Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә менән Ғайса Мәсих һымаҡ, берҙәмлек һаҡлайбыҙ

Йәһүә менән Ғайса Мәсих һымаҡ, берҙәмлек һаҡлайбыҙ

«Үтенеп һорайым... Атам, һин минең менән... берҙәмлектә торған кеүек, улар ҙа... берҙәмлектә торһондар» (ЯХЪЯ 17:20, 21, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 24, 99

1, 2. а) Илселәре менән һуңғы тапҡыр доға ҡылғанда, Ғайса нимә һораған? б) Күрәһең, ни өсөн Ғайса берҙәмлектең мөһимлегенә иғтибар иткән?

ҒАЙСА МӘСИХ илселәренә берҙәмлек етмәүе арҡаһында борсолған. Шуға күрә, улар менән һуңғы тапҡыр ашағанда, ул берҙәмлектең мөһимлегенә иғтибар иткән. Улар менән бергә доға ҡылғанда ул, үҙе Атаһы менән берҙәм булған кеүек, уларҙың да бер булыуын, йәғни берҙәм булыуын теләгәне хаҡында әйткән. (Яхъя 17:20, 21-ҙе уҡығыҙ *, ЯДТ.) Шәкерттәрҙең берҙәм булыуы Ғайсаның ергә Алла тарафынан килгәнен иҫбатлар ине. Кешеләр Ғайсаның ысын шәкерттәрен араларындағы яратыуҙан таныр ине, ә был яратыу шәкерттәрҙе тағы ла нығыраҡ берләштерер ине (Яхъя 13:34, 35).

2 Ғайсаның берҙәмлеккә баҫым яһауы һис тә ғәжәп түгел, сөнки илселәр тулыһынса берҙәм булмаған. Мәҫәлән, улар араһында «ҡайһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан», бынан алдараҡ та улар был хаҡта бәхәсләшкән булған (Лука 22:24—27; Марк 9:33, 34). Башҡа бер осраҡта Яҡуб менән Яхъя Ғайсанан күктәге Батшалыҡта үҙҙәре өсөн юғары урындар һораған (Марк 10:35—40).

3. Шәкерттәрҙең берҙәмлеген нимә ҡаҡшата алған, һәм беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Шулай ҙа, күберәк хакимлыҡҡа эйә булыу теләгенән тыш, мәсихселәрҙең берҙәмлеген ҡаҡшата алған башҡа нәмәләр ҙә бар. Ғайса көндәрендә нәфрәт тойғоһо һәм башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт кешеләр араһында бүленештәр тыуҙырған. Ғайсаның шәкерттәренә ундай хистәрҙән арынырға кәрәк булған. Был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Ғайса, тиҫкәре мөнәсәбәт менән осрашҡанда, нимә эшләгән? Ул нисек шәкерттәрен башҡаларға бер тигеҙ ҡарарға, йәғни бөтә кеше менән ғәҙел мөғәмәлә итергә һәм берҙәм булырға өйрәткән? Ғайсаның үрнәге һәм тәғлимәттәре нисек беҙгә берҙәмлек һаҡларға ярҙам итә?

ҒАЙСАҒА ҺӘМ УНЫҢ ШӘКЕРТТӘРЕНӘ ҠАРАТА ТИҪКӘРЕ МӨНӘСӘБӘТ

4. Кешеләрҙең Ғайсаға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт күрһәтеүенә миҫалдар килтерегеҙ.

4 Хатта Ғайса Мәсих тә үҙенә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт менән осрашҡан. Филипп Нафанаилға, беҙ Мәсихте таптыҡ, тип әйткәс, Нафанаил: «Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни?» — тигән (Яхъя 1:46). Нафанаил, күрәһең, Мәсихтең, Миҡай 5:2-лә пәйғәмбәрлек ителгәнсә, Вифлеемда тыуырға тейешлеген белгән. Ул, бәлки, Назара әллә ни мөһим ҡала түгел, шунлыҡтан ул Мәсихтең тыуған ҡалаһы була алмай, тип уйлағандыр. Ғайса Галилеянан булғанға, ҡайһы бер күренекле йәһүдтәр уға кәмһетеп ҡараған (Яхъя 7:52). Күп йәһүдтәр Галилея халҡын башҡаларҙан түбән күргән. Башҡа йәһүдтәр, Ғайсаны Самария кешеһе тип атап, уны рәнйетергә тырышҡан (Яхъя 8:48). Самария кешеләре икенсе халыҡтан булған, һәм уларҙың дине йәһүдтәрҙекенән айырылып торған. Йәһүдтәр ҙә, галилеяндар ҙа самарияндарҙы хөрмәт итеп бармаған һәм уларҙан ситләшкән (Яхъя 4:9).

5. Кешеләр Ғайсаның шәкерттәренә нисек ҡараған?

5 Йәһүдтәрҙең дини етәкселәре Ғайса артынан барған кешеләрҙе лә хөрмәт итмәгән. Фарисейҙар уларҙы «ҡарғалған» халыҡ тип атаған (Яхъя 7:47—49). Фарисейҙар йәһүд дини мәктәптәрендә уҡымаған һәм уларҙың йолаларын тотмаған һәр кемде әһәмиәтһеҙ һәм наҙан тип һанаған (Ғәм. 4:13). Ни өсөн Ғайса һәм уның шәкерттәре тиҫкәре мөнәсәбәт менән осрашҡан? Сөнки ул ваҡытта кешеләр үҙҙәренең дине, йәмғиәттәге дәрәжәһе һәм милләте менән ғорурланған. Ундай ҡараш шәкерттәргә лә тәьҫир иткән. Берҙәм булып ҡалыр өсөн, уларға үҙҙәренең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә кәрәк булған.

6. Башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттә булыу беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин? Миҫалдар килтерегеҙ.

6 Бөгөнгө донъяла күпселек кешегә башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттә булыу хас. Кешеләр — беҙгә ҡарата, ә беҙ башҡаларға ҡарата ниндәйҙер кимәлдә тиҫкәре ҡарашта торорға мөмкин. Австралияла йәшәгән һәм хәҙер пионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Үткәндә мин аҡ тәнле кешеләрҙең ерле халыҡ менән элекке һәм хәҙерге ваҡытта ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәненә ҙур иғтибар бирҙем. Шуның арҡаһында аҡ тәнле кешеләргә ҡарата нәфрәтем көсәйә барҙы». Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр уның үҙе менән насар мөғәмәлә иткән, был уның нәфрәтен тағы ла көсәйткән. Ә Канаданан бер ағай-ҡәрҙәш бына нимә тип таный: «Элек мин француз телендә һөйләшкән кешеләрҙе өҫтөн күрҙем, һөҙөмтәлә миндә инглиз телендә һөйләшкән кешеләргә ҡарата дошманлыҡ хисе үҫте».

7. Кешеләрҙең башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәтен күргәндә, Ғайса нимә эшләгән?

7 Ғайса көндәрендәге кеүек, бөгөн дә башҡаларға ҡарата тиҫкәре ҡараш тыуҙырған хистәр бик көслө була, һәм уларҙан арыныу еңел түгел. Башҡаларҙың шундай хистәр сағылдырыуын күргәндә, Ғайса нимә эшләгән? Беренсенән, ул бер ҡасан да ундай хистәрҙе үҙләштермәгән. Ул һәр ваҡыт бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡараған. Ғайса байҙар һәм ярлыларға, фарисейҙар һәм самарияндарға, хатта һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусыларға ла вәғәзләгән. Икенсенән, Ғайса үҙенең шәкерттәрен башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттә булмаҫҡа һәм уларға шикләнеп ҡарамаҫҡа өйрәткән, шулай уҡ был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәткән.

ТИҪКӘРЕ МӨНӘСӘБӘТТЕ ЯРАТЫУ ҺӘМ БАҪАЛҠЫЛЫҠ МЕНӘН ЕҢЕГЕҘ

8. Ниндәй мөһим принцип берҙәмлегебеҙҙең нигеҙе булып тора? Аңлатығыҙ.

8 Ғайса мәсихселәр араһындағы берҙәмлектең нигеҙе булып торған мөһим принципҡа өйрәткән. Ул шәкерттәренә: «Һеҙ бер-берегеҙгә туған», — тип әйткән. (Матфей 23:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Ниндәйҙер мәғәнәлә беҙ ысынлап та туғандар, йәғни ҡәрҙәштәр, сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә — Әҙәмдең балалары (Ғәм. 17:26). Әммә, Ғайса аңлатҡанса, уның шәкерттәре тағы бер сәбәп буйынса ҡәрҙәштәр булған: улар бөтәһе лә Йәһүәне күктәге Аталары итеп таныған (Матф. 12:50). Улар барыһы ла Алла ғаиләһенең ағзалары булып киткән, һәм яратыу менән иман уларҙы берләштергән. Бына ни өсөн илселәр, йыйылыштарға хаттар яҙғанда, башҡа мәсихселәргә ҡәрҙәштәр тип өндәшкән (Рим. 1:13; 1 Пет. 2:17; 1 Яхъя 3:13) *.

9, 10. а) Ни өсөн йәһүдтәрҙең үҙ милләте менән ғорурланырға сәбәптәре булмаған? б) Ғайса башҡа милләт кешеләренә түбәнһетеп ҡарау дөрөҫ түгел икәнен нисек күрһәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

9 Шәкерттәрен бер-береһенә ҡәрҙәштәргә ҡарағандай ҡарарға өндәгәндән һуң, Ғайса баҫалҡы булыуҙың мөһимлегенә иғтибар иткән. (Матфей 23:11, 12-не уҡығыҙ.) Белгәнебеҙсә, ҡайһы саҡта ғорурлыҡ арҡаһында илселәр араһында бүленештәр тыуған. Ғайса көндәрендә кешеләр үҙ милләте менән бик ғорурланған. Күп йәһүдтәр, Ибраһимдың тоҡомдары булғанға, үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн күргән. Әммә Сумдырыусы Яхъя уларға: «Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала», — тигән (Лука 3:8).

10 Ғайса, үҙ милләтең менән ғорурланыу дөрөҫ түгел, тип өйрәткән. «Минең яҡыным кем?» — тигән һорау биргән ҡанун белгесенә яуап биргәндә, Ғайса быны асыҡ итеп күрһәткән. Ул бер хикәйә һөйләгән. Бурҙар, бер йәһүд кешеһен туҡмап, уны юл буйында ҡалдырып киткән. Ҡайһы бер йәһүдтәр, уның янынан үтеп барһа ла, бер ниндәй ярҙам күрһәтмәгән. Әммә Самария кешеһе, йәлләп, йәһүд хаҡында хәстәрлек күргән. Ғайса, ҡанун белгесен Самария кешеһе кеүек эш итергә өндәп, хикәйәһен тамамлаған (Лука 10:25—37). Ғайса шуны күрһәткән: Самария кешеһе йәһүдтәрҙе бөтә кешеләрҙе яратырға өйрәтә алған.

11. Ни өсөн Ғайсаның шәкерттәре бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарарға тейеш булған, һәм Ғайса уларға быны аңларға нисек ярҙам иткән?

11 Ғайса, күккә күтәрелмәҫ борон, шәкерттәренә «бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп» вәғәзләргә ҡушҡан (Ғәм. 1:8). Бының өсөн Ғайсаның шәкерттәре ғорурлыҡтан һәм башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән арынырға тейеш булған. Ғайса йыш ҡына сит ил кешеләренең яҡшы сифаттары тураһында әйткән, бының менән ул шәкерттәрен бөтә халыҡтарға вәғәзләүгә әҙерләгән. Мәҫәлән, ул икенсе халыҡтан булған бер йөҙбашын ғәжәп иманы өсөн маҡтаған (Матф. 8:5—10). Үҙе тыуған Назара ҡалаһында Ғайса шул хаҡта һөйләгән: Йәһүә Сарепта ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын һәм Сүриә кешеһе Нееман кеүек сит ил кешеләренә ярҙам иткән (Лука 4:25—27). Бынан тыш, Ғайса Самарияның бер ҡалаһында йәшәгән ҡатынға вәғәзләгән һәм, шул ҡаланың халҡы һөйөнөслө хәбәр менән ҡыҙыҡһынғанға, хатта унда ике көнгә туҡталған (Яхъя 4:21—24, 40).

МӘСИХСЕЛӘР ТИҪКӘРЕ МӨНӘСӘБӘТТӘН АРЫНЫРҒА ТЕЙЕШ БУЛҒАН

12, 13. а) Шәкерттәр Ғайсаның Самарияла йәшәгән ҡатынға вәғәзләүе хаҡында нимә уйлаған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Яҡуб менән Яхъяның Ғайса биргән һабаҡты аңлап етмәгәне ниндәй осраҡтан күренә?

12 Илселәргә башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән арыныуы еңел булмаған. Ғайсаның Самарияла йәшәгән ҡатынды өйрәтергә әҙер булыуы уларҙы аптырашта ҡалдырған (Яхъя 4:9, 27). Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе, бәлки, шундалыр: йәһүдтәрҙең дини етәкселәре кешеләр алдында ҡатын-ҡыҙҙар менән, бигерәк тә Самариянан булған һәм яманаты сыҡҡан ҡатын менән һөйләшмәҫ ине. Илселәр Ғайсаға ашарға тәҡдим иткән, әммә Ғайса был ҡатын менән рухи темаға һөйләшеүҙән шул тиклем күп шатлыҡ алған, хатта ашау ҙа уның өсөн әллә ни мөһим булмаған. Алла Ғайсаның вәғәзләүен теләгән, һәм Атаһының ихтыярын үтәү, шул иҫәптән Самариянан булған ҡатынға вәғәзләү ҙә Ғайса өсөн ризыҡ һымаҡ булған (Яхъя 4:31—34).

13 Яҡуб менән Яхъя был мөһим һабаҡты аңламаған. Ғайса менән Самария буйлап сәйәхәт иткәндә, шәкерттәр бер ауылда ҡуныр урын табырға тырышҡан. Ләкин самарияндар уларға үҙҙәрендә төн үткәрергә рөхсәт итмәгән. Яҡуб менән Яхъя быға шул тиклем асыуланған, хатта бөтә ауылды юҡ итер өсөн күктән ут төшөрөргә тәҡдим иткән. Ғайса уларҙы ҡаты ғына итеп төҙәткән (Лука 9:51—56). Был хәл уларҙың тыуған ере Галилеяла булған булһа, улар, моғайын, шул тиклем асыуланмаҫ ине. Бәлки, самарияндарға ҡарата тиҫкәре ҡарашта торғанға, уларҙың йәне көйгәндер ҙә. Һуңыраҡ, Яхъя самарияндарға вәғәзләгәндә, күптәр уны тыңлаған. Шул саҡта ул элек ныҡ асыуланғаны өсөн, моғайын, уңайһыҙланғандыр (Ғәм. 8:14, 25).

14. Төрлө телдәрҙә һөйләшкән ике төркөм араһында тыуған проблема нисек яйға һалынған?

14 Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан һуң күп тә үтмәҫтән, йыйылышта бер проблема тыуған. Ярҙамға мохтаж булған тол ҡатындарға ризыҡ өләшкәндә, ағай-ҡәрҙәштәр грек телендә һөйләшкән тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмаған (Ғәм. 6:1). Бәлки, был проблема икенсе телдә һөйләшкән мәсихселәргә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт арҡаһында тыуғандыр. Илселәр был проблеманы тиҙ арала хәл иткән. Улар, ризыҡ бүлер өсөн, ете тәжрибәле ағай-ҡәрҙәште һайлаған. Был ҡәрҙәштәрҙең етеһенең дә исеме грекса яңғыраған, был, моғайын, рәнйегән тол ҡатындарҙы йыуатҡандыр.

15. Петр бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарарға нисек өйрәнгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

15 Б. э. 36 йылында Ғайсаның шәкерттәре бөтә халыҡ кешеләренә вәғәзләй башлаған. Быға тиклем илсе Петр ғәҙәттә йәһүдтәр менән генә ваҡыт үткәргән. Шунан Алла мәсихселәрҙең кеше айырырға тейеш түгеллеген күрһәткән, һәм Петр Рим армияһының йөҙбашы Корнилийға вәғәзләгән. (Ғәмәлдәр 10:28, 34, 35-те уҡығыҙ.) Унан һуң Петр йәһүд булмаған мәсихселәр менән ваҡыт үткәргән һәм улар менән бергә ашаған. Әммә бер нисә йыл үткәс, Антиохия ҡалаһында ул йәһүд булмаған мәсихселәрҙән ситләшә башлаған (Гал. 2:11—14). Павел Петрҙы төҙәткән, һәм Петр төҙәтеүҙе ҡабул иткән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Петр, Кесе Азиялағы йәһүд һәм йәһүд булмаған мәсихселәргә беренсе хатын яҙғанда, бөтә ҡәрҙәштәрҙе яратыу ни тиклем мөһим икәне хаҡында әйткән (1 Пет. 1:1; 2:17).

16. Беренсе быуаттағы мәсихселәр нимә менән билдәле булып киткән?

16 Ғайсанан үрнәк алып, илселәр «барлыҡ кешеләрҙе» яратырға өйрәнгән (Яхъя 12:32; 1 Тим. 4:10). Был ваҡыт талап итһә лә, улар башҡаларға ҡарата ҡарашын үҙгәрткән. Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһен яратыуы менән билдәле булып киткән. Яҡынса б. э. 200 йылында Тертуллиан исемле яҙыусы, башҡа кешеләрҙең мәсихселәр тураһында әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап, былай тигән: «Улар бер-береһен ярата... Улар бер-береһе өсөн хатта үлергә лә әҙер». Шул мәсихселәр, «яңы кеше булып» кейенгәнгә, бөтә кешегә, Алла ҡараған кеүек, бер тигеҙ ҡарарға өйрәнгән (Кол. 3:10, 11).

17. Башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән нисек арынып була? Миҫалдар килтерегеҙ.

17 Беҙгә лә, башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәтте йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп ташлар өсөн, ваҡыт талап ителергә мөмкин. Франциянан бер апай-ҡәрҙәш, бының үҙе өсөн ни тиклем ауыр булғанын тасуирлап, былай ти: «Йәһүә миңә мөхәббәттең, башҡалар менән бүлешеүҙең һәм бөтә кешене яратыуҙың нимә икәнен аңлатты. Ләкин мин һаман да башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән арыныр өсөн көс һалам, һәм ҡайһы саҡта был еңел түгел. Бына ни өсөн мин был хаҡта доға ҡылыуҙан туҡтамайым». Ә Испаниянан бер апай-ҡәрҙәш, ҡайһы саҡта миңә билдәле бер кешеләргә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт менән һаман да көрәшергә тура килә, тип аңлата. Ул былай ти: «Күпселек осраҡта мин еңәм, әммә көрәште дауам итергә кәрәклеген аңлайым. Йәһүәнең ярҙамы менән мин берҙәм ғаиләнең ағзаһы булып киттем һәм быға сикһеҙ шатмын!» Һәр беребеҙгә хистәребеҙҙе тикшереп торорға кәрәк. Беҙгә башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт менән бәйле ниндәйҙер хистәрҙән арынырға кәрәкмәйме?

МӨХӘББӘТ БУЛҒАН ЕРҘӘ ТИҪКӘРЕ МӨНӘСӘБӘТ ЮҠ

18, 19. а) Ниндәй сәбәптәрҙән беҙ һәр ҡайһы кешене ҡабул итергә тейеш? б) Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?

18 Шуны иҫтә тотоу мөһим: ҡасандыр беҙ барыбыҙ ҙа Алланан йыраҡ булдыҡ (Ефес. 2:12). Әммә Йәһүә, яратыу сағылдырып, беҙҙе үҙенә яҡынлаштырҙы (Ос. 11:4; Яхъя 6:44). Һәм Ғайса Мәсих беҙҙе ҡабул итте. Ул беҙгә Алла ғаиләһенең бер өлөшө булып китергә мөмкинселек бирҙе. (Римдарға 15:7-не уҡығыҙ.) Йәһүә менән Ғайса беҙҙе ҡабул иткән икән, тимәк, беҙ үҙебеҙ һымаҡ камил булмаған бер кешене лә кире ҡағырға һәм был хаҡта хатта уйларға ла тейеш түгел!

Беҙ, «юғарынан килгән аҡыл» эҙләгәнгә, бер-беребеҙҙе яратып берҙәмлек һаҡлайбыҙ (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19 Был яуыз донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, кешеләр араһында бүленештәр, тиҫкәре мөнәсәбәт һәм нәфрәт тағы ла арта барыр (Гал. 5:19—21; 2 Тим. 3:13). Әммә беҙ, Йәһүәнең халҡы булараҡ, «юғарынан килгән аҡыл» тупларға теләйбеҙ, сөнки ундай аҡыл беҙгә бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарарға һәм татыулыҡҡа өлөш индерергә ярҙам итә (Яҡ. 3:17, 18). Беҙ шатланып сит ил кешеләре менән дуҫлашабыҙ, уларҙың мәҙәниәтен ҡабул итәбеҙ һәм хатта уларҙың телен өйрәнәбеҙ. Шулай эшләп, беҙ «йылғаға» оҡшаш тыныслыҡҡа һәм «диңгеҙ тулҡындарына» оҡшаш тәҡүәлеккә кинәнәбеҙ (Ишағ. 48:17, 18).

20. Яратыу фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе һәм хистәребеҙҙе үҙгәрткәндә, был ниндәй емештәр килтерә?

20 Австралиянан апай-ҡәрҙәштең башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәте һәм көслө нәфрәте Изге Яҙманы өйрәнгән сағында әкренләп юҡҡа сыҡҡан. Яратыу уның фекер йөрөтөү рәүешен һәм хистәрен үҙгәрткән. Ә Канаданан француз телендә һөйләшкән ағай-ҡәрҙәш шуны аңлаған: кешеләр башҡаларҙы белмәгәнгә уларҙы нәфрәт итә. Ул шулай уҡ «кешеләрҙең сифаттары уларҙың тыуған еренә бәйле түгел» икәнен аңлаған. Ул хатта инглиз телендә һөйләшкән апай-ҡәрҙәшкә өйләнгән! Был миҫалдар шуны күрһәтә: яратыу тиҫкәре мөнәсәбәтте еңә. Яратыу, беҙҙе берләштереп, арабыҙҙа өҙөлмәҫлек бәйләнештәр булдыра (Кол. 3:14).

^ 1 абз. Яхъя 17:20, 21, ЯДТ: «Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша миңә иман итә башлаясаҡ кешеләр өсөн дә үтенеп һорайым. Быны улар бөтөнөһө бер булһын өсөн эшләйем. Атам, һин минең менән, ә мин һинең менән берҙәмлектә торған кеүек, улар ҙа беҙҙең менән берҙәмлектә торһондар, шул саҡта донъя минең һинең тарафтан ебәрелгәнемә ышаныр».

^ 8 абз. Инжилдең төп нөсхәһендә «имандаштар» тигән һүҙ урынында «ҡәрҙәштәр» тигән һүҙ тора.