Инеш һүҙ
Бәхетле ғаиләләрҙең 12 сере
Беҙ йыш ҡына ғаиләләрҙең тарҡалыуына сәбәп булған проблемалар тураһында ишетәбеҙ. Ә уңышлы ғаиләләрҙең сере нимәлә һуң?
1990 йылдан 2015 йылға тиклем АҠШ-та айырылышыуҙар һаны 50 йәштән олораҡтар араһында ике мәртәбә, ә 65-тән олораҡтар араһында өс мәртәбә артҡан.
Ата-әсәләр аптырашта: ҡайһы бер эксперттар балаларҙы бер туҡтауһыҙ маҡтарға, икенселәре уларҙы ҡаты тоторға кәңәш итә.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар йыш ҡына үҙ аллы тормошҡа кәрәкле сифаттар булдырмайынса аяҡ баҫа.
Шулай ҙа:
Никах бәхетле һәм ғүмерлек була ала.
Ата-әсәләр балаларын яратыу күрһәтеп тәрбиәләргә өйрәнә ала.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ аллы тормошта кәрәкле сифаттар булдыра ала.
Быға нисек өлгәшергә? «Уянығыҙ» журналының ошо сығарылышында бәхетле ғаиләләрҙең 12 сере ҡарала.