Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ФӘРЕШТӘЛӘР. УЛАР БАРМЫ?

Һеҙҙең һаҡлаусы фәрештәгеҙ бармы?

Һеҙҙең һаҡлаусы фәрештәгеҙ бармы?

Изге Яҙма, һәр бер кешенең һаҡлаусы фәрештәһе бар, тип өйрәтмәй. Инжилдә: «Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың [Мәсихтең шәкерттәренең] береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала», — тиелә (Матфей 18:10). Ғайса пәйғәмбәр шулай тип әйтһә лә, уның һүҙҙәре һәр кешенең һаҡлаусы фәрештәһе бар тигәнде аңлатмай. Ул, фәрештәләр шәкерттәренең һәр береһе менән бик ҡыҙыҡһына, тип кенә әйтергә теләгән. Шуға күрә, мине Алланың фәрештәләре һаҡлар тип, аҡылһыҙ эш итеп, тормошоңдо ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу дөрөҫ түгел.

Быға нигеҙләнеп, фәрештәләр кешеләргә ярҙам итмәй тигән һөҙөмтәгә килеп буламы? Юҡ (Зәбур 91:11). Ҡайһы берәүҙәр Алла уларға фәрештә аша яҡлау биргәненә һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткәненә инана. Үткән мәҡәләлә иҫкә алынған Кеннет та шулай уйлай. Беҙ, был ысынында шулай булған, тип теүәл әйтә алмаһаҡ та, бәлки, ул хаҡтыр. Йәһүә шаһиттары вәғәзләгәндә йыш ҡына фәрештәләрҙең ярҙам иткәнен тоя. Әммә, фәрештәләр күҙгә күренмәгәнгә күрә, Алланың, кешеләргә ярҙам итер өсөн, уларҙы ниндәй дәрәжәлә ҡулланғанын теүәл әйтеп булмай. Шулай ҙа, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Аллаға, тормошобоҙҙа булған бар яҡшы нәмәләр өсөн, рәхмәт әйтеүҙең бер насарлығы ла юҡ (Колосстарға 3:15; Яҡуб 1:17, 18).