Йәшәү сыҙай алмаҫлыҡ булғанда
ҺЕҘГӘ ҡасан да булһа шул тиклем ауыр, хатта йәшәгегеҙ килмәгән ваҡыттарығыҙ булдымы? Шулай булһа, Адриананың хистәре, моғайын, һеҙгә таныштыр. Уны һәр ваҡыт борсоу һәм өмөтһөҙлөк тойғоһо ыҙалатҡан. Ул тәрән депрессия менән ауырый.
Ә бына Японияла йәшәгән Каору исемле ир кешенең миҫалы: уға ауырыған һәм ҡартайған ата-әсәһе хаҡында ҡайғыртырға кәрәк булған. «Ҡайһы ваҡыт эштәге баҫым шул тиклем түҙгеһеҙ була торғайны, — тип һөйләй ул. — Тора-бара минең аппетитым юғалды һәм йоҡом ҡасты. Шуға ла, үлһәм, быларҙың барыһынан да ҡотолор инем тигән фекергә килдем».
Нигериянан булған Оебоде исемле ир былай ти: «Мин һәр ваҡыт бойоҡҡан хәлдә инем, хатта күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе аға башлай ине. Шуға ла ғазаптарымдан арыныр өсөн сығыу юлы эҙләй инем». Бәхеткә ҡаршы, Оебоде ла, Каору ла һәм Адриана ла үҙ-үҙҙәренә ҡул һалмаған. Әммә йыл һайын йөҙәрләгән мең кеше үҙ-үҙенә ҡул һала.
ЯРҘАМДЫ ҠАЙҘАН ЭҘЛӘРГӘ
Йышыраҡ ир-аттар үҙ-үҙенә ҡул һала, сөнки уларҙың күбеһе башҡаларҙан ярҙам һорауҙы оят тип таба. Ғайсаның әйтеүе буйынса, ауырыуҙар табипҡа мохтаж (Лука 5:31). Әгәр һеҙҙә үҙ-үҙегеҙгә ҡул һалыу уйы тыуһа, зинһар, ярҙам һорарға оялмағыҙ. Күптәргә тап медицина дауаланыуы ярҙам иткән. Оебоде, Каору һәм Адриана тейешле дауаланыу алған, һәм улар үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ хис итә.
Табип, депрессияны дауалар өсөн, медицина препараттарын йә психотерапевт сеанстарын, ә бәлки икеһен дә яҙып бирергә мөмкин. Шулай уҡ ундай кешеләр туғандарының һәм дуҫтарының нығытыуына, сабырлығына һәм иғтибарына мохтаж. Иң яҡшы дуҫ була алған шәхес — Йәһүә Алла. Ул беҙгә ярҙамға үҙенең Һүҙен, Изге Яҙманы биргән.
ПРОБЛЕМАНАН МӘҢГЕГӘ АРЫНЫП БУЛАМЫ?
Депрессия менән яфаланған кеше оҙаҡ дауамлы дауаланыуға мохтаж, һәм уларға үҙҙәренең шарттарына яраҡлашырға өйрәнергә кәрәк. Әгәр депрессия менән көрәшәһегеҙ икән, алда һеҙҙе яҡты киләсәк көткәнен онотмағыҙ. Ошо өмөт Оебодеға көс бирә. Ул былай тип бүлешә: «Ишағыя 33:24-тә яҙылған пәйғәмбәрлектең үтәлешен көтәм. Унда бер кеше лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәйәсәк ваҡыт тураһында яҙылған». Алла «ауырыу» булмаясаҡ «яңы» ер булдырырға вәғәҙә итә (Асылыш 21:1, 4). Һеҙ кисергән ауыртыу һәм өмөтһөҙлөк мәңгегә үткәндә тороп ҡаласаҡ. Яфалаған был хистәрегеҙ башҡа иҫегеҙгә төшмәҫ. Ваҡыт уҙыу менән улар хәтерегеҙҙән юйылыр (Ишағыя 65:17).