Алланың ҡанундары һәм принциптары выжданығыҙҙы тәрбиәләһен
«Иҫкә төшөрөүҙәрең тураһында уйланам мин» (ЗӘБ. 119:99).
1. Беҙҙе хайуандарҙан юғары иткән яҡтарҙың береһе ниндәй?
ЙӘҺҮӘ кешеләргә үҙенсәлекле бер нәмә бүләк иткән. Ул беҙҙе выждан менән барлыҡҡа килтергән. Был беҙҙе хайуандарҙан айырып торған яҡтарҙың береһе. Беҙ Әҙәм менән Һауаның выжданы булғанын ҡайҙан беләбеҙ? Аллаға тыңламаусанлыҡ күрһәткәндән һуң, улар унан йәшенгән, сөнки выждандары уларҙы борсоған.
2. Выждан нимәһе менән компасҡа оҡшаш? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
2 Выждан — дөрөҫ һәм дөрөҫ булмағанды айырып торған эске тойғо. Ул беҙгә тормошта йүнәлеш күрһәтеп торорға мөмкин. Выжданы яҡшы өйрәтелмәгән кешене компасы ватыҡ булған карап менән сағыштырып була. Елдәр һәм океан ағымдары ундай карапты дөрөҫ булмаған юлдан алып китергә мөмкин. Әммә яҡшы эшләгән компас капитанға карапты дөрөҫ яҡҡа йүнәлтергә ярҙам итер. Шуның шикелле, выжданыбыҙ гел дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп торһон өсөн, уны дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк.
3. Выжданыбыҙҙы дөрөҫ тәрбиәләмәһәк, был нимәгә килтерергә мөмкин?
1 Тим. 4:1, 2). Ул хатта беҙҙе «яманлыҡты яҡшылыҡ тип» инандырырға мөмкин (Ишағ. 5:20). Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар» (Яхъя 16:2). Шәкерт Стефанды үлтергән кешеләр тап шулай уйлаған да (Ғәм. 6:8, 12; 7:54—60). Тарих дауамында күп дини кешеләр үлтереү кеүек яуыз енәйәттәр ҡылған һәм, быны Алла өсөн эшләйбеҙ, тип раҫлаған. Ләкин ысынбарлыҡта уларҙың эштәре Алланың ҡанундарына ҡаршы килгән (Сығ. 20:13). Күренеүенсә, выждандары уларҙы дөрөҫ яҡҡа йүнәлтмәгән!
3 Выжданыбыҙ яҡшы өйрәтелмәгән булһа, ул беҙҙе насар эштәрҙән киҫәтмәҫ (4. Ниндәй осраҡта выждан дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер?
4 Улайһа, выжданыбыҙ дөрөҫ тәрбиәләнгәнме, юҡмы икәнен нисек билдәләргә? Изге Яҙмалағы ҡанундар һәм принциптар «өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы» (2 Тим. 3:16). Беҙ Изге Яҙманы даими өйрәнергә, унан белгәндәребеҙ хаҡында тәрән уйланырға һәм тормошта ҡулланырға тейеш. Шулай эшләһәк, фекер йөрөтөү рәүешебеҙ көндән-көн Йәһүәнекенә оҡшай барыр. Шул саҡта выжданыбыҙ беҙгә дөрөҫ йүнәлеш бирә алыр. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең ҡанундары һәм принциптары ярҙамында выжданыбыҙҙы нисек өйрәтеп булғанын ҡарап сығайыҡ.
АЛЛАНЫҢ ҠАНУНДАРЫ ҺЕҘҘЕ ӨЙРӘТҺЕН
5, 6. Алланың ҡанундары беҙгә нисек ярҙам итә?
5 Алла ҡанундарының файҙаһын күрергә теләһәк, улар тураһында уҡыу йә уларҙы белеү генә әҙ. Беҙгә уларҙы яратырға һәм уларға хөрмәт менән ҡарарға кәрәк. Изге Яҙмала: «Яуызлыҡты нәфрәт итегеҙ һәм яҡшылыҡты яратығыҙ», — тип әйтелә (Амос 5:15). Әммә быға нисек ирешергә? Бөтә нәмәгә Йәһүә кеүек ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ насар йоҡлайһығыҙ, ти. Табип һеҙгә файҙалыраҡ ризыҡ ашарға, күберәк физик күнегеүҙәр яһарға һәм тормош рәүешегеҙҙә башҡа үҙгәрештәр яһарға ҡуша. Һеҙ уның кәңәштәрен тотаһығыҙ һәм файҙа күрәһегеҙ! Шул табипҡа яҡшы кәңәштәре өсөн, моғайын, бик рәхмәтле булырһығыҙ.
6 Шуның шикелле, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ гонаһтың насар эҙемтәләренән һаҡлаған һәм тормошто яҡшыртҡан ҡанундар бирә. Мәҫәлән, Изге Яҙма беҙҙе алдашмаҫҡа, мутлашмаҫҡа, урлашмаҫҡа, әхлаҡһыҙлыҡ ҡылмаҫҡа, көс ҡулланмаҫҡа һәм сихырсылыҡ менән шөғөлләнмәҫкә өйрәтә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19-ҙы уҡығыҙ *; Асыл. 21:8.) Беҙ Йәһүәгә буйһоноп яҡшы емештәр урғанда, уға һәм уның ҡанундарына ҡарата яратыуыбыҙ тағы ла нығыраҡ көсәйә.
7. Изге Яҙма өҙөктәре беҙгә нисек ярҙам итә?
7 Алланың ҡанундарын боҙоп насар эҙемтәләрҙән ғазап сикмәйенсә лә нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен белергә була. Беҙ боронғо заманда йәшәгән кешеләрҙең хаталарынан һабаҡ ала алабыҙ. Ундай кешеләрҙең миҫалдарын Изге Яҙмала табып була. Ғибрәтле һүҙҙәр 1:5-тә былай тиелгән: «Зирәк кеше тыңлар ҙа күберәк өгөт-нәсихәт алыр». Алланан килгән был нәсихәттән яҡшыраҡ нәсихәт юҡ! Мәҫәлән, Дауыттың, Йәһүәне тыңламайынса Битсәбиә менән зина ҡылғандан һуң, ни тиклем ныҡ ғазап сиккәне тураһында уйлап алығыҙ (2 Сам. 12:7—14). Дауыт хаҡындағы өҙөктө уҡығанда, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Шундай ауырлыҡтар кисермәҫ өсөн, Дауыт нимә эшләй алған? Мин шуға оҡшаш хәлгә эләкһәм, нисек эш итермен? Дауыт һымаҡ әхлаҡһыҙлыҡ ҡылырмынмы йәки Йософ кеүек ҡасып китерменме?» (Баш. 39:11—15). Гонаһ килтергән аяныслы эҙемтәләр тураһында уйланһаҡ, «яуызлыҡты» көндән-көн нығыраҡ нәфрәт итербеҙ.
8, 9. а) Выждан беҙгә нимә өсөн бирелгән? б) Выжданыбыҙ Йәһүәнең принциптары менән нисек бәйле?
8 Беҙ Алла нәфрәт иткән нәмәләрҙән йыраҡ торорға тырышабыҙ. Әммә Изге Яҙмала беҙҙең хәлгә ҡағылышлы конкрет ҡанун бирелмәһә, нимә эшләргә? Алланың беҙҙән нимә көткәнен нисек белергә? Выжданыбыҙҙы Изге Яҙма буйынса тәрбиәләһәк, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итербеҙ.
9 Йәһүә беҙҙе ярата, шунлыҡтан выжданыбыҙҙы дөрөҫ яҡҡа йүнәлтә алған принциптар бирә. Ул былай тип аңлата: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла» (Ишағ. 48:17, 18). Изге Яҙмалағы принциптар тураһында тәрән уйланып һәм уларға йөрәгебеҙгә тәьҫир итергә юл ҡуйып, беҙ выжданыбыҙҙы төҙәтә һәм йүнәлтә алабыҙ. Ә был, үҙ сиратында, беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә.
АЛЛАНЫҢ ПРИНЦИПТАРЫ ҺЕҘҘЕ ЙҮНӘЛТҺЕН
10. Нимә ул принцип, һәм Ғайса, кешеләрҙе өйрәткәндә, принциптарҙы нисек ҡулланған?
10 Принциптар — фекер йөрөтөү рәүешебеҙгә йүнәлеш биргән төп хәҡиҡәттәр. Улар ярҙамында беҙ яҡшы ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ. Йәһүәнең принциптары беҙгә уның нисек фекер йөрөткәнен һәм билдәле бер ҡанундарҙы ни өсөн биргәнен аңларға ярҙам итә. Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә, бөтә эштәрҙең һәм хатта йөрәк торошоноң эҙемтәләре барлығын аңлатыр өсөн, принциптарҙы ҡулланған. Мәҫәлән, ул, асыу тотоу — көс ҡулланыуға һәм әхлаҡһыҙ уйҙар зина ҡылыуға килтерә ала, тип өйрәткән (Матф. 5:21, 22, 27, 28). Йәһүәнең принциптарына таянып эш итһәк, выжданыбыҙ яҡшы өйрәтелгән буласаҡ, һәм беҙ Аллаға дан килтергән ҡарарҙар ҡабул итербеҙ (1 Кор. 10:31).
11. Бер кешенең выжданы башҡаныҡынан нисек айырылып торорға мөмкин?
11 Үҙ выжданын Изге Яҙма нигеҙендә тәрбиәләгән мәсихселәр бер үк мәсьәләләрҙә төрлө ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин. Мәҫәлән, иҫерткес эсемлектәр эсергәме, юҡмы? Изге Яҙмала, уларҙы эсеү дөрөҫ түгел, тип әйтелмәй, әммә унда сиктән тыш күп йә иҫергәнсе эсеү хөкөм ителә (Ғиб. һүҙ. 20:1; 1 Тим. 3:8). Был, мәсихсе үҙе сиктән тыш күп эсмәй икән, тимәк, быға бәйле ҡарар ҡабул иткәндә башҡа бер нәмәне лә иҫәпкә алмаһа ла була, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Хатта үҙенең выжданы уға иҫерткес эсемлектәр эсергә рөхсәт итһә лә, ул башҡаларҙың выжданын да иҫәпкә алырға тейеш.
12. Римдарға 14:21-ҙәге һүҙҙәр нисек беҙгә башҡаларҙың выжданын хөрмәт итергә ярҙам итә?
12 Павел: «Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы», — тип яҙғанда, башҡаларҙың выжданын хөрмәт итергә кәрәклеген күрһәткән (Рим. 14:21). Шуға күрә, иҫерткес эсемлектәр эсергә хоҡуҡлы булһаҡ та, эсеү башҡа мәсихсенең выжданын борсоғанын белһәк, беҙ был хоҡуҡтан баш тартырға әҙер булырбыҙ. Бәлки, берәй ҡәрҙәш, хәҡиҡәтте белмәҫ борон иҫерткес эсемлектәргә әүәҫләнгән булғанға, хәҙер уларҙы бөтөнләй эсмәҫкә ҡарар иткәндер. Беҙ уны элекке ғәҙәттәренә ҡайтырға этәрерлек бер нәмә лә эшләргә теләмәҫ инек (1 Кор. 6:9, 10). Шундай ҡәрҙәш беҙҙә ҡунаҡта булғанда эсеүҙән баш тартһа, уны эсергә ҡыҫтарбыҙмы? Әлбиттә, юҡ!
13. Тимофей, башҡаларға хәҡиҡәтте ҡабул итергә ярҙам итер өсөн, уларҙың выжданына нисек хөрмәт күрһәткән?
13 Йәш сағында Тимофей, сөннәткә ултыртылыу ауыртыу килтергән сара булһа ла, уны үтергә ризалашҡан. Тимофей йәһүдтәр өсөн сөннәткә ултыртылыу бик мөһим икәнен белгән, ә ул уларға вәғәзләргә йыйынған. Павел кеүек, Тимофей ҙа бер кемде лә рәнйетергә теләмәгән (Ғәм. 16:3; 1 Кор. 9:19—23). Ә һеҙ, башҡаларға ярҙам итер өсөн, шәхси ҡорбандарға барырға әҙерме?
ЕТЛЕККӘНЛЕККӘ ЫНТЫЛАЙЫҠ
14, 15. а) Етлеккән булыу үҙ эсенә нимәне ала? б) Етлеккән мәсихселәр башҡалар менән нисек мөғәмәлә итә?
14 Беҙ барыбыҙ ҙа «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәрен» ҡалдырырға һәм «камиллыҡҡа», йәғни етлеккәнлеккә ынтылырға тейеш (Евр. 6:1). Күп йылдар хәҡиҡәттә булыу ғына беҙҙе етлеккән мәсихсе итмәй. Етлеккән булып китер өсөн тырышлыҡтар талап ителә. Беҙгә артабан да белемдәребеҙҙе арттырырға һәм аңлау һәләтебеҙҙе яҡшыртырға кәрәк. Шуға күрә Изге Яҙманы көн дә уҡыу мөһим (Зәб. 1:1—3). Изге Яҙманы көн һайын уҡып, һеҙ Йәһүәнең ҡанундарын һәм принциптарын яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ.
15 Ниндәй ҡанун мәсихселәр өсөн иң мөһим? Яратыу ҡануны. Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:35). Яратыу «Батшалыҡ ҡануны» тип атала һәм «ҡанун талаптарын үтәү булып тора» (Яҡ. 2:8; Рим. 13:10). Яратыуҙың шул тиклем мөһим булғаны беҙҙе һис тә ғәжәпләндермәй, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Алла — мөхәббәт ул» (1 Яхъя 4:8). Алланың яратыуы үҙ эсенә хистәрҙән күберәкте ала. Ул үҙенең яратыуын эштәр менән күрһәтә. Яхъя былай тип яҙған: «Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе» (1 Яхъя 4:9). Йәһүәгә, Ғайсаға, ҡәрҙәштәргә һәм башҡа кешеләргә ҡарата яратыу сағылдырып, беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Матф. 22:37—39).
16. Ни өсөн, етлеккәнерәк була барған һайын, беҙ принциптарҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башлайбыҙ?
1 Кор. 15:33). Әммә бала үҫә бара һәм Изге Яҙмалағы принциптар нигеҙендә фекер йөрөтөргә өйрәнә. Принциптар уға яҡшы дуҫтар һайларға ярҙам итә. (1 Коринфтарға 13:11; 14:20-не уҡығыҙ.) Беҙ Изге Яҙмалағы принциптар өҫтөндә күберәк уйланған һайын, выжданыбыҙ тағы ла ышаныслыраҡ була бара, һәм беҙ Алланың төрлө хәлдәрҙә үҙебеҙҙән нимә көткәнен яҡшыраҡ аңлай башлайбыҙ.
16 Рухи яҡтан етлеккәнерәк булған һайын, беҙ принциптарҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башлайбыҙ. Ҡанундар ғәҙәттә конкрет осраҡта ҡулланыла, ә принциптарҙы күп төрлө осраҡтарҙа ҡулланып була. Мәҫәлән, бәләкәй бала насар кешеләр менән дуҫлашыу ни тиклем ҡурҡыныс икәнен әлегә аңламай, шунлыҡтан ата-әсәһе, уны насар йоғонтонан һаҡлар өсөн, ҡағиҙәләр ҡуя (17. Ни өсөн, беҙҙә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар, тип әйтеп була?
17 Беҙҙә Йәһүәнең күңеленә хуш килгән ҡарарҙар ҡабул итер өсөн бөтә нәмә бар. Алла Һүҙендәге ҡанундарҙы һәм принциптарҙы оҫта ҡулланыу беҙҙе «барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер» итә (2 Тим. 3:16, 17). Изге Яҙмалағы принциптар Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңларға ярҙам итә. Ләкин был принциптарҙы табыр өсөн көс һалырға кәрәк (Ефес. 5:17). Был йәһәттән «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы», «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» һәм интернет-ресурстарыбыҙ ҙур ярҙам булып тора. Был ҡоралдарҙы ҡулланып, беҙ шәхси өйрәнеүҙән һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙан күберәк файҙа ала алырбыҙ.
ИЗГЕ ЯҘМА НИГЕҘЕНДӘ ӨЙРӘТЕЛГӘН ВЫЖДАН ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ
18. Йәһүәнең ҡанундарын һәм принциптарын тормошта ҡулланыу ниндәй емештәр килтерә?
18 Йәһүәнең ҡанундарын һәм принциптарын ҡулланыу тормошобоҙҙо күпкә яҡшырта! Зәбур 119:97—100-ҙә былай тиелгән: «Ҡануныңды шундай яратам мин! Уның тураһында көнө буйы уйланам. Әмерең мине дошмандарымдан зирәгерәк итә, сөнки ул мине һәр саҡ етәкләй. Төшөнөү һәләтем бөтә остаздарымдыҡына ҡарағанда тәрәнерәк, сөнки иҫкә төшөрөүҙәрең тураһында уйланам мин. Мин аҡһаҡалдарға ҡарағанда яҡшыраҡ аңлап эш итәм, сөнки бойороҡтарыңды үтәйем». Алланың ҡанундары һәм принциптары тураһында тәрән уйланыр өсөн ваҡыт бүлһәк, беҙ аңлау һәләтебеҙҙе ҡулланып аҡыллыраҡ эш итербеҙ. Ә шул ҡанундар һәм принциптар нигеҙендә выжданыбыҙҙы тәрбиәләһәк, беҙ «Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ» (Ефес. 4:13).
^ 6 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19: «Йәһүә нәфрәт иткән алты нәмә, эйе, йәне өсөн ерәнес ете нәмә бар: тәкәббер күҙҙәр, ялған тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойоусы ҡулдар, яуыз ниәттәр ҡороусы йөрәк, яманлыҡ ҡылырға тип тиҙ сабыусы аяҡтар, һүҙ һайын алдаусы шаһит һәм ҡәрҙәштәр араһында ғауға сығарыусы һәр кем».