Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яҡтылығығыҙҙы балҡытып Йәһүәне данлағыҙ

Яҡтылығығыҙҙы балҡытып Йәһүәне данлағыҙ

«Кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын» (МАТФ. 5:16).

ЙЫРҘАР: 77, 59

1. Шатланыр өсөн ниндәй сәбәп бар?

БӨТӨН донъя буйынса Алла хеҙмәтселәре үҙ яҡтылығын балҡыта. Был беҙҙе бик шатландыра! Үткән йылда Йәһүәнең халҡы 10 миллиондан ашыу Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрҙе. Һәм яңы ғына хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына башлаған миллионлаған кеше, Иҫкә алыу кисәһенә килеп, Йәһүәнең яратыу менән биргән йолом бүләге тураһында белде (1 Яхъя 4:9).

2, 3. а) Нимәгә ҡарамаҫтан, беҙ «яҡтыртҡыс кеүек» балҡыйбыҙ? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Бөтөн ер шарында Йәһүә шаһиттары күп төрлө телдәрҙә һөйләшә. Әммә был беҙгә берҙәм ғаилә булып Йәһүәне данларға ҡамасауламай (Асыл. 7:9). Ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә һәм ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ «донъяла яҡтыртҡыс кеүек» балҡый алабыҙ (Флп. 2:15).

3 Беҙ башҡарған хеҙмәт, арабыҙҙағы берҙәмлек һәм уяу булыуыбыҙ — быларҙың барыһы ла Йәһүәгә дан килтерә һәм башҡаларҙы хәҡиҡәткә йәлеп итә. Был өс өлкәлә яҡтылығыбыҙҙы нисек балҡытып була? (Матфей 5:14—16-ны уҡығыҙ.)

БАШҠАЛАРҒА ЙӘҺҮӘГӘ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

4, 5. а) Вәғәзләүҙән тыш, беҙ тағы нисек яҡтылығыбыҙҙы балҡыта алабыҙ? б) Игелекле булыу ниндәй яҡшы емештәр килтерә? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

4 Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше — яҡтылығыбыҙҙы балҡытыр өсөн мөһим ысул (Матф. 28:19, 20). 1925 йылда «Ҡараңғылыҡта яҡтылыҡ» тигән мәҡәләлә, был донъяның һуңғы көндәрендә бер кем дә «үҙ яҡтылығын балҡытмайынса» Хужаға тоғро була алмай, тип әйтелгән ине. Был мәҡәләлә артабан былай тип аңлатылғайны: «Быны эшләр өсөн, ерҙәге халыҡтарға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә һәм яҡтылыҡ юлдарынан йөрөргә кәрәк» (1925 йылдың 1 июнь һанындағы «Күҙәтеү манараһы», ингл.). Вәғәз эшебеҙҙән тыш, беҙҙең тәртип тә Йәһүәгә дан килтерә. Вәғәзләгән сағыбыҙҙа кешеләр беҙҙе күҙәтә. Йылмайһаҡ һәм уларҙы йылы итеп сәләмләһәк, улар беҙҙең хаҡта ла, Аллабыҙ тураһында ла яҡшы фекерҙә булыр.

5 Ғайса Мәсих шәкерттәренә: «Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ», — тип әйткән (Матф. 10:12). Ғайса вәғәзләгән ерҙә сит кешене өйгә саҡырыу ғәҙәти хәл булған. Бөгөн күп ерҙәрҙә кешеләрҙең ундай ғәҙәте юҡ. Йыш ҡына, йорттарының ишек төбөндә сит кешене күреп, кешеләр асыулана. Әммә үҙебеҙҙе дуҫтарса тотһаҡ һәм игелекле булһаҡ, улар, бәлки, үҙҙәрен иркенерәк тойор. Йәмәғәт урындарында күсмә стенд менән вәғәзләгәндә, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: йылмайһаң һәм кешеләрҙе дуҫтарса сәләмләһәң, улар беҙҙең янға теләберәк килә һәм берәй баҫма ала. Улар хатта беҙҙең менән һөйләшә башларға мөмкин!

6. Бер оло йәштәге парға хеҙмәттә әүҙем булып ҡалырға нимә ярҙам итә?

6 Англияла йәшәгән бер оло йәштәге пар насар һаулыҡ арҡаһында элеккесә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй алмай. Шунлыҡтан улар йорттары янына өҫтәл ҡуя ла унда баҫмалар һала. Мәктәп эргәһендә йәшәгәнгә, улар балаларын алырға килгән ата-әсәләргә ҡыҙыҡ булырлыҡ баҫмалар ҡуллана. Ҡайһы бер ата-әсәләр «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китапты (урыҫ) һәм шуға оҡшаш башҡа баҫмаларҙы ала. Пионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш йыш ҡына был парға ҡушыла. Ата-әсәләр, апай-ҡәрҙәштең үҙен дуҫтарса тотоуына һәм оло йәштәге парҙың башҡаларға ярҙам итергә ихлас теләүенә иғтибар итеп, был хаҡта әйтеп ҡуя. Ә бер атай кеше хатта Изге Яҙманы өйрәнә башлаған.

7. Һеҙ сит яҡтарҙан килгән кешеләргә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

7 Һуңғы йылдарҙа күптәргә, тыуған яҡтарын ҡалдырып, икенсе илдәрҙә ҡасаҡ булып йәшәргә тура килә. Территорияғыҙҙа йәшәгән ҡасаҡтарға Йәһүә тураһында белергә ярҙам итер өсөн нимә эшләп була? Тәүҙә уларҙың телендә сәләмләү һүҙҙәрен әйтергә өйрәнегеҙ. Өҫтәүенә, сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән ҡушымтаны ҡулланып, уларҙы ҡыҙыҡһындыра алған бер нисә һөйләмде ятлап алығыҙ. Шул саҡта һеҙ интернет-ресурсыбыҙҙан уларҙың телендә сыҡҡан видеояҙмаларҙы һәм баҫмаларҙы күрһәтә алырһығыҙ (Ҡан. 10:19).

8, 9. а) Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙар беҙгә нисек ярҙам итә? б) Ата-әсәләр нисек балаларына комментарийҙарын яҡшыртырға ярҙам итә ала?

8 Йәһүә, беҙгә вәғәздә уңышлы булырға ярҙам итер өсөн, бөтә нәмә бирә. Мәҫәлән, «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тигән осрашыуҙа бирелгән белемдәр беҙгә, кешеләргә ҡабат килеп киткәндә һәм Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәргәндә, үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итә.

9 Осрашыуҙарыбыҙға беренсе тапҡыр килгән кешеләрҙе йыш ҡына балаларҙың комментарийҙары хайран ҡалдыра. Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы үҙ һүҙҙәре менән комментарий бирергә өйрәтегеҙ. Балаларҙың үҙ иманын ябай һәм эскерһеҙ һүҙҙәр менән белдереүе ҡайһы берәүҙәрҙе хәҡиҡәткә йәлеп иткән (1 Кор. 14:25).

БЕРҘӘМЛЕККӘ ӨЛӨШ ИНДЕРЕГЕҘ

10. Бергә ғибәҙәт ҡылыу нисек ғаиләнең берҙәмлеген нығыта?

10 Яҡтылығыбыҙҙы балҡытыр өсөн тағы бер ысул — ғаиләбеҙҙең һәм йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индереү. Мәҫәлән, балаларығыҙ булһа, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен даими үткәрегеҙ. Күп ғаиләләргә телевидениебыҙҙы ҡарау, ә аҙаҡ белгәндәрен нисек ҡулланып булғаны хаҡында фекер алышыу оҡшай. Ата-әсәләр, ғаилә өйрәнеүе үткәргәндә, шуны иҫтә тотоғоҙ: бәләкәй баланың ихтыяждары үҫмерҙең ихтыяждарынан айырылып тора. Бергә ғибәҙәт ҡылыу ғаиләгеҙҙең һәр ағзаһына файҙа килтерһен өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ (Зәб. 148:12, 13).

Оло йәштәге ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәреү бик рухландыра (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11—13. Йыйылыштың берҙәмлеген нығытыр өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

11 Йәш булһаң да, һин йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итә алаһың. Бының бер ысулы — оло йәштәгеләр менән дуҫлашыу. Уларҙан Йәһүәгә күп йылдар буйы хеҙмәт итергә нимә ярҙам иткәне хаҡында һора. Улар һиңә бик файҙалы һабаҡтар бирә ала. Был һине лә, уларҙы ла рухландырыр! Бынан тыш, беҙҙең барыбыҙ ҙа — йәштәр ҙә, ололар ҙа — йыйылыш осрашыуҙарына килгән кешеләрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала ала. Уларҙы сәләмләгеҙ, йылмайығыҙ, урын табырға ярҙам итегеҙ һәм башҡалар менән таныштырығыҙ. Улар үҙҙәрен өйҙә кеүек тойһон.

12 Һеҙгә вәғәз осрашыуын үткәрергә ҡушһалар, һеҙ оло йәштәге ҡәрҙәштәргә артабан да хеҙмәттә ҡатнашырға ярҙам итә алаһығыҙ. Уларҙың вәғәзләр өсөн яраҡлы территорияһы бармы? Ҡайһы саҡта уларҙы йәштәр менән хеҙмәткә ебәрергә була, сөнки йәштәр уларға участкаға һәм унан һуң өйгә тиклем барып етергә ярҙам итә ала. Оло йәшкә йә насар һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтарҙан интеккән ҡәрҙәштәр йыш ҡына элеккесә күп вәғәзләй алмауҙары арҡаһында бойоға. Әммә һеҙҙең ҡайғыртыуығыҙҙы һәм аңлауығыҙҙы күреп, улар үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ тойор. Һеҙҙең иғтибарлы һәм үтә күреүсән булыуығыҙ йәштәрҙе һәм ололарҙы, яңыларҙы һәм тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙе артабан да ашҡынып вәғәзләргә дәртләндерер (Лев. 19:32).

13 Йәһүәгә бергә ғибәҙәт ҡылыу израилдәргә шатлыҡ килтергән. Мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле!» (Зәбур 133:1, 2-не уҡығыҙ *.) Ул берҙәмлекте изгеләндереү майы менән сағыштырған. Ундай май тән тиреһенә рәхәтлек килтергән һәм хуш еҫ сығарған. Шуның шикелле, яғымлылыҡ һәм игелек сағылдырып, беҙ ҡәрҙәштәргә рәхәтлек килтерәбеҙ, ә был йыйылышты тағы ла нығыраҡ берләштерә. Һеҙ йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ таныша алаһығыҙмы? (2 Кор. 6:11—13).

14. Мәсихсе йәшәгән ерендә үҙ яҡтылығын нисек балҡыта ала?

14 Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, яҡтылығығыҙ һәр ерҙә балҡый ала. Игелекле һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙ башҡаларҙы хәҡиҡәткә йәлеп итергә мөмкин. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Күршеләрем минең турала нимә уйлай? Өйөм бөхтә һәм таҙамы? Өйөмдөң ишек алды тирә-яҡтағы территорияны биҙәйме? Мин күршеләремә ярҙам итәмме?» Ҡәрҙәштәрҙән, һинең игелегең һәм яҡшы тәртибең туғандарың, күршеләрең, хеҙмәттәштәрең йә синыфташтарыңа нисек тьәҫир итә, тип һорарға була (Ефес. 5:9).

УЯУ БУЛЫҒЫҘ

15. Ни өсөн уяу булырға кәрәк?

15 Яҡтылығыбыҙҙың артабан да сағыу балҡыуын теләһәк, беҙгә ниндәй ваҡытта йәшәүебеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк. Ғайса бер нисә тапҡыр шәкерттәренә: «Уяу булығыҙ», — тип әйткән (Матф. 24:42; 25:13; 26:41). «Ҙур афәт» тиҙҙән булмай әле, тип уйлаһаҡ, башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләү мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындырырбыҙ (Матф. 24:21). Балҡыу урынына, яҡтылығыбыҙ әкренләп тоноҡлана барыр, уның хатта бөтөнләй һүнеүе ихтимал.

16, 17. Уяу булып ҡалыр өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

16 Хәҙерге ваҡытта элеккегә ҡарағанда уяуыраҡ булыу мөһим. Донъялағы шарттар насарайғандан-насарая бара. Ләкин, белеүебеҙсә, донъяның ахыры тап Йәһүә билдәләгән көндә киләсәк (Матф. 24:42—44). Ә шул арала беҙгә түҙемле булырға һәм иғтибарҙы киләсәгебеҙгә тупларға кәрәк. Изге Яҙманы көн дә уҡығыҙ һәм бер ҡасан да доға ҡылыуҙан туҡтамағыҙ (1 Пет. 4:7). Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙән өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, баҫмаларыбыҙҙағы биографияларҙы уҡығыҙ.

17 Йәһүәгә артабан да ашҡынып хеҙмәт итегеҙ. Башҡаларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ һәм ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ шатлыҡ тойорһоғоҙ һәм ваҡыт һиҙелмәй генә үтер (Ефес. 5:16). Йәһүәнең хеҙмәтселәре һуңғы быуат дауамында күп нәмәгә иреште. Ләкин бөгөн эш тағы ла күберәк. Йәһүәнең эше киң таралды, беҙ ундай үҫеште хатта күҙ алдына ла килтерә алмаған инек. Яҡтылығыбыҙ сағыу балҡый!

Өлкәндәрҙең рухландырыр өсөн килеп китеүе беҙгә Алланан килгән зирәклек тупларға мөмкинлек бирә (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18, 19. Өлкәндәр беҙгә Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итергә нисек ярҙам итә ала? Миҫал килтерегеҙ.

18 Йыш хаталанһаҡ та, Йәһүә беҙгә үҙенең хеҙмәтселәре булырға рөхсәт итә. Беҙгә ярҙам итер өсөн, ул «бүләк» итеп йыйылыш өлкәндәрен бирә. (Ефестарға 4:8, 11, 12-не уҡығыҙ.) Шуға күрә, өлкәндәр һеҙгә килгәндә, уларҙың зирәклегенән өйрәнеп һәм кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, улар менән үткәргән ваҡыттан файҙаланып ҡалығыҙ.

19 Мәҫәлән, Англиянан бер парҙың никахында ауырлыҡтар тыуған, һәм улар ярҙам һорап ике өлкәнгә мөрәжәғәт иткән. Ҡатын иренең рухи эштәрҙә етәкселек алмауына зарланған. Ире өйрәтеүҙә оҫта булмауын һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен даими үткәрмәүен таныған. Өлкәндәр уларҙың иғтибарын Ғайса Мәсихтең үрнәгенә йүнәлткән. Улар ағай-ҡәрҙәште ҡатыны тураһында Ғайса үҙенең шәкерттәре хаҡында ҡайғыртҡан һымаҡ ҡайғыртырға дәртләндергән, ә апай-ҡәрҙәште иренә ҡарата түҙемле булырға өндәгән. Өлкәндәр шулай уҡ был парға ике балаһы менән бергә ғаилә өйрәнеүе үткәреүгә ҡағылышлы бер нисә кәңәш биргән (Ефес. 5:21—29). Ағай-ҡәрҙәш ғаилә башлығы вазифаһын яҡшыраҡ башҡарыр өсөн күп тырышлыҡ һалған. Өлкәндәр уны бирешмәҫкә һәм артабан да Йәһүәнең рухына таянырға дәртләндергән. Өлкәндәрҙең яратыуы һәм игелеге был ғаиләгә бик ярҙам иткән.

20. Яҡтылығығыҙға балҡырға бирһәгеҙ, был ниндәй емештәр килтерер?

20 «Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән, уның юлдарынан йөрөгән һәр кем бәхетле» (Зәб. 128:1). Яҡтылығығыҙға балҡырға биреп, һеҙ бәхетлерәк булырһығыҙ. Шулай итеп, башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ, ғаиләгеҙҙең һәм йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индерер өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ һәм уяу булығыҙ. Һеҙҙең яҡшы үрнәгегеҙҙе күреп, башҡалар ҙа Атабыҙ Йәһүәгә дан килтерергә теләр (Матф. 5:16).

^ 13 абз. Зәбур 133:1, 2: «Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле! Был башҡа ағыҙылған һәм һаҡалдан — Һарундың һаҡалынан уның кейем яғаһына ағып төшкән иң яҡшы май шикелле».