Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тормошҡа ашасаҡ вәғәҙәләр

Тормошҡа ашасаҡ вәғәҙәләр

Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр бөгөн бөтә Ер шары буйынса тарала (Матфей 24:14). Изге Яҙмаға ингән Данил китабынан белеүебеҙсә, Батшалыҡ — ул Алла хөкүмәте. Шул китаптың икенсе бүлегендә, боронғо Вавилондан алып беҙҙең көндәргәсә, донъя аренаһында өҫтөнлөк итеүсе хөкүмәттәрҙең йә батшалыҡтарҙың нисек бер-береһен алмаштырасағы хаҡында пәйғәмбәрлек яҙылған. Ә 44-се шиғырҙа киләсәк тураһында былай тиелә:

«Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».

Ошо һәм башҡа пәйғәмбәрлектәрҙә Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ һәм ергә тыныслыҡ, именлек килтерәсәк тиелә. Был Батшалыҡ килгәс, тормош нисегерәк булыр икән? Түбәндә тиҙҙән тормошҡа ашасаҡ ғәжәйеп вәғәҙәләрҙең бер нисәһе килтерелә.

  • ҺУҒЫШТАР БУЛМАЯСАҠ

    Зәбур 46:9: «Ул [Алла] бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата, йәйәне һәм һөңгөнө һындыра, хәрби арбаларҙы утта яндыра».

    Бөтә байлыҡтар, тикшеренеүҙәр һәм асыштар ҡорал булдырыуға, кешеләрҙе үлтереүгә түгел, ә уларҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелһә, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, донъя ниндәй гүзәл булыр ине! Ер менән Алла Батшалығы идара итә башлағанда, ошо вәғәҙә үтәләсәк.

  • АУЫРЫУҘАР БУЛМАЯСАҠ

    Ишағыя 33:24: «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ».

    Йөрәк-ҡан тамырҙары сире, рак, диабет һәм башҡа ауырыуҙарҙан бер кем дә интекмәгән донъяны күҙ алдына килтерегеҙ: дауаханалар ҙа, дарыуҙар ҙа кәрәк түгел! Камил сәләмәтлек — бына, планетала йәшәгән һәр кемде ниндәй бүләк көтә!

  • АСЛЫҠ БУЛМАЯСАҠ

    Зәбур 72:16: «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр».

    Ер барыһына ла етерлек аҙыҡ үҫтерәсәк, бер кем дә ас булмаясаҡ һәм аслы-туҡлы яфаланып та йәшәмәйәсәк.

  • ҮЛЕМ ДӘ, ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТ ТӘ, ҺЫҠТАУ ҘА БАШҠАСА БУЛМАЯСАҠ

    Асылыш 21:4: «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде».

    Тимәк, кешеләрҙе ожмахта мәңгелек тормош һәм камил сәләмәтлек көтә! Был — яратҡан Барлыҡҡа килтереүсебеҙ — Йәһүә Алланың вәғәҙәһе.

АЛЛА АЛДАЙ АЛМАЙ

Бәлки, һеҙгә быларҙың барыһы ла әкиәт булып тойолалыр. Кешеләрҙең күбеһе Изге Яҙмала яҙылған вәғәҙәләрҙең үтәлеүен бик теләр ине лә, әммә улар төрлө сәбәптәр арҡаһында, мәңгелек тормош мөмкин түгел, тип уйлай. Быға ғәжәпләнәһе юҡ, сөнки әлегә тиклем бер кем дә мәңге йәшәмәгән, шуға ла ундай тормош нисегерәк була икәнен аңлатырҙай кеше лә юҡ.

Кешелек бит инде оҙаҡ ваҡыт дауамында гонаһ, үлем ҡоллоғонда ғазаптар, афәттәр һәм бәхетһеҙлек кисерә, шуға ла күп кеше тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы шулай булырға тейеш, был тәбиғи, тип ҡабул итә. Әммә Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүә Алла беҙгә ундай тормош ниәтләмәгән.

Үҙ вәғәҙәләренең һис шикһеҙ тормошҡа ашасағын раҫлап, Алла былай тигән: «Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай. Ул үтәлмәйенсә миңә кире ҡайтмаҫ, мин теләгәнде, һис шикһеҙ, башҡарыр, уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны үтәр» (Ишағыя 55:11).

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә Алла «бер ҡасан да ялған һөйләмәй» (Титҡа 1:2). Алла Изге Яҙмала иҫ киткес киләсәк хаҡында һөйләй икән, шундай һорауҙар өҫтөнән уйланыу зарур: кешеләр ысынлап та ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй аламы? Алла вәғәҙәләренең тормошҡа ашыуын күрер өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Был һорауҙарға яуаптарҙы брошюраның киләһе биттәренән табырһығыҙ.