Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Бөтә борсолоуҙарымда Алла миңә йыуаныс бирҙе

Бөтә борсолоуҙарымда Алла миңә йыуаныс бирҙе

Һинд йылғаһының көнбайыш яғында боронғо Суккур ҡалаһы урынлашҡан (хәҙер Пакистан территорияһы). Шунда 1929 йылдың 9 ноябрендә мин тыуғанмын. Шул ваҡыттарҙа инглиз телендә һөйләшкән бер миссионер атай-әсәйемә төрлө сағыу төҫтәрҙә булған китаптар биргән. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән был китаптар минең Йәһүә шаһиты булып үҫеүемдә ҙур роль уйнаны.

ШУЛ китаптар «йәйғор йыйынтығы» тип атала ине. Ундағы сағыу һүрәттәр миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Шунлыҡтан бала саҡтан уҡ мин Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә, мәҫәлән, шул иҫ киткес китаптарҙа бирелгән белемдәргә ынтылып үҫтем.

Икенсе бөтә донъя һуғышы Һиндостанға яҡынлашып килгәндә, минең донъям селпәрәмә килде. Атай-әсәйем айырым йәшәй башланы, ә аҙаҡ айырылышып ҡуйҙы. Мин шуны аңлай алмай инем: ни өсөн ике ғәзиз кешем мөнәсәбәттәрен өҙә? Мин үҙемде ҡатып ҡалған һәм ташланған итеп тойҙом. Бала ғына булғанға, мин үҙем бик мохтаж булған йыуаныс һәм ярҙамды таба алманым.

Беҙ әсәйем менән провинцияның административ үҙәге Карачиҙа йәшәнек. Бер көндө оло йәштәге табип Фред Хардейкер ишегебеҙгә шаҡыны. Ул, ғаиләмә теге китаптарҙы биргән миссионер кеүек, Йәһүә шаһиты ине. Был ҡәрҙәш әсәйемә Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим итте. Әсәйем ризалашманы, әммә, бәлки, улыма ҡыҙыҡ булыр, тине. Хардейкер ҡәрҙәш киләһе аҙнанан уҡ минең менән өйрәнеү башланы.

Бер нисә аҙна үтеүгә мин Хардейкер ҡәрҙәштең клиникаһында үткән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланым. Унда яҡынса 12 оло йәштәге ҡәрҙәш ғибәҙәт ҡылыу өсөн йыйыла ине. Улар мине йыуатты һәм улдары хаҡында ҡайғыртҡандай ҡайғыртты. Уларҙың минең менән бергә ултырғанын һәм минең менән ысын дуҫтар кеүек күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәнен йылылыҡ менән иҫкә алам. Ул ваҡытта мин быға бик мохтаж инем.

Күп тә үтмәҫтән, Хардейкер ҡәрҙәш мине үҙе менән вәғәзгә барырға саҡырҙы. Ул мине күсереп йөрөтә торған патефонды ҡулланырға өйрәтте, һәм мин был патефонда Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡыҫҡа ғына телмәрҙәр уйната алдым. Шул телмәрҙәрҙең бер нисәһе бик тура әйтелгән ине, һәм был ҡайһы бер кешеләрҙең күңеленә ятмай ине. Ләкин миңә башҡаларға шаһитлыҡ биреү бик оҡшай торғайны. Мин Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә ҡарата ашҡыныу менән янып торҙом һәм уның хаҡында башҡаларға һөйләргә яраттым.

Япония армияһы Һиндостанға баҫып инергә торғанда, Британия властары Йәһүә шаһиттарына нығыраҡ баҫым яһай башланы. Ахыр сиктә, 1943 йылдың июлендә был баҫым миңә лә ҡағылды. Мәктәп директоры англикан руханийы ине, ул мине «насар холоҡ» өсөн мәктәптән сығарҙы. Ул әсәйемә минең хаҡта, Йәһүә шаһиттары менән аралашып башҡа уҡыусыларға насар өлгө күрһәтә, тип әйтте. Әсәйем, ҡурҡып, мине Шаһиттар менән аралашыуҙан тыйҙы. Аҙаҡ ул мине атайыма ебәрҙе. Атайым Карачиҙан төньяҡҡа 1 370 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Пешавар ҡалаһында йәшәй ине. Рухи аҙыҡтан һәм аралашыуҙан мәхрүм ҡалғас, мин рухи яҡтан көсһөҙләндем.

РУХИ ҺАУЛЫҒЫМДЫ НЫҒЫТАМ

1947 йылда мин, эш эҙләп, Карачиға ҡайттым. Унда булғанда, Хардейкер ҡәрҙәштең клиникаһына инеп сыҡтым. Ул мине йылы һәм ихлас ҡаршы алды.

— Йә, нимә һине борсой? — тип һораны ул, мине һаулығына бәйле һорау буйынса ингән тип уйлап.

— Физик яҡтан һаумын, — тинем мин, — ләкин рухи яҡтан ауырыйым. Миңә Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк.

— Ҡасан башларға теләр инең?

— Мөмкин булһа, хәҙер үк.

Шул матур кисте беҙ Изге Яҙманы өйрәнеп үткәрҙек. Мин үҙемде рухи өйөмә ҡайтҡандай тойҙом. Әсәйем мине Шаһиттар менән аралашыуҙан тыйыр өсөн күп тырышлыҡ һалды, әммә ул ваҡытта мин хәҡиҡәт юлына баҫырға тәүәккәл инем. 1947 йылдың 31 авгусында мин, Йәһүәгә бағышланып, һыуға сумдырылдым. Ә унан һуң күп тә үтмәҫтән, 17 йәшемдә пионер хеҙмәтен башланым.

ШАТЛЫҠЛЫ ПИОНЕР ХЕҘМӘТЕ

Тәүҙә мин Кветтаға — Британияның хәрби нығытмаһына билдәләндем. 1947 йылда Һиндостан икегә — Һиндостан Союзы һәм Пакистанға бүленде *. Был ваҡиға кешеләрҙе дин арҡаһында көс ҡулланыуға этәрҙе, ә был тарихта булған иң күп һанлы кешенең күсенеүенә килтерҙе. 14 миллион тирәһе ҡасҡын башҡа ергә күсеп китте. Һиндостандағы мосолмандар — Пакистанға, ә Пакистандағы индустар һәм сикхтар Һиндостанға күсенде. Шул сыуалыш ваҡытында мин Карачиҙан Кветтаға киттем дә. Поезд туп-тулы булғанға, мин юлдың күп өлөшөн поездың тыш яғынан тотоноп барҙым.

Һиндостанда район конгресында. 1948 йыл

Кветтала мин 25 йәштәрҙәге махсус пионер Джордж Сингх менән осраштым. Джордж миңә иҫке генә велосипед бирҙе. Мин ҡалҡыулы ерҙәр буйлап уға ултырып (йә уны этеп) йөрөнөм. Мин күбеһенсә бер үҙем генә вәғәзләнем. Алты айҙан һуң мин инде 17 өйрәнеү үткәрә инем, һәм өйрәнеүселәремдең ҡайһы берҙәре хәҡиҡәт юлына баҫты. Уларҙың береһе армия офицеры Садыйҡ Маси ине. Ул Джорджға һәм миңә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡайһы бер баҫмаларҙы урду теленә (Пакистандың милли теле) тәржемә итергә ярҙам итте. Ваҡыт уҙыу менән Садыйҡ ашҡыныусан вәғәзсе булып китте.

«Куин Элизабет» лайнерында Гилеад мәктәбенә китеп барғанда

Һуңыраҡ мин Карачиға ҡайттым да әле генә Гилеад мәктәбендә уҡып ҡайтҡан Хенри Финч һәм Харри Форест менән хеҙмәт итә башланым. Мин уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Бер тапҡыр мин Финч ҡәрҙәш менән төньяҡ Пакистанға вәғәзләргә барҙым. Беҙ, йәйәү бейек тауҙар буйлап барып, унда урду телендә һөйләшкән баҫалҡы һәм хәҡиҡәткә һыуһаған күп ауыл кешеләрен таптыҡ. Бынан һуң ике йыл үткәс, мин дә Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡтым һәм, Пакистанға ҡайтып, унда ваҡыт-ваҡыт район күҙәтеүсеһе вазифаһын башҡарҙым. Мин Лахорҙағы миссионерҙар йортонда өс миссионер ағай-ҡәрҙәш менән йәшәнем.

РУХИ КРИЗИСТАН СЫҒАМ

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1954 йылда Лахорҙағы миссионерҙар араһында татыулыҡ юғалды. Мин, аҡылһыҙ эш итеп, тыуған бәхәстә бер яҡты яҡлағайным, шунлыҡтан миңә ҡаты ғына кәңәш бирҙеләр. Мин үҙемде рухи яҡтан булдыҡһыҙ итеп тойҙом һәм төшөнкөлөккә бирелдем. Унан һуң, барыһын яңынан башларға өмөтләнеп, кире Карачиға ҡайттым, ә һуңынан Лондонға (Англия) киттем.

Лондондағы йыйылышымда күп вефилселәр хеҙмәт итә ине. Филиал хеҙмәтсеһе (хәҙер филиал комитетының координаторы) булып хеҙмәт иткән Прайс Хьюз исемле игелекле ағай-ҡәрҙәш мине үҙенең ҡанаты аҫтына алды. Бер көндө ул миңә бөтә донъяла алып барылған вәғәз эшенең күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән Джозеф Рутерфордтан ҡаты ғына кәңәш алғаны хаҡында һөйләне. Хьюз ҡәрҙәш үҙен аҡларға тырышҡас, Рутерфорд ҡәрҙәш уны ҡаты шелтәләгән. Хьюз ҡәрҙәштең был хәтирәне иҫләп йылмайып ҡуйыуына аптыраным. Ул, тәүҙә үпкәләп йөрөнөм, тине. Ләкин һуңыраҡ ул үҙенең был кәңәшкә мохтаж булғанын һәм Йәһүәнең уға шулай итеп яратыу күрһәткәнен аңлаған (Евр. 12:6). Уның һүҙҙәре йөрәгемә үтеп инде һәм миңә яңынан шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итте.

Шул ваҡыттарҙа әсәйем Лондонға күсте һәм Джон Барр менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Джон Барр һуңыраҡ Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итте. Әсәйем рухи яҡтан тиҙ үҫте һәм 1957 йылда һыуға сумдырылды. Аҙаҡ мин атайымдың да, үлгәнгә тиклем, Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнеүе хаҡында ишеттем.

1958 йылда мин Даниянан Лондонға күскән Лене исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Киләһе йылда биш балабыҙҙың беренсеһе булып ҡыҙыбыҙ Джейн тыуҙы. Шулай уҡ миңә «Фулем» йыйылышында яуаплы вазифалар тапшырҙылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Лененың һаулығы насар булғанға, беҙ йылыраҡ климатлы ергә күсергә булдыҡ. Шулай итеп, 1967 йылда беҙ Австралияға Аделаида ҡалаһына күсендек.

ЙӘН ӘРНЕТКЕС ҠАЙҒЫ

Аделаидалағы йыйылышта оло йәштәге 12 майланған мәсихсе булды. Улар ашҡынып вәғәз эшен алып бара ине. Беҙ тиҙ арала рухи эштәр тәртибен ойошторҙоҡ.

1979 йылда бишенсе балабыҙ Дэниел тыуҙы. Дэниел Даун синдромының ауыр формаһынан интекте, һәм беҙгә, ул оҙаҡ йәшәй алмаҫ, тип әйттеләр. Хатта хәҙер ҙә ниндәй әрнеү кисергәнебеҙҙе аңлатып бөтөрөп булмай. Беҙ уның хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләнек, әммә башҡа дүрт балабыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Йөрәк ауырыуы арҡаһында Дэниел ҡайһы саҡта кислород етмәүҙән күгәреп китә ине, шундай ваҡыттарҙа уны тиҙ арала дауаханаға алып барырға кәрәк була торғайны. Әммә, һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул бик аҡыллы һәм наҙлы бала булды. Ул шулай уҡ рухи нәмәләргә ынтылды. Ашар алдынан бөтә ғаиләбеҙ менән доға ҡылғанда, Дэниел, бәләкәй генә ҡулдарын бергә ҡуйып һәм башын эйеп, ихлас итеп «амин» ти торғайны. Шунан һуң ғына ул ашай башлай ине.

Дүрт йәшендә Дэниел көслө лейкемия менән ауырып китте. Беҙ Лене менән физик һәм эмоциональ яҡтан хәлһеҙләнгән инек. Нервыларым ҡаҡшай яҙҙы. Әммә өмөтһөҙлөккә бирелгән сағыбыҙҙа район күҙәтеүсеһе Невил Бромидж ишегебеҙгә шаҡыны. Ул, күҙҙәре йәшләнеп, беҙҙе ҡосаҡлап алды. Шул кисте беҙ бөтәбеҙ ҙә иланыҡ. Уның яратыу һәм ҡыҙғаныу тулы һүҙҙәре беҙҙе бик йыуатты. Ул беҙҙән төнгө сәғәт берҙә генә китте. Күп тә үтмәҫтән, Дэниел үлде. Уны юғалтыу тормошобоҙҙа иң ҡайғылы ваҡиға булды. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ, бер нәмә лә һәм хатта үлем дә Дэниелды Йәһүәнең мөхәббәтенән айыра алмай икәненә тулыһынса ышанып, ҡайғыбыҙҙы кисереп сыҡтыҡ (Рим. 8:38, 39). Беҙ улыбыҙҙың Алланың яңы донъяһында тереләсәген зарығып көтәбеҙ! (Яхъя 5:28, 29).

БАШҠАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕП ШАТЛЫҠ ТАБАБЫҘ

Һаулығым насар булһа ла, мин һаман да йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итәм. Тормошомдағы ваҡиғалар мине башҡаларҙы, бигерәк тә ауырлыҡтар менән көрәшкәндәрҙе яҡшыраҡ аңларға һәм уларға ҡарата ҡыҙғаныу сағылдырырға өйрәтте. Мин башҡаларҙы хөкөм итмәҫкә тырышам. Бының урынына, мин үҙ-үҙемә бындай һорауҙар бирәм: «Тыуып-үҫкән мөхиттәре уларҙың хис итеү һәм фекер йөрөтөү рәүешенә нисек тәьҫир иткән? Улар хаҡында ҡайғыртыуымды нисек күрһәтә алам? Уларҙы нисек Йәһүәнең юлдарынан йөрөргә дәртләндерә алам?» Йыйылышта көтөүсе эшен башҡарыу миңә бик оҡшай! Башҡаларҙы рухи яҡтан нығытҡанда һәм йыуатҡанда, мин үҙем дә йыуанам һәм нығынам.

Көтөүсе вазифаһын башҡарыуҙан шатлыҡ табам

Мин үҙемде: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең», — тип әйткән мәҙхиә йырлаусы кеүек тоям (Зәб. 94:19). Ғаиләмдә ауырлыҡтар менән осрашҡанда, үҙемдән тәрән ҡәнәғәтһеҙлек кисергәндә һәм төшөнкөлөккә бирелгәндә, шулай уҡ башҡалар иманыма ҡаршы килгәндә Йәһүә һәр ваҡыт мине йыуатып һәм нығытып торҙо. Эйе, Йәһүә миңә ысын Атай булып китте!

^ 19 абз. Тәүҙә Пакистан Көнбайыш Пакистан (хәҙер Пакистан) һәм Көнсығыш Пакистандан (хәҙер Бангладеш) тора ине.