Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡатыным менән вәғәздә

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Мин Алланың барлығына ышанмай инем

Мин Алланың барлығына ышанмай инем
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1974

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ГДР

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: АТЕИСТ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

Мин Саксониялағы бер ауылда тыуғанмын, элек был Германия Демократик Республикаһы (ГДР) ине. Атайым менән әсәйем өйҙә йылы мөхит булдырҙы, һәм мине әхлаҡи нормаларға өйрәтте. ГДР-ҙа коммунистик хөкүмәт булғанға күрә, беҙ йәшәгән ерҙә кешеләрҙең күбеһе өсөн дин әллә ни мөһим түгел ине. Мин дә Алланың барлығына ышанмай инем. Шулай итеп, 18 йәшкә тиклем мин атеизм һәм коммунизм тәьҫире аҫтында үҫтем.

Бөтә кешеләр ҙә бер тигеҙ тигән коммунистик идея миңә бик оҡшай ине. Бынан тыш, мин, бар милек ғәҙел итеп бүленергә тейеш, сөнки шул саҡта байҙар менән ярлылар тиңләшерҙәр ине, тип һананым. Шуға ла мин йәштәрҙән торған коммунистик ойошмаға ҡушылдым. 14 йәшемдә мин макулатура йыйып, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн булдырылған проектҡа күп ваҡыт сарыф иттем. Ауэ тигән ҡала етәкселәре хеҙмәтемде юғары баһалап, миңә ҡаланың хөрмәтле гражданы тигән исем бирҙе. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, мин ГДР сәйәсмәндәренең ҡайһы берҙәре менән таныш инем. Маҡсаттарымдың дөрөҫлөгөнә һәм киләсәгемдең яҡты булыуына мин бер ҙә шикләнмәнем.

Әммә минең донъям ҡапыл аҫты-өҫкә килде. 1989 йылда Берлин стенаһы емерелде, һәм бының менән коммунистик Көнсығыш Европаһының бөтә берләшмәһе лә тарҡалды. Был көтөлмәгән ваҡиғалар күңел һүрелеүенә лә килтерҙе. Оҙаҡламай мин ГДР-ҙа ғәҙелһеҙлектең киң таралғанын белеп ҡалдым. Мәҫәлән, коммунизм менән риза булмаған кешеләргә икенсе сорт кешеләренә ҡарағандай ҡарағандар икән. Был нисек мөмкин булған һуң? Беҙ, коммунистар, бөтә кешеләрҙең бер тигеҙ булыуына ышана инек бит. Әллә коммунизм тормошҡа ашмай торған хыял ғынамы? Мине борсолоуҙар солғап алды.

Шуға күрә мин бөтә иғтибарымды музыкаға һәм сәнғәткә тупланым. Музыка училищеһынан һуң университетҡа инергә мөмкинселегем булды. Мин рәссам һәм музыкант булырға хыяллана инем. Яйлап ҡына атайым менән әсәйем өйрәткән әхлаҡи нормаларҙы һанға һуҡмай башланым. Буш ваҡытымды мин тик кәйеф-сафаға бағышланым. Мәҫәлән, мин бер юлы бер нисә ҡыҙ менән осрашып йөрөй торғайным. Шулай ҙа, музыка, сәнғәт һәм аҙғын тормош мине борсолоуҙарҙан ҡотҡарманы. Хатта төшөргән рәсемдәрем ҡурҡыу тойғоһон сағылдыра ине. Киләсәктә нимә булыр? Нимә өсөн йәшәйем?

Күп тә үтмәҫтән мин борсоған һорауҙарыма яуаптар таптым, һәм улар мине шаҡ ҡатырҙы. Бер кис училищела бергә уҡыған курсташтарым менән киләсәк тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Манди * исемле бер ҡыҙ Йәһүә шаһиты ине. Шунда ул миңә бер яҡшы кәңәш бирҙе. «Андреас, — тип өндәште ул, — үҙеңдең һорауҙарыңа яуаптар табырға теләһәң, Изге Яҙманы уҡып ҡара».

Мине шиктәр ҙә, ҡыҙыҡһыныу ҙа солғап алды, шулай ҙа ҡыҙыҡһыныу хисе еңеп сыҡты. Манди иғтибарымды Данил китабының 2-се бүлегенә йүнәлтте. Уҡығандарым мине хайран ҡалдырҙы. Унда быуаттар дауамында беҙҙең көндәргә тиклем бер-береһен алмаштырып килгән бөтә донъя державалары — хөкүмәттәр тураһында пәйғәмбәрлек килтерелә. Манди, шулай уҡ, киләсәккә ҡағылышлы пәйғәмбәрлекте лә күрһәтте. Ниһайәт, мин һорауҙарыма яуаптар таптым! Ләкин был пәйғәмбәрлектәрҙе кем яҙған һуң? Киләсәктә нимә булырын кем шулай теүәл әйтә алған? Алла ысынлап та бармы ни?

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

Манди мине Йәһүә шаһиты булған ирле-ҡатынлы Хорст һәм Ангелика менән таныштырҙы. Улар миңә Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте. Йәһүә шаһиттары Алланың исемен ҡулланған һәм башҡаларға уның тураһында һөйләгән берҙән-бер дини ойошма икәнен мин бик тиҙ аңланым (Зәбур 83:18; Матфей 6:9). Мин Йәһүә Алла кешеләргә ерҙә мәңгелек тормош бирергә вәғәҙә иткәнен белдем. Зәбур 37:9-ҙа былай тиелә: «Йәһүәгә өмөтләнеүселәр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ». Был мөмкинлектең Алла нормалары буйынса йәшәгән һәр кеше өсөн асыҡ булыуы миңә бик оҡшаны.

Ләкин тормошомдо тәртипкә килтереү еңелдән булманы. Музыка һәм сәнғәттәге уңыштарым мине ғорур кеше итте, шуға миңә иң тәүҙә баҫалҡылыҡҡа өйрәнергә кәрәк ине. Аҙғын тормоштан да баш тартыу ауыр булды. Йәһүәгә, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә тырышҡан кешеләргә ҡарата сабыр һәм шәфҡәтле булғаны өсөн, мин бик рәхмәтле!

Коммунизм һәм атеизм 18 йыл буйы миңә көслө йоғонто яһап торҙо. Хәҙер тормош юлынан мине Изге Яҙма алып бара. Мин инде киләсәктә нимә булыр, тип борсолмайым. 1993 йылда мин һыуға сумдырылдым һәм Йәһүә шаһиты булып киттем, ә 2000 йылда Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт иткән Табитаға өйләндем. Беҙ башҡаларға Изге Яҙмала яҙылғандар менән танышырға ярҙам итеү өсөн күп ваҡыт бағышлап, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Йыш ҡына беҙ минең һымаҡ коммунизм һәм атеизм тәьҫирендә үҫкән кешеләрҙе осратабыҙ. Шундай кешеләргә Йәһүәгә нисек яҡынлашып була икәнен күрһәтеү миңә бик оҡшай.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

Йәһүә шаһиттары менән өйрәнә башлағас, атай-әсәйем бик ҡурҡты. Әммә һуңынан улар Йәһүә шаһиттары менән аралашыу тормошома ыңғай яҡтан тәьҫир иткәнен күрҙе. Хәҙер улар үҙҙәре лә Изге Яҙманы уҡый һәм Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй. Был мине бик шатландыра!

Ғаиләбеҙ бәхетле, сөнки мин дә, Табита ла Изге Яҙмалағы никахҡа ҡағылышлы кәңәштәрҙе ҡулланырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, тормош иптәшеңә тоғро ҡалырға кәрәк, тиелгән. Был кәңәш беҙгә никахыбыҙҙы нығытып торорға ярҙам итә (Еврейҙарға 13:4).

Бөгөн мин тормошҡа ышаныс менән ҡарап йәшәйем. Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ бер ғаилә һымаҡ, беҙҙең арала берҙәмлек һәм ысын тыныслыҡ хөкөм һөрә. Бөтәһе лә бер тигеҙ, тиң хоҡуҡлы. Ғүмер буйы мин тап шуға ынтыла инем, тап шул хаҡта хыяллана инем.

^ 12 абз. Исем үҙгәртелгән.