҡарап сығайыҡ.
Хәбәш кешеһе юғары дәрәжәле түрә булған, ул оҙайлы сәйәхәткә сыҡҡан. Хәбәш кешеһе Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә булған (Ғәм. 8:27). Боронғо Хәбәшстан бөгөнгө Суданды һәм Мысырҙың иң көньяҡ өлөшөн үҙ эсенә алған. Оҙон юлда был түрәгә арбаларҙы бер нисә тапҡыр алмаштырырға тура килгәндер. Уның, күрәһең, үҙе менән багажы булған. Беҙҙең эраның беренсе быуатында кешеләрҙе йөрөтөр өсөн өҫтө ҡапланған дүрт тәгәрмәсле арбалар ҙа ҡулланылған. Бер белешмәлә: «Ундай арба кешегә үҙе менән күберәк әйбер алырға һәм сәйәхәтсегә оҙон юлды еңелерәк үтергә мөмкинлек биргән», — тип әйтелә a.
Филипп хәбәш кешеһе менән һөйләшә башлағанда, тегеһе уҡып ултырған. Изге Яҙмала: «Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте», — тип әйтелә (Ғәм. 8:30). Сәйәхәт итеү өсөн ҡулланылған арбалар яй барған, шуға күрә түрә арбала ултырған килеш уҡый алған, ә Филипп был арбаны ҡыуып етә алған.
Хәбәш кешеһе «Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим» иткән (Ғәм. 8:31). Ярыш өсөн ҡулланылған арбаларҙа баҫып ҡына барып булған, ә сәйәхәт итеү өсөн ҡулланылған арбала түрә лә, Филипп та иркен ултыра алған.
Ғәмәлдәр китабының 8-се бүлегендә әйтелгәндәрҙе һәм тарихи факттарҙы иҫәпкә алып, беҙ һуңғы ваҡытта хәбәш кешеһе барған арбаны башҡасараҡ һүрәтләй башланыҡ. Ул хәрби һәм ярыш арбаһына ҡарағанда ҙурыраҡ булған.
a Craig S. Keener. Acts: An Exegetical Commentary. 2013. II том, 1579—1580 бб.