Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нисек яңы шәхес булып кейенергә?

Нисек яңы шәхес булып кейенергә?

«Яңы шәхес булып кейенегеҙ» (КОЛ. 3:10, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 126, 28

1, 2. а) Ни өсөн яңы шәхес булып кейенеү хәлебеҙҙән килә? б) Колосстарға 3:10—14-тә яңы шәхескә хас ниндәй сифаттар тураһында әйтелә?

«ЯҢЫ ШӘХЕС». Изге Яҙманың Яңы донъя тәржемәһендә был һүҙбәйләнеш ике тапҡыр осрай (Ефес. 4:24; Кол. 3:10). Ул «Алла сүрәтендә яратылған» шәхескә ҡарата ҡулланыла. Шундай шәхес булып кейенеү хәлебеҙҙән килә. Ни өсөн? Йәһүә кешеләрҙе үҙенә оҡшаш итеп барлыҡҡа килтергән, тимәк, беҙ уның матур сифаттарын сағылдыра алабыҙ (Баш. 1:26, 27; Ефес. 5:1).

2 Әлбиттә, беҙ беренсе ата-әсәбеҙ арҡаһында камилһыҙ булып киткәнгә, ваҡыт-ваҡыт беҙҙең дөрөҫ булмаған теләктәр тыуа. Бынан тыш, тирә-яғыбыҙҙағы кешеләр беҙгә бик ҙур йоғонто яһарға мөмкин. Шулай ҙа, Йәһүә мәрхәмәттән сығып беҙгә ярҙам иткәнгә, беҙ уның күңеленә хуш килгән шәхескә әйләнә алабыҙ. Был маҡсатҡа ынтылыуыбыҙҙы көсәйтер өсөн, беҙгә яңы шәхескә хас сифаттарҙың бер нисәһен ҡарап сығыу файҙалы булыр. (Колосстарға 3:10—14-те уҡығыҙ *, ЯДТ.) Шулай уҡ, әйҙәгеҙ, был сифаттарҙы хеҙмәттә нисек сағылдырып булғанын беләйек.

«БӨТӘГЕҘ ҘӘ... БЕРҺЕГЕҘ»

3. Яңы шәхескә хас сифаттарҙың береһе ниндәй?

3 Мәсихселәрҙе яңы шәхес булып кейенергә өндәгәндән һуң, Павел яңы шәхестең бер мөһим яғын — бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарау сифатын телгә алған. Ул былай тигән: «Грек, йәһүд, сөннәтле, сөннәтһеҙ, сит ил кешеһе, скиф, ҡол йә ирекле араһында айырма юҡ» *. Ни өсөн мәсихселәр араһында раса, милләт йә йәмғиәттәге дәрәжә буйынса айырма булырға тейеш түгел? Сөнки, Павел әйткәнсә, ысын мәсихселәр бөтәһе лә бер (Кол. 3:11, ЯДТ; Гал. 3:28).

4. а) Йәһүәнең хеҙмәтселәренә башҡалар менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәк? б) Мәсихселәр араһындағы берҙәмлекте нимә боҙорға мөмкин?

4 Яңы шәхес булып кейенгән мәсихселәр, имандаштарының һәм башҡа кешеләрҙең милләтенә йә дәрәжәһенә ҡарамайынса, барыһы менән дә ихтирамлы мөғәмәлә итә (Рим. 2:11). Ҡайһы бер илдәрҙә был еңел булмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, Көньяҡ Африка Республикаһында Йәһүә шаһиттарының күпселеге һаман да теге йә был раса өсөн тәғәйенләнгән райондарҙа йәшәй. Аҡ тәнле кешеләр — бай биҫтәләрҙә, ҡара тәнле кешеләр — ҡала кварталдарында, ә кемдер ҡасандыр ҡатыш раса кешеләре төпләнергә мәжбүр булған ерҙәрҙә йәшәй. Шунлыҡтан, ундағы ҡәрҙәштәрҙе йөрәктәрен асырға дәртләндерер өсөн, Етәксе кәңәшмә 2013 йылдың октябрендә махсус бер программаның ойошторолоуын хуплаған. Уның ярҙамында ҡәрҙәштәр бер-береһе менән яҡынданыраҡ танышырға тейеш булған (2 Кор. 6:13). Был программа үҙ эсенә нимәне алған?

5, 6. а) Бер илдә Алла халҡының берҙәмлегенә өлөш индерер өсөн ниндәй программа ойошторолған? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.) б) Был программа ниндәй емештәр килтергән?

5 Был программа сығышы менән төрлө расанан булған йә төрлө телдәрҙә һөйләшкән ҡәрҙәштәр өсөн ҡаралған. Программа буйынса, ике төрлө йыйылыштың ағзалары ваҡыт-ваҡыт ял көндәрендә бергә аралашырға тейеш. Ике йыйылыштың ағзалары бергә вәғәздә ҡатнаша, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй һәм бер-береһенә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә. Был программала Көньяҡ Африка Республикаһындағы йөҙәрләгән йыйылыш ҡатнашҡан, урындағы филиал ҡәрҙәштәрҙән һәм хатта Йәһүә шаһиттары булмаған кешеләрҙән дә күп яҡшы отзывтар алған. Мәҫәлән, бер дини хеҙмәткәр былай тигән: «Мин үҙем Йәһүә шаһиты түгел, әммә шуны таныйым: һеҙҙең вәғәз эшегеҙ юғары кимәлдә ойошторолған, һәм арағыҙҙағы төрлө раса кешеләре үҙ-ара татыу». Был программа Йәһүә шаһиттарына нисек тәьҫир иткән?

6 Нома исемле апай-ҡәрҙәш коса телендә һөйләшә. Тәүҙә ул инглиз йыйылышынан аҡ тәнле ҡәрҙәштәрҙе үҙенең ябай ғына йортона саҡырырға баҙнат итмәгән. Әммә аҡ тәнле ҡәрҙәштәр менән вәғәзләп алғас һәм уларҙа ҡунаҡта булғас, ул дәртләнеп былай тигән: «Улар беҙҙең кеүек ябай кешеләр икән!» Коса телендә һөйләшкән йыйылыштың инглиз йыйылышындағы ҡәрҙәштәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә сираты килеп еткәс, Нома ашарға бешергән һәм ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡ иткән. Уның ҡунаҡтары араһында аҡ тәнле өлкән булған. Нома былай ти: «Уның иҙәндәге пластик йәшниккә ултырырға әҙер булыуына таң ҡалдым». Әле лә дауам иткән был программа ярҙамында күп ҡәрҙәштәр яңы дуҫтар тапҡан һәм үҙҙәренең аралашыу даирәһен артабан да киңәйтергә теләк үҫтергән.

«НАҘЛЫ ХИСТӘР ҺӘМ ҠЫҘҒАНЫУ, ИГЕЛЕК»

7. Ни өсөн беҙгә һәр ваҡыт кешеләрҙе ҡыҙғанырға кәрәк?

7 Шайтан донъяһының ахыры килгәнсегә тиклем беҙ төрлө ауырлыҡтарға дусар булырбыҙ. Беҙ эшһеҙлек, етди ауырыуҙар, эҙәрләүҙәр, тәбиғәт афәттәре, енәйәтселек арҡаһында мөлкәт юғалтыу йә башҡа ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Бәлә-ҡазаларҙа бер-беребеҙҙе нығытып торор өсөн, беҙгә кешеләрҙе ысын күңелдән ҡыҙғанырға, йәғни кеше хәленә инә белергә кәрәк. Наҙлы хистәр һәм ҡыҙғаныу беҙҙе игелекле эштәр ҡылырға дәртләндерер (Ефес. 4:32). Яңы шәхескә хас был сифаттар беҙгә Алланан өлгө алырға һәм башҡаларҙы йыуатырға ярҙам итер (2 Кор. 1:3, 4).

8. Игелекле булырға һәм йыйылыштағы бар кешене ҡыҙғанырға тырышһаҡ, был ниндәй яҡшы емештәр килтерергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

8 Йыйылышыбыҙҙағы иммигранттарға һәм ярлы ҡәрҙәштәргә нисек күберәк иғтибар бүлергә? Ундай кешеләргә дуҫ булыр өсөн һәм уларға үҙҙәрен йыйылышта кәрәкле итеп тойорға ярҙам итер өсөн тырышлыҡ ҡуйыу мөһим (1 Кор. 12:22, 25). Филиппиндан Японияға күскән Данникарл исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Килмешәк булғанға, ул эш урынында ғәҙелһеҙ мөғәмәлә кисергән. Бер ваҡыт ул Йәһүә шаһиттарының осрашыуына барған. «Осрашыуҙа булған бөтә кеше тиерлек япондар ине, — тип һөйләй Данникарл. — Шулай ҙа улар мине күптән белгән кешене ҡаршы алғандай йылы итеп ҡабул итте». Урындағы ҡәрҙәштәр уға артабан да игелек күрһәткән, һәм был уға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән. Данникарл һыуға сумдырылған һәм хәҙер өлкән булып хеҙмәт итә. Башҡа өлкәндәр Данникарл менән ҡатынын йыйылыш өсөн ысын фатиха тип һанай. Өлкәндәр Данникарл менән ҡатыны хаҡында былай ти: «Улар пионер булып хеҙмәт итә һәм бик ябай тормош алып бара, бының менән улар иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләүҙә яҡшы өлгө күрһәтә» (Лука 12:31).

9, 10. Вәғәздә кешеләрҙе ҡыҙғаныу нисек бүләкләнә икәненә миҫал килтерегеҙ.

9 Башҡаларға Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе һөйләгәндә, беҙҙең «һәр кешегә... изгелек ҡыл[ыу]» өсөн яҡшы мөмкинлек бар (Гал. 6:10). Иммигранттарҙы ҡыҙғанып, байтаҡ Йәһүә шаһиты уларҙың телен өйрәнер өсөн күп көс һалған (1 Кор. 9:23). Был мул фатихалар килтергән. Мәҫәлән, Австралиянан Тиффани исемле пионер апай-ҡәрҙәш, Брисбен ҡалаһындағы суахили йыйылышына ярҙам итер өсөн, суахили телен өйрәнгән. Был телде өйрәнеү еңел булмаһа ла, Тиффаниҙың тормошо күпкә байыған. Ул былай ти: «Ҡыҙыҡлы хеҙмәт тураһында хыялланһағыҙ, икенсе телдә һөйләшкән йыйылышта хеҙмәт итеү — һеҙҙең өсөн. Был үҙең йәшәгән ҡаланан китмәйенсә сәйәхәт итеүгә оҡшаш. Халыҡ-ара ҡәрҙәшлегебеҙҙең нимә икәнен яҡшыраҡ аңлай башлайһың һәм иҫ киткес берҙәмлекте үҙ күҙҙәрең менән күрәһең».

Мәсихселәрҙе иммигранттарға ярҙам итергә нимә дәртләндерергә тейеш? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10 Әйҙәгеҙ, шулай уҡ Япониянан бер парҙың һәм уларҙың ҡыҙҙары Сакиконың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Сакико былай тип иҫенә төшөрә: «1990-сы йылдарҙа беҙ вәғәздә йыш ҡына Бразилиянан килгән иммигранттарҙы осрата торғайныҡ. Беҙ уларға португал телендәге Изге Яҙманан Асылыш 21:3, 4-те һәм Зәбур 37:10, 11, 29-ҙы асып күрһәткәндә, улар был шиғырҙарҙы иғтибар менән уҡый ине, һәм хатта ҡайһы берҙәренең күҙҙәре йәш менән тула ине». Әммә, иммигранттарҙы ҡыҙғанғанға, был ғаилә тағы ла күберәк тырышлыҡ һалған. Сакико былай тип дауам итә: «Уларҙың рухи яҡтан ас булғандарын күреп, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән португал телен өйрәнә башланыҡ». Һуңыраҡ был ғаилә португал йыйылышын ойошторорға ярҙам иткән. Йылдар дауамында Сакико һәм уның ата-әсәһе күп иммигранттарға Йәһүә хеҙмәтсеһе булып китергә ярҙам иткән. «Фатихаларыбыҙ португал телен өйрәнеүгә бәйле бөтә ауырлыҡтарҙы артығы менән ҡапланы, — ти Сакико. — Беҙ Йәһүәгә бының өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ!» (Ғәмәлдәр 10:34, 35-те уҡығыҙ.)

«БАҪАЛҠЫЛЫҠТЫ... КЕЙЕГЕҘ»

11, 12. а) Ни өсөн, яңы шәхес булып кейенгәндә, быны дөрөҫ ниәттән сығып эшләү бик мөһим? б) Беҙгә баҫалҡы булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

11 Яңы шәхес булып кейенергә беҙҙе кешеләрҙән маҡтау һүҙҙәре ишетеү теләге түгел, ә Аллаға дан килтереү теләге дәртләндерергә тейеш. Иҫкә төшөрөгөҙ: хатта камил фәрештә лә, ғорурланып киткәнгә, гонаһ ҡылған. (Йәзәкил 28:17 менән сағыштырығыҙ.) Улай булғас, гонаһлы кешеләргә ғорурлыҡ һәм тәкәбберлек тоҙағына эләгеү күпкә еңелерәк! Шулай ҙа баҫалҡы булыу мөмкин. Был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер?

12 Баҫалҡы булып ҡалыр өсөн, беҙгә көн дә Изге Яҙманан уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланыр өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк (Ҡан. 17:18—20). Ғайса Мәсихтең нимәгә өйрәткәне һәм хеҙмәтендә нисек баҫалҡылыҡ сағылдырғаны хаҡында уйланыу бик мөһим (Матф. 20:28). Ғайса шул тиклем баҫалҡы булған, хатта шәкерттәренең аяҡтарын йыуған (Яхъя 13:12—17). Беҙгә шулай уҡ, йыш доға ҡылып, үҙебеҙҙе башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанамаҫ өсөн изге рух ярҙамын һорарға кәрәк (Гал. 6:3, 4; Флп. 2:3).

13. Баҫалҡылыҡ ниндәй емештәр килтерә?

13 Ғибрәтле һүҙҙәр 22:4-те уҡығыҙ *. Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре лә баҫалҡы булырға тейеш, был сифат матур емештәр килтерә. Баҫалҡылыҡ беҙгә йыйылыштағы татыулыҡҡа һәм берҙәмлеккә өлөш индерергә ярҙам итер. Бынан тыш, баҫалҡы булырға тырышһаҡ, Йәһүә беҙгә йомарт игелек күрһәтәсәк. Илсе Петр былай тип яҙған: «Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: „Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә“» (1 Пет. 5:5).

«ЙЫУАШЛЫҠ ҺӘМ САБЫРЛЫҠТЫ КЕЙЕГЕҘ»

14. Кем йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ сағылдырыуҙа иң яҡшы өлгө күрһәтә?

14 Бөгөнгө донъяла йыуаш һәм сабыр кешеләрҙе йыш ҡына булдыҡһыҙ тип һанайҙар. Әммә бындай ҡараш ысынбарлыҡтан ни тиклем йыраҡ! Был матур сифаттарҙы Ғаләмдәге иң ҡөҙрәтле Шәхес сағылдыра. Йәһүә йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ сағылдырыуҙа иң яҡшы өлгө күрһәтә (2 Пет. 3:9). Ибраһим менән Лут Йәһүәгә һорауҙар биргәндә, уның үҙ фәрештәләре аша уларға нисек яуап биргәне хаҡында уйланығыҙ (Баш. 18:22—33; 19:18—21). Йәһүә шулай уҡ 1 500 йыл дауамында үҙ һүҙле Израиль халҡына ҡарата сабырлыҡ күрһәткән (Йәз. 33:11).

15. Ғайса йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ сағылдырыуҙа ниндәй өлгө ҡалдырған?

15 Ғайса Мәсих «йыуаш» кеше булған (Матф. 11:29). Ул үҙ шәкерттәренең етешһеҙлектәренә түҙгән. Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә, дин етәкселәре уны йыш ҡына нахаҡҡа ғәйепләгән. Әммә Ғайса ғәҙелһеҙ рәүештә язаланып үлгәненә тиклем йыуаш һәм сабыр булып ҡалған. Яфаланыу бағанаһында ғазаптар кисергәндә, ул доғала: «Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит», — тиеп Атаһынан үҙен язалауҙа ҡатнашҡан кешеләрҙе ғәфү итеүен һораған (Лука 23:34). Ауыр шарттарҙа йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ сағылдырыуҙың ниндәй иҫ киткес өлгөһө! (1 Петр 2:21—23-тө уҡығыҙ.)

16. Йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ сифаттарын эштәрҙә нисек сағылдырып була?

16 Беҙ нисек йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ сағылдыра алабыҙ? Павел имандаштарына яҙған хатында бер ысул тураһында әйткән: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булып һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш» (Кол. 3:13, ЯДТ). Был әмергә буйһонор өсөн, беҙгә йыуаш һәм сабыр булырға кәрәк. Ҡәрҙәштәрҙе кисереп, беҙ йыйылыштағы берҙәмлеккә өлөш индерәбеҙ.

17. Ни өсөн йыуаш һәм сабыр булыу мөһим?

17 Йыуаш һәм сабыр булыу — Йәһүәнең мәсихселәр өсөн ҡуйған талабы. Был сифаттарға беҙҙең ҡотолоуыбыҙ бәйле (Матф. 5:5; Яҡ. 1:21). Әммә тағы ла мөһимерәге: был сифаттарҙы сағылдырып, беҙ Йәһүәгә дан килтерәбеҙ һәм башҡаларға Изге Яҙмалағы кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға ярҙам итәбеҙ (Гал. 6:1; 2 Тим. 2:24, 25).

«ЯРАТЫУҘЫ КЕЙЕГЕҘ»

18. Яратыу һәм бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарау нисек бәйле?

18 Өҫтә ҡаралған бөтә сифаттар яратыу менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, шәкерт Яҡуб байҙарҙы ярлыларҙан өҫтөн күргән ҡәрҙәштәренә кәңәш бирергә мәжбүр булған. Ул бындай тәртиптең «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тип яңғыраған «Батшалыҡ ҡанунын[а]» ҡаршы килеүен күрһәткән. Яҡуб: «Әгәр ҙә инде кешеләрҙе айырып ҡараһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ», — тип өҫтәгән (Яҡ. 2:8, 9). Башҡаларҙы яратһаҡ, беҙҙең кешеләргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙ уларҙың белеменә, расаһына йә дәрәжәһенә бәйле булмаясаҡ. Беҙ бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарау сифатын күҙ буяу өсөн генә сағылдырмайбыҙ, ул шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш.

19. Ни өсөн беҙгә, кейем кейгәндәй, яратыуҙы кейергә кәрәк?

19 Мөхәббәт шулай уҡ «түҙемле, шәфҡәтле [игелекле, ЯДТ]», ул «маһаймай» (1 Кор. 13:4). Кешеләргә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе артабан да һөйләр өсөн, беҙгә сабыр, игелекле һәм баҫалҡы булырға кәрәк (Матф. 28:19). Шул уҡ сифаттар беҙгә йыйылыштағы бөтә ҡәрҙәштәр менән татыу булырға ярҙам итә. Шундай яратыу сағылдырһаҡ, был ниндәй емештәр килтерәсәк? Йыйылыштарҙа берҙәмлек хөкөм һөрәсәк, ә был Йәһүәгә дан килтерәсәк һәм башҡа кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итәсәк. Бына ни өсөн яңы шәхестең тасуирламаһы бындай сағыу һүҙҙәр менән тамамлана: «Быларға өҫтәп, кейем кейгәндәй, яратыуҙы кейегеҙ, сөнки ул кешеләрҙе тулыһынса берләштерә» (Кол. 3:14, ЯДТ).

«ФЕКЕР РӘҮЕШЕГЕҘ ҺӘМ РУХЫҒЫҘ ЯҢЫРҺЫН»

20. а) Беҙ үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә тейеш, һәм ни өсөн? б) Беҙ ниндәй ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ?

20 Һәр беребеҙ бындай һорау өҫтөндә уйланырға тейеш: «Элекке шәхесемде бөтөнләйгә сисеп ташлар өсөн миңә тағы нимә эшләргә кәрәк?» Йәһүәнән ярҙам һорап ҡайнар доға ҡылыу һәм Алла Батшалығын мираҫ итеп алырға ҡамасаулай алған һәр ҡайһы уйҙан йә эштән арыныр өсөн күп көс һалыу мөһим (Гал. 5:19—21). Беҙгә шулай уҡ үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау бирергә кәрәк: «Фекер рәүешемде һәм рухымды яңыртаммы?» (Ефес. 4:23, 24) Камил булып киткәнсегә тиклем беҙгә яңы шәхес булып кейенер өсөн өҙлөкһөҙ тырышлыҡ һалырға кәрәк. Беҙ белгән бөтә кеше, яңы шәхес булып кейенеп, Аллаға хас сифаттарҙы камил рәүештә сағылдыра башлағас, тормош ниндәй матур буласағын күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

^ 2 абз. Колосстарға 3:10—14, ЯДТ: «Яңы шәхес булып кейенегеҙ. Ул хаҡ белем ярҙамында үҙен Булдырыусыға оҡшаш итеп яңыра бара. Ундай кеше өсөн грек, йәһүд, сөннәтле, сөннәтһеҙ, сит ил кешеһе, скиф, ҡол йә ирекле араһында айырма юҡ. Әммә барыһы һәм барыһында Мәсих. Шулай итеп, изгеләр һәм һөйөклөләр, Алланың һайланғандары булараҡ, кейем кейгәндәй, наҙлы хистәр һәм ҡыҙғаныу, игелек, баҫалҡылыҡ, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡты кейегеҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булып һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш. Быларға өҫтәп, кейем кейгәндәй, яратыуҙы кейегеҙ, сөнки ул кешеләрҙе тулыһынса берләштерә».

^ 3 абз. Боронғо заманда скифтарға ҡырағай кешеләргә ҡарағандай кәмһетеп ҡарағандар.

^ 13 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:4: «Баҫалҡы булыу һәм Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеү байлыҡ менән дан килтерә һәм тормош бирә».