Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә менән көн дә хеҙмәттәшлек итегеҙ

Йәһүә менән көн дә хеҙмәттәшлек итегеҙ

«Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре» (1 КОР. 3:9).

ЙЫРҘАР: 64, 111

1. Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итер өсөн ниндәй ысулдар бар?

КЕШЕЛӘРҘЕ барлыҡҡа килтергәндән һуң, Йәһүә уларҙың үҙенә хеҙмәттәштәр булыуын теләгән. Бөгөн кешеләр камил булмаһа ла, Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре уның менән көн дә хеҙмәттәшлек итә ала. Мәҫәлән, беҙ Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашабыҙ (1 Кор. 3:5—9). Шундай мөһим эште башҡарыу өсөн ҡөҙрәтле Барлыҡҡа килтереүсе тарафынан һайланған булыу — ифрат ҙур хөрмәт! Шулай ҙа вәғәзләү Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итер өсөн берҙән-бер ысул түгел. Был мәҡәләлә беҙ тағы бындай ысулдарҙы ҡарап сығырбыҙ: ғаиләбеҙгә һәм ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү, ойошмабыҙҙың бөтә донъя буйынса алып барылған проекттарында ҡатнашыу һәм хеҙмәтте киңәйтеү (Кол. 3:23).

2. Ни өсөн беҙ мөмкинлектәребеҙҙе башҡаларҙыҡы менән сағыштырырға тейеш түгел?

2 Был мәҡәләне ҡарап сыҡҡан ваҡытта бөтәбеҙҙең дә төрлө икәнен иҫтә тотоу мөһим. Беҙ һаулыҡ, шарттар, һәләттәр һәм йәш буйынса айырылып торабыҙ. Шуға күрә Йәһүә өсөн эшләй алғанығыҙҙы башҡаларҙың мөмкинлектәре менән сағыштырмағыҙ. Илсе Павел былай тигән: «Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр» (Гал. 6:4).

ҒАИЛӘГЕҘГӘ ҺӘМ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

3. Ни өсөн, ғаиләһе хаҡында ҡайғыртҡан һәр кем Алла менән хеҙмәттәшлек итә, тип әйтеп була?

3 Йәһүә беҙҙән ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртыуҙы көтә. Мәҫәлән, һеҙ, моғайын, ғаиләгеҙҙе тәьмин итер өсөн аҡса эшләргә тейешһегеҙҙер. Күп әсәләргә бәләкәй балалары менән өйҙә ҡалырға тура килә. Ә ата-әсәләребеҙ үҙ-үҙҙәрен ҡайғырта алмаһа, беҙгә уларҙы хәстәрләргә кәрәк булырға мөмкин. Был бик мөһим эштәр. Изге Яҙмала былай тиелә: «Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ» (1 Тим. 5:8). Шундай вазифалар арҡаһында теократик эштәргә үҙегеҙ теләгән тиклем күп ваҡыт бүлә алмаһағыҙ, бойоҡмағыҙ. Ғаиләгеҙ хаҡында ҡайғыртыуығыҙ Йәһүәне бик ҡыуандыра (1 Кор. 10:31).

4. Ата-әсәләр нисек Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуя ала, һәм был ниндәй яҡшы емештәр килтерә?

4 Мәсихсе ата-әсәләр, балаларына хеҙмәткә бәйле маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итеп, Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итә ала. Күп ата-әсәләр шулай эшләгән дә. Һуңыраҡ уларҙың улдары һәм ҡыҙҙары тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға, ә ҡайһы берҙәре хатта өйҙән йыраҡҡа китеп хеҙмәт итергә ҡарар иткән. Берәүҙәр — миссионер, икенселәр — вефилсе, ә кемдер вәғәзселәр кәрәк булған ерҙә пионер булып хеҙмәт итә. Әлбиттә, балалар йыраҡта булғанда, ата-әсәләр улар менән үҙҙәре теләгәнсә күп ваҡыт үткәрә алмай. Әммә фиҙаҡәр ата-әсәләр балаларын хеҙмәттәрен дауам итергә дәртләндерә. Ни өсөн? Сөнки балаларының Йәһүәне беренсе урынға ҡуйыуына бик шатлана (3 Яхъя 4). Шундай ата-әсәләрҙең күбеһе үҙҙәрен Һанна кеүек хис итә. Һанна, улым Самуилды Йәһүәгә «ҡайтарам», тип әйткән. Ата-әсәләр Йәһүә менән шулай итеп хеҙмәттәшлек итеүҙе ҙур хөрмәт тип һанай (1 Сам. 1:28).

5. Һеҙ йыйылышығыҙҙағы ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

5 Ғаилә хаҡында ҡайғыртыуға бәйле кисектергеһеҙ вазифаларығыҙ булмаһа, оло йәштә булған, ауырыған йә башҡа яҡтан мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам итә алаһығыҙмы? Йә шундай кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан ҡәрҙәштәргә булышлыҡ күрһәтә алаһығыҙмы? Йыйылышығыҙҙа кем шундай ярҙамға мохтаж икәне тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең йыйылышта оло йәштәге ата-әсәһен ҡараған апай-ҡәрҙәш булырға мөмкин. Был апай-ҡәрҙәш башҡа эштәрен эшләй алһын өсөн, һеҙ уның ата-әсәһе менән ултырып тора алыр инегеҙме? Йәки һеҙ, бәлки, берәйһен йыйылыш осрашыуына йә магазинға алып бара алырһығыҙ йә уның менән бергә дауаханала ятҡан берәй танышына барып килә алырһығыҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ шундай ҡәрҙәштәрҙең доғаларына яуап булырға мөмкин. (1 Коринфтарға 10:24-те уҡығыҙ.)

ҠУНАҠСЫЛ БУЛЫҒЫҘ

6. Нисек ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп була?

6 Алланың хеҙмәттәштәре ҡунаҡсыл булыуҙары менән билдәле. Изге Яҙмала «ҡунаҡсыллыҡ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «сит кешегә игелек күрһәтеү» тигәнде аңлата (Евр. 13:2). Алла Һүҙендә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә өйрәткән миҫалдар табып була (Баш. 18:1—5). Беҙгә «имандаштарға» ғына түгел, ә шулай уҡ башҡа кешеләргә лә ярҙам итер өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланырға кәрәк (Гал. 6:10).

7. Тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү ниндәй фатихалар килтерә?

7 Йыйылышығыҙға килеп китеүсе тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итә алыр инегеҙме? (3 Яхъя 5, 8-ҙе уҡығыҙ.) Шулай эшләп, беҙ, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «бер-беребеҙҙе дәртләндер[ә]» алабыҙ (Рим. 1:11, 12). Олафтың осрағын ҡарап сығайыҡ. Ул йәш булғанда, бер өйләнмәгән район күҙәтеүсеһе, уларҙың йыйылышына килеп китер өсөн, туҡталыу урынына мохтаж булған, әммә йыйылышта бер кем дә ундай ярҙам күрһәтә алмаған. Олаф Йәһүә шаһиттары булмаған ата-әсәһенән күҙәтеүсене үҙҙәрендә ҡабул итергә рөхсәт һораған. Улар ризалашҡан, әммә Олафты диванда йоҡларға тура киләсәге хаҡында киҫәткән. Олаф ҡаршы булмаған һәм һис тә үкенмәгән. Ул район күҙәтеүсеһе менән бик шәп аҙна үткәргән! Һәр көн иртәнге аш ашағанда улар күп ҡыҙыҡлы темаларға аралашҡан. Күҙәтеүсе Олафты шул тиклем рухландырған, Олаф хатта тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға булған. Һуңғы 40 йыл дауамында ул төрлө илдәрҙә миссионер булып хеҙмәт иткән.

8. Ни өсөн беҙ, башҡалар рәхмәтле булмаһа ла, игелек күрһәтергә тейеш? Миҫал килтерегеҙ.

8 Тәүҙә тырышлыҡтарыбыҙ уңышҡа килтермәһә лә, беҙ сит кешеләргә төрлөсә игелек күрһәтә алабыҙ. Мәҫәлән, Испанияла бер апай-ҡәрҙәш Эквадорҙан килгән Есика исемле ҡатын менән Изге Яҙманы өйрәнгән. Бер көндө өйрәнеү ваҡытында Есика тыныслана алмайынса илаған. Апай-ҡәрҙәш унан ни өсөн илағаны хаҡында һорағас, Есика Испанияға килер алдынан бик ярлы булғаны тураһында әйткән. Бер ваҡыт уның, һыуҙан башҡа, ҡыҙына ашарға бирерлек бер нәмәһе лә булмаған. Балаһын йоҡлатырға тырышҡанда, ул ярҙам һорап доға ҡылған. Күп тә үтмәҫтән, ике Йәһүә шаһиты, килеп, Есикаға журнал биргән. Ләкин ул, журналды йыртып, былай тип ҡысҡырған: «Һеҙ ҡыҙыма ошоно ашатырға теләйһегеҙме?» Апай-ҡәрҙәштәр уны йыуатырға тырышҡан, әммә Есика уларҙы тыңламаған. Аҙаҡ апай-ҡәрҙәштәр уның ишеге янында бер кәрзин аҙыҡ ҡалдырып киткән. Өйрәнеү ваҡытында Есика, Алланың доғама яуабын кире ҡаҡҡанмын, тип уйлағанға илаған. Шулай ҙа хәҙер ул Йәһүәгә хеҙмәт итергә ныҡлы ҡарар иткән. Күренеүенсә, шул апай-ҡәрҙәштәрҙең йомартлығы яҡшы емештәр килтергән (Вәғ. 11:1, 6).

ОЙОШМАБЫҘҘЫҢ ПРОЕКТТАРЫНДА ҠАТНАШЫУ

9, 10. а) Боронғо ваҡытта Алла халҡы нисек изге хеҙмәткә өлөш индерә алған? б) Бөгөн ағай-ҡәрҙәштәр йыйылышта ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

9 Боронғо ваҡытта израилдәрҙең изге хеҙмәткә өлөш индерер өсөн күп мөмкинлектәре булған (Сығ. 36:2; 1 Йыл. 29:5; Ниҡ. 11:2). Бөгөн беҙ ҙә, ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн, оҫталыҡтарыбыҙҙы, ваҡыт һәм матди әйберҙәребеҙҙе ҡуллана алабыҙ. Шулай эшләп, беҙ шатлыҡ кисерербеҙ һәм күп фатихалар алырбыҙ.

10 Алла Һүҙе йыйылыштағы ирҙәрҙе, хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән вазифаларын башҡарырға ынтылып, Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итергә дәртләндерә (1 Тим. 3:1, 8, 9; 1 Пет. 5:2, 3). Шулай эш иткән мәсихселәр имандаштарына ғәмәли яҡтан да, рухи яҡтан да ярҙам итергә теләй (Ғәм. 6:1—4). Өлкәндәрҙең һеҙҙән берәй төрлө ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорағаны булдымы? Мәҫәлән, улар ағай-ҡәрҙәштәргә осрашыуҙарҙа хеҙмәт күрһәтеүсе вазифаһын башҡарырға, әҙәбиәт йә участкалар менән шөғөлләнергә, Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереү хаҡында ҡайғыртырға йә башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә ҡушырға мөмкин. Шундай ярҙам күрһәткән ҡәрҙәштәр күп шатлыҡ кисергәндәре хаҡында әйтә.

Ойошмабыҙҙың проекттарында ҡатнашыусылар йыш ҡына яңы дуҫтар таба (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Бер апай-ҡәрҙәштең төҙөлөш проекттарында тапҡан дуҫтары уға нисек ярҙам иткән?

11 Төҙөлөш проекттарында ҡатнашҡан ирекле хеҙмәтселәр йыш ҡына яңы дуҫтар таба. Марджи исемле апай-ҡәрҙәш 18 йыл буйы Батшалыҡ залдарын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Шул проекттарҙа ул, йәшерәк апай-ҡәрҙәштәргә иғтибар күрһәтеп, улар менән белемен һәм тәжрибәһен уртаҡлашҡан. Марджи әйтеүенсә, шундай проекттарҙа ирекле хеҙмәтселәр алдында бер-береһен рухландырыр өсөн яҡшы мөмкинлектәр асыла (Рим. 1:12). Марджиҙың тормошонда ауырлыҡтар тыуғанда, шул проекттарҙа тапҡан дуҫтары уны рухландырған һәм нығытҡан. Һеҙҙең ҡасан да булһа берәй төҙөлөш проектында ҡатнашҡанығыҙ булдымы? Билдәле бер оҫталыҡтарығыҙ булмаһа ла, һеҙ ирекле хеҙмәтсе була алаһығыҙ.

12. Һеҙ афәттәрҙән һуң ниндәй ярҙам күрһәтә алаһығыҙ?

12 Бынан тыш, беҙ, тәбиғәт афәттәренән зыян күргән ҡәрҙәштәргә ярҙам итеп, Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итә алабыҙ. Мәҫәлән, ирекле иғәнә һалырға була (Яхъя 13:34, 35; Ғәм. 11:27—30). Шулай уҡ афәттән һуң йыйыштырыу эштәрендә йә биналарҙы ремонтлауҙа ҡатнашырға мөмкин. Польшанан Габриела исемле апай-ҡәрҙәштең өйө һыу баҫыу арҡаһында ҙур зыян күргән. Шуға ҡарамаҫтан, ул яҡындағы йыйылыштарҙан ярҙам итергә килгән ҡәрҙәштәрҙе күреп бик шатланған. Был хаҡта уйлағанда, ул юғалтҡан әйберҙәрен түгел, ә алған фатихаларын иҫенә төшөрә. Ул былай ти: «Был осраҡ мине шуға инандырҙы: мәсихселәр йыйылышының ағзаһы булыу — ҙур хөрмәт, шулай уҡ шатлыҡ һәм бәхет сығанағы». Афәттән һуң ярҙам алған күп мәсихселәр шуға оҡшаш хистәр кисерә. Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итеп, шундай мәсихселәргә ярҙам иткән ҡәрҙәштәр ҙә үҙҙәрен ҡәнәғәт һәм бәхетле итеп тоя. (Ғәмәлдәр 20:35; 2 Коринфтарға 9:6, 7-не уҡығыҙ.)

13. Ирекле хеҙмәттә ҡатнашыу нисек Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға ярҙам итергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

13 Стефани исемле апай-ҡәрҙәш һәм уның территорияһындағы башҡа вәғәзселәр, һуғыш арҡаһында үҙ илдәренән Ҡушма Штаттарға ҡасҡан имандаштарына ярҙам итеп, Йәһүә менән хеҙмәттәшлек иткән. Улар ҡасып килгән шул ҡәрҙәштәргә йәшәү урыны һәм мебель табырға ярҙам иткән. Стефани былай ти: «Халыҡ-ара ҡәрҙәшлегебеҙҙең мөхәббәте уларҙың күңелендә бик ҙур шатлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо тыуҙырҙы! Был беҙҙең күңелдә лә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Был ғаиләләр уйлауынса, беҙ уларға ярҙам күрһәттек, ләкин ысынында улар беҙгә күберәк ярҙам итте. Уларҙың мөхәббәтен, берҙәмлеген, иманын һәм Йәһүәгә таяныуын күреп, беҙ Йәһүәне тағы ла нығыраҡ ярата башланыҡ һәм уның ойошмаһы аша бирелгән бөтә нәмә өсөн тағы ла рәхмәтлерәк булып киттек».

ХЕҘМӘТЕГЕҘҘЕ КИҢӘЙТЕГЕҘ

14, 15. а) Ишағыя пәйғәмбәр ниндәй рух сағылдырған? б) Мәсихселәр нисек Ишағыянан өлгө ала ала?

14 Һеҙ Йәһүә менән тағы ла тулыраҡ хеҙмәттәшлек итергә теләр инегеҙме? Мәҫәлән, вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсә алыр инегеҙме? Әлбиттә, Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн йыраҡ ергә күсеү мотлаҡ түгел. Әммә күсә алған ҡәрҙәштәр бар. Улар Ишағыя пәйғәмбәрҙекенә оҡшаш рух сағылдыра. Йәһүә: «Миңә кемде ебәрергә, һәм беҙҙең өсөн кем барыр?» — тип һорағас, Ишағыя: «Бына мин! Мине ебәр!» — тигән (Ишағ. 6:8). Йәһүәнең ойошмаһына ярҙам итергә теләгегеҙ һәм мөмкинлегегеҙ бармы? Улайһа, быны нисек эшләп була?

15 Ғайса Мәсих вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше тураһында былай тигән: «Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең ашлығын урып алырға эшселәр ебәрһен» (Матф. 9:37, 38). Һеҙ күберәк вәғәзселәр кәрәк булған ерҙә пионер булып хеҙмәт итә алаһығыҙмы? Йә берәйһенә был маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә алаһығыҙмы? Күп ҡәрҙәштәрҙең уйлауынса, ихтыяж булған ерҙә пионер булып хеҙмәт итеү — Аллаға һәм кешеләргә ҡарата яратыу сағылдырыр өсөн иң яҡшы мөмкинлек. Ә, бәлки, һеҙ хеҙмәтте киңәйтер өсөн башҡа мөмкинлектәр табырһығыҙ. Был һеҙгә, һис шикһеҙ, күп шатлыҡ килтерер.

16, 17. Хеҙмәтте киңәйтер өсөн тағы ниндәй ысулдар бар?

16 Һеҙ Вефилдә хеҙмәт итергә йәки төҙөлөш проекттарында ваҡытлыса йә аҙнаһына бер нисә көн ҡатнашырға теләр инегеҙме? Йәһүәнең ойошмаһы ихтыяж булған теләһә ниндәй ерҙә хеҙмәт итергә әҙер торған һәм, башҡа төрлө эшкә оҫта булһалар ҙа, теләһә ниндәй эште башҡарырға риза булған кешеләргә һәр ваҡыт мохтаж. Йәһүә ҡорбандарға барырға әҙер булған һәм ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт иткән һәр кемде ҡәҙерләй (Зәб. 110:3).

17 Йәһүәгә тулыраҡ хеҙмәт итер өсөн өҫтәмә белем алырға теләйһегеҙме? Бәлки, һеҙ Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбенә ғариза тултыра алаһығыҙҙыр. Рухи яҡтан етлеккән һәм тулы ваҡытлы хеҙмәттә инде ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр, был мәктәптә уҡып сығып, Йәһүәнең эшенә ҙурыраҡ өлөш индерә ала. Был мәктәптә уҡып сыҡҡан ҡәрҙәштәр ихтыяж булған һәр ҡайһы ергә барырға әҙер булырға тейеш. Ә һеҙ, күберәк хеҙмәт итер өсөн, ошо мөмкинлектән файҙаланырға теләр инегеҙме? (1 Кор. 9:23).

18. Йәһүә менән көн дә хеҙмәттәшлек итеү ниндәй фатихалар килтерә?

18 Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ йомартлыҡ, игелек һәм мөхәббәт сағылдырырға тырышабыҙ. Беҙ көн дә башҡалар хаҡында ҡайғыртабыҙ. Был беҙгә шатлыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет килтерә (Гал. 5:22, 23). Шарттарығыҙ ниндәй генә булмаһын, Йәһүәнең йомартлығынан өлгө алыу һәм уның хеҙмәттәше булыу һеҙҙе бәхетле итәсәк! (Ғиб. һүҙ. 3:9, 10).