Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Рухи кешеләр менән эшләгәнемә шатмын

Рухи кешеләр менән эшләгәнемә шатмын

УТЫҘЫНСЫ йылдар уртаһында атайым менән әсәйем, Джеймз һәм Джесси Синклерҙар, Нью-Йорктың бер районына — Бронксҡа күскән. Унда улар үҙҙәре кеүек Шотландиянан күсеп килгән Уилли Снеддон менән танышҡан. Шунда уҡ улар бер-береһенән ғаиләләре тураһында һораша башлаған. Был мин тыуғандан ике йыл самаһы элек булған.

Әсәйем Уиллиға Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыуҙан әҙ генә алдараҡ атаһы менән ағаһының, Төньяҡ диңгеҙҙә балыҡ тотоу судноһында йөҙөп барғанда, минала шартлап батҡандары хаҡында һөйләгән. Уилли уға: «Атайығыҙ тамуҡта *», — тип яуаплаған. Уилли Йәһүә шаһиты булған, һәм әсәйемдең хәҡиҡәт менән танышыуы ошо шаңҡытҡыс һүҙҙәрҙән башланған.

Уилли һәм Лиз Снеддондар

Быны ишеткәс, әсәйемдең кәйефе ҡырылып киткән, сөнки ул атаһының яҡшы кеше булыуын белгән. Шунда Уилли: «Бәлки, Ғайсаның да тамуҡта булыуы һеҙҙе йыуатыр?» — тип өҫтәгән. Әсәйем сиркәүҙә ишеткән доғаны иҫенә төшөргән, унда Ғайса тамуҡҡа төшкән һәм өсөнсө көндө терелгән тип әйтелә. «Әгәр тамуҡ гонаһлылар утта ғазаплана торған урын икән, ни өсөн һуң Ғайса унда эләккән?» — тип аптыраған ул. Шулай итеп әсәйем хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынып киткән. Ул «Бронкс» йыйылышының осрашыуҙарына йөрөй башлаған һәм 1940 йылда һыуға сумдырылған.

Әсәйем һәм һуңыраҡ атайым менән

Ул ваҡытта мәсихселәрҙе балалары менән Изге Яҙманы өйрәнергә дәртләндермәгәндәр. Мин әле бәләкәй саҡта, әсәйем ял көндәрендә йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә киткәндә, атайым мине ҡараған. Бер нисә йылдан һуң беҙ ҙә атайым менән осрашыуҙарға йөрөй башланыҡ. Әсәйем бик ашҡыныусан вәғәзсе булды, ул ҡыҙыҡһыныусы кешеләр менән бер нисә Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрә ине. Ул, бер-береһенә яҡын йәшәгән бер нисә өйрәнеүсеһен бергә йыйып, улар менән өйрәнә торғайны. Каникулдар ваҡытында мин дә әсәйем менән хеҙмәттә ҡатнаштым. Бының ярҙамында мин Изге Яҙманан күп нәмә белдем һәм уның тураһында башҡаларға һөйләргә өйрәндем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала сағымда мин хәҡиҡәтте бик үк ҡәҙерләмәнем, уға ғәҙәти бер нәмәгә ҡарағандай ҡараным. Шулай ҙа 12 йәштәр тирәһендә мин Батшалыҡ вәғәзсеһе булып киттем һәм шунан алып даими вәғәзләй башланым. 16 йәшемдә мин тормошомдо Йәһүәгә бағышланым һәм 1954 йылдың 24 июлендә Торонтола (Канада) үткән конгреста һыуға сумдырылдым.

ВЕФИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ

Беҙҙең йыйылышта Вефилдә хеҙмәт иткән йә элек вефилсе булған ағай-ҡәрҙәштәр бар ине. Улар миңә бик ҙур йоғонто яһаны. Уларҙың вәғәздә Изге Яҙманы аңлатыуы һәм телмәр менән сығыш яһауы миңә бик оҡшай ине. Мәктәптә уҡытыусылар университетҡа инергә кәңәш итһәләр ҙә, мин Вефилдә хеҙмәт итергә булдым. Шуға күрә Торонтола үҙем һыуға сумдырылған конгреста Вефиль хеҙмәтенә ғариза яҙҙым. 1955 йылда Нью-Йоркта «Янки» стадионында үткән конгреста мин тағы ғариза яҙҙым. Күп тә үтмәҫтән, 17 йәшем тулғас, мине Бруклиндағы Вефилгә хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Мин унда 1955 йылдың 19 сентябрендә эшләй башланым. Икенсе көндө үк мине Адамс-стрит урамы, 117 адресы буйынса урынлашҡан китап төпләү цехына ебәрҙеләр. Тиҙҙән мин 32 битле дәфтәрҙәрҙе артабан китап итеп тегеү өсөн комплектлай торған биттәр йыйыу машинаһында эшләй башланым.

Миңә 17 йәш, Бруклиндағы Вефилдә хеҙмәт итә башлайым

Төпләү цехында бер ай тирәһе эшләгәндән һуң, мине журналдарға яҙылыу бүлегенә күсерҙеләр, сөнки мин машинкала баҫтыра белә инем. Ул ваҡытта ҡәрҙәштәр «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарына яңы яҙылған кешеләрҙең адрестарын яҙыу өсөн металл трафареттар яһай ине. Бер нисә айҙан һуң мин әҙәбиәт ебәреү бүлегендә эшләй башланым. Был бүлектең күҙәтеүсеһе Клаус Дженсен минән әҙәбиәт һалынған ҡаптарҙы төрлө илдәргә ебәреү өсөн портҡа алып барған йөк машинаһын йөрөтөүсегә ярҙам итеүемде һораны. Беҙгә шулай уҡ Ҡушма Штаттарҙағы йыйылыштарға ебәрер өсөн тәғәйенләнгән журналдарҙы почтаға алып барырға кәрәк ине. Дженсен ҡәрҙәш, физик эш һиңә файҙаға булыр, тине. Мин 57 килограмм ғына инем һәм таҡта һымаҡ ябыҡ инем. Порт һәм почтаға йөрөүҙәр мине физик яҡтан нығытты. Минең өсөн нимә яҡшыраҡ булыуын Дженсен ҡәрҙәш белгән икән!

Журналдарға яҙылыу бүлеге шулай уҡ йыйылыштарҙан килгән заказдар менән дә шөғөлләнә ине. Бының ярҙамында мин төрлө илдәргә ебәрелеп торған журналдарҙың Бруклинда ниндәй телдәрҙә баҫтырылыуын белдем. Шул телдәрҙең күбеһе тураһында минең ишеткәнем дә юҡ ине, әммә тиҫтәләгән мең журналдарҙың йыраҡ ерҙәргә ебәрелеүен белеү миңә һәр саҡ шатлыҡ килтерә ине. Ул саҡта, шул урындарҙың күбеһенә барырмын, тип күҙ алдына ла килтермәгән инем.

Роберт Уоллен, Чарлз Молохен һәм Дон Адамс менән

1961 йылда мине ҡаҙнасылыҡҡа эшләргә күсерҙеләр, уның күҙәтеүсеһе Грант Сьютер ине. Мин унда ике йыл тирәһе эшләнем. Бер көндө ул ваҡытта бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ менән етәкселек иткән Нейтан Норр мине үҙенең кабинетына саҡырып алды. Ул миңә үҙе менән эшләгән бер ағай-ҡәрҙәштең бер ай буйы Изге хеҙмәт мәктәбендә уҡырға, шунан һуң хеҙмәт бүлегенә күсергә тейешлеге тураһында әйтте. Мин уның урынына эшләй башланым һәм Дон Адамс менән хеҙмәттәшлек иттем. Тап Донға мин 1955 йылда конгреста Вефиль хеҙмәтенә ғариза биргәйнем. Беҙ Роберт Уоллен һәм Чарлз Молохен менән бер бүлектә хеҙмәт иттек. Беҙ дүртебеҙ бергә 50 йылдан ашыу эшләнек. Мин шундай тоғро рухи кешеләр менән хеҙмәт итә алғаныма бик шатмын! (Зәб. 133:1)

Минең беренсе зональ килеп китеүем. Венесуэла, 1970 йыл

1970 йылдан алып мин йыл һайын йәки ике йылға бер тапҡыр Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең филиалдарына барып йөрөй башланым. Бер нисә аҙна дауам иткән был сәфәрҙәр зональ килеп китеүҙәр тип атала ине. Миңә бөтә донъялағы Вефиль ғаиләләренә һәм миссионерҙарға барып килергә, ҡәрҙәштәрҙе рухи яҡтан нығытырға һәм филиалдың документтарын тикшерергә кәрәк ине. Мин, Гилеад мәктәбенең тәүге синыфтарын тамамлап, Йәһүәгә сит илдә тоғро хеҙмәт итеүҙәрен дауам иткән ҡәрҙәштәр менән осрашыуыма бик шатлана торғайным. Зональ күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән йылдарҙа мин 90-дан ашыу илгә барып ҡайтыуыма шат булдым. Был бик ҙур хөрмәт!

90-дан ашыу илдә йәшәгән ҡәрҙәштәргә барып килеү бәхетенә ирештем

ТОҒРО ЯРҘАМСЫ ТАБАМ

Бруклинда хеҙмәт иткән вефилселәр Нью-Йорктың төрлө йыйылыштарына йөрөй ине. Мин Бронкстағы йыйылышҡа йөрөнөм. Тәүҙә был районда бер йыйылыш булды, ә һуңынан ул ҙурайҙы һәм бүленде. Мин хеҙмәт иткән йыйылыш хәҙер «Үрге Бронкс» тип атала.

1960 йылдар уртаһында беҙҙең йыйылыш территорияһына хәҡиҡәт менән Көньяҡ Бронкста танышҡан бер латыш ғаиләһе күсеп килде. Өлкән ҡыҙҙары Ливия, мәктәпте бөтөргәс тә, пионер булып хеҙмәт итә башланы. Ә бер нисә айҙан һуң Ливия, күберәк вәғәзселәр кәрәк булған ерҙә хеҙмәт итер өсөн, Массачусетс штатына күсте. Мин уға йыйылыштағы яңылыҡтар хаҡында хаттар яҙа башланым, ә ул миңә үҙенең Бостондағы хеҙмәте тураһында яҙҙы.

Ливия менән

Бер нисә йылдан һуң Ливияны махсус пионер итеп билдәләнеләр. Ул Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бөтә көсөн бирергә теләй ине, шуға күрә Вефиль хеҙмәтенә ғариза яҙҙы. 1971 йылда уны Вефилгә саҡырҙылар. Мин быны Йәһүәнән билдә тип ҡабул иттем. 1973 йылдың 27 октябрендә беҙ Ливия менән өйләнештек. Туй телмәре менән Норр ҡәрҙәш сығыш яһаны. Ғибрәтле һүҙҙәр 18:22-лә былай тиелгән: «Яҡшы ҡатын тапҡан кеше игелек тапҡан була һәм Йәһүәнең илтифатын ҡаҙана». Беҙ Ливия менән инде 40 йылдан ашыу бергә Вефилдә хеҙмәт итәбеҙ. Шулай уҡ беҙ әле лә Бронкстағы йыйылыштарҙың береһенә булышлыҡ итәбеҙ.

МӘСИХТЕҢ ҠӘРҘӘШТӘРЕ МЕНӘН ИҢГӘ-ИҢ ТЕРӘП ХЕҘМӘТ ИТӘМ

Норр ҡәрҙәш менән эшләү үҙе бер рәхәтлек ине. Ул хәҡиҡәт хаҡына арымай-талмай эшләне һәм бөтә миссионерҙарҙың хеҙмәтен юғары баһаланы. Уларҙың күбеһе үҙҙәре билдәләнгән илдәрҙә беренсе шаһиттар ине. 1976 йылда Норр ҡәрҙәштә рак ауырыуы таптылар. Уның ғазапланыуын күреү бик аяныс ине. Бер көндө Норр ҡәрҙәш, ауырыуҙан инде түшәккә йығылғас, баҫтырыу өсөн әҙерләнгән материалдарҙы ҡысҡырып уҡыуымды һораны. Шулай уҡ, Фредерик Френц та уҡыуымды тыңлай алһын өсөн, уны саҡырырға ҡушты. Һуңыраҡ мин, Френц ҡәрҙәш насар күргәнгә, Норр ҡәрҙәштең уға ҡысҡырып уҡыр өсөн күп ваҡыт сарыф иткәнен белдем.

Дэниел һәм Марина Сидликтар менән зональ килеп китеү ваҡытында. 1977 йыл

1977 йылда Норр ҡәрҙәш үлеп китте, әммә уның ерҙәге тормошоноң ахырына тиклем тоғро ҡалыуы уны белгән һәм яратҡан ҡәрҙәштәрҙе йыуатты (Асыл. 2:10). Унан һуң беҙҙең эшмәкәрлек менән Френц ҡәрҙәш етәкселек итә башланы.

Ул ваҡытта мин Норр ҡәрҙәш менән тиҫтәләгән йыл бергә эшләгән Милтон Хеншелдең сәркәтибе инем. Хеншель ҡәрҙәш хәҙер минең төп вазифам Френц ҡәрҙәшкә ярҙам итеү буласағы тураһында әйтте. Мин даими рәүештә уға баҫтырыуға ебәреләсәк материалдарҙы уҡыным. Френц ҡәрҙәш иҫ киткес хәтергә һәм иғтибарын тулыһынса уҡылған материалға туплау һәләтенә эйә ине. 1992 йылдың декабрендә Френц ҡәрҙәштең ғүмере өҙөлдө, ерҙәге тормошоноң тамамланғанына тиклем уға ярҙам итеү мөмкинлегем булғанға мин бик шатмын.

Колумбия-Хайтс, 124 адресындағы бина, мин унда тиҫтәләгән йыл эшләнем

Вефилдәге 61 йыллыҡ хеҙмәт ваҡытым бик тиҙ үтеп китте! Атайым менән әсәйем үлгәнгә хәтле Йәһүәгә тоғро булып ҡалды, һәм мин улар менән бөгөнгөгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ донъяла осрашыуымды түҙемһеҙлек менән көтәм (Яхъя 5:28, 29). Бөтә донъялағы тоғро ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү шатлығын Шайтан донъяһы тәҡдим иткән бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Беҙ Ливия менән, тулы ваҡытлы хеҙмәттә үткәргән бөтә йылдар дауамында Йәһүә шатлығы беҙҙең нығытмабыҙ булды, тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алабыҙ (Ниҡ. 8:10).

Йәһүә ойошмаһында алыштырғыһыҙ кешеләр юҡ, һәм Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләү эше дауам итә. Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған күп ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү хөрмәтенә эйә булыуыма бәхетлемен! Минең менән эшләгән майланғандарҙың күбеһе инде ерҙә түгел. Ләкин шундай тоғро мәсихселәр менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт иткәнем өсөн мин бик рәхмәтле.

^ 5 абз. Изге Яҙманың төп нөсхәһендә ҡулланылған шео́л һәм га́дес тигән һүҙҙәр кешелектең дөйөм ҡәберен аңлата. Әммә Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә был һүҙҙәр «тамуҡ» тип тәржемә ителгән.