Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Киләсәгегеҙҙе үҙегеҙ һайлайһығыҙ

Киләсәгегеҙҙе үҙегеҙ һайлайһығыҙ

Яҡынса 3 500 йыл элек Йәһүә Алла үҙенең хеҙмәтселәренә киләсәктәре бәхетле булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген әйткән: «Мин бөгөн һиңә йәшәү һәм үлем, фатиха һәм ләғнәт тәҡдим иттем... Һин үҙең һәм тоҡомдарың йәшәй алһын өсөн, йәшәүҙе һайла» (Ҡанун 30:19).

Киләсәктәре яҡты булһын өсөн, ул кешеләргә дөрөҫ һайлау яһарға кәрәк булған. Бөгөн беҙ ҙә шундай уҡ һайлау алдында торабыҙ. Изге Яҙма бәхетле киләсәкте нисек һайларға икәнен аңлата: «Аллаң Йәһүәне ярат, уны тыңла» (Ҡанун 30:20).

ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫУ ҺӘМ ТЫҢЛАУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

БЕЛЕГЕҘ. Йәһүәне яратыр өсөн, тәүҙә Изге Яҙманан уның тураһында белергә кәрәк. Һеҙ уның ҡайғыртыусан Алла икәнен, һеҙгә тик иң яҡшыһын ғына теләгәнен күрерһегеҙ. Ул һеҙҙе үҙенә доға ҡылырға дәртләндерә, «сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7). Әгәр һеҙ уға яҡынлашырға тырышһағыҙ, «Ул һеҙгә яҡынлашыр», тип вәғәҙә итә Изге Яҙма (Яҡуб 4:8).

ҠУЛЛАНЫҒЫҘ. Алланы тыңлау — Изге Яҙмала әйтелгәнсә эш итеү тигән һүҙ. Ундағы аҡыллы кәңәштәрҙе тотҡан кешеләр тураһында бына нимә әйтелә: «Юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыл менән эш итерһең» (Ешуа 1:8).

^ 7 абз. Әлеге ваҡытта ете телдә, шул иҫәптән ҡытай (путунхуа һәм кантон диалекты) телендә бар.