ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫЛАР ӨСӨН
4. Ғәфү итеү
БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА
Ғәфү итеү — үпкәне онотоу һәм быға бәйле бөтә кире хистәрҙән арыныу ул. Ғәфү итеү булған хәлдең әһәмиәтен кәметеүҙе йәки үҙеңде бер нәмә лә булмағандай тотоуҙы аңлатмай.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ» (Колосстарға 3:13).
«Әгәр берәйһен яратаһың икән, уның кәмселектәренә иғтибар итмәйһең, ә уны, ниндәй кеше булырға тырыша, шундай кеше итеп күрәһең» (Эрон).
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ
Үпкә һаҡлау физик һәм эмоциональ зыян килтерергә, хатта никахты емерергә мөмкин.
«Бер ваҡыт ирем мине ныҡ үпкәләтте, һуңынан ғәфү үтенде. Миңә уны кисереүе ауыр булды. Ваҡыт уҙыу менән мин уны кисерҙем, тик быны элегерәк эшләмәгәнемә үкенәм. Был беҙҙең мөнәсәбәттәргә кәрәкмәгән көсөргәнеш индерҙе» (Джулия).
НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА
ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ
Тормош иптәшегеҙ һеҙҙе үпкәләтһә, үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ:
«Бәлки, мин бөтә нәмәне күңелемә яҡын аламдыр?»
«Был шул тиклем ныҡ етди, хатта минән ғәфү үтенергә кәрәкме? Йә мин быны онота аламмы?»
БЕРГӘ ФЕКЕР АЛЫШЫҒЫҘ
Беҙгә бер-беребеҙҙе ғәфү итер өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
Бер-беребеҙҙе тиҙ ғәфү итер өсөн нимә эшләп була?
КӘҢӘШТӘР
Әгәр тормош иптәшегеҙ һеҙҙе рәнйетһә, ул быны насар ниәт менән эшләй, тип уйламағыҙ.
Барыбыҙҙың да йыш хаталанғанын иҫтә тотоп, тормош иптәшегеҙҙең тәртибен аҡларға тырышығыҙ (Яҡуб 3:2).
«Икәүең дә ғәйепле булһа, ғәфү итеүе еңел. Ғәйебең юҡ кеүек тойолһа, ауыр. Ғәфү үтенеүҙе ҡабул итеп, кисерер өсөн, үҙеңдең ғорурлығыңды еңергә кәрәк» (Кимберли).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Кисекмәҫтән... килеш» (Матфей 5:25).
Үпкә һаҡлау физик һәм эмоциональ зыян килтерергә, хатта никахты емерергә мөмкин