Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Шәхси өйрәнеү һәм ғаилә өйрәнеүе өсөн тәҡдимдәр

Шәхси өйрәнеү һәм ғаилә өйрәнеүе өсөн тәҡдимдәр

Беҙ Йәһүәгә йыйылыш осрашыуҙарында йә конгрестарҙа йыйылғанда ғына түгел, шулай уҡ шәхси һәм ғаилә өйрәнеүе үткәргәндә лә табынабыҙ. Был ваҡытты бына нисек ҡулланып була:

  • Йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнегеҙ. Әҙерләнгән саҡта йырҙарҙы ятларға һәм яҡындарығыҙға комментарий әҙерләргә ярҙам итеп була.

  • Изге Яҙманан өҙөк уҡығыҙ, шунан һуң уҡығандарығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ һәм рәсем төшөрөгөҙ йә нимәгә өйрәнгәнегеҙҙе яҙып ҡуйығыҙ.

  • Изге Яҙмала яҙылған берәй доғаны ентекләп тикшерегеҙ һәм үҙ доғаларығыҙҙы нисек яҡшыртып булғаны хаҡында уйланығыҙ.

  • jw.org сайтынан видеояҙма ҡарағыҙ, шунан һуң уның тураһында башҡалар менән фекер алышығыҙ һәм һеҙгә нимә оҡшағанын яҙып ҡуйығыҙ.

  • Вәғәзгә әҙерләнегеҙ. Мәҫәлән, кешеләр менән нисек һөйләшеп булғанын берәйһе менән сәхнәләштереп ҡарағыҙ.

  • Тәбиғәтте күҙәтегеҙ һәм күргәндәрегеҙ Йәһүә тураһында нимәгә өйрәткәне хаҡында уйланығыҙ. Һеҙ быны үҙегеҙ генә йә ғаиләгеҙ менән бергә эшләй алаһығыҙ a.

a «Күҙәтеү манараһы» 2023 йылдың март айының сығарылышында «Йәһүәнең ижади эштәренән уның тураһында күберәк белегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.