Тәбиғәт афәтенә дусар булғанда
ӘГӘР һеҙ ҡасан да булһа афәткә осраған булһағыҙ, бәлки, һеҙгә шундай бәлә-ҡаза кисергән күптәрҙең бындай реакцияһы таныштыр: шок, ышанмау, аптырашта ҡалыу, ҡурҡыу һәм ҡурҡыныс төштәр күреү. Йыш ҡына кешеләр, шундай төшөнкөлөк һәм эмоциональ бушлыҡ кисергәнгә, йәшәү теләген юғалта.
Тәбиғәт афәтенән һуң бөтөнләй хәл ҡалмауын һиҙергә мөмкин. Һеҙгә хатта тормошоғоҙ мәғәнәһен юғалтҡан кеүек тойолоуы ихтимал. Әммә Изге Яҙмала барыбер йәшәргә кәрәклеге һәм киләсәктәге яҡшы тормошҡа ышанырға бөтә нигеҙҙәр барлығы тураһында әйтелә.
ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТ ТОРМОШТО МӘҒӘНӘЛЕ ИТӘ
Изге Яҙмала: «Эштең ахыры уның башынан яҡшыраҡ», — тип әйтелә (Вәғәзсе 7:8). Бындай афәттән һуң бөтә нәмә ахыр сиккә еткән кеүек тойолорға мөмкин. Ләкин пыран-заран килгән тормошоғоҙҙо сабырлыҡ менән яңынан ҡорорға тырышһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр.
Изге Яҙмала «илау тауышы һәм әсе тауыш башҡа ишетелмәҫ» ваҡыт тураһында әйтелә (Ишағыя 65:19). Был һүҙҙәр Алла Батшалығы идараһы аҫтында ер ожмахҡа әйләнгәс тормошҡа ашасаҡ (Зәбур 37:11, 29). Тәбиғәт афәттәре үткәндә ҡаласаҡ. Бөтә ҡурҡыныс хәтирәләр кешеләрҙең хәтеренән мәңгелеккә юйыласаҡ, сөнки Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе бындай вәғәҙә бирә: «Элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ» (Ишағыя 65:17).
Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Барлыҡҡа килтереүсе «һеҙгә киләсәк һәм өмөт» — иҫ киткес тормош бирергә теләй! (Иремия 29:11). Был хәҡиҡәтте белеү тормошҡа нисек ҡарауығыҙға тәьҫир итә аламы? Юғарылағы мәҡәләлә иҫкә алынған Салли былай ти: «Алла Батшалығы идараһы аҫтында беҙҙе нимә көткәнен иҫеңә төшөрөү үткәндәр менән йәшәмәҫкә, ә әлеге хәлдәрҙе кисерергә ярҙам итә».
Алла Батшалығы оҙаҡламай кешелек хаҡына нимә эшләйәсәге хаҡында күберәк белегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ башығыҙға ниндәй генә һынауҙар төшөүгә ҡарамаҫтан, йәшәр өсөн көрәшеү бушҡа түгел икәненә ышана алырһығыҙ. Әммә Изге Яҙма беҙгә киләсәккә өмөт биреп кенә ҡалмай, унда шулай уҡ тәбиғәт афәтенең эҙемтәләрен кисереп сығырға ярҙам иткән принциптар ҙа бар. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.