Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нәфрәтте еңеп була!

Нәфрәтте еңеп була!

Һеҙҙе нәфрәт иткәндәре бармы?

Булмаһа ла, һеҙҙең, моғайын, башҡаларға нәфрәтләнгәндәрен күргәнегеҙ барҙыр. Беҙ йыш ҡына кешеләрҙе башҡа илдән, милләттән һәм диндән булғандары өсөн күрә алмағандары тураһында ишетәбеҙ. Һөҙөмтәлә, күп хөкүмәттәргә нәфрәт арҡаһында яһалған енәйәттәргә ҡаршы закондар сығарырға тура килә.

Нәфрәт нәфрәткә килтерә. Дошманлыҡ ҡорбаны булған кешеләр дошманлыҡ менән яуап ҡайтарып үс ала. Шулай итеп нәфрәт әйләнеше килеп сыға, һәм хәл ҡотолғоһоҙ булып күренә.

Бәлки, һеҙ үҙегеҙ берәйһенең насар мөнәсәбәтенән һәм алдан уҡ тупланған тиҫкәре ҡарашынан зыян күргәнһегеҙҙер йәки мыҫҡыллау, хурлау, янау һүҙҙәре ишеткәнһегеҙҙер. Ләкин нәфрәт бының менән генә сикләнмәҫкә мөмкин. Йыш ҡына ул асыҡтан-асыҡ агрессияға — эҙәрләү, вандализм, физик һәм енси көсләү, үлтереү һәм хатта геноцидҡа килтерә.

Был журналда беҙ бер нисә мөһим һорауҙы ҡарап сығырбыҙ һәм нәфрәтте нисек еңергә икәнен белербеҙ.

  • Ни өсөн нәфрәт шул тиклем күп?

  • Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?

  • Нәфрәт мәңгегә юҡ буласаҡ ваҡыт килеп етерме?