Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Һынауҙарҙа сыҙам булыу фатихалар килтерә

Һынауҙарҙа сыҙам булыу фатихалар килтерә

«ҺИН шундай аяуһыҙ атай! — тип мине әрләй ине КГБ * тәфтишсеһе. — Ауырлы ҡатыныңды һәм бәләкәс ҡыҙыңды ҡалдырып киткәнһең. Кем уларҙы ашатыр һәм ҡайғыртыр? Эшмәкәрлегеңде туҡтат һәм өйөңә ҡайт!» Мин былай тип яуапланым: «Юҡ, мин ғаиләмде ҡалдырманым. Һеҙ мине ҡулға алдығыҙ! Һәм нимә өсөн?» Быға ул ҡәтғи итеп былай тине: «Йәһүә шаһиты булыуға ҡарағанда енәйәт ҡылыу яҡшыраҡ!»

Был һөйләшеү 1959 йылда Иркутск төрмәһендә булды. Ни өсөн беҙ ҡатыным Мария менән «ғәҙеллек өсөн ғазап си[гергә]» әҙер инек? Һәм Йәһүә беҙҙе тоғролоғобоҙ өсөн нисек фатихаланы? Был хаҡта һөйләп үткем килә (1 Пет. 3:13, 14).

Мин 1933 йылда Украинала, Золотники ауылында тыуғанмын. 1937 йылда Франциянан әсәйемдең һеңлеһе ире менән беҙгә ҡунаҡҡа килде. Улар Йәһүә шаһиттары ине. Улар беҙгә Күҙәтеү манараһы йәмғиәте тарафынан баҫтырылған «Хөкүмәт» һәм «Ҡотолоу» тигән китаптар ҡалдырып китте. Шул китаптарҙы уҡып, атайым Аллаға иман үҫтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1939 йылда ул ныҡ ауырып китте, әммә үлер алдынан ул әсәйемә: «Был хәҡиҡәт. Балаларҙы шуға өйрәт», — тигән.

СЕБЕР — ВӘҒӘЗЛӘҮ ӨСӨН ЯҢЫ ЕР

1951 йылдың апрелендә хөкүмәт Йәһүә шаһиттарын СССР-ҙың көнбайыш өлкәләренән Себергә һөргөнгә ебәрә башланы. Әсәйем һәм Григорий ҡустым менән мине Көнбайыш Украинанан һөрҙөләр. Тауар вагонында 6 000 саҡрым ер үткәндән һуң, беҙ Себерҙәге Тулун ҡалаһына килеп еттек. Ағайым Богданды ике аҙнанан һуң яҡында урынлашҡан Ангарск ҡалаһындағы лагерға алып килделәр. Уны 25 йылға каторга эштәренә хөкөм иттеләр.

Беҙ әсәйем һәм Григорий менән Тулун янындағы ауылдарҙа вәғәзләнек, әммә беҙгә тапҡыр булырға кәрәк ине. Мәҫәлән, беҙ, бында берәйһе һыйыр һатмаймы, тип һорай инек. Шундай кешене тапҡас, беҙ уның менән һөйләшкәндә һыйырҙың ни тиклем ғәжәп итеп барлыҡҡа килтерелгәне хаҡында әйтеп китә инек. Шулай итеп Барлыҡҡа килтереүсе тураһында әңгәмә башлана торғайны. Шул ваҡытта бер гәзиттә, Йәһүә шаһиттары һыйыр эҙләгән булып, ысынында һарыҡтар эҙләп йөрөй, тип яҙылып сыҡты. Һәм беҙ ысынлап та «һарыҡтарҙы» таба торғайныҡ! Беҙгә был билдәләнмәгән территорияла баҫалҡы һәм ҡунаҡсыл кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәнеү бик оҡшай ине. Бөгөн Тулунда 100-ҙән ашыу вәғәзсенән торған йыйылыш бар.

МАРИЯНЫҢ ИМАНЫ НИСЕК ҺЫНАЛҒАН

Ҡатыным Мария хәҡиҡәтте Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Украинала белгән. 18 йәшендә уға бер КГБ офицеры бәйләнә башлаған, әммә Мария тәүәккәл рәүештә уның бәйләнеүҙәрен кире ҡаҡҡан. Бер тапҡыр Мария, өйөнә ҡайтып карауатында шул офицерҙың ятҡанын күргәс, шунда уҡ сығып ҡасҡан. Ярһыған офицер уға Йәһүә шаһиты булғаны өсөн төрмәгә ултыртыу менән янаған. Шулай булған да: 1952 йылда Марияны, 10 йылға хөкөм итеп, төрмәгә ултыртҡандар. Мария үҙен әхлаҡһыҙ эш итеүҙән баш тартҡаны өсөн төрмәгә ябылған Йософ кеүек тойған (Баш. 39:12, 20). Марияны суд залынан төрмәгә алып барған водитель уға: «Ҡурҡма! Кешеләр төрмәгә ултыра һәм кешелек дәрәжәһен юғалтмай сыға», — тигән. Был һүҙҙәр уны бик нығытҡан.

1952 йылдан алып 1956 йылға тиклем Мария Горький ҡалаһы (хәҙер Түбәнге Новгород) тирәһендә урынлашҡан мәжбүри хеҙмәт лагерында булған. Унда ул хатта ҡаты һыуыҡтарҙа ла ағастарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып сығарырға тейеш булған. Шуның арҡаһында уның һаулығы ҡаҡшаған. 1956 йылда Марияны иреккә сығарғандар, һәм ул Тулун ҡалаһына йүнәлгән.

ҠАТЫНЫМ МЕНӘН БАЛАЛАРЫМДАН ЙЫРАҠТА

Бер ағай-ҡәрҙәш миңә, Тулунға ниндәйҙер апай-ҡәрҙәш килә, тип әйтте. Мин уға әйберҙәрен күтәрешергә ярҙам итергә булдым һәм, велосипедҡа ултырып, автобус туҡталышына киттем. Мария миңә бер ҡарауҙа уҡ оҡшаны, әммә уның йөрәген яулар өсөн тырышлыҡ һалырға тура килде, шулай ҙа мин быға ирештем. 1957 йылда беҙ өйләнештек. Туйҙан һуң бер йыл үтеүгә беренсе ҡыҙыбыҙ Ирина тыуҙы. Әммә бәхетле тормош оҙаҡҡа һуҙылманы. 1959 йылда мине Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар баҫтырған өсөн ҡулға алдылар, һәм мин ярты йыл төрмәлә бер кешелек камерала ултырҙым. Шул ваҡытта күңел тыныслығы һаҡлар өсөн, мин өҙлөкһөҙ доға ҡылдым, Батшалыҡ йырҙарын йырланым һәм иреккә сыҡҡас нисек вәғәзләйәсәгемде күҙ алдыма килтерҙем.

Мәжбүри хеҙмәт лагерында. 1962 йыл

Бер тапҡыр минән һорау алғанда тәфтишсе: «Тиҙҙән беҙ бөтәгеҙҙе лә сысҡандарҙы иҙгән кеүек иҙеп бөтөрәсәкбеҙ!» — тип ҡысҡырҙы. Мин уға: «Ғайса Мәсих, Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр бөтә халыҡтарға ВӘҒӘЗЛӘНӘСӘК, тип әйткән, һәм быға бер кем дә ҡамасаулай алмай», — тип яуапланым. Шунан тәфтишсе тактикаһын үҙгәртте һәм, мин өҫтә әйтеп киткәнсә, мине имандан баш тартырға күндерергә маташты. Янауҙар ҙа, өгөтләүҙәр ҙә ярҙам итмәгәс, мине 7 йылға хөкөм итеп Саранск янындағы лагерға ебәрҙеләр. Унда китеп барғанда, мин икенсе ҡыҙыбыҙ Ольганың тыуыуы хаҡында белеп ҡалдым. Ғаиләмдән йыраҡ булһам да, беҙҙең Мария менән Йәһүәгә тоғро булып ҡалыуыбыҙ мине йыуата ине.

Мария һәм ҡыҙҙарыбыҙ Ольга менән Ирина. 1965 йыл

Поезда Тулундан Саранск ҡалаһына барып килеүгә 12 көн китһә лә, Мария йылына бер тапҡыр миңә килеп йөрөнө. Йыл һайын ул миңә бер пар яңы итек алып килә торғайны. Итектең үксәһенә «Күҙәтеү манараһы»ның һуңғы сығарылыштары йәшерелгән ине. Марияның бер килеүе айырыуса хәтеремдә ҡалды, сөнки ул үҙе менән ике ҡыҙыбыҙҙы ла алып килгән ине. Был осрашыуҙың ни тиклем тулҡынландырғыс булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ!

ЯҢЫНАН КҮСЕҮ ҺӘМ ЯҢЫ АУЫРЛЫҠТАР

1966 йылда мине лагерҙан сығарҙылар, һәм беҙ дүртәүләшеп Ҡара диңгеҙҙән йыраҡ булмаған Армавир ҡалаһына күстек. Унда ике улыбыҙ Ярослав менән Павел тыуҙы.

Күп тә үтмәҫтән, КГБ хеҙмәткәрҙәре өйөбөҙҙә тентеү үткәрә башланы. Улар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларҙы бөтә ерҙә, хатта һыйырҙарҙың ашамлыҡтарында ла эҙләне. Шундай бер тентеү ваҡытында бик эҫе ине, һәм КГБ хеҙмәткәрҙәренең кейеменә саң һырыны. Марияға улар йәл булып китте, сөнки улар бойороҡто ғына үтәй ине. Ул уларҙы компот менән һыйланы, уларға кейем щеткаһы килтерҙе һәм, йыуынғысҡа һыу ҡойоп, таҫтамал бирҙе. Начальниктары килгәс, КГБ хеҙмәткәрҙәре уға Марияның ни тиклем игелекле эш иткәне хаҡында һөйләне. Киткән саҡта шул начальник йылмайып беҙгә ҡул болғаны. Беҙ «яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең» тигән кәңәш буйынса эш итеүебеҙ ниндәй яҡшы емештәр килтергәнен күреп ҡыуандыҡ (Рим. 12:21).

Тентеүҙәргә ҡарамаҫтан, беҙ Армавирҙа вәғәзләүебеҙҙе дауам иттек. Бынан тыш, беҙ күрше Курганинск ҡалаһындағы бәләкәй генә вәғәзселәр төркөмөн нығытып торҙоҡ. Хәҙер Армавирҙа — алты, ә Курганинскиҙа дүрт йыйылыш булыуына мин бик шатланам.

Бөтә был йылдар дауамында рухи яҡтан хәлһеҙләнгән саҡтарыбыҙ ҙа булды. Әммә Йәһүә тоғро ағай-ҡәрҙәштәр аша беҙҙе төҙәтеп һәм рухи яҡтан нығытып торҙо. Беҙ бының өсөн уға шул тиклем рәхмәтлебеҙ (Зәб. 130:3). КГБ хеҙмәткәрҙәренең һиҙҙермәй генә йыйылышҡа үтеп инеүе беҙҙең өсөн тағы бер етди һынау булды. Улар ашҡыныусан мәсихселәр булып ҡыланды һәм хеҙмәттә әүҙем ҡатнашты. Уларҙың ҡайһы берҙәренә хатта ойошмала яуаплы вазифалар тапшырыла ине. Әммә ваҡыт уҙыу менән беҙ уларҙың ысынбарлыҡта кем икәнен аңлай инек.

1978 йылда 45 йәшендә Мария тағы ауырға ҡалды. Мария хроник йөрәк ауырыуынан интеккәнгә, табибтар, ғүмере өсөн ҡурҡып, уны аборт яһарға күндерергә тырышты. Мария абортҡа ризалашманы. Табибтар, ваҡытынан алда бала таптырыр өсөн укол яһарға теләп, уның артынан ҡалмай дауахана буйлап шприц менән йөрөнө. Баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыр өсөн, Мария дауахананан ҡасып китте.

КГБ беҙгә ҡаланан китергә бойорҙо. Беҙ, ул ваҡытта СССР-ҙың өлөшө булған Эстонияға күсеп, Таллин эргәһендәге бер ауылда төпләндек. Таллинда, табиптарҙың фараздарына ҡарамаҫтан, Мария һау-сәләмәт малай — Виталийҙы тыуҙырҙы.

Һуңыраҡ беҙ Эстониянан Рәсәйҙең көньяғында урынлашҡан Незлобная станицаһына күстек. Беҙ, һаҡ булырға тырышып, күрше курортлы ҡалаларҙа вәғәзләй инек. Унда кешеләр илдең төрлө төбәктәренән ял итергә килә ине. Сәләмәтлектәрен яҡшыртырға тип килгән был кешеләрҙең ҡайһы берҙәре мәңгелек тормошҡа өмөт хаҡында белеп ҡайтып китә ине!

БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘТӘБЕҘ

Беҙ улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙа Йәһүәгә ҡарата яратыу һәм уға хеҙмәт итеү теләге үҫтерергә тырыштыҡ. Беҙ йыш ҡына ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра торғайныҡ, һәм улар балаларыбыҙға яҡшы йоғонто яһаны. Шундай ҡәрҙәштәр араһында 1970 йылдан алып 1995 йылға тиклем күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән ҡустым Григорий ҙа булды, ул беҙгә даими килеп йөрөнө. Григорий шатлыҡлы һәм шаяртырға яратыусы кеше, беҙгә уның менән аралашыу бик оҡшай ине. Беҙ ҡунаҡтарыбыҙ менән йыш ҡына Изге Яҙмаға нигеҙләнгән уйындар уйнай торғайныҡ. Бының ярҙамында балаларыбыҙ Изге Яҙмалағы хикәйәләрҙе яратып үҫте.

Улдарым һәм уларҙың ҡатындары

Һулдан уңға: Ярослав, Павел, Виталий

Һулдан уңға: Алена, Рая, Светлана

1987 йылда улыбыҙ Ярослав Ригаға (Латвия) күсеп китте, сөнки унда вәғәзселәр ул хәтлем ҡаршылыҡтар менән осрашмай ине. Әммә хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн уны йыл ярымға хөкөм итеп төрмәгә яптылар. Был ваҡыт эсендә ул туғыҙ төрмәлә ултырып сыҡты. Минең төрмәлә кисергәндәрем хаҡында һөйләгәндәрем Ярославҡа сыҙам булып ҡалырға ярҙам итте. Һуңыраҡ ул пионер хеҙмәтен башланы. 1990 йылда улыбыҙ Павел 19 йәшендә Сахалин утрауында пионер булып хеҙмәт итергә теләк белдерҙе. Тәүҙә беҙ уны унда ебәрергә теләмәгән инек. Ул ваҡытта бөтөн утрауҙа 20 генә вәғәзсе ине, ә утрау үҙе өйөбөҙҙән 9 000-дән ашыу саҡрым алыҫлыҡта ята ине. Әммә һөҙөмтәлә беҙ ризалаштыҡ, һәм был ҡарар дөрөҫ булып сыҡты. Сахалинда йәшәүселәр Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе теләп тыңлай ине, һәм бер нисә йыл эсендә унда 8 йыйылыш ойошторолдо. Павел Сахалинда 1995 йылға тиклем хеҙмәт итте. Ул ваҡытта иң кесе улыбыҙ Виталий ғына беҙҙең менән йәшәне. Ул бала сағынан Изге Яҙманы уҡырға яратты. 14 йәшендә ул пионер хеҙмәтен башланы, һәм мин уның менән бергә ике йыл пионер булып хеҙмәт иттем. Был бик яҡты ваҡыттар ине! 19 йәшендә Виталий махсус пионер булып хеҙмәт итергә китте.

1952 йылда КГБ хеҙмәткәре Марияға былай тигән: «Иманыңдан ваз кис, юғиһә 10 йыл төрмәлә ултырасаҡһың. Ә төрмәнән сыҡҡас, һин инде ҡарт ҡыҙ буласаҡһың һәм бер кемгә лә кәрәкмәйәсәкһең». Ләкин барыһы ла киреһенсә булып сыҡты. Беҙ тоғро Аллабыҙ Йәһүәнең, балаларыбыҙҙың һәм беҙҙең ярҙам менән хәҡиҡәтте белгән башҡа күп кешеләрҙең яратыуын тойоп йәшәнек. Беҙ Мария менән шатланып балаларыбыҙ хеҙмәт иткән ерҙәргә барып ҡайттыҡ. Унда беҙ балаларыбыҙ ярҙамы менән Йәһүә тураһында белгән кешеләрҙең бик рәхмәтле булыуҙарын күрҙек.

ЙӘҺҮӘГӘ ИГЕЛЕГЕ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕМЕН

1991 йылда Рәсәйҙә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге рәсми рәүештә танылды. Был ваҡиға вәғәз эшенә яңы этәргес бирҙе. Беҙҙең йыйылыш, ял һайын күрше ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа вәғәзләр өсөн, хатта автобус һатып алды.

Беҙ ҡатыным менән 2011 йылда

Ярослав ҡатыны Алена менән һәм Павел ҡатыны Рая менән Вефилдә хеҙмәт итә, ә Виталий ҡатыны Светлана менән район хеҙмәтендә ҡатнаша. Мин быға бик шатмын. Өлкән ҡыҙыбыҙ Ирина ғаиләһе менән Германияла йәшәй. Уның ире Владимир һәм уларҙың өс улы бөтәһе лә өлкән булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙ Ольга Эстонияла йәшәй һәм гел миңә шалтыратып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерле ҡатыным Мария 2014 йылда үлеп китте. Мин уның терелтелеүен зарығып көтәм! Хәҙер мин Белгородта йәшәйем, бында ҡәрҙәштәр миңә бик ныҡ ярҙам итеп тора.

Йәһүәгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, мин ҡорбандарға бармайынса тоғролоҡ һаҡлап булмай икәнен аңланым. Әммә Йәһүә һынауҙар ваҡытында биргән күңел тыныслығы күпкә ҡиммәтлерәк. Беҙ Мария менән сыҙам булып ҡалған өсөн алған фатихаларыбыҙ мин күҙ алдыма килтерә алғандан шаҡтай күберәк булып сыҡты. 1991 йылда, Советтар Союзы тарҡалғанда, илдә 40 000-дән ашыу ғына вәғәзсе булды. Бөгөн иһә элекке Советтар Союзының территорияһында уларҙың һаны 400 000-дән ашыу! Хәҙер миңә 83 йәш, мин һаман да йыйылышта өлкән вазифаһын үтәйем. Йәһүә һәр саҡ миңә сыҙам булырға көс биреп торҙо. Эйе, Йәһүә мине мул итеп бүләкләне (Зәб. 13:5, 6).

^ 4 абз. Дәүләт именлеге комитеты.