Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора»

«Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора»

«Йәшел сирәм ҡорой, сәскә кибә, ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора» (ИШАҒ. 40:8).

ЙЫРҘАР: 95, 97

1, 2. а) Изге Яҙма китабы булмаһа, тормошобоҙ ниндәй булыр ине? б) Ниндәй осраҡта Изге Яҙма беҙгә күп файҙа килтерә ала?

ИЗГЕ ЯҘМА китабы булмаһа, тормошобоҙ ниндәй булырын күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ. Беҙ көн һайын ҡулланырлыҡ аҡыллы кәңәштәрҙән мәхрүм булыр инек. Алла, тормош һәм киләсәк тураһындағы һорауҙарға ҡәнәғәтләндерерлек яуаптар таба алмаҫ инек. Шулай уҡ Йәһүәнең боронғо ваҡытта кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәнен белмәҫ инек.

2 Бәхеткә күрә, беҙ ундай аяныслы хәлдә түгел. Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙен — Изге Яҙманы биргән. Һәм ул, хәбәрем мәңгегә һаҡланып ҡаласаҡ, тип вәғәҙә итә. Илсе Петр, Алла тарафынан рухландырылып, Ишағыя 40:8-ҙәге һүҙҙәрҙе өҙөмтә итеп килтергән. Был шиғыр, дөйөм алғанда, Изге Яҙмаға ҡағылмаһа ла, уны Изге Яҙмалағы хәбәргә ҡулланып була. (1 Петр 1:24, 25-те уҡығыҙ.) Әлбиттә, Изге Яҙма китабы беҙ яҡшы аңлаған телдә булһа, ул беҙгә бик күп файҙа килтерә ала. Алла Һүҙен яратҡан кешеләр быны инде күптән аңлаған. Быуаттар дауамында эскерһеҙ кешеләр Яҙманы тәржемә итеү һәм уның күсермәләрен таратыу өсөн ифрат ҙур тырышлыҡ һалған, ә бит ҡайһы саҡ был үтә ауыр булған. Улар Алланың ихтыяры буйынса эш иткән, сөнки Алла «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй» (1 Тим. 2:3, 4).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Был мәҡәләлә Алла Һүҙенең, 1) тел үҙгәрештәренә, 2) халыҡ-ара телгә йоғонто яһаған сәйәси өлкәләге үҙгәрештәргә һәм 3) уны тәржемә итеү эшенә ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан, нисек һаҡланып ҡалғаны ҡараласаҡ. Был теманы ҡарап сығыу беҙгә Алла Һүҙен тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә һәм уның Авторына ҡарата яратыуыбыҙҙы көсәйтергә ярҙам итер (Миҡ. 4:2; Рим. 15:4).

ТЕЛ ҮҘГӘРЕШТӘРЕ

4. а) Ваҡыт уҙыу менән телдәр нисек үҙгәрә? б) Алланың төрлө милләт кешеләренә бер тигеҙ ҡарауы нимәнән күренә, һәм был һеҙҙә ниндәй хистәр уята?

4 Ваҡыт уҙыу менән телдәр үҙгәрә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр бөтөнләй башҡа төрлө мәғәнә йөрөтә башларға мөмкин. Бәлки, һеҙ үҙ телегеҙҙең үҙгәрә барыуына миҫалдар беләһегеҙҙер. Изге Яҙманың ҙур өлөшө яҙылған еврей һәм грек телдәре тураһында шуны уҡ әйтеп була. Бөгөн еврей һәм грек телдәре Изге Яҙма яҙылған ваҡытта ҡулланылған еврей һәм грек телдәренән ныҡ айырылып тора. Шунлыҡтан Алла Һүҙен аңларға теләгән бөтә кеше тиерлек, хатта хәҙерге ваҡытта ҡулланылған еврей һәм грек телдәрен белеүселәр ҙә, уның тәржемәһен уҡырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр, Изге Яҙманың төп нөсхәһен уҡыр өсөн боронғо еврей һәм грек телдәрен өйрәнергә кәрәк, тип уйлай. Ләкин был көтөлгән файҙа килтермәҫкә мөмкин. Бәхеткә күрә, бөгөн Изге Яҙма китабы йә уның өлөштәре 3 200-ҙән ашыу телгә тәржемә ителгән. Күренеүенсә, Йәһүә үҙ Һүҙенең «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә» файҙа килтереүен теләй. (Асылыш 14:6-ны уҡығыҙ.) Быны белеү һеҙҙе ҡайғыртыусан һәм кеше айырмаған Аллабыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға дәртләндермәйме ни? (Ғәм. 10:34)

5. «Яков батша тәржемәһе» нимәһе менән әһәмиәтле?

5 Телдәрҙең үҙгәрә барыуы шулай уҡ Изге Яҙманың тәржемәләренә лә тәьҫир иткән. Изге Яҙма тәржемәһе, яңы ғына тәржемә ителгән ваҡытында бик аңлайышлы булһа ла, һуңыраҡ иҫкерергә мөмкин. Мәҫәлән, Изге Яҙманың инглиз тәржемәһенә иғтибар итәйек. «Яков батша тәржемәһе» 1611 йылда сығарылған булған. Был тәржемә Изге Яҙманың инглиз теленә яһалған иң танылған тәржемәләрҙең береһе булып киткән һәм инглиз теленең үҙенә ҙур йоғонто яһаған. «Яков батша тәржемәһе»ндә Алла исеме бик һирәк осрай. Тәржемәселәр «Йәһүә» тигән исемде Еврей Яҙмаларының бер нисә генә шиғырында ҡалдырған, ә төп нөсхәлә Алла исеме осраған башҡа урындарҙа ҙур хәрефтәр менән яҙылған «РАББЫ» тигән һүҙгә алмаштырған. Изге Яҙманың һуңыраҡ сыҡҡан сығарылыштарында ҙур хәрефтәр менән яҙылған «РАББЫ» тигән һүҙ шулай уҡ Грек Яҙмаларының ҡайһы бер шиғырҙарында ла осраған. Шулай итеп, «Яков батша тәржемәһе»нең нәшриәтселәре Алла исеменең Инжилдә булырға тейешлеген таныған.

6. Ни өсөн беҙ «Яңы донъя тәржемәһе» өсөн бик рәхмәтлебеҙ?

6 Шулай ҙа быуаттар уҙыу менән «Яков батша тәржемәһе»ндәге күп һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланылмай башлаған. Изге Яҙманың башҡа телдәргә яһалған тәүге тәржемәләре хаҡында шуны уҡ әйтеп була. Шуға күрә Изге Яҙманың заманса тел менән яҙылған «Яңы донъя тәржемәһе» өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ! Был тәржемә тулыһынса йә өлөшләтә 150-нән ашыу телдә бар, тимәк, донъялағы күпселек кеше уны уҡый ала. Был аңлайышлы тәржемә ярҙамында Алла Һүҙендәге хәбәр йөрәгебеҙгә үтеп инә (Зәб. 119:97). Шуныһы иғтибарға лайыҡ: «Яңы донъя тәржемәһе»ндә Алла исеме төп нөсхәлә торған урындарға ҡайтарылған.

СӘЙӘСИ ӨЛКӘЛӘГЕ ҮҘГӘРЕШТӘР

7, 8. а) Ни өсөн б. э. т. III быуаттарҙа күп еврейҙар Еврей Яҙмаларын аңламаған? б) Нимә ул Септуагинта?

7 Сәйәси өлкәләге үҙгәрештәр ҡайһы саҡ телдәрҙең ниндәйе халыҡ-ара тел булып китәсәгенә тәьҫир иткән. Бындай үҙгәрештәр кешеләргә Изге Яҙманы аңларға ҡамасауламаһын өсөн, Алла нимә эшләгән? Был һорауға яуапты тарихтан табып була. Изге Яҙманың беренсе 39 китабын израилдәр, йәғни еврейҙар яҙған булған. «Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған» (Рим. 3:1, 2). Әммә б. э. т. III быуаттарҙа күп еврейҙар үҙҙәренең туған телен инде онотҡан булған. Ни өсөн? Александр Македонский Греция империяһының сиктәрен киңәйткәнгә күрә, империяла йәшәгән күп кешеләр, шул иҫәптән ифрат ҙур территория буйлап таралған еврейҙар ҙа грек телендә һөйләшә башлаған (Дан. 8:5—7, 20, 21). Шунлыҡтан еврейҙарҙың күбеһенә Еврей Яҙмаларын аңлауы ауырая барған. Был хәлде нисек сисеп булған?

8 Б. э. т. III быуаттың урталарында Изге Яҙманың беренсе биш китабы еврей теленән грек теленә тәржемә ителгән булған. Еврей Яҙмаларының ҡалған китаптары б. э. т. II быуатта тәржемә ителеп бөткән. Был китаптарҙың грек телендәге йыйынтығы Септуагинта тип аталған. Септуагинта — Еврей Яҙмаларының яҙма рәүештә яһалған беренсе тәржемәһе.

9. а) Септуагинта һәм Изге Яҙманың башҡа тәүге тәржемәләре Алла Һүҙен уҡыған кешеләргә нисек ярҙам иткән? б) Еврей Яҙмаларының ниндәй өҙөгө һеҙгә айырыуса оҡшай?

9 Күпселектә Септуагинта ярҙамында грек телендә һөйләшкән еврейҙар һәм башҡа кешеләр Еврей Яҙмаларын аңлай алған. Алла Һүҙен үҙҙәре өсөн туған тел булып киткән телдә ишетеү һәм уҡыу уларҙа ниндәй тулҡынландырғыс хистәр уятҡанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Ваҡыт уҙыу менән Изге Яҙманың айырым өлөштәре халыҡтар араһында таралған башҡа телдәргә, мәҫәлән, сүриә, гот һәм латин телдәренә тәржемә ителгән булған. Изге Яҙманы аңлайышлы телдә уҡығанда, күп кешеләр, беҙҙең һымаҡ, уның ҡайһы бер өҙөктәрен айырыуса оҡшатҡан. (Зәбур 119:162—165-те уҡығыҙ *.) Шулай итеп, халыҡ-ара телдең алмашынып тороуына ҡарамаҫтан, Алла Һүҙе һаҡланып ҡалған.

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ТӘРЖЕМӘ ИТЕҮ ЭШЕНӘ ҠАРШЫ КИЛЕҮҘӘР

10. Ни өсөн Джон Уиклиф көндәрендә күпселек кеше Изге Яҙманы уҡый алмаған?

10 Ҡайһы ваҡыт юғары дәрәжәле кешеләр ябай халыҡҡа Изге Яҙманы уҡырға ҡамасауларға тырышҡан. Ләкин бындай тырышлыҡтарға ҡаршы торған эскерһеҙ кешеләр ҙә табылған. Шундай кешеләрҙең береһе XIV быуатта йәшәгән инглиз дин белгесе Джон Уиклиф булған. Ул һәр кеше Алла Һүҙенең файҙаһын күрергә тейеш икәненә инанған булған. Әммә ул ваҡыттарҙа Англияның ябай халҡы Изге Яҙманы уҡый алмаған. Ни өсөн? Беренсенән, күптәр Изге Яҙма китабын һатып ала алмаған, сөнки уның күсермәләре, ҡулдан яһалғанға, бик ҡиммәт торған. Икенсенән, күпселек кеше уҡый белмәгән. Хатта сиркәүҙә Изге Яҙма өҙөктәренең уҡылыуын ишеткәндә лә, улар, моғайын, бер нәмә лә аңламағандыр. Ни өсөн? Сөнки Сиркәү ҡулланған рәсми тәржемә (Вульгата) латин телендә яҙылған булған, ә был тел Урта быуаттарҙа йәшәгән ябай халыҡ араһында үле тел тип һаналған. Улар Изге Яҙмалағы ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе нисек белә алған? (Ғиб. һүҙ. 2:1—5)

Джон Уиклиф һәм башҡалар Алла Һүҙен һәр кешегә аңлайышлы итергә ынтылған. Һеҙҙең дә шундай теләгегеҙ бармы? (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Уиклифтың Изге Яҙмаһының сығыуы нимәгә килтергән?

11 1382 йылда Изге Яҙманың инглиз тәржемәһе сыҡҡан, һуңыраҡ ул Уиклифтың Изге Яҙмаһы булараҡ билдәле булған. Был тәржемә Уиклифтың эйәрсендәре араһында киң танылыу алған. Алла Һүҙенең ябай халыҡ кешеләренең аҡылдарына һәм йөрәктәренә үтеп инеүен теләп, лоллардтар кеүек билдәле вәғәзселәр, бер ауылдан икенсе ауылға йөрөп, бөтөн Англияны йәйәүләп гиҙеп сыҡҡан. Улар йыш ҡына кешеләргә Уиклифтың Изге Яҙмаһынан өҙөктәр уҡыған һәм уларға ҡулдан яһалған күсермәләр ҡалдырып киткән. Лоллардтарҙың тырышлыҡтары кешеләрҙең яңынан Алла Һүҙе менән ҡыҙыҡһына башлауына ҙур өлөш индергән.

12. Дин әһелдәре Уиклифтың Изге Яҙмаһына һәм лоллардтарҙың тырышлыҡтарына нисек ҡараған?

12 Дин әһелдәре быға нисек ҡараған? Улар, нәфрәтләнеп, Уиклифҡа, уның Изге Яҙмаһына һәм эйәрсендәренә ябырылған. Дини етәкселәр лоллардтарҙы эҙәрләгән һәм, Уиклифтың Изге Яҙмаһының күсермәләрен бөтә ерҙә эҙләп, уларҙы юҡ иткән. Уиклиф үлгән булһа ла, уны еретик тип иғлан иткәндәр. Әлбиттә, инде үлгән кешене язалап булмай. Әммә дин әһелдәре, Уиклифтың һөйәктәрен ҡаҙып алып, уларҙы яндырырға һәм көлөн Свифт йылғаһына ташларға бойороҡ биргән. Шулай ҙа кешеләр Алла Һүҙен уҡырға һәм аңларға теләгән, һәм Сиркәү Изге Яҙманың таралыуына инде ҡамасаулай алмаған. Артабанғы быуаттарҙа Европала һәм ер шарының башҡа өлөштәрендә күп кенә кешеләр Изге Яҙманы ябай халыҡ ҡулланған телдәргә тәржемә итә һәм баҫтыра башлаған.

«ҺИНЕ ФАЙҘАЛЫ НӘМӘГӘ ӨЙРӘТЕҮСЕ... АЛЛА»

13. Беҙ нимәгә инанғанбыҙ, һәм был нисек иманыбыҙҙы нығыта?

13 Септуагинта, Уиклифтың Изге Яҙмаһы, Изге Яҙманың «Яков батша тәржемәһе» һәм башҡа тәржемәләр Алла тарафынан рухландырылған, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Шулай ҙа, Изге Яҙманы тәржемә итеү тарихы тураһында уйланғанда, беҙ шуны ап-асыҡ күрәбеҙ: Йәһүә, үҙе вәғәҙә иткәнсә, үҙенең Һүҙен һаҡлап ҡалған. Быны белеү Йәһүәнең башҡа вәғәҙәләре лә үтәләсәгенә ышанысыбыҙҙы нығытмаймы ни? (Еш. 23:14)

14. Изге Яҙма нисек Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы көсәйтә?

14 Изге Яҙманың беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалыуы, иманыбыҙҙы нығытыуҙан тыш, Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы ла көсәйтә *. Ә ни өсөн Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙен биргән һәм уны һаҡлап ҡалырға вәғәҙә иткән? Сөнки ул беҙҙе ярата һәм беҙҙе файҙалы нәмәләргә өйрәтергә теләй. (Ишағыя 48:17, 18-ҙе уҡығыҙ *.) Йәһүәнең яратыуына яуап ҡайтарыр өсөн иң яҡшы ысул — уны яратыу һәм уның әмерҙәрен үтәү (1 Яхъя 4:19; 5:3).

15. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

15 Ризалашырһығыҙҙыр, Алла Һүҙен ҡәҙерләһәк, унан мөмкин тиклем күберәк файҙа алырға теләрбеҙ. Изге Яҙманы уҡыу беҙгә күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләп була? Вәғәздә кешеләрҙең иғтибарын нисек Изге Яҙмаға йүнәлтергә? Йыйылышта яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр өйрәткәндәренең Изге Яҙмаға нигеҙләнгәненә нисек инана ала? Был һорауҙарға яуаптар икенсе мәҡәләлә биреләсәк.

^ 9 абз. Зәбур 119:162—165: «Ҙур табышҡа эйә булған кешеләй, һүҙеңә һөйөнәм, ҡыуанам мин. Мин ялғанды нәфрәт итәм, ерәнәм, ә ҡануныңды яратам. Ғәҙел хөкөмдәрең өсөн һине көнөнә ете тапҡыр маҡтайым мин. Ҡануныңды яратыусыларҙың тыныслығы мул, уларҙы һис нәмә абындыра алмай».

^ 14 абз. « Иғтибарға лайыҡ күргәҙмә» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 14 абз. Ишағыя 48:17, 18: «Үҙеңде Йолоп алыусы, Израилдең Изге Аллаһы Йәһүә былай ти: „Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин һине файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан һине алып барыусы Алла. Һин минең әмерҙәремә иғтибарлы булһаң ине! Шунда тыныслығың — йылға һымаҡ, тәҡүәлегең диңгеҙ тулҡындары һымаҡ булыр ине“».