Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Шатланып йырлағыҙ!

Шатланып йырлағыҙ!

«Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау яҡшы» (ЗӘБ. 147:1).

ЙЫРҘАР: 7, 2

1. Йырлау беҙгә ниндәй мөмкинлек бирә?

ЙЫРҘАР яҙыусы бер атаҡлы шағир былай тип әйткән: «Һүҙҙәр уйларға дәртләндерә. Көй хистәр уята. Ә йыр фекерҙе хистәр аша үткәрергә ярҙам итә». Әлбиттә, барыһынан да бигерәк беҙ күктәге Атабыҙ Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙ һәм уның ниндәй игелекле, бөйөк һәм данлыҡлы булыуы хаҡындағы уйҙарҙы «хистәр аша үткәрергә» теләр инек. Шуға күрә беҙҙең бер үҙебеҙ ҡалғанда ла, ҙур йыйылыштарҙа булғанда ла Йәһүәне йырҙарҙа маҡтауыбыҙ бер ҙә ғәжәп түгел. Йырлау хаҡ ғибәҙәттә бик мөһим роль уйнай.

2, 3. а) Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр йыйылыш осрашыуҙарында йырларға ояла? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Һеҙгә йыйылыш осрашыуҙарында йырлау оҡшаймы? Әллә ҡысҡырып йырларға уңайһыҙланаһығыҙмы? Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ир-аттар кешеләр алдында йырларға ояла. Ундай ҡараш, бигерәк тә яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр йырламаҫ өсөн сәбәптәр тапһа йә башҡалар йырлағансы бүтән эштәр менән шөғөлләнһә, бөтә йыйылышҡа тәьҫир итергә мөмкин (Зәб. 30:12).

3 Әгәр йырлауҙы ғибәҙәтебеҙҙең өлөшө итеп һанаһаҡ, йыр йырланғанда залдан сығып китмәҫбеҙ һәм осрашыуҙарҙың был өлөшөнә һуңламаҫбыҙ. Шуға күрә һәр беребеҙ үҙ-үҙенә бындай һорауҙар бирергә тейеш: «Мин йыйылыш осрашыуҙарында йырҙар йырлауға нисек ҡарайым? Йырлауҙан шатлыҡ алырға ҡамасаулаған уңайһыҙлыҡ тойғоһон нисек еңеп сыға алам? Ысын күңелдән йырлар өсөн нимә эшләй алам?»

ЙЫРЛАУ — ХАҠ ҒИБӘҘӘТТЕҢ АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ ӨЛӨШӨ

4, 5. Боронғо Израилдә Йәһүәне маҡтап йырлауға ни тиклем етди ҡарағандар?

4 Боронғо замандан Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре уны маҡтар өсөн көй-моңдо ҡулланған. Мәҫәлән, израилдәр, Аллаға тоғро хеҙмәт иткән саҡтарында, йырлауға күп иғтибар бүлгән. Шулай итеп, Дауыт батша, ғибәҙәтханалағы хеҙмәтте ойошторғанда, Аллаға маҡтау моңдары башҡарһындар өсөн, 4 000 левитты билдәләгән. Улар араһында 288 кеше «Йәһүә өсөн йырларға өйрәтелгән оҫта йырсылар» булған (1 Йыл. 23:5; 25:7).

5 Ғибәҙәтхананың тантаналы асылыуында көй-моң һәм йырлау ҙур роль уйнаған. Изге Яҙмала былай тиелә: «Борғосолар һәм йырсылар, тауыштары берҙәй булып, Йәһүәне маҡтап уға рәхмәттәр белдергән һәм борғо, кимвал һәм бүтән уйын ҡоралдары тауышына ҡушылып... Йәһүәне маҡтап йырлаған миҙгелдә, ...Алланың йорто Йәһүә даны менән тулған ине» (2 Йыл. 5:13, 14; 7:6).

6. Ниҡәми Иерусалим стенаһының тантаналы асылыуында ниндәй махсус программа ойошторған?

6 Ниҡәми, Иерусалим стеналарын торғоҙоу эше менән етәкселек иткәндә, маҡтау йырҙарын оркестр оҙатмаһында башҡарһындар өсөн, левиттарҙы йыйып алған. Иерусалим стенаһының тантаналы асылыуында ойошторолған махсус музыкаль программа был ваҡиғаны тағы ла шатлыҡлыраҡ иткән. Рәхмәт әйтеп йырлаусыларҙың «ике ҙур хоры» ҡала стенаһы буйлап ҡапма-ҡаршы яҡҡа барған һәм ғибәҙәтхана ҡаршыһында осрашҡан. Осрашҡан саҡта уларҙың йырлауы шул тиклем көслө булған, уларҙы хатта йыраҡтан ишетеп булған (Ниҡ. 12:27, 28, 31, 38, 40, 43). Һис шикһеҙ, халҡының ысын күңелдән йырлауы Йәһүәнең күңеленә хуш килгән.

7. Ғайса йырлауҙың хаҡ ғибәҙәттә мөһим роль уйнауын нисек күрһәткән?

7 Мәсихселәр йыйылышы ойошторолғандан һуң да, көй-моң хаҡ ғибәҙәттә мөһим роль уйнаған. Кешелек тарихының иң әһәмиәтле төнөндә Ғайса Мәсих, Иҫкә алыу кисәһен индергәндән һуң, илселәре менән маҡтау йырҙары йырлаған. (Матфей 26:30-ҙы уҡығыҙ.)

8. Йырлауға килгәндә, беренсе быуаттағы мәсихселәр беҙгә ниндәй өлгө ҡалдырған?

8 Беренсе быуаттағы мәсихселәр Алланы йырҙар менән маҡтауҙа яҡшы өлгө ҡалдырған. Улар йыш ҡына имандаштарының йорттарында осрашҡан. Әммә шундай ябай шарттар ҙа уларға Йәһүәне маҡтап илһамланып йырларға ҡамасауламаған. Алла тарафынан рухландырылып, илсе Павел мәсихселәргә былай тип яҙған: «Бер-берегеҙҙе... өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ» (Кол. 3:16). Беҙгә лә йыр китабыбыҙҙағы «рухи йырҙар[ҙы]» рәхмәт тойғоһо менән ихлас башҡарырға кәрәк. Был йырҙар — «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» әҙерләгән рухи аҙыҡтың өлөшө (Матф. 24:45).

УҢАЙҺЫҘЛЫҠ ТОЙҒОҺОН НИСЕК ЕҢЕП СЫҒЫРҒА?

9. а) Ҡайһы берәүҙәргә йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа илһамланып йырларға нимә ҡамасаулай? б) Ниндәй ябай ғына кәңәштәр Йәһүәне маҡтап ысын күңелдән йырларға ярҙам итер, һәм кем был йәһәттән үрнәк күрһәтергә тейеш?

9 Һеҙҙең ғаиләлә, мәҙәниәттә йә һеҙ йәшәгән мөхиттә йырлау ғәҙәттән тыш нәмә булһа, нимә эшләргә? Ҡайһы саҡ профессиональ йырсыларҙың шул тиклем матур йырлауына аптырап ҡуяһың. Бәлки, үҙ тауышығыҙҙы уларҙың тауыштары менән сағыштырғанда, кәйефегеҙ ҡырылалыр. Ләкин был Йәһүәне маҡтамаҫ өсөн сәбәп түгел. Йыр китабын өҫкәрәк күтәреп тотоғоҙ, башығыҙҙы эймәгеҙ һәм йыр күңелегеҙ түренән ағылһын (Езра 3:11; Зәбур 147:1-ҙе уҡығыҙ *). Хәҙер күп кенә Батшалыҡ залдарында йырҙарҙың һүҙҙәре экранда күрһәтелә. Был беҙгә йырларға ярҙам итә. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: йырҙар йырлау өлкәндәр өсөн үткәрелгән Изге хеҙмәт мәктәбенең программаһына индерелгән, сөнки өлкәндәргә был йәһәттән йыйылышҡа үрнәк күрһәтергә кәрәк.

10. Башҡа кешеләр алдында йырларға ҡурҡһаҡ, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

10 Күптәргә бөтә тауыштан йырларға ҡурҡыу ҡамасаулай. Улар, тауышым башҡаларҙыҡынан ныҡ айырылып торор йә йырлауым бүтәндәргә оҡшамаҫ, тип ҡурҡа. Әммә шул турала уйланайыҡ: һөйләшкәндә, беҙҙең «барыбыҙ ҙа йыш ҡына абына» (Яҡ. 3:2). Ләкин беҙ шуның арҡаһында һөйләшмәйенсә йөрөмәйбеҙ бит. Улайһа, ни өсөн һуң йырлауға оҫта булмауыбыҙ беҙгә Йәһүәне маҡтап йырларға ҡамасауларға тейеш?

11, 12. Ниндәй кәңәштәр беҙгә яҡшыраҡ йырларға ярҙам итер?

11 Бәлки, беҙ, нисек йырларға белмәгәнгә, йырларға оялабыҙҙыр. Әммә, бер нисә ғәмәли кәңәште тотоп, йырлауыбыҙҙы яҡшыртырға була *.

12 Көслө тауыш менән ҡысҡырып йырлар өсөн, дөрөҫ тын алырға кәрәк. Электр тогы лампочканы ҡабыҙған кеүек, тын алыу ҙа тауышты көсәйтә. Йырлағанда, тауыш һөйләшкәндәге кеүек йә тағы ла көслөрәк яңғырарға тейеш. Дөрөҫ тын алырға өйрәнер өсөн, киләһе аҙымдарҙы яһап ҡарағыҙ. Тура тороғоҙ, яурындарығыҙҙы кирегеҙ, тын алғанда үпкәгеҙҙең аҫҡы өлөшөнә һауа тултырығыҙ. Тынды әкрен генә сығарығыҙ һәм эстән һанағыҙ. Күпме булды? Тағы ла күберәк булһын өсөн, тынды яйыраҡ сығарығыҙ. Йырлағанда ла ошолай итеп тын алырға тырышығыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: Йәһүәне маҡтап йырлау тураһында әйткәндә, Изге Яҙма уның хеҙмәтселәрен «ҡыуанып ауаз һалырға» өндәй (Зәб. 33:1—3).

13. Нисек ышаныслы тауыш менән йырларға өйрәнергә?

13 Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙа йә шәхси өйрәнеүҙә киләһе аҙымдарҙы яһап ҡарағыҙ. Йыр китабынан яратҡан йырығыҙҙы һайлап алығыҙ. Уның һүҙҙәрен ышаныслы тауыш менән ҡысҡырып уҡып сығығыҙ. Унан һуң шундай уҡ тауыш көсө менән музыкаль фразаның бөтә һүҙҙәрен бер тын алыуҙа әйтегеҙ. Артабан шул фразаны шундай уҡ сағыу тауыш менән йырлағыҙ (Ишағ. 24:14). Һеҙ тауышығыҙҙың көслөрәк булып киткәнен абайларһығыҙ. Бынан ҡурҡырға ла, оялырға ла кәрәкмәй!

14. а) Ни өсөн яҡшыраҡ йырлар өсөн ауыҙҙы киң итеп асырға кәрәк? (« Нисек яҡшыраҡ йырларға өйрәнергә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) б) Һеҙҙеңсә, ниндәй кәңәштәр тауыш яңғырашын яҡшыртырға ярҙам итә? Бүлешегеҙсе.

14 Ауыҙығыҙҙы киң итеп асмаһағыҙ, бөтә тауыштан йырлай алмаҫһығыҙ. Шуға күрә киләһе кәңәш: йырлағанда, ауыҙығыҙҙы һөйләшкәндәгенән киңерәк итеп асығыҙ. Ә әгәр һеҙгә тауышығыҙ бигерәк көсһөҙ йә сиктән тыш нәҙек кеүек тойолһа, нимә эшләргә? Мускулдарығыҙҙы йомшартығыҙ һәм ауыҙығыҙҙы асмайынса йырлау буйынса күнекмәләр яһағыҙ. Бының өсөн, ауыҙҙы еңелсә генә ябып, ирендәрҙе бер-береһенә ҡағылдырып, «ммм-ммм-ммм...» тигән өн сығарырға кәрәк. Быны эшләгән саҡта һеҙ башығыҙҙа һәм күкрәгеҙҙә вибрация һиҙергә тейеш. Шулай уҡ тәрән итеп тын алырға онотмағыҙ.

ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ЙЫРЛАҒЫҘ

15. а) 2016 йылда йыллыҡ осрашыуҙа нимә тураһында иғлан ителде? б) Ниндәй сәбәптәрҙән яңы йыр китабы сығарырға ҡарар ителгән?

15 2016 йылда Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәтенең (Пенсильвания) йыллыҡ осрашыуында Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы Стивен Летт ҡәрҙәш тиҙҙән йыйылыш осрашыуҙарында «Йәһүәгә шатланып йырлағыҙ» тип аталған яңы йыр китабы ҡулланыласағы тураһында әйтте. Ул аңлатҡанса, «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» сыҡҡанға, йыр китабын да яңынан ҡарап сығыуға ихтыяж тыуған. Бының өсөн, йырҙарҙың һүҙҙәрен яңынан ҡарап сығып, Изге Яҙманың 2013 йылғы тәржемәһендә бүтән ҡулланылмаған һүҙбәйләнештәрҙән арыныу талап ителгән. Был йыр китабына шулай уҡ вәғәз эше менән бәйле булған һәм йолом өсөн рәхмәтебеҙҙе белдергән йырҙар өҫтәлгән. Бынан тыш, йырлау ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө булғанға, Етәксе кәңәшмә юғары сифатлы йыр китабы сығарырға ҡарар иткән: яңы йыр китабының тышлығы һәм көмөш төҫлө ҡыры «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»неке һымаҡ итеп эшләнгән.

16, 17. Яңы йыр китабына ниндәй үҙгәрештәр индерелгән?

16 Башҡорт телендәге яңы йырҙарҙың ҡайһы берҙәрен интернет-ресурсыбыҙҙан күсереп алып була. Киләсәктә йырҙар өҫтәлә барыр. Бөтә яңы йырҙар йыйылғас, һеҙ уларҙың темалар буйынса бүленгәнен күрерһегеҙ. Мәҫәлән, беренсе 12 йыр — Йәһүәгә, ә киләһе 8 йыр Ғайса Мәсихкә һәм йоломға бағышланған. Йыр китабында булған тематик күрһәткес буйынса ағай-ҡәрҙәштәргә, мәҫәлән, асыҡ телмәргә йыр һайлауы ҡулай булыр.

17 Һәр беребеҙ бөтә йөрәктән йырлай алһын өсөн, ҡайһы бер йырҙарҙың һүҙҙәре яңынан ҡарап сығылған. Фекерҙәр аңлайышлыраҡ булһын өсөн, һүҙбәйләнештәр үҙгәртелгән. Шулай уҡ йыш ҡулланылмаған һүҙҙәр алмаштырылған. Бынан тыш, ҡайһы бер йырҙарҙың исемдәре үҙгәртелгән. Мәҫәлән, «Йөрәгеңде һаҡла» тигән йырҙың исеме «Йөрәгебеҙҙе һаҡлайбыҙ» тигәнгә алмаштырылған. Ни өсөн? Сөнки кеше, бойороҡло тонда яҙылған был йырҙы йырлағанда, башҡаларға нимә эшләргә кәрәк икәне хаҡында әйткән һымаҡ булған. Был йыйылыш осрашыуына йә конгресҡа килгән ҡыҙыҡһыныусылар, яңы ғына мәсихсе булып киткәндәр, йәштәр һәм апай-ҡәрҙәштәрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуя алған. Шунлыҡтан йырҙың исеме һәм һүҙҙәре үҙгәртелгән.

Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙа йырҙар йырлағыҙ (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Ни өсөн яңы йырҙарҙы йырларға өйрәнеү бик мөһим? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

18 Яңы йырҙарҙың күбеһе доғаға оҡшаш. Был йырҙар беҙгә Йәһүәгә хис-тойғоларыбыҙҙы белдерергә ярҙам итә. Башҡалары иһә беҙҙе «мөхәббәт менән изге эштәргә» дәртләндерә (Евр. 10:24). Йырҙарҙың көйөн һәм һүҙҙәрен яҡшы белеү мөһим. Йырҙарҙы өйҙә йырлаһағыҙ, был һеҙгә уларҙы отоп алырға һәм йыйылыш осрашыуҙарында илһамланып йырларға ярҙам итер *.

19. Йыйылыштың бөтә ағзалары ла Йәһүәне нисек данлай ала, һәм ни өсөн был мөһим?

19 Онотмағыҙ: йырлау — ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһим өлөшө. Йырлау Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. (Ишағыя 12:5-те уҡығыҙ *.) Илһамланып йырлауығыҙ менән һеҙ башҡаларҙы ла оялмайынса йырларға рухландырырһығыҙ. Ысынлап та, йыйылыштың бөтә ағзалары ла — йәштәр, ололар һәм хатта хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа — йырҙар йырлап Йәһүәне данлай ала. Шуға күрә хисләнеп йырларға һеҙгә бер нәмә лә ҡамасауламаһын! Алла тарафынан рухландырылып, мәҙхиә йырлаусы: «Йәһүәгә йырла!» — тигән (Зәб. 96:1). Әйҙәгеҙ, был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып, шатланып йырлайыҡ!

^ 9 абз. Зәбур 147:1: «Йәһте маҡтағыҙ! Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау яҡшы, уны маҡтау рәхәт һәм һәр ваҡыт урынлы!»

^ 11 абз. Мәҫәлән, телевидениебыҙҙағы «Дэйвид Сплэйн. Яңы йырҙарҙы йырларға әҙерләнегеҙ» тигән телмәрҙә (тат.) йырлауға ҡағылышлы яҡшы кәңәштәр бар (БЕҘҘЕҢ СТУДИЯ > ТЕЛМӘРҘӘР).

^ 18 абз. Конгресс программаһының һәр өлөшө ун минутлыҡ музыкаль заставканан башлана, был беҙгә күңелебеҙҙе йырлауға әҙерләргә ярҙам итә. Оркестр оҙатмаһындағы был заставкалар йөрәгебеҙҙе һәм аҡылыбыҙҙы конгресс программаһына әҙерләгән көйҙәрҙән тора. Шуның өсөн, заставка башланыр алдынан уҡ урыныбыҙға ултырып, матур көйҙө иғтибар менән тыңлау мөһим.

^ 19 абз. Ишағыя 12:5: «Йәһүәгә мәҙхиәләр йырлағыҙ, сөнки ул иҫ киткес нәмәләр эшләне. Был бөтә ерҙә билдәле булһын».