Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Йомарт кеше фатихалы булыр»

«Йомарт кеше фатихалы булыр»

АЛЛАҒА ҡорбандар килтереү һәр ваҡыт хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһим өлөшө булған. Боронғо ваҡытта израилдәр ҡорбан итеп хайуандар килтергән, ә мәсихселәр үҙҙәренең «данлау ҡорбаны» менән билдәле булған. Әммә Алла хеҙмәтселәре бының менән генә сикләнмәгән (Евр. 13:15, 16). Түбәндәге миҫалдарҙан күренеүенсә, улар Йәһүәнең күңеленә хуш килгән башҡа ҡорбандар ҙа килтергән һәм ҙур шатлыҡ менән фатихалар урған.

Алланың тоғро хеҙмәтсеһе Һанна улы булыуын бик теләгән, әммә уның балаһы булмаған. Доға ҡылғанда Һанна, улым тыуһа, уны «ғүмере буйы» Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бирәсәкмен, тип ант иткән (1 Сам. 1:10, 11). Бер аҙҙан Һанна ауырға ҡалған, ир бала тапҡан һәм уға Самуил тип исем ҡушҡан. Малайҙы имсәктән айырғас, әсәһе, биргән анты буйынса эш итеп, улын Йәһүәгә хеҙмәт итергә изге сатырға алып килгән. Йәһүә Һаннаны фиҙаҡәрлеге өсөн фатихалаған. Уның тағы биш балаһы тыуған, ә Самуил пәйғәмбәр булып киткән һәм Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан (1 Сам. 2:21).

Һанна һәм Самуил кеүек, мәсихселәр ҙә бөгөн үҙ тормошон Барлыҡҡа килтереүсегә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ғайса пәйғәмбәр, Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн бирелгән һәр төрлө ҡорбан мул итеп фатихаланасаҡ, тип вәғәҙә иткән (Марк 10:28—30).

Беренсе быуатта Доркас исемле мәсихсе ҡатын күптәргә яҡшы билдәле булған. Нимә менән? Ул «күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән». Доркас башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡорбандарға барған. Әммә ул ҡапыл ауырып киткән һәм вафат булған. Был бөтә йыйылышҡа ҙур ҡайғы килтергән. Шәкерттәр, Петрҙың үҙҙәренән йыраҡ булмаған ерҙә булыуын ишеткәс, уның тиҙерәк килеүен үтенеп, кешеләр ебәргән. Петр, килеп, Доркасты үленән терелткәс, барыһы ла бик шатланған! Был Изге Яҙмала яҙылған, илсе тарафынан башҡарылған беренсе терелтеү булған (Ғәм. 9:36—41). Йәһүә Доркастың ҡорбандарын онотмаған (Евр. 6:10). Һәм хәҙерге ваҡытта ла, Изге Яҙманан был ҡатын тураһында уҡып, беҙ уның йомартлығына һоҡланабыҙ һәм унан үрнәк алырға теләйбеҙ.

Илсе Павел да үҙ ваҡытын һәм көсөн башҡалар хаҡына сарыф итеүҙә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Коринфта йәшәгән ҡәрҙәштәренә ул бына нимә тип яҙған: «Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен» (2 Кор. 12:15). Павел, үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, шуны аңлаған: башҡалар хаҡына ҡорбандарға барыу шатлыҡҡа, шулай уҡ күпкә мөһимерәк нәмәгә — Йәһүәнең хуплауына һәм фатихаларына килтерә (Ғәм. 20:24, 35).

Күреүебеҙсә, беҙ үҙ ваҡытыбыҙ һәм көсөбөҙҙө Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе иғлан итеүгә һәм имандаштарыбыҙға ярҙам итеүгә сарыф итһәк, Йәһүә Алла ҡыуана. Әммә Батшалыҡ хаҡында вәғәзләү эшенә тағы нисек булышлыҡ итеп була? Беҙ Йәһүәне хеҙмәттә ҡатнашып ҡына түгел, ә иғәнәләр биреп тә данлай алабыҙ. Был аҡсалар һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйынса иғлан итеүгә тотонола. Шул иғәнәләр ярҙамында миссионерҙар һәм башҡа тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр үҙ хеҙмәтен дауам итә. Бынан тыш, күп телдәрҙә әҙәбиәт баҫтырыу, видеоматериалдар етештереү, афәттәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам итеү һәм Батшалыҡ залдары төҙөүгә киткән сығымдар ирекле иғәнәләр иҫәбенә ҡаплана. «Йомарт кеше фатихалы булырына» шикләнмәҫкә була. Өҫтәүенә, Йәһүәгә үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын биреп, беҙ уны яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:9; 22:9).