НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?
2 | Үс алмағыҙ
Изге Яҙманан принцип:
«Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ... Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. ...Үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ... Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: „Үс алыу — минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы“» (РИМДАРҒА 12:17—19).
Был нимәне аңлата?
Беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, асыу килеүе тәбиғи. Ләкин Алла үҙебеҙ өсөн үс алыуыбыҙҙы теләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙе барыһын да үҙенең ҡулына тапшырырға дәртләндерә, сөнки ул тиҙҙән үҙе ғәҙеллек булдырасаҡ (Зәбур 37:7, 10).
Нисек ҡулланырға?
Үс алыу нәфрәт әйләнешен туҡтатмай. Ул утҡа кәрәсин һипкән кеүек була. Шуға күрә, һеҙҙе берәйһе рәнйетһә йә ниндәйҙер зыян килтерһә, үс алырға ашыҡмағыҙ. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға һәм тыныс яуап ҡайтарырға тырышығыҙ. Ҡай саҡта ғәфү итеү күпкә хәйерлерәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11). Әлбиттә, ҡайһы берҙә проблемаға күҙ йомоп булмай. Мәҫәлән, әгәр һеҙгә ҡаршы енәйәт ҡылһалар, һеҙ, бәлки, полицияға йә башҡа хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә булырһығыҙ.
Үс алған кеше үҙенә үҙе зыян килтерә
Ә проблеманы тыныс ҡына хәл итеп булмай кеүек тойолһа? Йәки һеҙ мөмкин булғандың барыһын эшләп тә хәл яҡшыға үҙгәрмәһә? Шулай булһа ла, үс алмағыҙ. Үс алыу хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрергә мөмкин. Киреһенсә, нәфрәт әйләнешен туҡтатығыҙ. Аллаға ышанырға өйрәнегеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер» (Зәбур 37:3—5).