КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ № 3 2021 | Хәүефһеҙ киләсәккә юлды нисек табырға?
Хәүефһеҙ киләсәккә илткән юлды нисек табып була? Был маҡсатҡа ирешер өсөн, кешеләр төрлө юл һайлай. Был журналдан һеҙ ниндәй юлдың иң ышаныслыһы икәнен белерһегеҙ.
Хәүефһеҙ киләсәк — һәр кемдең хыялы
Ҡай саҡта тормошта көтөлмәгән ваҡиғалар булырға мөмкин. Шундай ваҡытта тыныс булып ҡалырға һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарарға нимә ярҙам итер?
Һеҙҙең киләсәк ысынында нимәнән тора?
Күп кешеләр, киләсәк күҙгә күренмәгән көстәр ҡулында, тип һанай. Шуға күрә улар, үҙҙәренең фекеренсә, яҡшы киләсәккә ышаныстарын арттыра алған нәмәләр эшләргә тырыша: астрология һәм фэншуй менән шөғөлләнә, ата-бабаларына табына, реинкарнацияға ышана.
Юғары белем һәм байлыҡ ышаныслы киләсәккә гарантия бирә аламы?
Күптәр, юғары белем һәм байлыҡтың ҡай саҡта көтөлгән һөҙөмтәләр бирмәгәнен аңлаған.
Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?
Яҡшы кеше булыу бик мөһим, ләкин был яҡшы киләсәккә 100 % гарантия бирмәй.
Хәүефһеҙ киләсәккә йөҙ процент гарантия бармы?
Ғәҙәттә, ҡарар ҡабул итер алдынан беҙ үҙебеҙҙән олораҡ һәм тәжрибәлерәк кеше менән кәңәшләшәбеҙ. Шуға күрә, яҡшы киләсәккә ирешер өсөн, үҙебеҙҙән күпкә олораҡ һәм зирәгерәк Затҡа мөрәжәғәт итәйек.
Киләсәгегеҙҙе үҙегеҙ һайлайһығыҙ
Беҙҙең ниндәй һайлауыбыҙ бар?
Хәүефһеҙ киләсәккә юл
Нимә һеҙгә хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирә ала?