Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тышҡы ҡиәфәткә ҡарап хөкөм итмәгеҙ

Тышҡы ҡиәфәткә ҡарап хөкөм итмәгеҙ

«Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!» (ЯХЪЯ 7:24).

ЙЫРҘАР: 142, 123

1. Ишағыя Ғайса хаҡында нимә тип пәйғәмбәрлек иткән, һәм ни өсөн был пәйғәмбәрлек беҙҙе дәртләндерә?

ҒАЙСА МӘСИХ тураһындағы бер пәйғәмбәрлек беҙгә өмөт бирә. Ишағыя уның хаҡында былай тигән булған: «Ул күҙе күргәне буйынса хөкөм итмәҫ, ҡолағы ишеткәне буйынса ғына фаш итмәҫ. Ул мохтаждарҙы дөрөҫлөк менән хөкөм итер» (Ишағ. 11:3, 4). Ни өсөн был һүҙҙәр беҙҙе дәртләндерә? Сөнки беҙ йәшәгән донъяла күпселек кеше башҡаларға ҡарата тиҫкәре ҡарашта тора һәм уларҙы күҙҙәре күргәне буйынса хөкөм итә. Беҙ тышҡы ҡиәфәткә ҡарап хөкөм итмәгән ғәҙел Хөкөмсө Ғайса Мәсихкә бик мохтаж!

2. Ғайса нимәгә өндәгән, һәм беҙ был мәҡәләлә нимәне ҡарап сығырбыҙ?

2 Көн һайын беҙ башҡалар хаҡында ниндәйҙер һығымталар яһайбыҙ. Ләкин беҙ Ғайса һымаҡ камил түгел, шунлыҡтан һығымталарыбыҙ ҙа камил түгел. Беҙ еңел генә күргәндәребеҙҙең йоғонтоһона бирелергә мөмкин. Әммә Ғайса былай тигән: «Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!» (Яхъя 7:24). Күренеүенсә, Ғайса унан өлгө алыуыбыҙҙы һәм башҡаларҙы тышҡы ҡиәфәттәренә ҡарап хөкөм итмәүебеҙҙе теләй. Был мәҡәләлә беҙ һығымталарыбыҙға тәьҫир итә алған өс яҡты ҡарап сығырбыҙ: кешенең расаһы йә милләте, уның ни тиклем бай һәм нисә йәштә булыуы. Һәр яҡты ҡарап сыҡҡанда, беҙ Ғайсаның һүҙҙәрен нисек үтәй алғаныбыҙҙы белербеҙ.

РАСА ЙӘ МИЛЛӘТКӘ ҠАРАП ХӨКӨМ ИТМӘГЕҘ

3, 4. а) Ниндәй ваҡиғалар илсе Петрҙың мәжүсиҙәргә ҡарашын үҙгәрткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Йәһүә Петрға ниндәй яңы хәҡиҡәтте аңларға ярҙам иткән?

3 Илсе Петр мәжүси халыҡтан булған Корнилийҙың өйөнә барырға саҡырылғас, уның ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдына килтерегеҙ (Ғәм. 10:17—29). Петр бала саҡтан мәжүсиҙәрҙең нәжес булыуына ышанып үҫкән. Әммә ҡайһы бер ваҡиғалар уның ҡарашын үҙгәрткән. Мәҫәлән, ул Алланан илаһи күренеш алған (Ғәм. 10:9—16). Был күренештә Петр күктән төшөп килгән һәм нәжес тип һаналған йәнлектәр менән тулы булған туҡымаға оҡшаш бер нәмә күргән. Шунан бер тауыш уға: «Тор, Петр, быларҙы һуйып аша», — тигән. Петр шунан тәүәккәллек менән баш тартҡан. Һәр осраҡта ла тауыш: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама», — тип әйткән. Петр был тауыштың нимә әйтергә теләүен аңламаған. Унан һуң Корнилийҙан хәбәрселәр килгән. Изге рух Петрға Корнилийҙың өйөнә барырға ҡушҡан, һәм ул хәбәрселәр менән бергә Кесарияға киткән.

4 Петр, башҡаларҙы тышҡы ҡиәфәт буйынса хөкөм иткән булһа, Корнилийҙың өйөнә һис тә бармаҫ ине. Йәһүдтәр бер ҡасан да мәжүсиҙәрҙең өйҙәренә кермәгән. Улайһа, ни өсөн Петр унда барған? Ул мәжүсиҙәргә ҡарата тиҫкәре ҡарашта торһа ла, илаһи күренеш һәм изге рухтың ҡушыуы уның фекерен үҙгәрткән. Корнилийҙың һүҙҙәренән һуң Петр былай тигән: «Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәм. 10:34, 35). Был яңы хәҡиҡәтте аңлау Петр өсөн тулҡынландырғыс булған, һәм ул бөтә мәсихселәргә лә тәьҫир итергә тейеш булған. Нисек итеп?

5. а) Йәһүә бөтә мәсихселәрҙең дә нимәне аңлауын теләй? б) Хәҡиҡәтте белһәк тә, беҙҙә һаман да ниндәй һыҙат ҡалырға мөмкин?

5 Йәһүә, Петрҙы ҡулланып, бөтә мәсихселәргә үҙенең кеше айырмауын аңларға ярҙам иткән. Йәһүә өсөн кешенең расаһы, милләте, ҡәбиләһе йә теле мөһим түгел. Алла үҙен хөрмәт иткән һәм дөрөҫ булғанды эшләгән һәр кешене хуплай (Гал. 3:26—28; Асыл. 7:9, 10). Моғайын, һеҙ быны инде беләһегеҙҙер. Ә әгәр һеҙ үҫкән илдә йә ғаиләлә кеше айырыу ғәҙәти булһа, нимә эшләргә? Бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарайым, тип уйлаһағыҙ ҙа, һеҙҙә тиҫкәре ҡараш сатҡылары һаман да ҡалырға мөмкин. Петр, башҡаларға Йәһүәнең бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарауын аңларға ярҙам итһә лә, үҙе һуңыраҡ кеше айырыу тоҙағына эләккән (Гал. 2:11—14). Улайһа, беҙ, Ғайсаның кәңәшенә ҡолаҡ һалып, башҡаларҙы тышҡы ҡиәфәттәренә ҡарап хөкөм итеүҙән нисек туҡтай алабыҙ?

6. а) Кеше айырыу ғәҙәтенән нисек арынырға? б) Бер өлкәндең хаты уның тураһында нимә асыҡлаған?

6 Үҙебеҙҙә тиҫкәре мөнәсәбәт сатҡылары бармы, юҡмы икәнен белер өсөн, Алла Һүҙе ярҙамында йөрәгебеҙҙе тикшереп сығырға кәрәк (Зәб. 119:105). Беҙ шулай уҡ берәй яҡын дуҫыбыҙҙан, миндә шундай тиҫкәре хистәрҙең сағылыуы һиҙелмәйме, тип һорай алабыҙ, сөнки үҙебеҙгә быны абайлау ауыр (Гал. 2:11, 14). Беҙ, шундай хистәргә ғәҙәтләнеп китеп, башҡаларға бер тигеҙ ҡарамауыбыҙҙы хатта аңламаҫҡа ла мөмкин! Бер өлкән менән шундай хәл булған да. Ул тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан бер тырыш ғаилә тураһында филиалға хат яҙған. Ағай-ҡәрҙәш сығышы менән күп кешеләр кәмһетеп ҡараған бер этник төркөмдән булған. Был ағай-ҡәрҙәште маҡтағандан һуң, өлкән былай тип өҫтәгән: «[Был милләт кешеләре] йыш ҡына бысраҡ һәм шапшаҡ була. Ағай-ҡәрҙәш... [шул милләттән] булһа ла, уның үҙ-үҙен тотошо һәм ғәҙәттәре айырылып тора, һәм был... [шул милләт кешеләренең барыһы ла] бысраҡ һәм шапшаҡ түгел икәнен раҫлай». Беҙ был осраҡтан ниндәй һабаҡ ала алабыҙ? Йәһүәнең ойошмаһында ниндәй генә яуаплылыҡҡа эйә булһаҡ та, беҙ, йөрәгебеҙҙә тиҫкәре мөнәсәбәт сатҡылары ҡалмағанмы икәнен белер өсөн, үҙебеҙҙе тикшереп торорға һәм башҡаларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға тейеш. Тағы нимә эшләп була?

7. Йөрәгебеҙҙең башҡалар өсөн «киң асыҡ» булыуын нисек күрһәтеп була?

7 Йөрәгебеҙ башҡалар өсөн «киң асыҡ» булһа, тиҫкәре мөнәсәбәтебеҙ мөхәббәткә алмашыныр (2 Кор. 6:11—13). Һеҙ үҙегеҙҙең раса, милләт, ҡәбилә кешеләре йә туған телегеҙҙә һөйләшкән кешеләр менән генә аралашаһығыҙмы? Шулай булһа, башҡалар менән дә ваҡыт үткәрергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, башҡа милләттән булған ҡәрҙәштәр менән вәғәзгә һөйләшергә була. Йәки уларҙы үҙегеҙгә ҡунаҡҡа йә дуҫтарығыҙ менән ойошторған осрашыуҙарға саҡырырға мөмкин (Ғәм. 16:14, 15). Ваҡыт үтеү менән йөрәгегеҙ мөхәббәт менән шул тиклем тулыр, хатта тиҫкәре мөнәсәбәткә урын да ҡалмаҫ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, тағы нимәгә ҡарап хөкөм итергә тейеш түгеллегебеҙҙе ҡарап сығайыҡ.

БАЙ ЙӘ ЯРЛЫ БУЛЫУҒА ҠАРАП ХӨКӨМ ИТМӘГЕҘ

8. Левиттар 19:15 буйынса, башҡаларҙың бай йә ярлы булыуы уларға ҡарата ҡарашыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

8 Башҡаларға ҡарата ҡарашыбыҙға уларҙың бай йә ярлы булыуы тәьҫир итергә мөмкин. Левиттар 19:15-тә былай тиелә: «Ярлыға ярлы булғанға ғына мәрхәмәт күрһәтмә һәм байҙы өҫтөн күрмә. Яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит».

9. Сөләймән ниндәй күңелһеҙ хәҡиҡәтте яҙып ҡалдырған, һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

9 Берәйһенең матди хәле уға ҡарата мөнәсәбәтебеҙгә ниндәй йоғонто яһай ала? Сөләймән, Алла тарафынан рухландырылып, бындай күңелһеҙ хәҡиҡәтте яҙған: «Ярлы кешене яҡындары ла яратмай, ә байҙың дуҫтары күп була» (Ғиб. һүҙ. 14:20). Был һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Һаҡ булмаһаҡ, беҙ, ярлы ҡәрҙәштәрҙән ситләшеп, бай ҡәрҙәштәр менән дуҫлашырға теләй башларға мөмкин. Ни өсөн башҡаларҙы матди хәлдәренә нигеҙләнеп баһалау бик ҡурҡыныс?

10. Яҡуб мәсихселәрҙе нимә хаҡында киҫәткән?

10 Ҡәрҙәштәрҙең матди хәленә ҡарап улар менән төрлөсә мөғәмәлә итһәк, беҙ йыйылышта бүленештәр тыуҙырырға мөмкин. Шундай хәл беренсе быуаттағы ҡайһы бер йыйылыштарҙа булған, шуға күрә шәкерт Яҡуб мәсихселәрҙе был хаҡта киҫәткән. (Яҡуб 2:1—4-те уҡығыҙ.) Беҙ йыйылышта бүленештәр булыуына юл ҡуйырға теләмәйбеҙ. Улайһа, кешеләрҙе матди хәлдәренә ҡарап хөкөм итмәҫ өсөн, нимә эшләп була?

11. Кешенең матди хәле уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә тәьҫир итә аламы? Аңлатығыҙ.

11 Беҙ ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек ҡарарға тейеш. Йәһүә бай кешене лә, ярлы кешене лә бер тигеҙ ҡәҙерләй. Йәһүә менән мөнәсәбәттәр аҡсабыҙ йә әйберҙәребеҙҙең күплегенә бәйле түгел. Эйе, Ғайса Мәсих: «Бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын», — тигән, әммә ул, был бөтөнләй мөмкин түгел, тип әйтмәгән (Матф. 19:23). Ғайса шулай уҡ: «Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке», — тигән (Лука 6:20). Ләкин был, бөтә ярлылар Ғайсаны тыңлар һәм махсус фатихалар алыр, тигәнде аңлатмаған. Күп ярлы кешеләр Ғайса артынан бармаған. Ысынбарлыҡта, кешенең матди хәленә ҡарап, уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре хаҡында һығымта яһап булмай.

12. Изге Яҙма байҙарҙы ла, ярлыларҙы ла нимәгә өйрәтә?

12 Йәһүәнең халҡында байҙар ҙа, ярлылар ҙа бар. Улар барыһы ла Йәһүәне ярата һәм уға ысын күңелдән хеҙмәт итә. Изге Яҙма бай кешеләрҙе «ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, ...Аллаға» өмөт бағларға өндәй. (1 Тимофейға 6:17—19-ҙы уҡығыҙ.) Алла Һүҙе Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәрен — байҙарын да, ярлыларын да — аҡса яратыуҙан киҫәтә (1 Тим. 6:9, 10). Ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек ҡараһаҡ, беҙ уларҙы матди хәлдәренә ҡарап хөкөм итмәҫбеҙ. Ә кешене йәшенә ҡарап баһалау тураһында нимә әйтеп була? Был башҡалар хаҡында һығымта яһар өсөн яҡшы билдәме?

ЙӘШКӘ ҠАРАП ХӨКӨМ ИТМӘГЕҘ

13. Изге Яҙмала оло йәштәге кешеләргә ихтирам күрһәтеү тураһында нимә әйтелә?

13 Изге Яҙма йыш ҡына беҙҙе оло йәштәге кешеләрҙе ихтирам итергә өндәй. Левиттар 19:32-лә былай тип әйтелә: «Сал сәсле алдында тороп баҫ һәм өлкән кешене хөрмәт ит. Аллаға тәрән ихтирам күрһәт». Ә Ғибрәтле һүҙҙәр 16:31-ҙә: «Тәҡүәлек юлынан йөрөүсенең сал сәсе — матурлыҡ тажы», — тиелә. Павел Тимофейға оло йәштәге ирҙәрҙе ҡаты тәнҡитләмәҫкә, ә уларға атайҙарға ҡараған кеүек ҡарарға ҡушҡан (1 Тим. 5:1, 2). Тимофейҙың оло йәштәге ҡәрҙәштәр өҫтөнән бер ни тиклем хакимлығы булһа ла, ул һәр ваҡыт ҡыҙғаныусан һәм ихтирамлы булырға тейеш булған.

14. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә үҙебеҙҙән олораҡ булған кешеләрҙе төҙәтергә кәрәк булырға мөмкин?

14 Ә әгәр оло йәштә булған берәй мәсихсе белә тороп гонаһ ҡылһа йә дөрөҫ булмаған тәртипте аҡлаһа, нимә эшләргә? Йәһүә аңлы рәүештә гонаһ ҡылыусыларҙы, хатта абруй ҡаҙанған һәм оло йәштә булғандарын да кисермәй. Ишағыя 65:20-лә бындай принцип килтерелә: «Гонаһ ҡылып йөрөүсе, йөҙ йәшендә булһа ла, ҡәһәрләнер». Быға оҡшаш принцип Йәзәкилгә бирелгән илаһи күренештә лә сағыла (Йәз. 9:5—7). Шулай итеп, беренсе сиратта беҙ «боронғонан йәшәп килгән Затты» — Йәһүәне хөрмәт итергә тейеш (Дан. 7:9, 10, 13, 14). Уға ҡарата ихтирам беҙгә ярҙамға мохтаж кешеләрҙе, шул иҫәптән оло йәштәгеләрҙе лә төҙәтергә ҡыйыулыҡ бирер (Гал. 6:1).

Һеҙ йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәргә хөрмәт күрһәтәһегеҙме? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Йәшерәк ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итеүгә килгәндә, илсе Павелдың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

15 Ә йәш ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Улар хөрмәткә лайыҡ була аламы? Эйе. Павел Тимофейға былай тип яҙған: «Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул» (1 Тим. 4:12). Павел был һүҙҙәрҙе яҙғанда, Тимофейға, бәлки, 30 йәштәр тирәһе булғандыр. Шуға ҡарамаҫтан, Павел уға бик яуаплы вазифалар тапшырған. Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Беҙ йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәрҙе йәштәренә ҡарап баһаларға тейеш түгел. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: 33 кенә йәшендә Ғайса Мәсих ниндәй бөйөк эштәр башҡарған!

16, 17. а) Өлкәндәр ағай-ҡәрҙәштең хеҙмәт ярҙамсыһына йә өлкәнгә ҡуйылған талаптарға тура киләме, юҡмы икәнен нисек билдәләй ала? б) Ерле йолалар йә берәйһенең шәхси фекере Изге Яҙмала әйтелгәндәргә нисек ҡаршы килә ала?

16 Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә кешеләр йәшерәк ир-аттарҙы хөрмәт итеп бармай. Шул арҡала, йәш ағай-ҡәрҙәштәр талаптарға тура килһә лә, ҡайһы бер өлкәндәр уларҙың хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән итеп билдәләнеүен теләмәй. Ләкин Изге Яҙмала, мәсихсе ир хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән вазифаһын үтәй башлар өсөн билдәле бер йәштә булырға тейеш, тип һис тә әйтелмәй (1 Тим. 3:1—10, 12, 13; Тит. 1:5—9). Берәй өлкән мәҙәниәте арҡаһында шундай ҡағиҙә урынлаштырһа, ул Алла Һүҙенә нигеҙләнеп эш итмәй. Өлкәндәр йәшерәк ир-аттарҙы үҙҙәренең шәхси фекере йә ерле йолалар буйынса түгел, ә Алла Һүҙендәге талаптар буйынса баһаларға тейеш (2 Тим. 3:16, 17).

17 Өлкәндәр, хеҙмәт ярҙамсыларын һәм өлкәндәрҙе билдәләүгә бәйле Изге Яҙма нормаларын тотмаһа, талаптарға тура килгән ағай-ҡәрҙәштәрҙең үҫешен тотҡарларға мөмкин. Бер илдә хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш мөһим вазифаларҙы яҡшы башҡарған. Шунлыҡтан өлкәндәр уның хаҡында, өлкәнгә ҡуйылған Изге Яҙма талаптарына тура килә, тигән һығымтаға килгән. Әммә оло йәштә булған ҡайһы бер өлкәндәр шул ағай-ҡәрҙәш тураһында, өлкән булыр өсөн үтә йәш булып күренә, тиеп уның билдәләнеүенә ҡаршы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ағай-ҡәрҙәш, бик йәш булып күренгәнгә, өлкән итеп билдәләнмәгән. Һәм шундай ҡараш күп илдәрҙә таралған. Үҙебеҙҙең фекергә йә урындағы ҡараштарға түгел, ә Изге Яҙмаға таянып эш итеү бик мөһим. Шулай эшләп, беҙ Ғайса Мәсихтең һүҙҙәрен үтәрбеҙ һәм башҡаларҙы тышҡы ҡиәфәт буйынса хөкөм итмәҫбеҙ.

ХАҠЛЫҠ МЕНӘН ХӨКӨМ ИТЕГЕҘ

18, 19. Беҙгә ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек ҡарарға нимә ярҙам итер?

18 Камил булмаһаҡ та, беҙ башҡаларға Йәһүә кеүек бер тигеҙ ҡарарға өйрәнә алабыҙ (Ғәм. 10:34, 35). Бының өсөн беҙ һәр ваҡыт Алла Һүҙендәге иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалырға тейеш. Был иҫкәртеүҙәр буйынса эш итеп, беҙ Ғайсаның, кешене «тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ», тигән һүҙҙәрен үтәйбеҙ (Яхъя 7:24).

19 Оҙаҡламай батшабыҙ Ғайса Мәсих бөтә кешеләрҙе күргәндәре йә ишеткәндәре буйынса түгел, ә Алланың тәҡүә нормалары буйынса хөкөм итәсәк (Ишағ. 11:3, 4). Беҙ ул ғәжәйеп ваҡытты зарығып көтәбеҙ!