Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе мәңге яратасаҡ һәм яҡлаясаҡ!
Һеҙ һуғыш, йәбер-золом һәм дошманлыҡ булмаған донъяла йәшәргә теләр инегеҙме?
Һеҙ ауырыуҙар, ғазаптар һәм үлемдең бүтән булмауын теләр инегеҙме?
Һеҙ мәшәҡәтһеҙ, шом-хәүефһеҙ йәшәргә теләр инегеҙме?
Һеҙ бер ҡасан да тәбиғәт афәттәре булмауын теләр инегеҙме?
Беҙҙең иҫ киткес гүзәл планетабыҙҙы Барлыҡҡа килтереүсе кешеләргә мәңгелек тормош бирергә вәғәҙә итә. Кешелек бер татыу һәм бәхетле ғаилә булып йәшәйәсәк. Был хыял ғына түгел.
Киләһе мәҡәләләрҙән һеҙ ошо һорауҙарға яуап белерһегеҙ:
Аллаһы Тәғәләнең кешеләрҙе яратҡаны нимәнән күренә?
Алланың Һүҙендә нимә яҙылған? *
Алланың пәйғәмбәрҙәре уның ниндәй вәғәҙәләре тураһында һөйләгән?
Хәҙер үк бәхетле йәшәр өсөн һәм киләсәктә Алла вәғәҙәләренең үтәлешен күрер өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
Тәүҙә Барлыҡҡа килтереүсенең беҙҙе яратҡаны нимәнән күренгәнен ҡарап сығайыҡ.
^ 9 абз. «Алла Һүҙе» Изге Яҙма тип тә атала, ул үҙ эсенә Тәүрат, Зәбур һәм Инжил китаптарын ала.