Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

Һуңғы брошюраларҙы иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Яҡшыраҡ йырлар өсөн ниндәй дүрт аҙым яһарға кәрәк?

Йырлағанда тура торорға, йыр китабын өҫкәрәк күтәреп тоторға һәм дөрөҫ тын алырға кәрәк. Шулай уҡ, бөтә тауыштан йырлар өсөн, ауыҙҙы киң итеп асыу мөһим (bw588, 5 б.).

Израилдәге һыйыныу ҡалаларының урынлашыуы һәм уларға алып барған юлдарҙың торошо нимәһе менән ҡыҙыҡ?

Алты һыйыныу ҡалаһы төрлө ерҙәрҙә урынлашҡан булған, уларға алып барған юлдар яҡшы хәлдә тотолған. Шуға күрә кеше һыйыныу ҡалаһын сағыштырмаса тиҙ һәм еңел генә таба алған (bw588, 14 б.).

Ни өсөн Алланың Ғайса аша биргән йолом бүләге — бүләктәрҙең иң яҡшыһы?

Был бүләк беҙҙең мәңге йәшәү, шулай уҡ гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан азат булыу ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерә. Әҙәмдең тоҡомдарына ҡарата йылы хистәр кисергәнгә, Алла «гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ» беҙҙең өсөн Ғайса Мәсихте биргән (bp188, 6—7 бб.).

Зәбур 118:22-ләге һүҙҙәр нисек Ғайса Мәсихтең терелеүенә иғтибар итә?

Кешеләр Ғайсаны Мәсих итеп ҡабул итмәгән һәм уны үлтергән. «Иң мөһим мөйөш ташы» булып китер өсөн, Ғайса терелтелергә тейеш булған (bw589, 9—10 бб.).

Мәсихтең нәҫел ебе өлкән ул булыу хоҡуғы менән бәйле булғанмы?

Мәсихтең нәҫел ебендәге ҡайһы бер ирҙәр баш бала булмаған. Дауыт Иессейҙың баш балаһы булмаһа ла, Мәсих уның нәҫеленән сыҡҡан (bw589, 14—15 бб.).

Изге Яҙмала ниндәй медицина принциптары килтерелгән?

Муса Ҡануны буйынса, билдәле бер ауырыуҙарҙан интеккән кешеләрҙе башҡаларҙан айырырға кәрәк булған, ә мәйеткә ҡағылған кешеләр йыуынырға тейеш булған. Ҡанун шулай уҡ кеше тиҙәген алыҫҡараҡ күмергә ҡушҡан. Яңы тыуған малайҙарҙы һигеҙенсе көнгә сөннәткә ултыртырға кәрәк булған, сөнки тап һигеҙенсе көндә ҡан ойошоу һәләте бик яҡшы үҫешкән була (bp188, 7 б.).

Мәсихселәр үҙҙәрен ниндәй кимәлдә ярата ала?

Беҙ яҡыныбыҙҙы үҙебеҙҙе яратҡан кеүек яратырға тейеш (Марк 12:31). Ирҙәр «үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш» (Ефес. 5:28). Шулай ҙа үҙеңде яратыу эгоизмға әйләнергә мөмкин (bw590, 23 б.).

Рухи яҡтан үҫер өсөн ниндәй аҙымдар яһап була?

Беҙгә Алла Һүҙен өйрәнергә, унан белгәндәребеҙ хаҡында уйланырға һәм уларҙы тормошта ҡулланырға кәрәк. Шулай уҡ изге рухҡа аҡылыбыҙға һәм йөрәгебеҙгә тәьҫир итергә юл ҡуйыу, башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итеү һәм ярҙам өсөн рәхмәтле булыу мөһим (bw591, 26 б.).

Ни өсөн астрология һәм күрәҙәлек итеү киләсәкте белергә ярҙам итә алмай?

Быға бер нисә сәбәп бар, әммә төп сәбәбе: Изге Яҙмала был шөғөлдәрҙең икеһе лә хөкөм ителә (bp194, 4—5 бб.).

Берәйһе беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырһа, нимәне иҫәпкә алыу мөһим?

Берәйһенә ҡунаҡҡа барырға ризалашһаҡ, беҙ һүҙебеҙҙә торорға тырышырға тейеш (Зәб. 15:4). Етди сәбәптәр булмай тороп, һүҙебеҙҙе кире алыу дөрөҫ түгел. Ҡунаҡҡа саҡырыусы, моғайын, беҙҙең килеүгә әҙерләнер өсөн күп тырышлыҡ һалғандыр (bw592, 18 б.).

Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр Тимофейҙан нимәгә өйрәнә ала?

Тимофей кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан һәм рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйған. Ул хеҙмәттә күп тырышлыҡ һалған һәм белгәндәрен тормошта ҡулланған. Ул үҙ-үҙен өйрәтеүҙән туҡтамаған, шулай уҡ Йәһүәнең рухына таянған. Өлкәндәр ҙә, башҡа мәсихселәр ҙә унан өлгө ала ала (bw593, 13—14 бб.).