Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ни өсөн Матфей һәм Лука бәйән иткән «Һөйөнөслө хәбәр» китаптарында Ғайса Мәсихтең тыуыуына һәм бала сағына бәйле ваҡиғалар төрлөсә һүрәтләнә?

Матфей һәм Лука Ғайса Мәсихтең тыуыуына һәм бала сағына бәйле ваҡиғаларҙы төрлө ҡараштарҙан сығып һүрәтләгән, шуға күрә уларҙың яҙғандары айырылып тора.

Матфей иғтибарын Йософҡа ҡағылған ваҡиғаларға туплаған. Ул Йософтоң, Мәрйәмдең ауырға ҡалыуын белгәс, быға нисек ҡарағаны, төшөндә фәрештәнең барыһын аңлатып биреүен күргәне һәм уның шул фәрештәнең һүҙҙәре буйынса эш иткәне тураһында яҙа (Матф. 1:19—25). Матфей шулай уҡ фәрештәнең төштә Йософҡа Мысырға ҡасырға ҡушҡаны һәм Йософтоң унда бөтөн ғаиләһе менән төпләнгәне, фәрештәнең инде икенсе төштә уға Израиль еренә ҡайтырға ҡушҡаны, Йософтоң был күрһәтмәгә буйһонғаны һәм Назара ҡалаһында төпләнергә ҡарар иткәне хаҡында һөйләй (Матф. 2:13, 14, 19—23). Матфей бәйән иткән «Һөйөнөслө хәбәр» китабының тәүге бүлектәрендә Йософтоң исеме 11 тапҡыр, ә Мәрйәмдең исеме 8 тапҡыр ғына иҫкә алына.

Лука иһә күбеһенсә Мәрйәм менән булған ваҡиғалар хаҡында яҙған. Ул Ябраил фәрештәнең уға килгәне, Мәрйәмдең Елизавета исемле туғанына барғаны һәм Йәһүәне данлап ниндәй һүҙҙәр әйткәне тураһында һөйләй (Лука 1:26—56). Лука шулай уҡ Симеондың Мәрйәмгә Ғайса кисерәсәк ғазаптар хаҡында нимә тип әйткәнен иҫкә ала. Хатта Ғайсаның 12 йәшендә ғаиләһе менән ғибәҙәтханаға барғаны хаҡында яҙғанда ла, Лука Йософтоң һүҙҙәрен түгел, ә Мәрйәмдең һүҙҙәрен килтерә. Лука шулай уҡ ул ваҡытта булған ваҡиғалар Мәрйәмгә ни тиклем ныҡ тәьҫир иткәне тураһында яҙа (Лука 2:19, 34, 35, 48, 51). Лука бәйән иткән «Һөйөнөслө хәбәр» китабының беренсе ике бүлегендә Мәрйәмдең исеме 22 тапҡыр, ә Йософтоң исеме 6 тапҡыр ғына осрай. Шулай итеп, Матфей күбеһенсә Йософтоң уй-фекерҙәрен һәм эштәрен тасуирлай, ә Лука Мәрйәмдең роленә һәм кисерештәренә иғтибар итә.

Ғайса Мәсихтең шәжәрәһе лә Матфей һәм Лука бәйән иткән «Һөйөнөслө хәбәр» китаптарында төрлөсә яҙылған. Матфей, Йософтоң шәжәрәһен килтереп, Ғайса, Йософтоң үгәй улы булараҡ, Дауыт тәхетенең законлы вариҫы икәнен күрһәтә. Ни өсөн? Сөнки Йософ Дауыттың улы Сөләймән яғынан Дауыт батшаның тоҡомо булған (Матф. 1:6, 16). Лука иһә, күрәһең, Мәрйәмдең шәжәрәһен килтереп, Ғайса, Дауыттың тоҡомонда тыуған кеше булараҡ, Дауыт тәхетенең тәбиғи вариҫы икәнен күрһәтә (Рим. 1:3, ЯДТ). Ни өсөн? Сөнки Мәрйәм Дауыттың улы Нафан яғынан Дауыт батшаның тоҡомо булған (Лука 3:31). Әммә ни өсөн Лука шәжәрәлә Мәрйәмде Илийҙың ҡыҙы итеп иҫкә алмай? Сөнки ғәҙәттә рәсми шәжәрәләргә тик ирҙәр генә индерелгән. Шуға күрә Лука, Йософто иҫкә алып һәм уны Илийҙың улы тип атап, Йософ Илийҙың кейәүе икәнен күҙ уңында тотҡан (Лука 3:23).

Матфей һәм Лука бәйән иткән «Һөйөнөслө хәбәр» китаптарында килтерелгән шәжәрәләр Ғайсаның пәйғәмбәрлек ителгән Мәсих булғанын ап-асыҡ күрһәтә. Ғайсаның сығышы башҡаларға шул тиклем билдәле булған, хатта фарисейҙар менән саддукейҙар уның Дауыт батшаның тоҡомо булғанын шик аҫтына ҡуя алмаған. Бөгөн был ике шәжәрә иманыбыҙ нигеҙенең өлөшө булып тора, улар беҙҙе Алла вәғәҙәләренең ышаныслы икәненә ышандыра.