Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Ҡаты ауырыуға дусар булғас, Памела, медицина ярҙамы һорап, табиптарға мөрәжәғәт иткән. Әммә ул шулай уҡ, ошо ауыр хәлде кисереп сығырға көс һорап, Аллаға доға ҡылған. Доға уға ярҙам иткәнме?

«Рактан дауаланған саҡта мин йыш ҡына көслө ҡурҡыу хисе кисерә инем, — ти Памела. — Ләкин Йәһүә Аллаға доға ҡылғанда күңелемде тыныслыҡ солғап ала ине, һәм мин айыҡ фекер йөрөтә ала инем. Мин әле лә туҡтауһыҙ һыҙланыуҙан интегәм, шулай ҙа доға ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Кешеләр үҙемде нисек хис итеүем тураһында һорашҡанда, мин: «Бик шәптән булмаһа ла, рухымды төшөрмәйем!» — тип яуап бирәм.

Әлбиттә, доға ҡылыр өсөн тормошоңа ҡурҡыныс янағанын көтөргә кәрәкмәй. Бөтәбеҙ ҙә ҙурмы-бәләкәйме ауырлыҡтарға юлыға һәм йыш ҡына уларҙы еңер өсөн ярҙамға мохтаж була. Шундай саҡта доға ярҙам итә аламы?

Изге Яҙмала былай әйтелә: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер. Тәҡүә кешегә ул бер ҡасан да йығылырға бирмәҫ» (Зәбур 55:22). Ниндәй йыуаныслы фекер! Шулай итеп, доға нисек ярҙам итә ала? Аллаға дөрөҫ итеп доға ҡылғанда, ул ауырлыҡтарҙы кисереп сығыр өсөн кәрәк булғандың барыһын да бирә. (« Доға ниндәй файҙа килтерә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)