Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Ҡыйыу... бул! Эшкә тотон»

«Ҡыйыу... бул! Эшкә тотон»

«Ҡыйыу һәм ныҡ бул! Эшкә тотон. Бер ҙә ҡурҡма, сөнки Йәһүә Алла... һинең менән» (1 ЙЫЛ. 28:20).

ЙЫРҘАР: 38, 34

1, 2. а) Сөләймәнгә ниндәй мөһим йөкләмә бирелгән? б) Ни өсөн Дауыт Сөләймән хаҡында борсолған?

СӨЛӘЙМӘНГӘ махсус йөкләмә бирелгән булған. Йәһүә Алла уға тарихтағы иң мөһим төҙөлөш проекттарының береһе — Иерусалимда ғибәҙәтхана төҙөү менән етәкселек итергә ҡушҡан. Был бина «ғәйәт мөһабәт булырға, даны һәм зиннәтлелеге бөтә ерҙәргә билдәле булырға» тейеш булған. Әммә, тағы ла мөһимерәге, һүҙ «Йәһүә Аллаға йорт» төҙөү тураһында барған (1 Йыл. 22:1, 5, 9—11).

2 Дауыт батша Йәһүәнең Сөләймәнгә ярҙам итеренә тулыһынса ышанған. Ләкин Сөләймән «әле йәш һәм тәжрибәһеҙ» булған. Ғибәҙәтхана төҙөү эшен башларға уның ҡыйыулығы етерме? Йәшлеге һәм тәжрибәһеҙлеге эшкә тотҡарлыҡ булмаҫмы? Уңышҡа өлгәшер өсөн, Сөләймәнгә ҡыйыу булырға һәм эшкә тотонорға кәрәк булған.

3. Сөләймән, күрәһең, ҡыйыулыҡ хаҡында атаһынан нимәләр белгән?

3 Сөләймән, күрәһең, ҡыйыулыҡ хаҡында күп нәмәне атаһы Дауыттан белгән. Йәш сағында Дауыт атаһының һарыҡтарын йыртҡыс хайуандарҙан ҡотҡарған (1 Сам. 17:34, 35). Ул, һуғышта сыныҡҡан әзмәүергә ҡаршы сығып, таң ҡалырлыҡ ҡыйыулыҡ күрһәткән. Аллаға таянып, Дауыт шыма таш менән Ғәлиәфте еңә алған (1 Сам. 17:45, 49, 50).

4. Ни өсөн Сөләймәнгә ҡыйыулыҡ кәрәк булған?

4 Күреүебеҙсә, тап Дауыт Сөләймәнде ҡыйыу булырға һәм ғибәҙәтхана төҙөүгә тотонорға дәртләндерә алған. (1 Йылъяҙма 28:20-не уҡығыҙ *.) Сөләймән, ҡыйыулығы етмәһә, ҡурҡыуҙан эшкә тотонмаҫ ине. Эшкә тотонмау иһә уңышһыҙлыҡҡа тарыуға ҡарағанда ла насарыраҡ булыр ине.

5. Ни өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк?

5 Сөләймән кеүек, беҙ ҙә, ҡыйыу булып, бирелгән йөкләмәләрҙе үтәр өсөн Йәһүәнең ярҙамына мохтаж. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Алланың боронғо хеҙмәтселәренең нисек ҡыйыулыҡ күрһәткәнен ҡарап сығайыҡ. Һәм шул хаҡта уйланып алайыҡ: нисек итеп беҙ, ҡыйыулыҡ сағылдырып, йөкләмәләребеҙҙе башҡарып сыға алабыҙ.

ҠЫЙЫУЛЫҠ ҮРНӘКТӘРЕ

6. Йософтоң ҡыйыу эш итеүендә һеҙҙе нимә һоҡландыра?

6 Потифарҙың ҡатыны әхлаҡһыҙлыҡ ҡылырға ҡотортҡанда, Йософтоң үҙен нисек тотҡанын иҫкә төшөрәйек. Моғайын, ул, был ҡатынды кире ҡаҡһа, үҙен нимә көткәнен белгәндер. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ул ҡурҡыуға бирелмәгән. Йософ ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткән (Баш. 39:10, 12).

7. Рахавтың ҡыйыу эш итеүе тураһында һөйләп бирегеҙ. (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Ҡыйыулыҡтың тағы бер үрнәге — Рахав. Иерихонда уның өйөнә Израиль шымсылары килгәндә, ул, ҡурҡыуға бирелеп, уларға ярҙам итеүҙән баш тарта алған. Әммә Рахав, Йәһүәгә ышанып, шымсыларҙы йәшергән һәм уларға ҡасырға ярҙам иткән (Еш. 2:4, 5, 9, 12—16). Рахав Йәһүәнең хаҡ Алла булыуына һәм уның һис шикһеҙ израилдәргә вәғәҙә ителгән ерҙе бирәсәгенә ышанған. Ул кешеләрҙән, шул иҫәптән Иерихон батшаһы һәм уның хеҙмәтселәренән ҡурҡыуға үҙен биләп алырға юл ҡуймаған. Рахавтың шулай эш итеүе уның үҙенең һәм туғандарының ғүмерен ҡотҡарған (Еш. 6:22, 23).

8. Ғайсаның ҡыйыулығы илселәргә нисек тәьҫир иткән?

8 Ғайсаның тоғро илселәре лә иҫ киткес ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәткән. Улар Ғайсаның ниндәй ҡыйыу икәнен күргән, һәм был уларға ошо сифатты үҫтерергә ярҙам иткән (Матф. 8:28—32; Яхъя 2:13—17; 18:3—5). Илселәр, саддукейҙар үҙҙәренә ҡаршы сыҡҡас, Ғайса исеменән өйрәтеүҙән туҡтамаған (Ғәм. 5:17, 18, 27—29).

9. 2 Тимофейға 1:7-ләге һүҙҙәр ҡайҙан ҡыйыулыҡ алып булғанын аңларға нисек ярҙам итә?

9 Йософ, Рахав, Ғайса һәм илселәр рух ныҡлығы сағылдырған һәм яҡшы эштәр эшләргә ынтылған. Уларҙың ҡыйыулығы үҙ-үҙҙәренә саманан тыш ышаныу булмаған, ә Йәһүәгә таяныуҙан килгән. Беҙҙең тормошта ла ҡыйыулыҡ кәрәк булған хәлдәр тыуырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа беҙгә үҙебеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянырға кәрәк. (2 Тимофейға 1:7-не уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, ғаилә тормошонда һәм мәсихселәр йыйылышында нисек ҡыйыулыҡ күрһәтеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ҠЫЙЫУЛЫҠ КӘРӘК БУЛҒАН ХӘЛДӘР

10. Ни өсөн йәш мәсихселәргә ҡыйыулыҡ кәрәк?

10 Йәш мәсихселәргә, Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн, йыш ҡына ҡыйыулыҡ кәрәк. Улар ғибәҙәтхананы төҙөгәндә ҡыйыулыҡ менән аҡыллы ҡарарҙар ҡабул иткән Сөләймәндән өлгө ала алалар. Әлбиттә, йәш мәсихселәргә ата-әсәләренән кәңәш эҙләргә кәрәк, шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш (Ғиб. һүҙ. 27:11). Дуҫтарҙы һәм күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайлау, әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалыу, шулай уҡ һыуға сумдырылыу өсөн ҡыйыулыҡ талап ителә, сөнки, шулай эшләп, йәштәр Алланы мыҫҡылларға сәбәп эҙләгән Шайтан ихтыярына ҡаршы бара.

11, 12. а) Ни өсөн Муса ҡыйыулыҡтың иҫ киткес өлгөһө булып тора? б) Йәш мәсихселәр нисек Мусанан өлгө ала ала?

11 Мәҫәлән, йәш мәсихселәргә тормоштағы маҡсаттарын билдәләү мөһим. Ҡайһы бер илдәрҙә йәштәрҙе юғары белем алырға һәм аҡсалы эш табырға өндәйҙәр. Ә экономик шарттар еңел булмаған илдәрҙә йәш кешеләр яҡындарын матди яҡтан тьәмин итеүҙе төп маҡсат тип һанай. Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, Мусаның үрнәге тураһында уйланығыҙ. Уны фирғәүен ҡыҙы тәрбиәләгән, шунлыҡтан ул юғары дәрәжәгә һәм матди байлыҡҡа ынтыла алыр ине. Күрәһең, Мусаның Мысырҙағы ғаиләһе, уҡытыусылары һәм кәңәшселәре уны тап шуға этәргән дә. Ләкин Муса бирешмәгән, ул ҡыйыу рәүештә хаҡ Алла яғында торорға хәл иткән. Мысырҙа үҙе алдында асылған мөмкинлектәрҙән баш тартып, Муса ҡыйыу рәүештә Аллаға таянған (Евр. 11:24—26). Йәһүә Мусаны мул итеп фатихалаған, ә киләсәктә уны тағы ла ҙурыраҡ фатихалар көтә.

12 Рухи маҡсаттар ҡуйып һәм тәү сиратта Алла Батшалығы тураһында уйлап ҡыйыулыҡ күрһәткән йәш мәсихселәрҙе Йәһүә шулай уҡ фатихалаясаҡ. Йәһүә уларға яҡындарының матди ихтыяждарын ҡайғыртырға ярҙам итәсәк. Беренсе быуатта йәшәгән йәш мәсихсе Тимофей иғтибарын рухи нәмәләргә туплаған. Һеҙ ҙә уның өлгөһөнә эйәрә алаһығыҙ *. (Филиптарға 2:19—22-не уҡығыҙ.)

Һеҙ тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә ҡыйыу булырға әҙерме? (13—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13. Ни өсөн бер йәш апай-ҡәрҙәшкә маҡсаттарына ирешер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булған?

13 Алабаманан (АҠШ) бер апай-ҡәрҙәшкә рухи маҡсаттар ҡуйыр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Ул былай тип яҙа: «Мин ныҡ оялсан бала инем. Миңә хатта Батшалыҡ залына килгән кешеләр менән дә һөйләшеүе ауыр ине, ә бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең ишегенә туҡылдатыу тураһында әйтәһе лә юҡ». Әммә ата-әсәһе һәм йыйылыштың башҡа ағзалары ярҙамы менән был апай-ҡәрҙәш үҙ маҡсатына өлгәшә алған — ул пионер булып киткән. Ул былай ти: «Шайтан донъяһы беҙҙе, юғары белем алыу, данға ирешеү, аҡса эшләү һәм яңынан-яңы әйберҙәр һатып алыу — яҡшы маҡсат, тип ышандырырға тырыша. Ләкин йыш ҡына ундай маҡсаттар ирешә алмаҫлыҡ була һәм ни бары стресҡа, өмөт өҙөлөүгә генә килтерә. Йәһүәгә хеҙмәт итеү иһә миңә ысын шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек бирә».

14. Ниндәй осраҡтарҙа ата-әсәләргә батырлыҡ кәрәк?

14 Мәсихсе ата-әсәләргә лә батырлыҡ кәрәк. Мәҫәлән, начальнигығыҙ һеҙҙән гел кистәрен һәм ял көндәрендә — ғәҙәттә һеҙ ғаилә менән ғибәҙәт ҡыла торған, вәғәзгә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй торған ваҡытта эшләүегеҙҙе һорарға мөмкин. Начальниктың ундай үтенестәрен кире ҡағып, балаларығыҙға яҡшы үрнәк күрһәтер өсөн батырлыҡ талап ителә. Йәки, әйтәйек, йыйылыштағы ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына һеҙ балағыҙға эшләргә рөхсәт итмәгән нәмәне рөхсәт итә, ти. Ундай ата-әсәләр һеҙҙән, ни өсөн һеҙҙең балағыҙ беҙҙең балалар эшләгәнде эшләмәй, тип һорарға мөмкин. Әҙәпле итеп үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатыр өсөн батырлыҡ кәрәк.

15. Зәбур 37:25 һәм Еврейҙарға 13:5-тәге һүҙҙәр ата-әсәләргә нисек ярҙам итә?

15 Балаларығыҙға рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә ярҙам итер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын пионер булып хеҙмәт итергә, вәғәзселәр кәрәк булған ергә күсергә, Вефилдә йәки теократик төҙөлөштәрҙә хеҙмәт итергә дәртләндермәй. Улар, күрәһең, киләсәктә балаларыбыҙ беҙҙең хаҡта йә үҙ-үҙҙәре хаҡында ҡайғырта алмаҫ, тип ҡурҡа. Ләкин зирәк ата-әсәләр, ҡыйыулыҡ сағылдырып, Йәһүәнең вәғәҙәләренә тулыһынса ышана. (Зәбур 37:25 *; Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.) Ҡыйыулыҡ күрһәтеп, Йәһүәгә таянған мәсихселәр үҙҙәренең балаларына шуны уҡ эшләргә ярҙам итә (1 Сам. 1:27, 28; 2 Тим. 3:14, 15).

16. Ҡайһы бер ата-әсәләр нисек балаларына рухи маҡсаттар ҡуйырға ярҙам иткән, һәм был ниндәй емештәр килтергән?

16 Ҡушма Штаттарҙағы бер ғаилә балаларына рухи маҡсаттар ҡуйырға ярҙам иткән. Ғаилә башлығы былай тип һөйләй: «Балаларыбыҙ йөрөй һәм һөйләшә башлағансы уҡ, беҙ уларға пионер хеҙмәтендә ҡатнашыу һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү күпме шатлыҡ килтереүе тураһында һөйләнек. Хәҙер был — уларҙың маҡсаты. Балаларҙың рухи маҡсаттарға ирешергә тырышыуы уларға Шайтан донъяһының баҫымына ҡаршы торорға һәм иғтибарҙарын ысындан да мөһим нәмәгә — Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә тупларға ярҙам итә». Ике балалы бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Күп ата-әсәләр балалары спортта, сәнғәттә һәм уҡыуҙа уңыштарға өлгәшһен өсөн бик күп ваҡыт һәм аҡса сарыф итә. Ләкин балаларҙы Йәһүә менән дуҫ булырға ярҙам иткән маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтеү күпкә аҡыллыраҡ. Беҙ бик ҙур шатлыҡ кисерҙек, сөнки балаларыбыҙҙың рухи маҡсаттарға ирешеүен күреп кенә ҡалманыҡ, ә улар менән бергә фатихаларын да уртаҡлаштыҡ». Һис тә шикләнмәгеҙ: балаларына рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә ярҙам иткән ата-әсәләр Йәһүәнең фатихаһын аласаҡ.

ЙЫЙЫЛЫШТА ҠЫЙЫУЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ

17. Ниндәй осраҡтарҙа йыйылышта ҡыйыулыҡ күрһәтергә кәрәк?

17 Йыйылышта ла ҡыйыулыҡ кәрәк. Мәҫәлән, өлкәндәр, хоҡуҡи эштәрҙе ҡарағанда һәм ашығыс медицина ярҙамына мохтаж булғандарға ярҙам иткәндә, был сифатты күрһәтә. Ҡайһы бер өлкәндәр, төрмәлә ултырғандарҙың рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн, төрмәгә бара. Ә кейәүҙә булмаған апай-ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Хәҙер уларҙың хеҙмәтте киңәйтер өсөн күп мөмкинлектәре бар: пионер булып хеҙмәт итеү, вәғәзселәр кәрәк булған ергә күсеү, теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу һәм Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыу. Ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәр хатта Гилеад мәктәбендә лә уҡып сыға ала.

18. Оло апай-ҡәрҙәштәр нисек ҡыйыулыҡ күрһәтә ала?

18 Оло йәштәге апай-ҡәрҙәштәр — йыйылыш өсөн ысын фатиха. Беҙ был ҡәҙерле апай-ҡәрҙәштәрҙе бик яратабыҙ! Әлбиттә, уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһүәгә элеккесә күп хеҙмәт итә алмай, шулай ҙа улар, ҡыйыулыҡ сағылдырып, эш итә ала. (Титҡа 2:3—5-те уҡығыҙ.) Мәҫәлән, оло йәштәге апай-ҡәрҙәштән йәш апай-ҡәрҙәш менән уның тышҡы ҡиәфәте тураһында һөйләшеп алырға һорай алалар. Һүҙ ҙә юҡ, бының өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. Оло апай-ҡәрҙәш уны нисек кейенеүе өсөн шелтәләмәҫ, ә уның кейеме тирә-яҡтағыларға нисек тәьҫир итеүе тураһында уйланырға ярҙам итер (1 Тим. 2:9, 10). Ундай хәстәрлек яҡшы һөҙөмтәгә килтерергә мөмкин.

19. а) Һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәштәр нисек ҡыйыулыҡ күрһәтә ала? б) Филиптарға 2:13 һәм 2 Коринфтарға 4:7-ләге һүҙҙәр нисек ағай-ҡәрҙәштәргә ҡыйыу булырға ярҙам итер?

19 Ҡыйыу булыу һәм эш итеү шулай уҡ һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәштәрҙән дә талап ителә. Күберәк вазифалар алырға әҙер булған ҡыйыу ағай-ҡәрҙәштәр — йыйылыш өсөн фатиха (1 Тим. 3:1). Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр күберәк эшләргә ашҡынып тормай. Бәлки, ағай-ҡәрҙәш элек хаталанғандыр, һәм хәҙер ул үҙен хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән булырға лайыҡлы түгел кеүек тоялыр. Ә башҡа ағай-ҡәрҙәш, бындай вазифаны башҡарыу ҡулымдан килмәй, тип уйларға мөмкин. Әгәр ҙә һеҙҙә ошондайыраҡ хистәр булһа, Йәһүә һеҙгә ҡыйыулыҡ үҫтерергә ярҙам итер. (Филиптарға 2:13; 2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.) Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Муса ла тәүҙә, Йәһүә биргән йөкләмәне үтәй алмам, тип уйлаған (Сығ. 3:11). Ләкин Йәһүә уға ярҙам иткән, һәм ваҡыт уҙыу менән Муса, ҡыйыулыҡ үҫтереп, был йөкләмәне үтәй алған. Һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш, Йәһүәгә ярҙам һорап ҡайнар доға ҡылһа һәм көн дә Изге Яҙманы уҡыһа, шундай уҡ ҡыйыулыҡ үҫтерә ала. Ҡыйыулыҡ күрһәткән Алла хеҙмәтселәренең миҫалдары тураһында уйланыу шулай уҡ ярҙам итер. Бынан тыш, ағай-ҡәрҙәш баҫалҡылыҡ менән өлкәндәрҙән үҙен өйрәтеүҙәрен һорай ала һәм ҡулынан килгән ярҙамды тәҡдим итә ала. Беҙ бөтә һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәштәрҙе ҡыйыу булырға һәм йыйылышта тырышып хеҙмәт итергә өндәйбеҙ!

«ЙӘҺҮӘ ҺИНЕҢ МЕНӘН»

20, 21. а) Дауыт Сөләймәнгә нимәне иҫенә төшөргән? б) Беҙ нимәгә тулыһынса ышана алабыҙ?

20 Дауыт батша Сөләймәнгә, ғибәҙәтхананы төҙөү тамамланғансы Йәһүә һинең менән буласаҡ, тип иҫенә төшөргән (1 Йыл. 28:20). Атаһының һүҙҙәре Сөләймәндең йөрәгенә һәм аҡылына тәрән йоғонто яһаған, һәм ул йәшлегенә һәм тәжрибәһеҙлегенә ошо йөкләмәне үтәргә ҡамасауларға юл ҡуймаған. Ул иҫ китмәле ҡыйыулыҡ күрһәткән, эшкә тотонған һәм Йәһүә ярҙамы менән ете ярым йыл эсендә мөһабәт ғибәҙәтхана төҙөгән.

21 Сөләймән осрағындағы кеүек, Йәһүә беҙгә ҡыйыу булырға һәм ғаиләлә лә, йыйылышта ла вазифаларыбыҙҙы үтәргә ярҙам итәсәк (Ишағ. 41:10, 13). Әгәр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ҡыйыулыҡ күрһәтһәк, уның беҙҙе хәҙер һәм киләсәктә фатихалаясағына тулыһынса ышана алабыҙ. Шуның өсөн ҡыйыу булығыҙ һәм эшкә тотоноғоҙ!

^ 4 абз. 1 Йылъяҙма 28:20: «Шунан Дауыт үҙенең улы Сөләймәнгә былай тине: „Улым, ҡыйыу һәм ныҡ бул! Эшкә тотон. Бер ҙә ҡурҡма, сөнки Йәһүә Алла, минең Аллам, һинең менән. Ул һине ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ. Йәһүә һинең менән булыр һәм һиңә үҙ йорто менән бәйле бөтә эштәрҙе тамамларға ярҙам итер“».

^ 12 абз. Рухи маҡсаттарға нисек өлгәшеп булыуы хаҡында файҙалы кәңәштәрҙе 2004 йылдың 15 июль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) «Рухи маҡсаттарың Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын» тигән мәҡәләһендә табып була.

^ 15 абз. Зәбур 37:25: «Мин йәш инем һәм бына ҡартайҙым, ләкин Алланың бер тәҡүә кешене ҡалдырғанын да, балаларының икмәк һоранып йөрөгәнен дә күрмәнем».