Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иҫәнләшеү көсө

Иҫәнләшеү көсө

«СӘЛӘМ! Хәлдәрең нисек?»

Шик тә юҡ, һеҙ быға оҡшаш һүҙҙәрҙе йыш әйтәһегеҙҙер. Һеҙ, бәлки, хатта берәйһе менән ҡул бирешеп йә ҡосаҡлашып иҫәнләшәһегеҙҙер. Төрлө ерҙә төрлө ишаралар һәм һүҙҙәр ҡулланыла, әммә иҫәнләшеүҙең асылы шул уҡ ҡала. Ә иҫәнләшмәү йә сәләмләү һүҙҙәренә яуап бирмәү ҡырыҫлыҡ йә әҙәпһеҙлек итеп ҡабул ителә.

Ҡайһы бер кешеләр башҡалар менән иҫәнләшеп бармай. Ҡайһы берәүҙәр оялғанға йә үҙ-үҙҙәренә ышанып етмәгәнгә иҫәнләшмәй. Башҡаларға иһә икенсе дәрәжә, мәҙәниәт йә раса кешеләрен сәләмләүе ауыр. Ләкин хатта ҡыҫҡа ғына иҫәнләшеү ҙә кешегә бик яҡшы тәьҫир итергә мөмкин.

Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Иҫәнләшеү ниндәй емештәр килтерә ала? Алла Һүҙендә был хаҡта нимә әйтелә?»

«ҺӘММӘ КЕШЕЛӘРҘЕ» СӘЛӘМЛӘГЕҘ

Корнилий сөннәтләнмәгән икенсе халыҡ кешеләре араһынан мәсихселәр йыйылышына беренсе булып ҡушылған. Уның өйөндә булғанда, илсе Петр, Алла кеше айырмай, тип әйткән (Ғәм. 10:34). Һуңыраҡ Петр: «[Алла] бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә», — тигән (2 Пет. 3:9). Беҙ был шиғырҙарҙағы һүҙҙәрҙе Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә ҡулланырға мөмкин. Ләкин Петр мәсихселәрҙе былай тип тә өндәгән: «Һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ» (1 Пет. 2:17). Тимәк, башҡаларҙың ниндәй расанан, мәҙәниәттән йә мөхиттән сыҡҡанына ҡарамай, бөтә кешеләрҙе лә сәләмләү бик мөһим. Иҫәнләшеү — ихтирам һәм яратыу сағылдырыуҙың бер ысулы.

Илсе Павел мәсихселәрҙе: «Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ», — тип өндәгән (Рим. 15:7). Павел үҙе өсөн «күңел йыуанысы» булған ҡәрҙәштәргә айырым иғтибар иткән. Бөгөн Шайтан Алла халҡына бик көслө баҫым яһай, шунлыҡтан ҡәрҙәштәр рухландырыуға тағы ла нығыраҡ мохтаж (Кол. 4:11; Асыл. 12:12, 17).

Изге Яҙмалағы миҫалдарҙан күренеүенсә, сәләмләү һүҙҙәре башҡаларға бик яҡшы тәьҫир итергә мөмкин.

ЙЫУАТЫУ, РУХЛАНДЫРЫУ, ЯРАТЫУ

Алла Улының тормошон Мәрйәмдең ҡарынына күсерергә ваҡыт еткәс, Йәһүә был хаҡта Мәрйәмгә хәбәр итергә фәрештәне ебәргән. «Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! — тип сәләмләгән уны фәрештә. — Раббы һинең менән!» Мәрйәм, ни өсөн үҙенә фәрештә килгәнен аңламай, «аптырап ҡалған». Быны күреп, фәрештә былай тигән: «Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте». Ул Мәрйәмгә Алланың ниәте хаҡында әйткән. Уның ниәте буйынса, Мәрйәм Мәсихте тыуҙырырға тейеш булған. Бынан һуң Мәрйәм тынысланған һәм баҫалҡы ғына: «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын!» — тип яуаплаған (Лука 1:26—38).

Был фәрештәгә Йәһүәнең хәбәрсеһе булыу хөрмәте тейгән. Фәрештә камил булмаған кешегә мөрәжәғәт итеүҙе үҙенең дәрәжәһенән түбәнерәк эш тип һанамаған. Тәүҙә ул иҫәнләшкән. Уның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? Беҙ башҡаларҙы сәләмләргә һәм рухландырырға әҙер булырға тейеш. Бер нисә генә һүҙ әйтеп, башҡаларға ярҙам итергә һәм уларҙы Алла халҡының ҡәҙерле ағзалары булыуҙарына ышандырырға мөмкин.

Павел Кесе Азия һәм Европалағы йыйылыштарҙа күп ҡәрҙәштәр менән таныш булған. Уның хаттарында конкрет кешеләргә тәғәйенләнгән сәләмдәр күп. Быны римдарға яҙылған хаттың 16-сы бүлегенән күреп була. Павел күп имандаштарына сәләм әйткән. Ул Фива апай-ҡәрҙәште телгә алған һәм, «Ул Раббыныҡы булғанға күрә», ҡәрҙәштәрҙе «уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул ите[ргә] һәм тейешле ярҙам күрһәте[ргә]» дәртләндергән. Павел Прискилла менән Акилаға сәләм әйткән һәм улар хаҡында: «Ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле», — тигән. Ул беҙгә билдәле булмаған ҡайһы бер мәсихселәргә — «ҡәҙерле дуҫы» Епенетҡа, «Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе» Трифена менән Трифосаға сәләм әйткән. Эйе, Павел ҡәрҙәштәрен теләп сәләмләгән (Рим. 16:1—16).

Күҙ алдына килтерегеҙ, был ҡәрҙәштәр Павелдың үҙҙәрен шундай йылы һүҙҙәр менән иҫкә алғанын белеп бик шатланғандыр! Уларҙың Павелға һәм бер-береһенә ҡарата мөхәббәте, моғайын, тағы ла нығыраҡ көсәйгәндер. Шик тә юҡ, шундай ҡайнар сәләмдәрҙе ишетеү башҡа мәсихселәрҙе лә рухландырған һәм уларҙы иманда ныҡ ҡалырға дәртләндергән. Эйе, эскерһеҙ шәхси ҡыҙыҡһыныу һәм маҡтау сағылдырған сәләмдәр дуҫлыҡты нығыта һәм Алла хеҙмәтселәрен берләштерә.

Павел, Путеол ҡалаһының портына килеп етеп, Римға йүнәлгәндә, урындағы мәсихселәр уға ҡаршы барырға булған. Уларҙы алыҫтан күреп ҡалып, Павел «Аллаға шөкөрана ҡыл[ған], уның күңеле күтәрел[гән]» (Ғәм. 28:13—15). Ҡайһы саҡта беҙҙең йылмайырға йә ҡул болғарға ғына хәлебеҙ була. Әммә хатта шундай ғына иҫәнләшеү ҙә төшөнкөлөккә бирелгән йә бойоҡҡан кешенең күңелен күтәрергә мөмкин.

ЯҠШЫ БАШЛАНҒЫС

Шәкерт Яҡубҡа имандаштарына ҡаты кәңәш бирергә кәрәк булған. Ҡайһы бер мәсихселәр, донъяға дуҫ булып, Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған (Яҡ. 4:4). Ләкин Яҡубтың үҙ хатын нисек башлағанына иғтибар итегеҙ.

«Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!» (Яҡ. 1:1). Был хатты уҡыған кешеләр Яҡубтың сәләмләү һүҙҙәренән Яҡубтың да, үҙҙәренең дә Алла алдында бер үк дәрәжә биләгәнен аңлаған, шунлыҡтан уларға кәңәште ҡабул итеүе еңелерәк булған. Эйе, баҫалҡылыҡ сағылдырған сәләмләү һүҙҙәре хатта етди һорауҙар тураһында һөйләшеүҙе лә еңеләйтә ала.

Хатта ҡыҫҡа ғына сәләмләү ҙә файҙа килтерһен өсөн, быны эскерһеҙ һәм яратыуҙан сығып эшләргә кәрәк. Сәләмләү һүҙҙәребеҙ иғтибарһыҙ ҡалған һымаҡ тойолһа ла, иҫәнләшеү мөһим (Матф. 22:39). Ирландиянан апай-ҡәрҙәш бер тапҡыр Батшалыҡ залына осрашыу башланырға торғанда ғына килгән. Ашығып ҡына ингән сағында бер ағай-ҡәрҙәш әйләнгән дә, йылмайып: «Сәләм. Һине күреүемә шатмын!» — тигән. Апай-ҡәрҙәш, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, урынына барып ултырған.

Бер нисә аҙна үткәс, ул ағай-ҡәрҙәш янына килгән дә бер ни тиклем ваҡыт ғаиләһендә тыуған бер ауырлыҡ менән көрәшкәне хаҡында әйткән. «Теге көндө миңә шул тиклем ҡыйын ине, — тип аңлатҡан ул, — мин хатта Батшалыҡ залына килергә телмәгән инем. Шул осрашыуҙа яңғыраған фекерҙәр иҫемдә ҡалмаған, ләкин һинең сәләмләүең һаман хәтеремдә. Һинең һүҙҙәрең күңелемде күтәреп ебәрҙе. Рәхмәт һиңә!»

Ағай-ҡәрҙәш үҙенең ҡыҫҡа ғына сәләмләүенең ниндәй көслө йоғонто яһағанын абайламаған да. «Апай-ҡәрҙәш минең ҡыҫҡа ғына сәләмләү һүҙҙәрем үҙенә нисек тәьҫир иткәне хаҡында әйткәс, — ти ул, — шулай эшләгәнемә бик шатландым. Был минең үҙемде лә рухландырып ебәрҙе».

Сөләймән: «Икмәгеңде һыуҙар буйлап ебәр, сөнки күп көндәр үткәс, уны ҡабат табырһың», — тигән (Вәғ. 11:1). Башҡаларҙы һәм бигерәк тә ҡәрҙәштәребеҙҙе сәләмләү ни тиклем мөһим икәнен аңлаһаҡ, беҙ уларҙың тормошон да, үҙебеҙҙекен дә байытасаҡбыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бер ҡасан да сәләмләүҙең ниндәй көскә эйә булғанын онотмайыҡ!