Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Рухымды төшөрмәҫкә ныҡлы ҡарар иттем

Рухымды төшөрмәҫкә ныҡлы ҡарар иттем

АТАЙ, БАБАЙ. Вефилдә күп йәштәр йыш ҡына миңә шулай өндәшә. 89 йәшлек ҡарт булараҡ, миңә был бик тә оҡшай. Мин яратыу сағылдырған был һүҙҙәрҙе 72 йыл буйы тулы ваҡытлы хеҙмәтем өсөн алған фатихаларымдың береһе тип һанайым. Аллаға хеҙмәт итеүҙә туплаған тәжрибәмә нигеҙләнеп, мин шул йәштәрҙе ысын күңелдән былай тип ышандыра алам: «Рухығыҙ төшмәһә, хеҙмәтегеҙ фатихаланасаҡ» (2 Йыл. 15:7).

МИНЕҢ ҒАИЛӘМ

Атай-әсәйем Украинанан Канадаға, Манитоба провинцияһындағы Росберн ҡалаһына күсенгән. Ғаиләбеҙҙә 16 бала — 8 малай һәм 8 ҡыҙ ине, арабыҙҙа игеҙәктәр юҡ ине. Мин ун дүртенсеһе булып тыуғанмын. Атайым Изге Яҙманы яратты һәм һәр йәкшәмбе иртән беҙгә уны уҡый ине, ләкин дин хаҡында, кешеләрҙән аҡса ғына һура, тип уйлай ине. Ҡайһы ваҡыт ул: «Ғайса Мәсихкә вәғәзләү һәм өйрәтеү өсөн кем түләгән икән?» — тип шаярта торғайны.

Өс ағайым менән ҡустым һәм өс апайым менән һеңлем ахыр сиктә хәҡиҡәтте ҡабул итте. Роза апайым ғүмеренең аҙағына тиклем пионер булып хеҙмәт итте. Үлеренән алдараҡ ул беҙгә лә, башҡаларға ла: «Мин һеҙҙе яңы донъяла күрергә теләйем», — тиеп, иғтибарҙы Алла Һүҙенә тупларға дәртләндерҙе. Ә Тед ағайым, хәҡиҡәтте ҡабул итмәҫ борон, кешеләрҙе утлы тамуҡ барлығына ышандыра ине. Һәр йәкшәмбе иртән ул, радионан вәғәз һөйләп, гонаһ ҡылыусылар тамуҡтың һүнмәҫ утында мәңге янасаҡ, тип тыңлаусыларының күңеленә һеңдерә ине. Әммә аҙаҡ ул Йәһүәнең вәғәзләргә ашҡынып торған тоғро хеҙмәтсеһе булып китте.

ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТ БАШЛАЙЫМ

1944 йылда, июндең бер көнөндә мин, мәктәптән ҡайтып, аш бүлмәһендәге өҫтәлдә «Тиҙҙән донъя тергеҙеләсәк» тигән брошюраны * күреп ҡалдым. Мин уның беренсе битен уҡып сыҡтым, шунан икенсеһен, ә унан һуң уҡыуҙан бөтөнләй туҡтай алманым. Был брошюра аңымда ҙур үҙгәрештәр булдырҙы — минең Йәһүәгә Ғайса Мәсих һымаҡ хеҙмәт итергә теләк тыуҙы.

Был брошюра өҫтәлгә нисек килеп эләккән? Стив ағайым китаптар һәм брошюралар «һатҡан» ике ир килгәне хаҡында әйтте. «Мин ошоноһон һатып алдым, сөнки ул ни бары 5 цент ҡына тора ине», — тине ул. Был ирҙәр киләһе йәкшәмбе көнө тағы килде. Улар үҙҙәренең Йәһүә шаһиттары икәнен әйтте һәм кешеләрҙең һорауҙарына Изге Яҙма нигеҙендә яуап биреүҙәрен аңлатты. Беҙгә был оҡшаны, сөнки атай-әсәйебеҙ беҙҙә Алла Һүҙенә ҡарата хөрмәт үҫтергәйне. Был ике ир шулай уҡ Йәһүә шаһиттарының тиҙҙән Виннипег ҡалаһында конгресс үткәрәсәге тураһында әйтте. Ул ҡалала Элси апайым йәшәй ине, һәм мин шул конгресҡа барырға булдым.

Мин велосипедта 320 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Виннипегка юлландым. Унда барышлай, теге ике Йәһүә шаһиты йәшәгән Келвуд ҡалаһында туҡтаным. Келвудта булғанда, мин осрашыуға барҙым һәм йыйылыштың нимә икәнен белдем. Өҫтәүенә, шуны аңланым: ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа Ғайса Мәсих кеүек өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә тейеш.

Виннипегта мин Джек ағайымды осраттым. Ул конгресҡа Онтарио провинцияһының төньяғынан килгән ине. Конгрестың беренсе көнөндә һыуға сумдырылыу буласағы тураһында белдереү яһалды. Беҙ Джек менән шул конгреста һыуға сумдырылырға һәм мөмкин тиклем тиҙерәк пионер хеҙмәтен башларға ҡарар иттек. Джек был хеҙмәтте шул конгрестан һуң башланы. Ә миңә 16 йәш ине, шуға һаман да мәктәптә уҡый инем, әммә киләһе йылда мин дә пионер хеҙмәтен башланым.

ТӘЖРИБӘ ТУПЛАЙЫМ

Беҙ Стэн Николсон менән Саурис ҡалаһында (Манитоба провинцияһы) пионер булып хеҙмәт итә башланыҡ. Тиҙҙән ҡайһы саҡ пионер хеҙмәтендә ауырлыҡтар ҙа тыуа алғанын аңланым. Аҡсабыҙ кәмегәндән-кәмей барҙы, әммә беҙ вәғәзләүҙән туҡтаманыҡ. Бер тапҡыр беҙ көнө буйы вәғәзләгәндән һуң бик асығып ҡайтып бара инек, бер тин аҡсабыҙ ҙа юҡ ине. Ишек төбөндә ризыҡ тулы ҙур пакет күргәс, бик ғәжәпләндек! Беҙ шул пакетты кем ҡалдырғанын һаман да белмәйбеҙ. Ул кисте беҙ батшалар кеүек ашаныҡ! Эйе, беҙ бирешмәүебеҙ өсөн мул итеп фатихаландыҡ. Шул айҙың аҙағында мин бер ваҡытта ла булмағандай таҙарып киттем.

Бер нисә айҙан һуң беҙ Сауристан төньяҡҡа табан 240 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Гилберт-Плейнс ҡалаһына билдәләндек. Ул ваҡытта һәр йыйылышта сәхнәлә ҙур таҡта эленеп торҙо, унда йыйылыштың ай һайын күпме хеҙмәт иткәнен күреп була ине. Бер айҙа шул таҡталағы һандар кәмене, һәм мин, вәғәзселәр күберәк хеҙмәт итергә тейеш, тип телмәр һөйләнем. Осрашыуҙан һуң яныма ире хәҡиҡәттә булмаған оло йәштәге бер пионер апай-ҡәрҙәш килде. Ул, илай яҙып, былай тине: «Мин тырыштым, әммә күберәк эшләй алманым». Минең дә күҙҙәрем йәшләнде, һәм мин унан ғәфү үтендем.

Минең кеүек йәш, көслө ағай-ҡәрҙәштәр еңел генә быға оҡшаш хаталар яһарға, ә шунан үҙҙәрен булдыҡһыҙ итеп тойорға мөмкин. Әммә мин шуны аңланым: рух төшөнкөлөгөнә бирелеү урынына, хаталарҙан һабаҡ алыу күпкә яҡшыраҡ. Артабан тоғро хеҙмәт итеү бүләкләнә.

КВЕБЕК ӨСӨН КӨРӘШ

21 йәштә Гилеад мәктәбенең 14-се синыфына саҡырылыу минең өсөн ҙур хөрмәт булды! Был синыф 1950 йылдың февраль айында сығарылды. Синыфыбыҙҙың яҡынса дүрттән бер өлөшө Канаданың Квебек провинцияһына — француз теле ҡулланылған территорияға ебәрелде. Унда Йәһүә шаһиттарына көслө ҡаршылыҡ күрһәтелә ине. Мин илдең алтынға бай булған Валь-д’Ор ҡалаһына билдәләндем. Бер көндө беҙ башҡа ҡәрҙәштәр менән бергә Валь-Сеннвиль ауылы тирәһендә вәғәзләнек. Урындағы рухани беҙгә хәҙер үк ауылдан китергә ҡушты һәм көс ҡулланыу менән янаны. Мин руханиҙы судҡа бирҙем, һәм уға штраф һалынды.

Был һәм шуға оҡшаш башҡа осраҡтар «Квебек өсөн көрәш» тип аталған осорҙоң өлөшө булып китте. Рим католик сиркәүе инде 300 йылдан ашыу Квебек провинцияһын үҙ контроле аҫтында тота ине. Дини етәкселәр һәм улар яҡлы сәйәсмәндәр Йәһүә шаһиттарын эҙәрләй ине. Беҙҙең өсөн был ауыр ваҡыттар булды. Күп булмаһаҡ та, беҙ төшөнкөлөккә бирелмәнек. Квебекта йәшәгән эскерһеҙ кешеләр хәҡиҡәтте ҡабул итә ине. Минең бер нисә өйрәнеүсем мәсихсе булып китте. Хәтеремдә: 10 кешенән торған бер ғаилә менән өйрәндем. Шул ғаиләнең бөтә ағзалары ла Йәһүәгә хеҙмәт итә башланы. Уларҙың ҡыйыулығы башҡаларҙы ла католик сиркәүенән китергә рухландырҙы. Беҙ вәғәзләүҙән туҡтаманыҡ һәм ахыр сиктә был көрәштә еңдек!

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ТУҒАН ТЕЛДӘРЕНДӘ ӨЙРӘТӘБЕҘ

1956 йылда мине Гаитиға билдәләнеләр. Ундағы күп яңы миссионерҙарға француз теле бик ауыр бирелһә лә, кешеләр уларҙы тыңлай ине. Стэнли Боггэс исемле миссионер былай тип иҫенә төшөрә ине: «Шуныһы ғәжәп: кешеләр, бар көсөн һалып, беҙгә французса һөйләшергә ярҙам итә торғайны». Тәүҙә, миңә башҡаларға ҡарағанда еңелерәк булыр, тип уйланым, сөнки Квебекта француз телен өйрәнгәйнем. Әммә тиҙҙән беҙ урындағы күпселек ҡәрҙәштәрҙең гаити телендә генә һөйләшкәнен аңланыҡ. Шуға күрә, миссионер хеҙмәтендә уңышлы булыр өсөн, беҙгә урындағы телде өйрәнергә кәрәк ине. Беҙ шулай эшләнек һәм мул итеп фатихаландыҡ.

Ҡәрҙәштәргә күберәк ярҙам итер өсөн, беҙ Етәксе кәңәшмәнән «Күҙәтеү манараһы»н һәм башҡа баҫмаларҙы гаити теленә тәржемә итергә рөхсәт алдыҡ. Һөҙөмтәлә бөтә ил буйынса йыйылыш осрашыуҙарына күберәк кеше килә башланы. 1950 йылда Гаитиҙа 99 вәғәзсе ине, ә 1960 йылда уларҙың һаны 800-ҙән ашып китте! Шул ваҡытта мине Вефилгә хеҙмәт итергә саҡырҙылар. 1961 йылда мин Изге хеҙмәт мәктәбен үткәреүҙә ҡатнаштым. Шул мәктәптә 40 ағай-ҡәрҙәш — өлкәндәр һәм махсус пионерҙар уҡып сыҡты. 1962 йылдың ғинуарында үткән конгреста беҙ урындағы тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәрҙе хеҙмәттәрен киңәйтергә дәртләндерҙек, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре махсус пионер итеп билдәләнде. Был бик ваҡытлы булып сыҡты, сөнки тиҙҙән беҙ көслө ҡаршылыҡ менән осраштыҡ.

1962 йылдың 23 ғинуарында конгресс бөтөү менән филиал бинаһында мине һәм Эндрю дАмико исемле миссионерҙы ҡулға алдылар, шулай уҡ 1962 йыл 8 ғинуар һанында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналының (франц.) партияһы конфискацияланды. «Уянығыҙ!» журналының шул сығарылышында, француз телендәге гәзиттәрҙән өҙөмтә килтерелеп, Гаитиҙа сихырсылыҡ (вуду) менән шөғөлләнеү таралыуы хаҡында әйтелә ине. Ҡайһы берәүҙәргә был оҡшамаған, һәм улар Гаитиҙағы филиалды был мәҡәләне яҙыуҙа ғәйепләгән. Бер нисә аҙнанан һуң, миссионерҙарҙы илдән ҡыуҙылар. Әммә урындағы өйрәтелгән ағай-ҡәрҙәштәр эште бик шәп дауам итте. Бөгөн мин Гаитиҙағы ҡәрҙәштәрҙең, сыҙамлыҡ сағылдырып, шундай рухи уңыштар яһағанына бик ҡыуанам. Хәҙер уларҙың хатта гаити телендә «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» бар. Беҙ был хаҡта хыялланмағайныҡ та!

ҮҘӘК АФРИКА РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ТӨҘӨЛӨШ

Гаитиҙа хеҙмәт иткәндән һуң, мин Үҙәк Африка Республикаһына миссионер итеп билдәләндем. Һуңыраҡ мин унда күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе һәм аҙаҡ филиал күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иттем.

Ул ваҡыттарҙа күп Батшалыҡ залдары үтә ябай ине. Мин, урманда һалам йыйып, шуның менән ҡыйыҡ ҡапларға өйрәндем. Был яңы шөғөл менән этләнеп йөрөүем үтеп барған кешеләр өсөн үҙе бер тамаша булды. Был шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙе Батшалыҡ залдарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү эштәрендә күберәк ҡатнашырға рухландырҙы. Дин етәкселәре беҙҙән көлдө, сөнки уларҙың сиркәүҙәренең ҡыйыҡтары һаламдан түгел, ә йоҡа тимерҙән ине. Ләкин беҙ, шуға ҡарамаҫтан, һалам ҡыйыҡлы ябай Батшалыҡ залдары төҙөүебеҙҙе дауам иттек. Баш ҡала Бангиға көслө дауыл ябырылғас, мыҫҡыллап көлөүҙәр туҡтаны. Дауыл, сиркәүҙең тимер ҡыйығын аҡтарып, уны дөһөрләтеп үҙәк урамға алып бәргән. Ә залдарыбыҙҙың ҡыйыҡтары үҙ урынында тороп ҡалған. Батшалыҡ эшен яҡшыраҡ алып барыр өсөн, беҙ ни бары 5 ай эсендә яңы филиал бинаһы һәм миссионерҙар йорто төҙөнөк.

АШҠЫНЫУСАН ТОРМОШ ИПТӘШЕ ТАБАМ

Туй көнөндә

1976 йылда Үҙәк Африка Республикаһында Батшалыҡ эше тыйылды, һәм мине күрше Чад Республикаһының баш ҡалаһына — Нджаменаға билдәләнеләр. Унда мин махсус пионер булып хеҙмәт иткән һәм сығышы менән Камерундан булған Хэппи исемле ашҡыныусан апай-ҡәрҙәште осраттым. Беҙ 1978 йылдың 1 апрелендә өйләнештек. Шул уҡ айҙа граждандар һуғышы башланып китте, һәм беҙ, күп кенә башҡа кешеләр һымаҡ, илдең көньяғына ҡастыҡ. Һуғыш тамамланғандан һуң кире ҡайтҡас, беҙ өйөбөҙҙөң ҡоралланған бер хәрби төркөмдөң штабы булғанын белдек. Улар әҙәбиәтте генә түгел, ә шулай уҡ Хэппиҙың туй күлмәген һәм туйҙа алған бүләктәребеҙҙе лә алып киткән ине. Әммә беҙ рух төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Иң мөһиме: беҙ Хэппи менән бергә инек һәм хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә әҙер инек.

Яҡынса 2 йыл үткәс, Үҙәк Африка Республикаһында Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге рөхсәт ителде. Беҙ шунда ҡайттыҡ та күсеп йөрөү хеҙмәтенә тотондоҡ. Фургон беҙҙең өйөбөҙ булды, унда йыйылмалы карауат, һыу өсөн 200 литрлыҡ бак, холодильник һәм газ горелкаһы бар ине. Сәйәхәт итеү ауыр булды. Бер сәйәхәт ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре беҙҙе яҡынса 117 тапҡыр туҡтатты.

Һауа температураһы йыш ҡына Цельсий буйынса 50 градусҡа тиклем күтәрелә ине. Конгрестар ваҡытында ҡайһы саҡта һыуға сумдырылыу өсөн етерлек һыу табыуы ауыр була торғайны. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәштәр берәй ҡороған йылғаның төбөндә соҡор ҡаҙый ине һәм шунда әҙ-әҙләп йыйылған һыуҙы бакка ташый ине (һыуға сумдырылыу йыш ҡына бакта үткәрелә торғайны).

АФРИКАНЫҢ БАШҠА ИЛДӘРЕНДӘ ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

1980 йылда беҙҙе Нигерияға күсерҙеләр. Унда беҙ ике йыл ярым дауамында яңы филиал бинаһын төҙөүгә бәйле әҙерлек эштәрендә ҡатнаштыҡ. Ағай-ҡәрҙәштәр ике ҡатлы склад һатып алды. Уны тәүҙә һүтергә, ә шунан үҙебеҙҙең төҙөлөш майҙансығында яңынан йыйырға кәрәк ине. Бер көндө иртән мин, һүтеү эштәрендә ярҙам итер өсөн, бинаның өҫкө өлөшөнә менеп киттем. Төшкә табан менгән юлымдан кире төшә башланым. Аяғымды бер урынға ҡуйырға теләгәйнем, әммә ул ваҡытҡа уны инде һүтеп өлгөргәндәр ине, шунлыҡтан мин ергә осоп төштөм. Хәлем бик насар кеүек тойола ине, ләкин рентген үткәндән һуң, табип Хэппиға: «Борсолмағыҙ. Яҡынса бер аҙнанан һуң ул аяҡҡа баҫасаҡ», — тип әйткән.

«Йәмәғәт транспортында» конгресҡа китеп барабыҙ

1986 йылда беҙ Кот-д’Ивуарға күстек һәм тағы күсеп йөрөү хеҙмәтенә тотондоҡ. Беҙ шулай уҡ күрше Буркина-Фасо илендәге йыйылыштарға ла бер нисә тапҡыр барып киттек. Мин, йылдар үтеү менән был ил бер ни тиклем ваҡытҡа өйөбөҙ булып китер, тип уйламағайным да.

Күсеп йөрөп хеҙмәт иткәндә беҙ фургонда йәшәнек

Мин Канаданан 1956 йылда киткәйнем һәм 47 йылдан һуң, 2003 йылда, был юлы Хэппи менән, Канада Вефилендә хеҙмәт итер өсөн кире ҡайттым. Документтар буйынса Канада граждандары булһаҡ та, күңелдә үҙебеҙҙе Африка кешеләре итеп тоя инек.

Буркина-Фасола өйрәнеү үткәрәм

2007 йылда, миңә 79 йәш тулғас, беҙ кире Африкаға ҡайттыҡ! Мин Буркина-Фасола Ил комитетында хеҙмәт иттем. Һуңыраҡ был филиал, тәржемә итеү офисына әйләнеп, Бенин филиалы күҙәтеүе аҫтында эш итә башланы. 2013 йылдың авгусында беҙҙе Бенин Вефиленә күсерҙеләр.

Хэппи менән Бенин филиалында

Һаулығыма бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, мин һаман да хеҙмәтте бик ҡәҙерләйем. Һуңғы 3 йыл дауамында Жедеон һәм Фрежи исемле ике өйрәнеүсем һыуға сумдырылды. Мин быға шул тиклем шатмын һәм өлкәндәр менән ҡатыныма миңә ярҙам итеп торғандары өсөн бик рәхмәтлемен. Хәҙер Жедеон һәм Фрежи Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итә.

Күптән түгел генә беҙҙе ҡатыным менән Көньяҡ Африкалағы филиалға күсерҙеләр, ундағы Вефиль ғаиләһе һаулығымды хәстәрләй. Мин Африканың алты илендә хеҙмәт иттем, Көньяҡ Африка Республикаһы — инде етенсеһе. 2017 йылдың октябрендә беҙ Йәһүәнән ҙур бүләк алдыҡ — Йәһүә шаһиттарының Уорвиктағы (Нью-Йорк штаты) бөтә донъя баш идаралығын бағышлау осрашыуына барҙыҡ. Был онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды!

1994 йылғы «Йыллыҡ баҫма»ның (ингл.) 255-се битендә былай тиелгән ине: «Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән бөтә ҡәрҙәштәргә лә былай тип әйткебеҙ килә: „Ныҡ булығыҙ, рухығыҙ төшмәһен, сөнки әжерегеҙ эшегеҙгә ҡарап бирелер“ (2 Йыл. 15:7)». Беҙ Хэппи менән ошо һүҙҙәр буйынса эш итергә теләйбеҙ һәм башҡаларҙы ла шуға өндәйбеҙ!

^ 9 абз. 1944 йылда Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған. Хәҙер баҫтырылмай.