Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

3 | Фекер йөрөтөүегеҙҙе үҙгәртегеҙ

3 | Фекер йөрөтөүегеҙҙе үҙгәртегеҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ» (РИМДАРҒА 12:2).

Был нимәне аңлата?

Беҙҙең нимә тураһында уйлауыбыҙ Аллаға барыбер түгел (Иремия 17:10). Нәфрәт әйләнеше уйҙарҙан башлана. Бына ни өсөн һүҙҙәребеҙҙе һәм эштәребеҙҙе күҙәтеп тороу ғына етмәй. Тәрәнерәк үҙгәреш кәрәк: беҙ нәфрәт хисен аҡылыбыҙҙан һәм йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп ташларға тейеш. Фәҡәт шулай итеп кенә ысынлап үҙгәрергә һәм нәфрәт әйләнешен туҡтатырға була.

Нисек ҡулланырға?

Башҡаларға, бигерәк тә башҡа раса һәм милләт кешеләренә нисек ҡарауығыҙ тураһында намыҫлы итеп уйланығыҙ. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин улар тураһында нимә уйлайым? Минең ҡарашым улар тураһында белгәндәремә нигеҙләнәме йәки алдан уҡ тупланған кире фекергәме?» Нәфрәт һәм көс ҡулланыуҙы пропагандалаған фильмдар, социаль селтәрҙәге материалдар һәм башҡа күңел асыу төрҙәренән һаҡланығыҙ.

Алла Һүҙе аҡылыбыҙҙан һәм йөрәгебеҙҙән нәфрәтте алып ташларға ярҙам итә ала

Үҙ уйҙарыбыҙ һәм хистәребеҙгә ғәҙел баһа биреү еңел түгел. Әммә Алла Һүҙе беҙгә был йәһәттән ярҙам итә, сөнки ул «күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә» (Еврейҙарға 4:12). Шуға күрә артабан да Изге Яҙманы тикшерегеҙ. Үҙ фекерҙәрегеҙҙе Изге Яҙма ҡарашы менән сағыштырығыҙ. Фекерләү рәүешегеҙҙе Алланыҡына тура килтерер өсөн барыһын да эшләгеҙ. Алла Һүҙе хатта аҡылыбыҙҙа һәм йөрәгебеҙҙә тәрән тамыр йәйгән нәфрәтте алып ташларға ярҙам итә ала (2 Коринфтарға 10:4, 5).