Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланы тыңлап йәшәһәк, беҙ ысын мәғәнәлә бәхетле булырбыҙ

Аллаға тыңлаусан кешеләр өсөн бүләк

Аллаға тыңлаусан кешеләр өсөн бүләк

Муса пәйғәмбәр, Хоҙай үҙенең әмерҙәрен үтәгән кешеләрҙе бүләкләй, тип әйткән (Ҡанун 10:13; 11:27). Ләкин уны яза алыуҙан ҡурҡҡанға тыңлау дөрөҫ булмаҫ ине. Алланың күркәм сифаттарын күреп, беҙ уны ярата башлайбыҙ. Тап яратҡан өсөн беҙ уға буйһонабыҙ һәм уны көйөндөргән нәмәләрҙе эшләмәйбеҙ. «Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде», — тип яҙылған Инжилдә (1 Яхъя 5:3).

Аллаһы Тәғәлә тыңлаусан кешеләрҙе нисек бүләкләй? Ике яҡты ҡарап сығайыҡ.

1. АЛЛАНЫ ТЫҢЛАУ ЗИРӘК ИТӘ

«Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла» (ИШАҒЫЯ 48:17).

Йәһүә Алла, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, беҙҙе яҡшы аңлай һәм беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә. Әгәр аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә теләһәк, Изге Яҙманан уның әмерҙәрен белергә һәм шулар буйынса йәшәргә тырышырға кәрәк.

2. АЛЛАНЫ ТЫҢЛАУ БӘХЕТЛЕ ИТӘ

«Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (ЛУКА 11:28).

Бөгөн Алланың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған миллионлаған кеше ысын мәғәнәлә бәхетле. Испанияла йәшәгән бер ирҙең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул ҡыҙыу холоҡло булған һәм башҡалар менән, шул иҫәптән ҡатыны менән дә үҙен тупаҫ тотҡан. Бер көндө ул Муса яҙған Тәүрат китабынан Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы йыуаш холоҡло Йософ тураһында уҡыған. Йософто ҡоллоҡҡа һатҡандар һәм нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә япҡандар. Ләкин ул күңелен ҡатырмаған, үс ала башламаған һәм рәнйетеүселәрен кисергән (Башланмыш, 37—45-се бүлектәр). Испаниялағы шул кеше былай ти: «Йософтоң миҫалы тураһында уйланыу мине йыуаш, изгелекле һәм тотанаҡлы булырға өйрәтте. Һөҙөмтәлә мин күпкә бәхетлерәк булып киттем!»

Изге Яҙмала башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға ярҙам иткән бүтән миҫалдар һәм кәңәштәр бар. Киләһе мәҡәләнән был турала күберәк белеп була.