КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Сентябрь 2017

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2017 йылдың 23 октябренән алып 26 ноябренә тиклем ҡараласаҡ.

Тотанаҡлы булырға өйрәнегеҙ

Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләрҙең миҫалдары беҙгә тотанаҡлыҡ үҫтереүҙә һәм уны сағылдырыуҙа нисек ярҙам итергә мөмкин? Ни өсөн мәсихселәргә тотанаҡлы булырға өйрәнергә кәрәк?

Йәһүәнән өлгө алып, кешеләрҙе ҡыҙған

Бер ваҡыт Йәһүә, үҙенең исемен һәм сифаттарын иғлан итеп, Мусаға үҙен асҡан. Алла тәү сиратта үҙенең ҡыҙғаныусан булыуын иҫкә алған. Был сифат үҙ эсенә нимәне ала, һәм ни өсөн уның хаҡында уйланыу мөһим?

БИОГРАФИЯ

Рухи кешеләр менән эшләгәнемә шатмын

Дейвид Синклер Бруклин Вефилендә 61 йыл дауамында тоғро ҡәрҙәштәр менән эшләү ниндәй шатлыҡ килтергәнен иҫенә төшөрә.

«Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора»

Изге Яҙма, быуаттар элек яҙылған булһа ла, әле лә киң билдәле китап булып ҡала. Уның таралыуына тел үҙгәрештәре лә, сәйәси өлкәләге үҙгәрештәр ҙә, уны тәржемә итеү эшенә ҡаршы килеү ҙә ҡамасаулай алмаған.

«Алла һүҙе... ҡеүәтле»

Алла Һүҙен өйрәнеү күптәрҙе тормошта киҫкен үҙгәрештәр яһарға этәргән. Изге Яҙма беҙгә тьәҫир итһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

«Ҡыйыу... бул! Эшкә тотон»

Ни өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк, һәм нисек был сифатты үҫтереп була?