Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Донъяға хас ҡараштарҙы кире ҡағығыҙ

Донъяға хас ҡараштарҙы кире ҡағығыҙ

«Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе... донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен» (КОЛ. 2:8).

ЙЫРҘАР: 38, 54

1. Илсе Павел Колостағы мәсихселәргә ниндәй кәңәш биргән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ИЛСЕ ПАВЕЛ Колостағы мәсихселәргә хатын, күрәһең, Римда беренсе тапҡыр ҡулға алынғас, яҡынса б. э. 60—61 йылдарында яҙған. Был хатта ул «рух биргән төшөнөүсәнлеккә» эйә булыуҙың мөһимлегенә иғтибар иткән (Кол. 1:9, ЯДТ). Артабан Павел былай тип яҙған: «Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм. Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен» (Кол. 2:4, 8). Шунан Павел ҡайһы бер киң таралған идеяларҙың дөрөҫ булмағаны хаҡында әйткән һәм ни өсөн улар камил булмаған кешеләргә ылыҡтырғыс булып күренә ала икәнен аңлатҡан. Мәҫәлән, ундай ҡараштар тәьҫире аҫтында кешеләр үҙҙәрен башҡаларҙан аҡыллыраҡ һәм яҡшыраҡ тип һанарға мөмкин. Колостарға яҙылған хат мәсихселәргә донъяға хас ҡараштарҙы һәм эштәрҙе кире ҡағырға ярҙам итергә тейеш булған (Кол. 2:16, 17, 23).

2. Ни өсөн донъяға хас ҡайһы бер ҡараштарҙы ҡарап сығыу файҙалы булыр?

2 Донъяға хас фекер йөрөтөү рәүеше Алла принциптарының әһәмиәтлелеген кәметә йә уларҙы бөтөнләй иғтибарға алмай. Уның йоғонтоһона бирелһәк, иманыбыҙ әкренләп һүрелергә мөмкин. Бөгөн донъяға хас ҡараштар бөтә кешегә тәьҫир итә. Улар телевидение һәм интернет аша, шулай уҡ мәктәптә һәм эш урынында пропагандалана. Был мәҡәләлә беҙ, шундай ҡараштар аңыбыҙҙы ағыуламаһын өсөн, нимә эшләй алғаныбыҙҙы белербеҙ. Беҙ был донъяға хас биш төрлө ҡарашты ҡарап сығырбыҙ һәм нисек уларҙы кире ҡағып булғаны хаҡында уйланырбыҙ.

АЛЛАҒА ЫШАНЫРҒА КӘРӘКМЕ?

3. Күп кешегә ниндәй ҡараш оҡшай, һәм ни өсөн?

3 «Мин Аллаға ышанмайынса ла яҡшы кеше була алам». Күп илдәрҙә йыш ҡына кешеләрҙең Аллаға ышанмауы һәм үҙҙәрен дини кеше итеп һанамауы тураһында ишетеп була. Бәлки, улар бер ҡасан да Алланың барлығы тураһында етди уйланмағандыр, әммә уларға «нимә теләйем, шуны эшләйем» тигән фекер бик оҡшай. (Зәбур 10:4-те уҡығыҙ *.) Ә башҡалар, үҙҙәренең аҡылына таянып: «Юғары әхлаҡ нормалары буйынса йәшәр өсөн Аллаға ышаныу мотлаҡ түгел», — тип әйтә.

4. Барлыҡҡа килтереүсе юҡ, тигән кешегә нимә әйтеп була?

4 Барлыҡҡа килтереүсе юҡ, тип раҫлау логик яҡтан нигеҙлеме? Ғалимдар «тормош нисек барлыҡҡа килгән?» тигән һорауға бик ҡатмарлы яуап бирә. Әммә ысынында яуап бик ябай. Йорт төҙөүсеһеҙ һалына алмай икән, тимәк, тере нәмәләр бигерәк тә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә алмаған. Хатта иң ябай тере күҙәнәктәр ҙә теләһә ниндәй йорттан күпкә ҡатмарлыраҡ, сөнки улар бер ниндәй йорт та эшләй алмағанды эшләй ала — улар үҙҙәренең күсермәһен яһай. Тимәк, күҙәнәктәр мәғлүмәт һаҡлауға ла, уны яңы күҙәнәктәргә тапшырыуға ла һәләтле. Бының ярҙамында яңы күҙәнәктәр шулай уҡ үҙҙәренең күсермәһен яһай ала. Быларҙың барыһын да кем уйлап сығарған һуң? Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе — Алла» (Евр. 3:4).

5. Аллаға ышанмайынса ла нимә яҡшы икәнен беләм, тигән кешегә нимә әйтеп була?

5 Аллаға ышанмайынса ла нимә яҡшы икәнен беләм, тигән кешегә нимә әйтеп була? Изге Яҙма Аллаға ышанмаған кешеләрҙең дөрөҫ принциптар буйынса йәшәй алыуын таный (Рим. 2:14, 15). Мәҫәлән, улар ата-әсәләрен ярата һәм хөрмәт итә. Ләкин кеше Барлыҡҡа килтереүсенең нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләү хоҡуғын кире ҡаға икән, был кешенең әхлаҡи принциптары төплө нигеҙгә ҡоролған, тип әйтеп буламы? (Ишағ. 33:22) Уйланған кешеләрҙең күбеһе шуны таный: ерҙәге ауыр шарттар кешеләрҙең Алла ярҙамына мохтаж булыуын раҫлай. (Иремия 10:23-тө уҡығыҙ *.) Шуға күрә беҙ бер ҡасан да, Аллаға ышанмаған һәм уның ҡанундарын иҫәпкә алмаған кеше яҡшылыҡ менән яманлыҡты билдәләй ала, тип уйларға тейеш түгел (Зәб. 146:3).

КЕШЕЛӘРГӘ ДИН КӘРӘКМЕ?

6. Күп кеше дингә нисек ҡарай?

6 «Бәхетле булыр өсөн дин кәрәкмәй». Бындай ҡараш күп кешеләргә хас, сөнки улар динде иҫкергән һәм файҙаһыҙ тип һанай. Унан тыш, күп диндәр утлы тамуҡ хаҡында һөйләп, килемдең ундан бер өлөшөн түләтеп һәм сәйәси агитация алып барып кешеләрҙе Алланан ситләштерә. Һөҙөмтәлә, динһеҙ ҙә бәхетле йәшәп була, тип уйлаған кешеләрҙең һаны арта бара. Ундай кешеләр: «Мин рухи һорауҙар менән ҡыҙыҡһынам, әммә дини ойошма менән бәйләнергә теләмәйем», — тип әйтергә мөмкин.

7. Ысын дин беҙҙе нисек бәхетле итә?

7 Кеше динһеҙ бәхетле була аламы? Эйе, ялған динде тотмаһа, кеше бәхетле була ала. Ләкин шул уҡ ваҡытта «мөбәрәк Алла» тип аталған Йәһүә менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә кәрәк, юғиһә кеше ысын мәғәнәһендә бәхетле була алмай (1 Тим. 1:11). Алланың бөтә эштәре лә башҡаларға файҙа килтерә бит. Уның хеҙмәтселәре бәхетле, сөнки улар үҙ иғтибарын башҡаларға ярҙам итеүгә туплай (Ғәм. 20:35). Мәҫәлән, хаҡ ғибәҙәттең нисек ғаилә бәхетенә булышлыҡ иткәнен ҡарап сығайыҡ. Хаҡ ғибәҙәт беҙҙе тормош иптәшебеҙҙе яратырға һәм хөрмәт итергә, никах антын изге тип һанарға, зина ҡылыуҙан ҡасырға, тәртипле балалар үҫтерергә өйрәтә. Һөҙөмтәлә ундай ғибәҙәт Алла халҡын берләштерә, шуға күрә бөтә донъя буйынса йыйылыштарҙа татыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрә. (Ишағыя 65:13, 14-те уҡығыҙ *.)

8. Матфей 5:3-тәге һүҙҙәр ярҙамында «бәхет нимәнән тора?» тигән һорауға нисек яуап биреп була?

8 Аллаға хеҙмәт итмәгән кеше бәхетле була аламы? Ғөмүмән алғанда, бәхет нимәнән тора? Ҡайһы бер кешеләр карьерала, спортта йә хоббиҙа ҡәнәғәтлек таба, башҡалар — ғаиләлә һәм дуҫтарҙа. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла тормошобоҙҙо шатлыҡлы итә, әммә беҙ юғарыраҡ маҡсат менән йәшәргә тейеш, был маҡсаттан ысын бәхет тора. Хайуандарҙан айырмалы рәүештә, беҙ, Барлыҡҡа килтереүсе менән дуҫлыҡ үҫтереп, уға тоғро хеҙмәт итә алабыҙ. Был беҙҙе бәхетле итә, сөнки беҙ шулай яратылғанбыҙ. (Матфей 5:3-тө уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн бергә йыйылыу беҙҙе бик дәртләндерә һәм беҙгә шатлыҡ килтерә (Зәб. 133:1). Беҙ ҡәрҙәшлегебеҙҙең берҙәмлегенә, иҫ киткес өмөткә һәм мәғәнәле тормошҡа кинәнәбеҙ.

КЕШЕЛӘРГӘ ӘХЛАҠИ НОРМАЛАР КӘРӘКМЕ?

9. а) Был донъяла кешеләр енси мөнәсәбәттәргә нисек ҡарай? б) Ни өсөн Алла Һүҙе никахтан тыш енси мөнәсәбәттәрҙе хөкөм итә?

9 «Ни өсөн никахтан тыш енси мөнәсәбәттәргә инергә ярамай?» Кешеләр беҙгә: «Тормоштан барыһын да алып ҡалырға кәрәк. Шулай булғас, никахтан тыш енси мөнәсәбәттәрҙең ни насарлығы бар?» — тип әйтергә мөмкин. Әммә мәсихселәр енси әхлаҡһыҙлыҡҡа күҙ йоморға тейеш түгел. Ни өсөн? Сөнки Алла Һүҙе быны хөкөм итә *. (1 Фессалоникаларға 4:3—8-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, беҙгә ҡанундар бирергә хоҡуҡлы. Алла ир менән ҡатынға никахта ғына енси мөнәсәбәттәргә инергә рөхсәт иткән. Был никахтың төп принцибы. Йәһүәнең мөхәббәттән сығып биргән ҡанундары беҙгә файҙа килтерә. Улар буйынса йәшәгән ғаиләләрҙә мөхәббәт, хөрмәт һәм хәүефһеҙлек хөкөм һөрә. Алла үҙенең ҡанундарын аңлы рәүештә боҙған кешеләрҙе хөкөм итәсәк (Евр. 13:4).

10. Мәсихсе, енси әхлаҡһыҙлыҡтың тоҙағына эләкмәҫ өсөн, нимә эшләй ала?

10 Алла Һүҙе енси әхлаҡһыҙлыҡтың тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен күрһәтә. Бының өсөн, ҡайҙа ҡарағаныбыҙға иғтибарлы булып, үҙебеҙҙе ҡулда тоторға кәрәк. Ғайса Мәсих былай тигән: «Ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт!» (Матф. 5:28, 29) Шуға күрә мәсихсе порнография ҡарарға йә әхлаҡһыҙ һүҙҙәрҙән торған йырҙар тыңларға тейеш түгел. Илсе Павел имандаштарына: «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты... бөтөрөгөҙ», — тип яҙған (Кол. 3:5). Бынан тыш, беҙгә уйҙарыбыҙҙы һәм һөйләгәндәребеҙҙе контроль аҫтында торорға кәрәк (Ефес. 5:3—5).

КАРЬЕРАҒА ЫНТЫЛЫУ БӘХЕТ КИЛТЕРӘМЕ?

11. Ни өсөн карьера эшләү ылыҡтырғыс булып күренергә мөмкин?

11 «Карьераға ынтылыу — бәхет асҡысы». Күп кешеләр беҙҙе карьера эшләргә өндәй, сөнки быны тормош маҡсаты тип һанай. Карьера кешене күренекле, абруйлы һәм бай итергә мөмкин. Бөгөн күптәр карьераға ынтылғанға, мәсихселәрҙең дә бындай ҡарашты үҙләштереүе ихтимал.

12. Уңышлы карьера ысын бәхет килтерәме?

12 Әйтәйек, берәйһе, уңышлы карьера эшләп, күренекле һәм бик хөрмәтле кеше булып киткән, ти. Быны ысын бәхет тип атап буламы? Юҡ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: кем хакимлыҡҡа ынтылған һәм башҡаларҙың һоҡланыуын эҙләгән? Шайтан Иблис. Әммә ул һис тә бәхетле түгел, ә асыу менән тулы (Матф. 4:8, 9; Асыл. 12:12). Кешеләргә Алла һәм мәңге йәшәү өмөтө тураһында белергә ярҙам итеүҙән килгән оҙайлы шатлыҡ менән сағыштырғанда, карьера эшләү бик әҙ ҡәнәғәтлек килтерә. Бынан тыш, был донъя, кешеләрҙе ҡаты ярышҡа өндәп, уларҙы бер-береһен уҙырға һәм бер-береһенән көнләшергә этәрә. Ахыр сиктә, был «ел артынан ҡыуыу ғына» булып сыға (Вәғ. 4:4).

13. а) Беҙ донъяуи эшкә нисек ҡарарға тейеш? б) Павелдың фессалоникаларға яҙған хатынан күренеүенсә, уға нимә иң ҙур шатлыҡ килтергән?

13 Әлбиттә, беҙгә үҙебеҙҙе тьәмин итер өсөн аҡса эшләргә кәрәк. Һәм үҙебеҙгә оҡшаған эш һайлауҙа бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Ләкин донъяуи эш тормошобоҙҙа иң мөһим нәмә булырға тейеш түгел. Ғайса Мәсих былай тигән: «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ» (Матф. 6:24). Иғтибарыбыҙҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә һәм башҡаларға уның Һүҙен аңлатыуға туплап, беҙ сағыштырғыһыҙ шатлыҡ кисерәбеҙ. Илсе Павел быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Мәсихсе булып китмәҫ борон, ул йәһүд динендә карьера эшләргә ынтылған. Әммә, башҡаларға Алла Һүҙен аңлата башлағас һәм хәҡиҡәттең кешеләрҙең тормошон үҙгәрткәнен күргәс кенә, ул ысын бәхет тапҡан. (1 Фессалоникаларға 2:13, 19, 20-не уҡығыҙ.) Башҡа бер ниндәй тормош юлы ла шундай ҡәнғәтлек килтерә алмай.

Башҡаларға Алла тураһында белергә ярҙам итеү ысын бәхет килтерә (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

КЕШЕЛӘР ПРОБЛЕМАЛАРҘЫ СИСӘ АЛАМЫ?

14. Ни өсөн, кешеләр глобаль проблемаларҙы сисә ала, тигән ҡараш күптәргә оҡшай?

14 «Кешеләр глобаль проблемаларҙы сисә ала». Бындай ҡараш күптәргә оҡшай. Ни өсөн? Сөнки, ысынлап та шулай булһа, был, кеше Алланың күрһәтмәләренә мохтаж түгел һәм ул нимә теләй, шуны эшләй ала, тигәнде аңлатыр ине. Кешеләр проблемаларҙы сисә ала, тигән ҡараш тағы бер сәбәп буйынса дөрөҫ булып күренергә мөмкин: ҡайһы бер тикшеренеүҙәр буйынса, донъяла һуғыштар, енәйәтселек, ауырыуҙар һәм ярлылыҡ кәмей бара. Бер сығанаҡта: «Кешелектең хәле һәйбәтләнә бара, сөнки кешеләр донъяны яҡшыраҡ итергә ҡарар иткән», — тиелгән ине. Бындай һығымталар, нисәмә быуаттан һуң кешелек, ниһайәт, глобаль проблемаларҙы сисеү юлына яҡынлашты, тигәнде аңлатамы? Был һорауға яуап табыр өсөн, әйҙәгеҙ, был проблемаларҙы ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

15. Ниндәй факттар донъялағы проблемаларҙың бик етди икәнен күрһәтә?

15 Һуғыштар. Иҫәпләүҙәр буйынса, ике Бөтә донъя һуғышы ваҡытында 60 миллион йә күберәк кеше һәләк булған. Ләкин Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң да кешеләр бер нәмәгә лә өйрәнмәгән. 2015 йылға һуғыштар һәм эҙәрләүҙәр арҡаһында, үҙ өйҙәрен ҡалдырып, башҡа ерҙәргә ҡасҡан кешеләрҙең һаны 65 миллионға барып еткән. Ә 2015 йыл дауамында ғына 12 400 000 кеше икенсе ергә күсергә мәжбүр булған. Енәйәтселек. Ҡайһы бер илдәрҙә енәйәтселектең билдәле бер төрҙәре кәмеһә лә, терроризм, ғаиләлә көс ҡулланыу һәм компьютер аша ҡылынған енәйәтселек бик тиҙ арта бара. Өҫтәүенә, күптәрҙе коррупцияның киң таралыуы борсой. Кешеләр енәйәтселекте бөтөрә алмай. Ауырыуҙар. Ҡайһы бер ауырыуҙар контроль аҫтына алынды. Ләкин 2013 йылда сығарылған бер отчетта яҙылғанса, һәр йыл 60 йәшкә етмәгән 9 миллион тирәһе кеше тын юлдары йә йөрәк ауырыуҙарынан, инсульт, рак йәки диабеттан үлә. Ярлылыҡ. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, 1990—2012 йылдар дауамында Африкала ғына хәйерселектә йәшәгән кешеләрҙең һаны 280 миллиондан алып 330 миллионға тиклем артҡан.

16. а) Ни өсөн тик Алла Батшалығы ғына донъялағы проблемаларҙы сисә ала? б) Ишағыя һәм Зәбур китаптарында Алла Батшалығы килтерәсәк фатихалар хаҡында нимә әйтелә?

16 Бөгөн йыш ҡына эгоизм иҡтисад менән сәйәсәттең этәргес көсө булып тора. Шуға күрә кешелектең һуғыштар, енәйәтселек, ауырыуҙар һәм ярлылыҡты еңә алмауы бер ҙә ғәжәп түгел. Быны тик Алла Батшалығы ғына эшләй ала. Йәһүәнең кешеләр өсөн нимә эшләйәсәген ҡарап сығайыҡ. Һуғыштар. Алла Батшалығы һуғыштарҙың тәрәндә ятҡан сәбәптәрен — эгоизм, коррупция, милләтселек, ялған дин һәм хатта Шайтандың үҙен дә юҡ итәсәк (Зәб. 46:8, 9). Енәйәтселек. Алла Батшалығы инде миллионлаған кешене бер-береһен яратырға һәм бер-береһенә ышанырға өйрәткән. Бер хөкүмәт тә быны эшләй алмай (Ишағ. 11:9). Ауырыуҙар. Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен камил һаулыҡ менән фатихалаясаҡ (Ишағ. 35:5, 6). Ярлылыҡ. Йәһүә ярлылыҡты бөтөрәсәк. Алла үҙ халҡына бәхетле йәшәр өсөн барыһын да бүләк итәсәк. Иң мөһиме, беҙҙең Алла менән яҡын мөнәсәбәттәребеҙ буласаҡ. Ә был теләһә ниндәй байлыҡтан да ҡиммәтлерәк (Зәб. 72:12, 13).

«ҺӘР КЕШЕГӘ НИСЕК ЯУАП БИРЕРГӘ КӘРӘКЛЕГЕН БЕЛЕГЕҘ»

17. Беҙгә был донъяла киң таралған ҡараштарҙы кире ҡағырға нимә ярҙам итер?

17 Был донъяла киң таралған берәй ҡараш арҡаһында иманығыҙ ҡаҡшай алыуын тойһағыҙ, Алла Һүҙендә был турала нимә әйтелгәнен ентекләп тикшерегеҙ һәм рухи яҡтан етлеккән мәсихсе менән үҙегеҙҙе борсоған һорау буйынса фекер алышығыҙ. Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: ни өсөн был ҡараш ылыҡтырғыс булып күренә? Ни өсөн ул дөрөҫ түгел? Быны нисек иҫбатлап була? Һәр беребеҙ үҙен был донъяға хас фекер йөрөтөү рәүешенән һаҡлай ала, бының өсөн Павелдың колостарға биргән бындай кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк: «Ят кешеләр менән... аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ... Һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ» (Кол. 4:5, 6).

^ 3 абз. Зәбур 10:4: «Тәкәббер булғанға, яуыз кеше Алланы эҙләмәй. Ул Алланың барлығына ышанмай».

^ 5 абз. Иремия 10:23: «Эй Йәһүә, мин яҡшы беләм: кеше үҙ юлы менән идара итә алмай. Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай».

^ 7 абз. Ишағыя 65:13, 14: «Шунлыҡтан Аллаһы Тәғәлә Йәһүә былай ти: „Бына, минең хеҙмәтселәрем ашар, ә һеҙ ас йөрөрһөгөҙ. Минең хеҙмәтселәрем эсер, ә һеҙ һыуһап йөрөрһөгөҙ. Минең хеҙмәтселәрем шатланыр, ә һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ. Бына, минең хеҙмәтселәрем йөрәктәре шатлыҡ менән тулғанға ҡыуанып ҡысҡырыр, ә һеҙ йөрәк әрнеүенән ҡысҡырырһығыҙ, рух төшөнкөлөгөнән ыңғырашырһығыҙ“».

^ 9 абз. Ҡайһы берәүҙәр, Яхъя 7:53—8:11-ҙәге өҙөккә һылтанып, зина ҡылыусыны гонаһһыҙ кеше генә хөкөм итә ала, тип раҫлай. Был өҙөк Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә осраһа ла, күптәргә уның Алла тарафынан рухландырылған текстың өлөшө булмағаны һәм унда һуңыраҡ өҫтәлгәне билдәле түгел. Шунлыҡтан был өҙөк яңынан ҡарап сығылған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»нә (тат.) индерелмәгән. Өҫтәүенә, Алла Израилгә биргән ҡанунда былай тиелгән булған: «Әгәр берәй ир башҡа кешенең ҡатыны менән ятһа, улар икеһе лә — был ҡатын менән ятҡан ир ҙә, шул ҡатын да үлергә тейеш. Шулай итеп Израилдән яуызлыҡты бөтөр» (Ҡан. 22:22).