Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта
АЛЛА беҙгә Изге Яҙма бүләк иткән. Унда яҙылғандарҙың барыһы ла беҙгә файҙа килтерә. Изге Яҙма медицина китабы булмаһа ла, унда ауырлыҡтарҙы, борсоулы уйҙарҙы, күңелде һыҙлатҡан тиҫкәре хис-тойғоларҙы, физик һәм психик сәләмәтлек менән бәйле ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән ғәмәли кәңәштәр бар.
Әммә иң мөһиме, Изге Яҙма беҙҙе шуға ышандыра: уйҙарыбыҙҙы һәм хистәребеҙҙе Йәһүә Алла a, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, аңлаған кеүек бер кем дә аңлай алмай. Ниндәй генә ауырлыҡтарға дусар булһаҡ та, Йәһүә беҙгә уларҙы еңеп сығырға теләп ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы күңелгә йыуаныс биргән ике өҙөккә иғтибар итәйек.
«Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (ЗӘБУР 34:18).
«Мин, Аллаң Йәһүә, һине уң ҡулыңдан тотоп торам, һиңә: „Ҡурҡма. Мин һиңә ярҙам итермен“, — тим» (ИШАҒЫЯ 41:13).
Әммә Йәһүә психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләргә үҙ ауырыуҙары менән көрәшергә нисек ярҙам итә? Бының өсөн ул бер нисә уңышлы ысул ҡуллана. Улар тураһында киләһе мәҡәләләрҙә һүҙ барыр.
a Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).